uk
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Відкрити в Telegram
613
Підписники
+124 години
-47 днів
-730 день
Архів дописів
📌 Псков һаҙында Башҡортостандан элемтә батальоны документтары һалынған сейф табылған. 22 июндә, Бөйөк Ватан һуғышы башланыуғ
+1
📌 Псков һаҙында Башҡортостандан элемтә батальоны документтары һалынған сейф табылған. 22 июндә, Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 85 йыл тулған көндә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үҙенсәлекле табылдыҡ тураһында хәбәр итте. Псков өлкәһендә ирекмәндәр Стәрлетамаҡ һәм Дәүләкән районында формалашҡан айырым элемтә батальонының документтары һалынған сейфты тапҡан. 1000 биткә яҡын текст - уҡырлыҡ. Шулай уҡ байраҡ һәм документтар бар - барыһы ла архивҡа тапшырыла. 💯 "Мөғжизә: һаҙлыҡта сейф тапҡандар, документтар уҡырлыҡ хәлдә. Билдәһеҙ биттәрҙе асыҡлау өсөн тарихсыларҙы, белгестәрҙе йәлеп итеүегеҙҙе һорайым. Былар барыһы ла шул осор ваҡиғалары тураһында күберәк белергә ярҙам итәсәк", - тине Радий Фәрит улы Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. 📍 Әйткәндәй, бөгөн, 22 июнь Мәскәү ваҡыты менән сәғәт 12:15-тә бөтә Рәсәй буйлап бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителә. Башҡортостан етәксеһе республика халҡын был акцияға ҡушылырға саҡырҙы. Башҡорт донъяһы МАХ-та

📌 85 йыл элек булһа ла, онотолмай һис! Күмертау ҡалаһы халҡы "Һуғыштың утлы һүрәттәре" акцияһына ҡушылып, Тыныслыҡ майҙанына
+5
📌 85 йыл элек булһа ла, онотолмай һис! Күмертау ҡалаһы халҡы "Һуғыштың утлы һүрәттәре" акцияһына ҡушылып, Тыныслыҡ майҙанына шәмдәр тотоп йыйылған. Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Олег Астахов Ватанды һаҡлаусыларға рәхмәт һүҙҙәрен һәм ихтирамын белдергән. Күмәкләшеп һәләк булған яугирҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән хәтергә алғандан һуң, мемориалға сәскәләр һалғандар һәм йымылдап янған шәмдәр менән "һүрәт төшөрөп", халыҡ-ара акцияһына ҡушылғандар. 🕯️

📌 "Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы һәм граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәл" - төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты тип танылды. 📍 Һәйкәл Өфө ҡалаһы, Совет районы, Октябрҙең 50 йыллығы урамында урынлашҡан. 🔹 Ул 1971 йылдың сентябрендә төҙөлә башлай, 1975 йылдың 29 апрелендә тамамлана. 🔹 Һәйкәлде скульптор Л.В. Кузнецов һәм архитектор А.В. Семёнов эшләй. М.Г. Манизер исемендәге "Монументскульптура" Ленинград заводында ҡойола. "Уфагорремстрой" тресы урынлаштыра. 🔹 Был һәйкәлде эшләгән өсөн Лев Кузнецовҡа 1978 йылда Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә. ❓ Һәйкәлдә кемдәр һүрәтләнгән? ✅ Үҙәктә - эшсе-тимерсе, ул ҡөҙрәтле, алъяпҡыс таҡҡан һәм "Мосин" винтовкаһын баш осона күтәреп, һуғырға әҙерләнгән. ✅ Һул яғында - шинель һәм буденовка кейгән ҡыҙылармеец, ҡулында граната һәм винтовка. ✅ Уң яҡта - башҡорт кейемендә крәҫтиән-атлы ғәскәр, ул сәкмән, бүрек һәм осло башлы итек кейгән. Уң ҡулында ҡылыс, һул ҡулы йоҙроҡҡа төйнәлгән. ✅ Артҡы планда - оло йәштәге яугир, ул папахала һәм шинелдә, тубыҡланған, уң ҡулы менән йөрәген ҡыҫҡан, һулаҡайында - винтовка. Алдағы өс һын уны ҡаплап торғандай. Башҡорт донъяһы МАХ-та

photo content
+4

Һандуғас моңон тыңлап, һәр көн ҡояш ҡалҡыуына ҡыуанып йәшәй алыр өсөн Еңеүҙе яҡынайтҡан быуынға рәхмәт!💌 🔥 Бөгөн Рәсәйҙә хәтер һәм ҡайғы көнө: Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн. Бына кемгә бурыслы беҙ: 🔹 Башҡортостандан 710 меңдән ашыу кеше һуғышҡа киткән, шуларҙың 322-гә яҡыны яу ҡырында ятып ҡала. 🔹 278 яугирға күрһәткән батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, ә 35 яугир Дан орденының тулы кавалеры. 🔹 Башҡорт АССР-ның 416 кешеһе "1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында нымыҫлы хеҙмәт өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән, 20 кеше Социалистик Хеҙмәт Геройы. 1418 көн - беҙҙең тыныс тормошобоҙ хаҡы. Мәңгегә хәтерҙә 🔥 Видео: Дмитрий Сурков. Башҡорт донъяһы МАХ-та

🔥 Илебеҙ тарихында иң ҡан илатҡыс ваҡиғаларҙың береһе - Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн яҡынлаша. 1941 йылдың 22 июне халыҡ хәтерендә мәңгелек. Хәтер һәм ҡайғы көнөндә ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы, рух көсө һәм аяҙ күк йөҙө өсөн көрәше алдында баш эйәбеҙ. 📍 Өфөләге Хәрби Дан музейында был көндә "Һуғыш шулай башлана" күргәҙмәһен бушлай инеп ҡарарға мөмкин. Ул ҡәһәрле һуғыштың тәүге көндәренән алып, СССР-ҙың көнбайыш сиктәрен һаҡлау, Брест ҡәлғәһен һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлығы һәм Башҡортостан яугирҙарының еңеүгә индергән тос өлөшөнә арналған. Башҡорт донъяһы МАХ-та

📌 "Салауат йыйыны - 2026" республика фольклор фестивале һәм Салауат районы Һабантуйы бер көндә үткән. ☀️ Район хакимиәте баш
+8
📌 "Салауат йыйыны - 2026" республика фольклор фестивале һәм Салауат районы Һабантуйы бер көндә үткән. ☀️ Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов яҙыуынса, был көндә хатта тәбиғәт тә байрам кәйефен боҙоуҙан тартынған. Ауыл эшсәндәренә лайыҡлы наградалар тапшырылған, күңелле халыҡ уйындары, бәйге һәм көрәш ойошторлған, ә театраль тамаша һәр йылдағыса барыһын да хайран иткән. Башҡорт донъяһы МАХ-та

🦅 "Шундай матур урындар! Уйға тик бер генә көй килә: "Аҡ яурын сал бөркөт" башҡорт халыҡ көйө", - тип яҙған Арыҫлан Оморҙаҡов. 🔹 "Аҡ яурын сал бөркөт" көйөн беренсе тапҡыр Л.Н. Лебединский 1939 йылда Баймаҡ районында Ғ. Шәмсетдиновтан яҙып ала, ул З. Исмәғилевтың "Башҡорт халыҡ йырҙары" йыйынтығында донъя күрә. 🔹 Көйҙөң риүәйәте лә бар: бер егеттең һунар ҡошо булмаған һәм ул Ирәндектең иң бейек ҡаяһынан аҡ яурын сал бөркөт ояһын эҙләп табып, балаһын алып төшкән. Бөркөттәр йән өҙгөс тауыш менән балаһын юҡһынып ҡысҡырып эҙләгән. Әммә ҡошсоҡто кире ояһына алып барып һалыу мөмкин булмаған. Ошоға түҙә алмай егет көй сығарған. Видео: Арыҫлан Оморҙаҡов. Башҡорт донъяһы МАХ-та

📌 Осрашыуға килегеҙ! Рафиҡ Әхмәтшин - махсус хәрби операция башланған осорҙан алып ил һәм йәмғиәт алдында бурысын тоғро үтәг
📌 Осрашыуға килегеҙ! Рафиҡ Әхмәтшин - махсус хәрби операция башланған осорҙан алып ил һәм йәмғиәт алдында бурысын тоғро үтәгән журналист. 🔥 2026 йылдың 6 июлендә сәғәт төшкө 3-тә Рафиҡ Үзбәк улы менән ҡыҙыҡлы осрашыу үтә. Батыр йөрәкле, дөрөҫлөк яҡлы телевизион хәбәрсе менән әңгәмәгә ҡушылығыҙ: Өфө ҡалаһы, З. Вәлиди урамы, 1. Башҡорт донъяһы МАХ-та

Бөгөн иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн☀️ Быйыл ул йәкшәмбегә тура килә. Борон башҡорттарҙың был көндә "аяу көн" тип аталған йолаһы булған: һунар итергә, мал һуйырға, ағас ҡырҡырға һәм бесән сабырға ярамаған. Ә бына дарыу үләндәрен йыйыу рөхсәт ителгән. 📍 Әбйәлил районы, Асҡар ауылы Видео: интернеттан.

❓ Ә һеҙ быйыл был "витаминды" тәм иттегеҙме? Видео: Әмирхан Йәнекәев. Башҡорт донъяһы МАХ-та

📌 "Йөҙлөкбикә тирмәһе" һәр кемгә асыҡ! Миәкә районында Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда Гөлнур Сөләймәнованың башҡорт тирмә
+4
📌 "Йөҙлөкбикә тирмәһе" һәр кемгә асыҡ! Миәкә районында Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда Гөлнур Сөләймәнованың башҡорт тирмәһе асылған. Бында халыҡ кәсептәре, туҡыусылыҡ, милли кейем тегеү серҙәре, башҡорт биҙәүестәре, түбәтәй һәм балаҫтарҙы һатып алыу мөмкинлеге бар. 💯 "Был район үҙәген биҙәгән сағыу арт-объект ҡына түгел. Был - ата-бабаларҙың йолалары йәнләнгән көс урыны", - тип баһалаған Миәкә районы хакимиәте башлығы Наил Ғүмәров. 📍 Тирмәнең эш ваҡыты: сәғәт иртәнге 10-дан киске 6-ға тиклем, шәмбе - ял.

❓ Нимә төҙәтеп, нимә ҡыйраттым мин? Дүрт тиҫтәгә яҡын йыл (37) үткәс, ошо һорауҙы яңынан бирергә булалыр. 1989 йыл, илдә үҙгәртеп ҡороу осоро, ғаиләләрҙә киске табындар хәҙер икенсе... 🔥 М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында кисә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим пьесаһы буйынса ҡуйылған "Киске табын" спектакле беренсе тапҡыр күрһәтелде. 🔸 Ҡуйыусы режиссеры - Илсур Ҡаҙаҡбаев 🔺 Төп ролдәрҙә: 🔹 Әхмәтша — Айсыуаҡ Йомағолов, 🔹 Йәннәт — Римма Ҡаһарманова, 🔹 Алпамыша — Линар Бәитов, 🔹 Зарзария — Айым Сөләймәнова, 🔹 Мотаһар — Артур Кәбиров. Үткәндәрҙән ғибрәт алыр өсөн бик ваҡытлы ҡуйылған спектакль, киләһе ижад миҙгелендә мотлаҡ барып күрегеҙ! 👍

Ғаиләлә бер-береңә ҡарата ихтирам нимәлә сағыла? Ошо видео был һорауға яуап бирә, беҙҙеңсә💯 Видео: Олеся һәм Хәйҙәр Хәмиҙуллиндар. Башҡорт донъяһы МАХ-та

📌Минскиҙа "Урал ере - илһам бишеге" күргәҙмәһе асылды. Минск ҡалаһындағы Белорус әҙәбиәте тарихы дәүләт музейында "Урал ере
+2
📌Минскиҙа "Урал ере - илһам бишеге" күргәҙмәһе асылды. Минск ҡалаһындағы Белорус әҙәбиәте тарихы дәүләт музейында "Урал ере - илһам бишеге: Башҡортостандың әҙәби тауыштары" күсмә күргәҙмәһе эшләй. Уны Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы әҙерләгән. 💯 Был Беларусь һәм Башҡортостан араһында дуҫлыҡты нығытыуға тағы бер аҙым, ти ойоштороусылар. Былтыр Өфөлә белорус яҙыусы-фронтовиктарға арналған күргәҙмә эшләгәйне, быйыл Минск халҡы башҡорт әҙәбиәте менән яҡынданыраҡ таныша ала. Күргәҙмәлә һүҙ оҫталығы менән халыҡтарҙы берләштергән башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарҙың тауышын ишетергә мөмкин. 🔹 Күргәҙмә 2026 йылдың 12 июленә тиклем эшләй.

Ялдарҙа ғаилә менән бергә республиканың төрлө төбәктәренә сәйәхәт ҡылығыҙ.😍 📍 Мораҙым тарлауығы
+4
Ялдарҙа ғаилә менән бергә республиканың төрлө төбәктәренә сәйәхәт ҡылығыҙ.😍 📍 Мораҙым тарлауығы

Ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ - тормошоғоҙҙан йәм табығыҙ, яҡындарығыҙға иғтибар һәм һөйөү бүләк итегеҙ ❤️ Видео: Динара Зөфәровна.

❓Далала ҡурай моңо нисек яңғырай? ✅Ишеткегеҙ килһә, "Турахан"ға барығыҙ! Иртәгә, 20 июндә, "Дала сазы" сараһы сиктәрендә Күсм
❓Далала ҡурай моңо нисек яңғырай?Ишеткегеҙ килһә, "Турахан"ға барығыҙ! Иртәгә, 20 июндә, "Дала сазы" сараһы сиктәрендә Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейының "Турахан" визит-үҙәгендә йәнә шәп концерт буласаҡ. 🔥Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Биксурин ҡурай моңо серҙәрен асасаҡ. Ул Париж, Женева, Вашингтон, Нью-Йорк, Варшава сәхнәләрендә сығыш яһаған артист - виртуоз ҡурайсы. ⚡Башлана: 20 июнь, сәғәт 16:00 Инеү бушлай. Ғаиләгеҙ менән барып ял итеп ҡайтығыҙ!🌻 Башҡорт донъяһы МАХ-та

💯 "Балаларыбыҙ каникулдарын йәйге лагерҙарҙа бына шулай үткәрә. Улар өсөн ҡыуанабыҙ һәм яҡшы мәғәнәлә көнләшәбеҙ ҙә", - ти Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. 🔥 Эйе беҙ ҙә "сиҡ ҡына" көнләшеү тойғоһо кисерәбеҙ - балаларыбыҙ ялдарын файҙалы үткәрһен өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға ҙур иғтибар бүленә: федераль ярҙамға эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Мәҫәлән, яңы миҙгел башланыуға Дәүләкән районындағы "Тәбиғәт дуҫы" һәм Стәрлетамаҡ районындағы "Башаҡ" лагерҙарында ашханалар төҙөкләндерелгән. Ҡыйғылағы "Маяҡ", Ейәнсуралағы "Алһыу елкән", Туймазы районындағы А.П. Гайдар исемендәге балалар һауыҡтырыу лагерында биҙ ҡоролмалы торлаҡ модулдәр төҙөгәндәр. 💯 "Был поектта беҙ инде дүртенсе йыл ҡатнашабыҙ. Быға тиклем 13 торлаҡ модуле төҙөнөк, 6 лагерҙа 1 медицина һәм 2 туҡланыу блогын ремонтланыҡ. Быйыл йәй һауыҡтырыу кампанияһында бөтәһе 450 мең мәктәп уҡыусыһы ҡатнаша. Улар өсөн 1822, шул иҫәптән 100 ҡала ситендәге, балалар лагеры асыҡ. Балаларға яҡшы ял итергә һәм яңы уҡыу йылы алдынан көс тупларға тип теләйем", - тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы. ❓ Ә һеҙгә йәйге лагерҙа оҡшаймы?

photo content
+5