fa
Feedback

فریب کلاهبرداران را نخورید! تل‌متریو این کانال‌ها را شناسایی و برچسب‌گذاری می‌کند 👉 برای مشاهده برچسب، اشتراک تهیه کنید

Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

رفتن به کانال در Telegram
604
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
اطلاعاتی وجود ندارد7 روز
-130 روز
آرشیو پست ها
📌 Полиглот башҡорт ғалимының тыуыуына 115 йыл. 1911 йылдың 25 октябрендә хәҙерге Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында күренекле
📌 Полиглот башҡорт ғалимының тыуыуына 115 йыл. 1911 йылдың 25 октябрендә хәҙерге Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында күренекле башҡорт тел белгесе, төркиәтсе, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Ленин һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры Жәлил КЕЙЕКБАЕВ тыуған. 🔹 Жәлил Ғиниәт улы 1926 йылда Сәйетбаба ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Маҡар ауылында колхозсы йәштәр мәктәбендә уҡый. 🔹 1932 йылда Өфөлә Башҡорт педагогия техникумын тамамлай. Бер үк ваҡытта ул «Аллаһыҙ» журналының яуаплы секретары ла була. 🔹 1932—1937 йылдарҙа Мәскәүҙә Сит телдәр педагогия институтында уҡый һәм герман филологияһы бүлеген уңышлы тамамлай. Бер йыл Мәскәү өлкәһе Рошаль ҡалаһында урта мәктәптә уҡытыусы булып эшләгәндән һуң, Өфөгә ҡайтып, педагогия институтының сит телдәр факультетында уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, уҡытыу бүлеге мөдире, кафедра мөдире булып эшләй. 🔹 1942—1943 йылдарҙа Жәлил Кейекбаев Ғафури районында Сәйетбаба урта мәктәбенең директоры булып эшләй. 1943-1944 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә баш мөхәррир булып эшләгәндән һуң, Мәскәүҙә Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтына аспирантураға уҡырға инә. 🔹 1946—1949 йылдарҙа Өфө авиация институтында немец теле уҡытыусыһы булып эшләй, кафедра мөдире вазифаһын да башҡара. 🔹 1948 йылда ул Мәскәү дәүләт университетында филология фәндәре кандидатлығына "Әҙәби башҡорт теленең орфоэпияһы" темаһына диссертация яҡлай. 🔹 1949 йылдан Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, ә хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, бер ни тиклем ваҡыт сит ил телдәре факультеты деканы, 1957 йылдан 1961 йылға тиклем университеттың проректоры булып эшләй. 🔹 1960 йылда Жәлил Кейекбаев, башҡорт зыялыларынан иң беренсе булып, «Башҡорт теленең фонетикаһы (тасури һәм тарихи—сағыштырма тикшеренеү тәжрибәһе)» темаһы буйынса филология фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 🔹 Ғалим башҡорт теленең тарихи фонетикаһы һәм Урал-Алтай телдәренең сағыштырма-тарихи морфологияһы өлкәһен өйрәнә. Башҡорт теленең дөрөҫ әйтелеше, диалекттары, ер-һыу атамалары, лексикаһы һәм фразеологияһы буйынса тикшереүҙәр алып бара, дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары яҙа. 🔥 Жәлил Кейекбаев 12 теледе һәйбәт белә, 50-гә яҡын телде аңлай: туған башҡорт теленән тыш, немец, инглиз, рус, ғәрәп, венгр, эстон, сыуаш, монгол, тунгусс, уйғыр, ҡаҙаҡ, үзбәк, төрөк, татар һ.б. Ә немец һәм венгр телдәренән башҡортсаға туранан-тура тәржемә лә итә: Гёте, Гейне, Эрих Вайнерт, Вилли Бредель, Фридрих Вольф (1936 йылда Өфөлә уның тәржемәсеһе була), ағалы-ҡустылы Гриммдарҙың әҫәрҙәрен. Үҙе лә әҙәбиәткә ваҡыт таба: «Туғандар һәм таныштар» романын, повестар, ҡобайырҙар, әкиәттәр яҙа. 🔹 Жәлил Ғиниәт улы 1968 йылдың 19 мартында вафат була.

📌 КАНИКУЛДАРҘЫ ФАЙҘАЛЫ ҮТКӘРЕГЕҘ: ғаилә менән мәҙәни сараларға йөрөгөҙ! Белеүегеҙсә, 3 ноябргә тиклем көҙгө каникулдар. Ялда
📌 КАНИКУЛДАРҘЫ ФАЙҘАЛЫ ҮТКӘРЕГЕҘ: ғаилә менән мәҙәни сараларға йөрөгөҙ!
Белеүегеҙсә, 3 ноябргә тиклем көҙгө каникулдар. Ялдарҙы ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәрергә ярҙам итеү маҡсатында ҡайһы бер сараларҙы бер урынға тупланыҡ. Күңелегеҙгә ятҡанын һайлап, ғаилә менән тамаша ҡылып килегеҙ.
✅ М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында 28 октябрҙә "Заятүләк менән Һыуһылыу" спектакле күрһәтелә - башҡорт риүәйәте һәм эпосы нигеҙендә бик матур тамаша. ✅ Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында: 🔹 27 октябрҙә сәғәт 11:00 "Мәҫәлдәр. Перезагрузка" - Эзоп, Лафонтен, Крылов мәҫәлдәре йәш тамашасы аңларлыҡ итеп күрһәтелә. 🔹 27 октябрҙә сәғәт 14:00 "Еңеү юлы" иммерсив спектакле - Бөйөк Ватан һуғышына арналған. 🔹 28 октябрҙә сәғәт 12:00 "Аҡбуҙат" мультимедиа перфомансы - башҡорт халыҡ эпосы буйынса беренсе театр йәнһүрәте. 🔹 29 октябрҙә сәғәт 12:00 "Ҡурсаҡ театрына сәйәхәт" - театр буйлап экскурсия һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Айрат Әхмәтшиндың оҫталыҡ дәресе. 🔹 30 октябрҙә сәғәт 12:00 "Һаумы, ҡурсаҡ театры донъяһы" - сәхнә артындағын күреү мөмкинлеге. 🔸 Кескәйҙәр өсөн әкиәттәр: 🔹 31 октябрҙә сәғәт 12:00 һәм 15:00 "Тирмәкәй" ("Терем-теремок") 🔹 31 октябрҙә сәғәт 14:00 "Гуси-лебеди" 🔹 1 ноябрҙә сәғәт 12:00 һәм 15:00 "Муха-Цокотуха" 🔹 4 ноябрҙә сәғәт 12:00 "Етем төлкө" ✅ М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында төрлө йәштәге тамашасылар өсөн саралар ҡаралған. 🔹 27 октябрҙә сәғәт 11:00 "Чиполлино" музыкаль әкиәте. 🔹 30 октябрҙә сәғәт 11:00 "Әлфиә хикәйәләре" - М. Кәрим әҫәрҙәре буйынса. 🔹 1 ноябрҙә сәғәт 11:00 "Батыр йөрәк" - башҡорт ауыҙ-тел ижады буйынса. 🔹 1 ноябрҙә сәғәт 18:00 "Аҡбуҙат" - башҡорт халыҡ эпосы буйынса. 🔹 4 ноябрҙә сәғәт 12:00 "Ете батыр тураһында хикәйәт". ✅ Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында: 🔹 1 ноябрҙә сәғәт 12:00 "Маленькая история о Маленьком Муке". ✅ Салауат дәүләт башҡорт драма театрында: 🔹 29 октябрҙә сәғәт 14:00 "Павлов йорто балалары" тарихи-патриотик драмаһы. 🔹 31 октябрҙә сәғәт 13:00 "Салтан батша тураһында әкиәт" - Пушкин әҫәре буйынса. ✅ Сибай концерт-театр берекмәһенең "Сулпан" балалар театры 2 ноябрҙә сәғәт 14:00-дә "Николаевканан почтальон" спектаклен күрһәтә. ✅ Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 28 октябрҙә сәғәт 19:00-дә маэстро Рөстәм Сөләймәнов хәтеренә арналған "Ойкумена. Барокконан авангардҡа тиклем" тип аталған сара үтә. ✅ БР Милли музейында "40 000 йыл һәм ҡыш. Мамонт балаһы Любаның оҙайлы төшө" тип аталған күргәҙмә 27 октябрҙән алып эшләй. Бында боҙлоҡтарҙа табылған ысын мамонт толобон күрергә була. ✅ БР Милли әҙәби музейында һәм филиалдарында милли мәҙәниәткә арналған бай программалар әҙерләнгән: 🔹 М. Өмөтбаев музейында бәләкәй класс уҡыусылары өсөн "Башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм көнкүреше", ә урта һәм өлкән класс уҡыусылары өсөн "Өмөтбаевтар нәҫеленең тарихы" экскурсияһы ойошторола. "Этно биҙәүестәр: үҙең эшлә" оҫталыҡ дәресе лә үтә. 🔹 М. Ғафуриҙың йорт-музейында "Бәләкәй оҫталар: бала саҡ барельефы" күргәҙмәһе асыла. ✅ Шулай уҡ 3 ноябрҙә Башҡортостан буйлап "Сәнғәт төнө - 2026" акцияһы үтә. Ул Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған.

Бөтә донъя балҡып тора - Был һөйөү иле бит ул. Йөрәктәрҙе һөйләштергән Мөхәббәт теле бит ул. Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА. Видео: Гөлсөм Хөсәйенова.

📌 Мәсетлеләр бауырһаҡ бешерергә өйрәткән. Башҡорт мәҙәниәте аҙналығы сиктәрендә Мәсетле районы Ғүмәр ауылы клубында "Башҡорт
+5
📌 Мәсетлеләр бауырһаҡ бешерергә өйрәткән. Башҡорт мәҙәниәте аҙналығы сиктәрендә Мәсетле районы Ғүмәр ауылы клубында "Башҡорт һыйы табында" тигән сара үткән. Байрамға Дыуан-Мәсетле биләмәһенә ҡараған клуб мөдирҙәре йыйылған.
💯 "Бөгөнгө байрам табыны ла милли аш-һыуҙан һығылып торҙо. Ҡатын-ҡыҙҙар төрлө бәлештәр, ҡоймаҡтар, һөт ризыҡтары, бауырһаҡ, ҡош теле, үлән сәйҙәре һәм башҡа бик күп төрлө ризыҡтар әҙерләгәйне. Башҡорттарҙа айырым осраҡтарҙа ғына әҙерләнгән күп төрлө байрам аштары бар, шуларҙың береһе - бауырһаҡ. Бында уға бағышланған оҫталыҡ дәресе уҙҙы",
- тип хәбәр итә мәсетлеләр. 🔹 Ҡатнашыусылар бауырһаҡтар йомшаҡ булһын өсөн ҡамырҙы нисек дөрөҫ баҫырға һәм майҙы ниндәй температураға тиклем ҡыҙҙырырға кәрәклеген белгән. Шунан күмәкләп тәмләп сәй эскәндәр. 👉 Бауырһаҡ башҡорттарҙа электән бәхет һәм муллыҡты сағылдырған. Уны тантаналы көндәрҙә һәм байрамдарҙа ғына әҙерләгәндәр. Бауырһаҡ менән һыйлау ҡунаҡҡа иң юғары ихтирам билдәһе һаналған.

📌 Башҡорт кейеме Мари Республикаһында еңеү яулаған. Йошкар-Ола ҡалаһында "Калык вургем пайрем унала ўжеш" - Милли кейем байр
+5
📌 Башҡорт кейеме Мари Республикаһында еңеү яулаған. Йошкар-Ола ҡалаһында "Калык вургем пайрем унала ўжеш" - Милли кейем байрамы ҡунаҡҡа саҡыра тигән фестиваль-конкурс үткән. Ул Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған. Бында Рәсәйҙән иң яҡшы оҫталар һәм дизайнерҙар йыйылған. 🔥 Башҡортостандан "Селтәр" башҡорт халыҡ кейеме халыҡ студияһы ике номинацияла ҡатнашҡан. 🔹 "Сәхнә костюмы" номинацияһында кейеҙҙән эшләнгән кейемдәр барыһын да таң ҡалдырған. 🔹 "Традицион кейемдәр репликаһы" номинацияһында "Башҡорттарҙың 7 ырыуы" коллекцияһы 3-сө урын яулаған.

Яңы аҙнала йылмайыу өсөн сәбәптәр күберәк булһын! 🥰 ❓ Ә һеҙ беләһегеҙме, теүәл 165 йыл элек - 1861 йылдың 26 октябрендә, бөг
Яңы аҙнала йылмайыу өсөн сәбәптәр күберәк булһын! 🥰 ❓ Ә һеҙ беләһегеҙме, теүәл 165 йыл элек - 1861 йылдың 26 октябрендә, бөгөн кеше унһыҙ бер көн, хатта бер сәғәт тә йәшәй алмаған нимә тәүге тапҡыр күрһәтелгән? Хатта уның атамаһы ошо көндән алып билдәле. ✅ Немец физигы һәм уйлап табыусыһы Иоганн Филипп Рейс Майндағы Франкфурт ҡалаһында тауыш һәм кеше телмәрен электр тогы ярҙамында тапшырыу ҡорамалын күрһәтә. Уға атаманы ла ул бирә - "телефон", йәғни, грек теленән "теле" - алыҫ, "фоно" - тауыш, "алыҫтан килгән тауыш". 🔹 Әлбиттә, тәүге телефон бик камил булмай, тауышты тапшыра, ә бына һүҙҙәр бик аңлашылмай. Әммә ошо тәүге ҡорамал Александр Грэм Белл исемле ғалимды "һөйләшеүсе телеграф" эшләргә илһамландыра - 1876 йылда. 🔹 Бына шулай, бөгөн беҙ унһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмаған ҡорамалдың тарихы шулай башлана. Фото: Илдар Ишбирҙин.

📌 "Шаян-уйын-2026" үткән. 21 октябрҙә Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында «Шаян-уйын -2026» КВН уйыны үткән. Унда Башҡортостан
+8
📌 "Шаян-уйын-2026" үткән. 21 октябрҙә Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында «Шаян-уйын -2026» КВН уйыны үткән. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән иң юморлы 10 команда ҡатнашҡан. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған. Уйын һөҙөмтәләре былай булған: Кесе кубок: • 🏆 Гран-при — «Башҡорттар.ру» (РИЛИ) • 🥇 1-се урын — «ХХ централ» (Ф. Х. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы) • 🥈 2-се урын — «Тәтеш» (Тәтешле районы) • 🥉 3-сө урын — «Самрау» Инйәр, Беренселәр хәрәкәте (Өфө ҡалаһы) Оло кубок: • 🏆 Гран-при — «Шәкәр» (УКПЭД) • 🥇 1-се урын — «Аҡмулла балалары» (М. Аҡмулла исемендәге БДПУ колледжы) • 🥈 2-се урын — «Серле бетеү» (Екатеринбург-Өфө) • 🥉 3-сө урын — «Турбомәҙәк» (Өфө машина эшләү колледжы) 🔹 Махсус номинация: «Иң музыкаль команда» — «Батр»
"Командаларҙы ҡайнар ҡотлайбыҙ! Сағыу шаяртыуҙар, сәхнә тулы энергия һәм милли юмор өсөн рәхмәт! Артабан да яңы бейеклектәр һәм уңыштар теләйбеҙ! Юморыбыҙ һүнмәһен, шаян уйындар дауам итһен!"
- тип яҙған ойоштороусылар.

📌Өфөнөң Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһына - 30 йыл! Ошо айҡанлы "Кисә, бөгөн, иртәгә… Гимназиям нур сәсә
+8
📌Өфөнөң Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһына - 30 йыл!
Ошо айҡанлы "Кисә, бөгөн, иртәгә… Гимназиям нур сәсә" тип аталған тантаналы сара 23 октябрҙә "Мотор эшләүсе" Мәҙәниәт һарайында үткән.
🔹 Белем усағын күркәм юбилейы менән Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова видеояҙма аша ҡотлаған. Унан һуң Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева һүҙ алған.
💯 "30 йыл элек гимназияға сәнәғәт райондарының береһендә нигеҙ һалған саҡта, моғайын, был шундай күңелгә яҡын урын булыр, тип ниәтләгәндәрҙер ҙә. Ошо йылдарҙа бында эшләгән бөтә етәкселәргә, уҡытыусыларға, педагогик хеҙмәт ветерандарына рәхмәт. Улар яҡшы мөхит тыуҙырған, Өфө иҡтисады өсөн генә түгел, республика һәм ил өсөн дә ысын граждандар тәрбиәләгәндәр",
- тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов исеменән ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, Гөлләриә Ялсыҡаева. 🔹 Тантаналы сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, БР йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашҡан. Улар өсөн гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылары бай концерт программаһы әҙерләгән. Йыр-моң ҡотлауҙар менән үрелеп барған. 🔹 Уҡытыусыларға дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылған. Гимназияның директоры Фәнил Бүләков Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнгән. 🔹 Өфөнөң З. Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһында бөгөн 800-ҙән ашыу уҡыусы белем ала. ❓ Был белем усағында уҡығандар, уҡытҡандар бармы арабыҙҙа?

Хәйерле иртә ☀️ Автомобиль һәм ҡала пассажирҙар транспорты хеҙмәткәре көнө икән бөгөн. Тигеҙ юлдар, рәхмәтле пассажирҙар телә
+3
Хәйерле иртә ☀️ Автомобиль һәм ҡала пассажирҙар транспорты хеҙмәткәре көнө икән бөгөн. Тигеҙ юлдар, рәхмәтле пассажирҙар теләйбеҙ! 📍 Учалы районы, Нәрәле һырты Фото: Инна Дмитриева.

📌 "Торатау" геопаркы "Гәлсәр компас" халыҡ-ара премияһына дәғүә итә - ярҙам итәйек! "Торатау" геопаркы "Гәлсәр компас" халыҡ
📌 "Торатау" геопаркы "Гәлсәр компас" халыҡ-ара премияһына дәғүә итә - ярҙам итәйек! "Торатау" геопаркы "Гәлсәр компас" халыҡ-ара премияһының "Тәбиғәт һәм тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса иң яҡшы социаль-мәғлүмәти проект" номинацияһында ҡатнаша. 🔥 Башҡортостан халҡы тауыш биреп, "Йәмәғәт таныуы" махсус номинацияһында еңергә ярҙам итә ала. 📍 Бының өсөн ошо һылтанма буйынса үтеп, тауыш бирергә кәрәк. 🔹 "Гәлсәр компас" - йыл һайын Рус география йәмғиәте ярҙамында тапшырыла килгән донъялағы иң абруйлы географик наградаларҙың береһе. 🔹 14 йыл эсендә 63 илдән 5,5 меңгә яҡын авторҙар коллективы лайыҡ булған.
💯 "Торатауға ярҙам итәйек - беҙҙең төбәк тураһында бөтә донъя белһен",
- тип яҙған Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Башҡорт бейеүе легендаһы 🔥 Видео: Юлиә һылыуҙан.

📌 "Башҡорт һандуғасы" Филүс Гәрәевтың тыуыуына - 85 йыл.
Башҡортостандың халыҡ артисы Филүс Гәрәев 1942 йылдың 24 октябрендә Башҡортостан АССР-ының Краснокама районы Иҫке Йәнйегет ауылында тыуған.
🔹 1964 йылдан Өфө ҡалаһының 25-се урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 🔹 1965 йылдан - Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада солисы. 🔹 1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. 🔹 1986—1990 йылдарҙа Филүс Фәзлиәхмәт улы Башҡортостан дәүләт филармонияһының музыкаль-әҙәби лекторийында эшләй. СССР, Венгрия, Польша буйлап гастролдәрҙә була. 🔹 1990 йылдың 1 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат булған. Уның репертуарында композиторҙар Н. Ә. Дауытов, З. Ғ. Исмәғилев, Р. Р. Йыһанов, Ш. З. Ҡолбарисов, Р. М. Хәсәнов, Х. Ф. Әхмәтов, К. Я. Листов, Б. А. Мокроусов, О. Б. Фельцман йырҙары; «Ғайса ахун», «Ирәндек», «Ҡара юрға», «Уйыл», «Һандуғас» башҡорт халыҡ йырҙары һ.б.

#УЙЛЫҒА_УЙ "Интернетта олатай-өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыҙыҡ та, тапҡыр ҙа һөйләгән хәбәрҙәрен яҙалар. Береһенән-береһе
#УЙЛЫҒА_УЙ
"Интернетта олатай-өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыҙыҡ та, тапҡыр ҙа һөйләгән хәбәрҙәрен яҙалар. Береһенән-береһе зирәктәр! #Мин ошо яҙмалар аша халҡыбыҙҙың тел һәм йәшәү яҙмышын күҙаллайым. "Урал батыр" ҡобайырында Зәрҡүм атаһы Ҡәһҡәһә батшалығын ҡоралһыҙ еңеү юлын өйрәтә: ни вәғәҙә итһә лә алма, тик телен һора, ти. Урал батшалыҡты ҡоралһыҙ ала".
📍 Күренекле журналист, яҙыусы, Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы, абруйлы милләттәшебеҙ Мәрйәм БУРАҠАЕВА даими рәүештә сәхифәһендә уй-фекерҙәре менән уртаҡлашып бара. Һуңғы яҙмаларынан бына ошо үрҙә килтерелгәне айырыуса һиҫкәндерҙе. ❓ Ни өсөн, тиһегеҙме? Сөнки алдағы яҙмаларҙың береһендә Златоуст ҡалаһының атамаһы башҡортса "Алтынтамаҡ" тигәндән алыныуға таянып, текст башына ошо атаманы ҡуйып, эргәһенә русса атамаһын да күрһәтеп яҙып сыҡҡандан һуң, үҙебеҙҙең башҡорттар:
❗ "Ундай ҡала юҡ, Златоуст тип төҙәтегеҙ",
- тигән хәбәрҙәр яуҙырҙы. "Русса атамаһын эргәһендә күрһәткәнбеҙ бит, башҡортса атамаһы хәҙер әүҙем ҡулланылмаһа ла, халыҡ ҡолағына салынып ҡалһын. Был бит боронғо башҡорт ерҙәре, Силәбе өлкәһенең төбәкте өйрәнеүсеһе Ф.Н. Яблонский Мейәс йылғаһының алтынлы урыны Алтынтамаҡ тип аталыуын фараз итә, һәм ошо атама урыҫ теленә тәржемә ителеп, Златоустҡа әйләнә, тип иҫәпләгән. Шундай мәғлүмәт бар сығанаҡтарҙа. Былай ҙа ер-һыу атамаларының башҡортсаһы ҡулланылыштан төшөп ҡалып ҡына бара", - тип аңлатырға маташтыҡ үҙебеҙсә. 🔥 Ә яңылыҡ матур ине, ҡала атамаһын башҡортса яҙырлыҡ! Бәлки, күптән ҡулланылмаған атама менән яҙыу хаталылыр ҙа (хатта руссаһын эргәһенә яҙған хәлдә лә). Әммә кемдер ошондай бәхәскә ингән икән, тимәк, иғтибар менән уҡыған, башҡортса атамаһы булыу ихтималлығы тураһында уйланғандыр, тип өмөтләнәбеҙ. 💯 Телен алдырып, ҡоралһыҙ бирелгәндәр араһында булмаһаҡ ине...

Кисә менән бөгөнгөнө бәйләү - Таң еленең генә эшелер. Иҫсе, елем! Яңы таңдар аша Киләсәге тыуа кешенең. Рәмил ЙӘНБӘК. Хәйерле
+2
Кисә менән бөгөнгөнө бәйләү - Таң еленең генә эшелер. Иҫсе, елем! Яңы таңдар аша Киләсәге тыуа кешенең. Рәмил ЙӘНБӘК. Хәйерле көн 🤍 Фото: Гөлсәриә Әбилева.

📌 "Мин һәр саҡ башҡорттарҙа кейем мәҙәниәтенең ни тиклем уйланылған, технологик һәм эстетик яҡтан тәрән булыуына хайран ҡалам. Ата-бабаларыбыҙ төрлө материалдар менән эш итә белгән, ғәжәйеп биҙәүестәр эшләгән",
- ти Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, ҡулына Айгөл Камалиеваның китабын алып. 🔹 Белеүегеҙсә, был "Сулпылар ни тураһында сыңлай. Башҡорт кейеме биҙәлеше" китабы яңыраҡ донъя күрҙе. 🔹 Радий Фәрит улы биҙәү-ҡулланма сәнғәтен, һөнәрселекте тергеҙеү, үҫтереүгә ярҙам буласаҡ, тип вәғәҙә иткән. 📍 Тулыраҡ - видеояҙмала ҡарағыҙ.

#тел_тере_шишмә ❓ Ә һеҙ был һүҙҙәрҙе белә инегеҙме? Үҙегеҙ тағы ниндәй ҡыҙыҡ башҡортса һүҙ ишеткәнегеҙ бар? Яҙығыҙ!😉
+4
#тел_тере_шишмә ❓ Ә һеҙ был һүҙҙәрҙе белә инегеҙме? Үҙегеҙ тағы ниндәй ҡыҙыҡ башҡортса һүҙ ишеткәнегеҙ бар? Яҙығыҙ!😉

Яһалма зиһен ярҙамында ҡыҙҙарҙың "тиреһен һыҙырғандар" 😁 ❓ Ҡайһылай матурыраҡ?

📌 Атанан күргән - ағас ултыртҡан, арҡан ишкән Хәйбулла районында атайҙар улдары менән бергә ағас ултыртҡан. Был сараны район
+5
📌 Атанан күргән - ағас ултыртҡан, арҡан ишкән Хәйбулла районында атайҙар улдары менән бергә ағас ултыртҡан. Был сараны райондың "Ирҙәр ҡоро" ойошмаһы үткәргән. 🔹 Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбе эргәһендә ылыҫлы ағастар ултыртҡас, арҡан ишеү буйынса оҫталыҡ дәресендә таҫыллыҡтарын күрһәткәндәр. Үҙ ҡулдары менән ишкән арҡандарҙы улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ебәрергә ҡарар иткән.
💯 "Был сара атайҙар өсөн дә, малайҙарға ла файҙалы үтте",
- тип хәбәр итә ойоштороусылар. ❓ Ә һеҙҙе атайығыҙ ниндәй һөнәргә/эшкә өйрәтте?

📌 "Атайсал. Атайҙар ере" фильмын 5 меңдән ашыу кеше ҡараған. Маҡсат - 10 000! Фильмды төшөрөүселәр Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡ
+8
📌 "Атайсал. Атайҙар ере" фильмын 5 меңдән ашыу кеше ҡараған. Маҡсат - 10 000! Фильмды төшөрөүселәр Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Баймаҡ, Белорет, Шишмә, Бишбүләк, Стәрлетамаҡ һәм Нуриман райондарында күрһәтеүҙәр ойошторған һәм был эш дауам итә. 📍 Уны уҡыусылар һәм студенттар, уҡытыусылар, 12-16 йәшлек балалары булған ғаиләләр бушлай ҡараған.
🔥 2026 йылдың ноябрь айы тамамланғансы был "арбаға ултырып" өлгөрөргә була, ти ойоштороусылар.
🔹 Фильмдың режиссеры Рөстәм Шәйхетдинов, сценарий авторы - Шәүрә Шәкүрова. 🔹 "Башфильм" коммерцияға ҡарамаған ойошма проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында Ә. Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы менән берлектә тормошҡа ашырыла. 🔹 2027 йылда фильм киң прокатҡа сығасаҡ. Әммә шуға тиклем уны күреп өлгөрә алаһығыҙ. 🔹 Фильмды бушлай ҡарауҙы ойоштороу өсөн Рөстәм Шәйхетдинов менән бәйләнешкә сығырға мөмкин: 📞 +7-906-10-70-700

Хәйерле йома иртәһе 🍀 🔹 Бөгөн, 23 октябрь, Рәсәйҙә реклама хеҙмәткәрҙәре үҙенең һөнәри байрамын билдәләй - маркетолог, копи
+2
Хәйерле йома иртәһе 🍀 🔹 Бөгөн, 23 октябрь, Рәсәйҙә реклама хеҙмәткәрҙәре үҙенең һөнәри байрамын билдәләй - маркетолог, копирайтер, дизайнер һәм башҡа ошо өлкәгә ҡағылышлы һөнәр кешеләрен ҡотлайбыҙ. 🔹 Шулай уҡ бөгөн Халыҡ-ара барыҫ (ирбис) көнө икән - был йыртҡыс хайуанды һәм ул йәшәгән ерҙәрҙе һаҡлауға иғтибар йүнәлтеү өсөн булдырылған. Барыҫ Рәсәйҙә Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. 🔹 1748 йылдың 23 октябрендә Рәсәйҙә беренсе химик лаборатория төҙөлөшө тамамланған - уны Ломоносов йорто ихатаһында эшләйҙәр. 🔹 Ә бына 1981 йылдың 23 октябрендә Өфө ҡалаһы Ленин урамы 47-се йортта
"Был йортта 1959-1968 йылдарҙа күренекле ғалим, телсе һәм яҙыусы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев йәшәгән"
тигән мемориаль таҡта асылған. Әйткәндәй, ике көндән уның тыуыуына 115 йыл тулыуын билдәләйбеҙ. 📍 Ҡуштау. Фото: Радмила Әбдрәхимова.