612
Подписчики
Нет данных24 часа
-57 дней
-830 день
Архив постов
+1
📌 Салауат Юлаев һәйкәлен ентекле тикшергәндәр һәм уға бронза яғылмағанлығы асыҡланған, тип хәбәр иткәйнек инде. Быны Мельников исемендәге Иретмәләр һәм металдар ғилми-тикшеренеү институты белгестәре эшләгән.
Анализ ға ярашлы, Салауат Юлаев һәйкәлендә бронза һәм баҡырға хас химик элементтар табылмаған. Был тик автор ниәте булып, тарихи документтарҙа ғына ҡалған.
📍 Тикшеренеү һөҙөмтәләрен Башҡортостан мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы баҫып сығарған. Ошо һылтанма буйынса үтеп уҡығыҙ.
Башҡорт донъяһы МАХ-та
#башҡорт_аҡылы
Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы был мәҡәлдең хаҡ булыуына бер дәлил.
Күп милләтле илебеҙҙән йыйылған балалар үҙ халҡының йолаларын, йыр-моңон, ауыҙ-тел ижадын - хазиналарын һаҡлаусы быуын. Уларҙың бергә йыйылыуы - электән булған дуҫлыҡ ептәрен тағы ла нығытыу.
Башҡорт донъяһы МАХ-та
🎉 Беренсе көн шаулап-гөрләп үтеп тә китте.
Баш ҡалабыҙ урамдары сағыу төҫтәргә, саф тауыштарға күмелде - күп милләтле ҙур илебеҙҙән балалар беҙҙә ҡунаҡта!
Президентыбыҙ Владимир Путин барыһын да байрам менән тәбрикләп, сәләмен юлланы һәм унда шундай һүҙҙәр бар:
💯 "...Был иҫ киткес дуҫлыҡ һәм ижади аралашыу байрамын үткәреү идеяһы ошонда, Башҡортостанда барлыҡҡа килеүе символик мәғәнәгә эйә, һәм бөгөн күп милләтле, ҡунаҡсыл республиканың баш ҡалаһы ҙур илебеҙҙең төрлө төбәктәренән меңдән ашыу йәш талантты ихлас ҡаршылай.
Беҙ ысын күңелдән уғата бай тарихи, мәҙәни, рухи байлығыбыҙҙы ҡәҙерләйбеҙ, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың үҙенсәлекле йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыу мәсьәләһенә өҫтөнлөклө иғтибар бүләбеҙ, уларҙың сағыу, халыҡсан сәнғәте менән ғорурланабыҙ. Һәм шуға күрә, һеҙҙең иҫ киткес проектығыҙ йәш быуын вәкилдәрендә ихлас ҡыҙыҡһыныу уятыуы һәм йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта барыуы һөйөндөрә",
- тип мөрәжәғәт иткән Владимир Владимирович.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров иһә, барыһын да яҡшы, позитив хис-тойғолар артынан килергә өндәгән. Күтәренке кәйеф артынан һеҙ бөгөн киске сәғәт 5-кә тиклем Өфөләр "Дим", "Тулҡын", "Беренсе Май" һәм И. Якутов исемендәге парктарға, ә кискә Совет майҙанына бара алаһығыҙ. Унда AY YOLA сығыш яһаясаҡ 🔥
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌 200 бала менән бергә сәхнәлә
ZAINETDIN фольклориаданың 200 йәш ҡатнашыусыһы менән бергә сығыш яһаясаҡ.
🔹 Был үҙенсәлекле этно-шоу 5 балалар коллективын берләштерәсәк: "Модус" шоу-балеты, "Тамыр" телеканалының вокаль студияһы, "Ассоль" өлгөлө вокаль-хореография студияһы, "Ирис" бейеү коллективы, Башҡортостандың Халыҡ ижады атҡаҙанған коллективы, Башҡортостандың Ҡалтасы районы Краснохолмский ауылы ҡалаҡсылары.
📍 26 июндә киске сәғәт 9-ҙа Совет майҙанында осрашҡанға тиклем!
Хәйерле иртә 💚
Бөгөн мөһим дини байрамдарҙың береһе - Ғәшүрә көнө билдәләнә. Ул Һижри йыл буйынса мөхәррәм айының 10-на тап килә. Был көндә барыһы ла ярлыҡау таба, тип иҫәпләнә.
📍 Белорет районы, Ҡыраҡа һырты.
Видео: Александр Яковлев.
Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының төп мәғәнәһе нимәлә?
Ошо видеояҙманы ҡарағыҙ, аңларһығыҙ 😉
Берләштереүҙә ❤️
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌 Айыуға балта менән ҡашы торған һәм еңгән башҡорт батыры Роберт Юлсурин ҡанлы алыш тураһында һөйләгән.
💯 "Балаларҙы уйланым, Аллаһы Тәғәлә дә ярҙам иткәндер шуға", - ти Йылайыр уҙаманы.
Уның менән тулы әңгәмәне Вәлитов-TV сығарылышында ҡарағыҙ.
https://vkvideo.ru/video-229671171_456239072?list=cb7f20cf966bf5c3cd
Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне башлана ❤️
Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына меңдән ашыу бала килгән.
🩷 Ҡыҙыл эңер.
🔹 Башҡорттарҙа ҡыҙыл эңерҙә йоҡларға ярамай, бәләкәй балаларҙы урамға сығарыу тыйылған. Сөнки был мәлдә "ауырыу йөрөй" тип иҫәпләнгән. Һәм шул ауырыу кешегә йоға.
🔹 Ҡыҙыл эңерҙә һәм төндә килеп ингән кешегә ҡаршы бәләкәй баланы сығармағандар, ҡаршы алдырмағандар - артынан эйәреп ингән зәхмәт йоғоуы ихтимал, тигәндәр.
❓ Ә һеҙ бындай нәмәләргә ышанаһығыҙмы?
📍 Торатау
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌Донъя илдәренең тиндәренән торған яғаны ҡарай алаһығыҙ.
Бөгөндән БР Милли музейында "Vl Бөтә донъя фольклориадаһы мираҫы" күргәҙмәһе эшләй. Ул Балалар фольклориадаһына арнап асылды.
📍 Күргәҙмә 6 сентябргә тиклем дауам итәсәк.
+1
🔥 "Кәрәк-яраҡты йәйгегә әҙерләйем", - ти башҡорт батыры Эльбрус Ниғмәтуллин.
Уның бер гантеле 34 килограмлыҡ икән💪
Тарт ҡурайың, уйнаһын,
Ҡан тамырҙар буйлаһын.
Дәрте барҙар бойоҡмаһын,
Бейеп-йырлап уйнаһын! - тип һамаҡлана башҡорт таҡмағында.
💯 Ә бөгөн балаларҙы бейетә һәм уйната торған оло сара - Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы башлана. Меңәрләгән бала тәүҙә әйлән-бәйлән өйөрөләсәк, һуңынан баш ҡала урамдары буйлап үтеп, Совет майҙанында сараны асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ. Ә иртәгә Өфө парктарында сағыу концерт көтә.
Дәрт-дарман теләйбеҙ! 🔥
Һүрәт: "Стихия ритмы", Гөлдәр Сөләймәнова, Свердловск өлкәһе, Екатеринбург ҡалаһы.
+9
📌 Турахан кубогы өсөн атышҡандар.
Үткән ялдарҙа Күсмә халыҡтарҙың Евразия музейы йәнә уҡсыларҙы үҙенә йыйған: "Турахан кубогы" традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса турнир булған.
Ярышҡа Башҡортостан, Якутия, Бүрәт һәм Татарстан, Дағстан, Ҡалмыҡстан республикаларынан, Байкал аръяғы крайынан, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән спортсылар килгән
🏆 Төп призды ир-егеттәр араһында Ауырғазы районынан Батырхан Ғайсин, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Мәскәү өлкәһенән Анна Алексеева, ә командалар араһында - Әбйәлил районы еңгән.
Афариндар! 👏
📌Ишле башҡорт ғаиләһе
Сибай ҡалаһында йәшәүсе Ишемовтар ғаиләһенә нур өҫтәп бишенсе балалары - ҡыҙҙары тыуған. Уға Камилә тип бик матур исем ҡушҡандар. Уның Булат, Самат, Аслан һәм Самира исемле ағайҙары һәм апайы бар.
Альбина һәм Наил Ишемовтарҙың ишле ғаиләһенә именлек, татыулыҡ, һаулыҡ һәм бәхет теләйбеҙ!🌸
+5
🍓 Мәсетлелә ҡайын еләге бешкән. Ә һеҙҙә?
Быйыл 🍓 тәм иттегеҙме әле?
Бына был фотоларҙағы аҡ сәскә, еркәүек һәм боланут бик файҙалылар.
🌸 Аҡ сәскә тынысландыра, тире ауырыуҙарынан файҙалы.
🌸 Еркәүек - температураны төшөрә, бактерия һәм вирустарҙы үлтерә, иммунитетты күтәрә.
🌸 Боланут - стресс булғанда ярҙам итә, ашҡаҙан һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына файҙалы, матдәләр алмашыныуын яҡшырта.
🌸 Ҡайын еләге аҙҡанлылыҡ (анемия) булғанда бик файҙалы икән - емешенең һуты һәм япраҡтарынан яһалған сәй.
🪻Әйткәндәй, 3-сө фотола силәк артында күренеп ултырған сирен төҫтәге сәскәле үлән дә бик файҙалы - һыуыҡ тейгәндә һәм хатта яман шештән.
❓ Русса ул "черноголовка обыкновенная" тип йөрөтөлә, башҡортса атамаһын кем белә? Йәгеҙ әле 😉
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌 "Ҡанатлы ат" көтә - 4 июлдә.
Төп майҙан - "Арғымаҡ" ат-спорт клубы ипподромы һәм Һабантуй яланы. Бында ат сабышы үтәсәк.
📍 Башлана: сәғәт 11:00
Дүртөйлөгә Башҡортостандан ғына түгел, Ҡаҙағстан, Удмуртия, Мордовия, Ырымбур, Төмән, Татарстандан да ҡатнашыусылар килә.
"Ҡанатлы ат" фестивалендә һеҙ саф ахалтекин тоҡомло атты күрә алаһығыҙ, уның матурлығы 🔥
Шулай уҡ "Ауҙарыш", көс экстримы, милли уйындар, тирмәләр һәм оҫталыҡ дәрестәре, Дүртөйлө таланттарының сағыу концерты, һатыу нөктәләре эшләйәсәк.
💯 Ә инде фестивалгә тиклем, бына ошо һылтанма буйынса үтеп, үҙегеҙҙең аттарға бәйле ҡыҙыҡлы хәтирәгеҙ менән бүлешә тороғоҙ һәм конкурста ҡатнашығыҙ.
Башҡорт донъяһы МАХ-та
Яңы көнгә әҙерһегеҙме?
Уңышлы үтһен! 🥰
Видео: Гөлнур Сөләймәнова.
Башҡорт донъяһы МАХ-та
Уже доступно! Исследование Telegram 2025 — ключевые инсайты года 
