602
Подписчики
Нет данных24 часа
Нет данных7 дней
-130 дней
Загружаем данные
Похожие каналы
Нет данных
Возникли проблемы? Пожалуйста, обновите страницу или обратитесь к нашему support-менеджеру .
Облако тегов
Нет данных
Возникли проблемы? Пожалуйста, обновите страницу или обратитесь к нашему support-менеджеру .
Входящие и исходящие упоминания
---
---
---
---
---
---
Привлечение подписчиков
ноябрь '26нояб. '26
ноябрь '260
в 0 каналах
октябрь '26
+3
в 0 каналах
Get PRO
сентябрь '26
+3
в 0 каналах
Get PRO
август '26
+8
в 0 каналах
Get PRO
июль '26
+5
в 1 каналах
Get PRO
июнь '26
+7
в 1 каналах
Get PRO
май '26
+4
в 1 каналах
Get PRO
апрель '26
+3
в 0 каналах
Get PRO
март '26
+9
в 1 каналах
Get PRO
февраль '26
+12
в 0 каналах
Get PRO
январь '26
+20
в 3 каналах
Get PRO
декабрь '25
+7
в 1 каналах
Get PRO
ноябрь '25
+9
в 6 каналах
Get PRO
октябрь '25
+22
в 14 каналах
Get PRO
сентябрь '25
+20
в 8 каналах
Get PRO
август '25
+37
в 6 каналах
Get PRO
июль '25
+16
в 1 каналах
Get PRO
июнь '25
+11
в 6 каналах
Get PRO
май '25
+33
в 6 каналах
Get PRO
апрель '25
+73
в 7 каналах
Get PRO
март '25
+31
в 0 каналах
Get PRO
февраль '25
+25
в 4 каналах
Get PRO
январь '25
+527
в 5 каналах
Get PRO
декабрь '24
+42
в 10 каналах
Get PRO
ноябрь '24
+603
в 7 каналах
Get PRO
октябрь '240
в 13 каналах
Get PRO
сентябрь '24
+4
в 14 каналах
Get PRO
август '240
в 0 каналах
Get PRO
июль '240
в 0 каналах
Get PRO
июнь '240
в 0 каналах
Get PRO
май '240
в 0 каналах
Get PRO
апрель '24
+1
в 0 каналах
Get PRO
март '240
в 0 каналах
Get PRO
февраль '24
+28
в 0 каналах
| Дата | Привлечение подписчиков | Упоминания | Каналы | |
| 02 ноября | 0 | |||
| 01 ноября | 0 |
Посты канала
+4
📌 "Баҡалы йомортҡаһы" - яңы бренд.
Баҡалы ҡошсолоҡ комплексында күсмә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" үткән.Уның барышында предприятиеның үҫеш планы тураһында фекер алышҡандар, сөнки был районда иң ҙур инвестиция проекты. 🔹 Ҡатнаш аҙыҡ заводы тулы ҡеүәтенә эшләй: етештерелгән аҙыҡҡа ихтыяж бар, һатып алыусылар етерлек. 🔹 Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы автоматлаштырылған йомортҡа йыйыу таҫмаһы ҡыҙыҡтырған - корпустарҙан йомортҡа сымлы транспортер ярҙамында һайлап алыу цехына килтерелә. Унда автомат рәүештә 5 төргә бүленә. Ә етешһеҙлектәре булған (бәләкәй, формаһы дөрөҫ түгел, тышы сатнаған) йомортҡаларҙан кондитерҙар өсөн меланж эшләйҙәр. 🔹 Предприятиела әлеге ваҡытта автомат рәүештә аҙыҡ таратыу яйға һалына: йыл аҙағына тиклем ул корпустарҙың береһендә эшләтеп ебәреү, аҙаҡ - башҡаларында, ҡаралған. 🔥 "Баҡалы йомортҡаһы" бренды халыҡ араһында танылыу яулай бара, ти Баҡалы районы хакимиәте башлығы Олег Ефимов.
| 2 | 📌2 ноябрҙә Актерҙар йорто ижад миҙгелен аса.
Бөгөн сәғәт 17:00-дә Өфөләге Б. Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда БР Театр эшмәкәрҙәре союзының яңы театр миҙгелен асыу тантанаһы була.
📍 Инеү БУШЛАЙ.
🔥 Беренсе тапҡыр был сара ҙур театраль сәйәхәт рәүешендә үткәрелә - "Театр поезы" республиканың бөтә театрҙарын берләштерәсәк.
13 театр - Башҡортостан картаһындағы 13 туҡталыш. Һәр театрҙан сағыу сығыштар көтөлә.
💯 "Актерҙар йортонда театр миҙгелен асыу йолаһы онотолоп торҙо. Һәм беҙ сараны рәсми концерт рәүешендә түгел, ә театраль итеп үткәрергә булдыҡ. Шул рәүешле республиканың бөтә театрҙарын берләштергән поезд идеяһы тыуҙы. Бик ҡыҙыҡлы булыр, тип ышанам. Театр факультеты студенттары ла тантанала ҡатнашһа, яҡшы буласаҡ",
- ти миҙгел асыу тантанаһының режиссеры Айгөл Кантюкова.
🔹 2 ноябрь, сәғәт 17:00.
📍 Пушкин урамы, 94. | 8 |
| 3 | ИҪКЕ ӨЙ
Салауат Низаметдинов көйө
Азамат Усманов һүҙҙәре
Бик йыш төштә күрәм иҫке өйҙө,
Иҫке өйөм, бала саҡтың йөҙө.
Үткәндәрҙе күрһәм иҫке өйҙә,
Яҡты уйҙар үҙәгемде өҙә.
Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм.
Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм.
Таралыштыҡ, ҡанатыбыҙ нығып,
Ҡайтҡылайбыҙ һирәк, бик һағынып.
Гел ҡайтабыҙ тура яңы өйгә,
Теүәлләнә донъя ҡайтҡан көйгә.
Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм.
Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм.
Иҫке өйөм — ул бит ҡош ояһы,
Олатайым, атайым донъяһы.
Иҫке өйҙә баҙар, ығы-зығы
Әсәйҙең дә әле йәп-йәш сағы.
Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм.
Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм.
Видео: Вәсилә Сафина. | 13 |
| 4 | 📌Быуа буйында ирҙәрсә һөйләшкәндәр.
Сибай ҡалаһында "Һайран" ял итеү базаһының Ибраһим быуаһы буйында "Быуа буйында ирҙәрсә һөйләшеү" тигән осрашыу үткән.
Уны "Ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәр һаулығы өсөн" проекты сиктәрендә ойошторғандар. Сара иҫерткес эсемлектәр зыянына арналған.
🔹 Осрашыу өс өлөштән торған. Тәүҙә "Хәрби туғанлыҡ"тың Сибай бүлексәһе етәксеһе Руслан Сафиуллин һәм ҡала Советы депутаты Фаяз Хәсәнов иҫерткес эсемлектәрҙең ҡорған пландарға, мөнәсәбәттәргә һәм һаулыҡҡа кире йоғонтоһо, ни өсөн ваҡытында ярҙам һорарға кәрәк булыуы тураһында бәйән иткән.
🔹 Икенсе өлөштә табип-нарколог Юлиә Харисова стресҡа ҡаршы көрәштең сәләмәт ысулдары хаҡында һөйләгән: физик әүҙемлек, хобби, яҡындарың менән аралашыу, тын алыу практикалары, мунса, балыҡ тотоу, ижад. Шунан "Зарядись" проекты амбассадоры Лидия Кәлимуллина көсөргәнеште бөтөрөүгә файҙалы дәрес үткәргән.
🔹 Сараны ҡымыҙ етештереүсе Илгиз Сафин ослаған: ул башҡорт йылҡысылығы тураһында һөйләп, ҡатнашыусыларҙы ҡымыҙ менән һыйлаған. Осрашыу тәмләп үләнле сәй эсеү менән тамамланған.
🔸 "Ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәр һаулығы өсөн" проекты "Оҙон һәм әүҙем ғүмер" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. | 14 |
| 5 | 📌 Илдар Абдразаҡов "Рәсәй креатив аҙналығы - Евразия"ға саҡырған.
2-4 ноябрҙә Өфөлә беренсе тапҡыр "Рәсәй креатив аҙналығы - Евразия" халыҡ-ара фестиваль-форумы үтә. Уның сиктәрендә 100-ҙән ашыу спикер ҡатнашлығында саралар ойоштороласаҡ.
🔹 "Креаномика" - власть органдары, үҫтереү институттары һәм бизнес алдынғыларын берләштерәсәк.
🔹 "Контент" майҙансығында кино, медиа, IT, видеоуйындар, реклама вәкилдәре туплана.
🔹 "Музыка" - артистар, продюсерҙар һәм башҡалар өсөн эшләйәсәк.
🔹 "Дизайн, мираҫ, мөхит" майҙансығы мәҙәни күп төрлөлөктө заман иҡтисадына яҡынайтыу тәжрибәһенә арнала.
🔹 Өфөлә "Родина" кинотеатрында бушлай кино күрһәтәләр, Арт-КВАДРАТ киңлегендә Тимур Ямалов ҡатнашлығында концерт көтөлә.
📍 Тулыраҡ: eurasia.creativityweek.ru | 18 |
| 6 | ☕📒❤💛 | 21 |
| 7 | 🍁 Ноябрҙең беренсе эш аҙнаһы яҡшы кәйеф һәм изге хәбәрҙәр алып килһен.
Көҙҙөң һуңғы айына һынамыштарҙан бер нисәһе:
🔸3 ноябрь көн йылы булһа, бер аҙна йылы һауа торошо һаҡлана;
🔸4 ноябрь ямғыр яуһа, ҡыш иртә килер. Ваҡ ямғыр һибәләһә, һауа торошо боҙолор;
🔸5 ноябрь көнө ҡар йәки ямғыр яуһа, өс аҙнанан ҡар ята;
🔸12 ноябрь ҡырпаҡ ҡар төшһә, ысын ҡыш оҙаҡ көттөрмәҫ;
🔸14 ноябрь көнө ҡар төшһә, яҙ һыу күп булыр. Был көндө аяҡҡа бысраҡ эйәрә икән, һыуыҡтар булмаҫ.
Әлбиттә, беҙ ысын ҡышты көтәбеҙ, шулай бит? ❄️ | 22 |
| 8 | 📌 Туғандаш халыҡтар менән телдәребеҙҙә оҡшаш һәм айырылып торған да һүҙҙәр бар.
Ҡыҙҙар-йондоҙҙар ҡайһы берҙәрен сағыштырып ҡараған.
Видео: Алина Ғәйнуллина. | 25 |
| 9 | 📌 Башҡортостандың мәктәп ашханаһы - Рәсәйҙә иң яҡшыһы!
Краснодарҙа үткән "Иң яҡшы мәктәп ашханаһы - 2026" Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан абсолют еңеүсе булған.
🔹 Шулай уҡ "Иң яҡшы ҡала мәктәбе ашханаһы" - Белорет ҡалаһының 8-се мәктәбендә. Бында туҡланыуҙы "ОптТорг" компанияһы ойоштора.
🔹 Ә 28-се Өфө коррекцион мәктәп-интернаты һәм Бишбүләк ауылының 3-сө мәктәбе - конкурстың лауреаттары.
🔹 "Иң яҡшы мәктәп ашханаһы ашнаҡсыһы" һөнәри конкурсында 28-се Өфө коррекцион мәктәп-интернаты ашнаҡсыһы Зилирә Байкова 2-се урын яулаған.
💯 "Киләһе йыл иң яҡшы мәктәп ашханаһын беҙҙең республикала һайлаясаҡтар. Бөтә илдән ҡатнашыусыларҙы көтәбеҙ. Беҙҙең өсөн был оло мәртәбә һәм яуаплылыҡ. Һәм әлбиттә, алты йыл алып барылған системалы эшебеҙгә баһа.
Мәктәп директорҙары, технологтарҙы, ашнаҡсыларҙы һәм туҡланыуҙы ойоштороусыларҙы - балаларыбыҙҙың сәләмәт һәм сифатлы ризыҡланыуын хәстәрләгән бөтә ҙур командаға рәхмәтемде белдерәм. Ихлас күңелдән ҡотлайым!"
- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. | 26 |
| 10 | 📌 Урал-Волга буйы халыҡтары һәм мәҙәниәттәренә арналған конференция үткән.
Октябрҙең һуңғы ике көнөндә "Йәшлек" йәштәр киңлегендә йәш ғалимдарҙың "Урал-Волга буйы этностары һәм мәҙәниәттәре: тарих һәм бөгөнгө" ХХ Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үткән. Уны РФА ӨФТҮ Р. Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты ойошторған
🔹 Был конференция 2006 йылдан алып үткәрелә, унда заман археологияһы, этнография, музей эше, антропология, тарих һәм башҡа өлкәләрҙәге көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелә.
🔹 Быйыл ғилми сарала Өфө, Силәбе, Ырымбур, Ҡаҙан һәм башҡа ҡалаларҙан 40 студент һәм йәш ғалим ҡатнашҡан.
🔹 Төп фекер алышыуҙар ялан эштәре һөҙөмтәләре, боронғо һәм урта быуат тарихы, археология, этнография, заманса мәғлүмәти технологияларҙы һәм селтәр сығанаҡтарын ҡулланыу кеүек темаларға бағышланған. Ә пленар ултырышта тарих фәндәре докторҙары Дмитрий Коробов, Рәнүс Садиҡов лекция һөйләгән. Күмәкләшеп Археология һәм этнография музейын барып күргәндәр.
🔹 Конференция һөҙөмтәләре буйынса йыйынтыҡ нәшер ителәсәк. Бик төплө эштәр ҡабул ителде, тип хәбәр итә ойоштороусылар. | 24 |
| 11 | 📌 "Алмаз батыр" комиксы эшләнгән.
Әлшәй районында М. Буранғолов исемендәге Башҡорт лицейында "Алмаз батыр" тигән комиксты күрһәткәндәр.
🔺 Проект балалар һәм үҫмерҙәр араһында башҡорт телен популярлаштырыу маҡсатында Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған.
Сарала М. Буранғолов исемендәге Башҡорт лицейы һәм А. Сафин исемендәге 2-се мәктәп уҡыусылары ҡатнашҡан.
🔹 БР Милли китапханаһы директоры Марат Зөлҡәрнәев Башҡортостан геройҙары тураһында һөйләгән.
🔹 Проект авторы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина балаларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырған.
🔹 "Алмаз" вокаль-инструменталь ансамбль Алмаз Сафиндың яратҡан йырҙарын башҡарған.
Лариса Абдуллина комикс китабының тәүге даналарын китапханаларға тапшырған. | 25 |
| 12 | Хәйерле ноябрь иртәһе ☀️
Көҙҙөң өсөнсө айы ла килеп етте: октябрь быйыл ҡояшлы көндәре менән бик һөйөндөрҙө, ә ноябрь ҡышты яҡынайтыр, моғайын. Һауа торошона ҡарамай, күңелегеҙ һәр саҡ көр һәм күтәренке булһын! 🥰
📍 Торатауҙа таң атҡанда.
Видео: ilyuza_travel | 21 |
| 13 | Йәштәребеҙ ҡыйыу, һәләтле, рухлы ла инде!🔥
Бына, Өфө ҡалаһында, йәмәғәт транспортында башҡорт халыҡ уйын ҡоралы ҡурайҙа һыҙҙырып, "Ете ҡыҙ" көйөн уйнаған Данияр Фәйзуллин атлы егет.
Афариндан башҡа һүҙ юҡ! 👏 👏 👏
Видео: Данияр Фәйзуллин. | 27 |
| 14 | 📌 Ҡурған башҡорттары тасуири һөйләү буйынса конкурс үткәргән.
Сафакүл мәҙәниәт үҙәгендә "Туған телем - пар ҡанатым" тип аталған башҡорт телендә шиғыр һөйләү конкурсы ойошторолған. Һәр ҡатнашыусының сығышы күңел ҡылдарын сирткән, туған тел моңон яңғыратҡан.
🔹 Иң йәш ҡатнашыусы Динийәр Фазыловҡа ни бары 6 йәш, ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе көтөп алырға 9 көн ҡалғанда вафат булған олатаһына бағышланған шиғырҙы һөйләгәндә бөтәһе лә тын ҡалып тыңлаған.
🔹 Ангелина Бикмөхәмәтова Рәми Ғариповтың "Яндырылған хаттар" поэмаһынан өҙөк һөйләп ишеттергән, Гүзәл Сабирова Константин Симоновтың билдәле "Көт мине" шиғырын башҡортса яңғыратҡан.
💯 "Туған телем - пар ҡанатым" конкурсы туған телебеҙҙе һаҡлауға йүнәлтелгән әһәмиәтле сараларҙың береһе. Ҡурған башҡорттары өсөн туған телебеҙ тарихта ғына ҡалмаған, бөгөнгө һәм киләсәккә өмөт, ҡыуаныс-шатлыҡтарҙы үҙ эсенә алған изге мираҫ булыуын сағылдырған. Ошо сатҡыны һүндермәй, быуындан-быуынға башҡорт телен тапшырыуға үҙ өлөшөн индергәндәргә - афарин! | 28 |
| 15 | 📌 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә видеоһорау яҙҙырырға килеүселәрҙе "Авдон моңдары" башҡорт йыр коллективы ошолай ҡаршы алған.
🔹 Тура бәйләнештең күсмә студияһы майҙансығы бөгөн, 31 октябрҙә, Күсмә халыҡтарҙың Евразия музейының "Турахан" визит-үҙәгендә эшләй. Сәғәт 18:00-гә тиклем килеп, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировҡа һорауыңды яҙҙырып ҡалырға мөмкин.
🔹 Шулай уҡ 31 октябрҙә, Өфө ҡалаһында Көрәш һарайында 16:00 - 20:00 сәғәттә видеоһорауҙар яҙҙырасаҡтар.
📍 Тура бәйләнештең күсмә студияһы майҙансыҡтары тағы ҡайҙа һәм ҡасан эшләйәсәк:
🔹 2026 йылдың 1 ноябрендә - "Мега" сауҙа-күңел асыу үҙәгендә: Сик (Рубежная) урамы, 174 адресы буйынса. Эш ваҡыты - сәғәт 14:00 - 22:00.
🔹 2026 йылдың 3 ноябрендә - Белорет районы, Белорет ҡалаһы, К. Маркс урамы, 70а, "Металлург" кинотеатры адресы буйынса. Эш ваҡыты - сәғәт 10:00 - 18:00.
🔹 2026 йылдың 5 ноябрендә - Салауат районы, Малаяҙ ауылы, Коммунистик урамы, 47, Район мәҙәниәт йортонда. Эш ваҡыты - сәғәт 10:00 - 12:00.
🔹 2026 йылдың 5 ноябрендә - Дыуан районы, Дыуан ауылы, С.А. Михляев урамы, 13, Советтар Союзы Геройы С.А. Михляев исемендәге Дыуан урта мәктәбендә. Эш ваҡыты - сәғәт 15:00 - 17:00.
🔹 2026 йылдың 6 ноябрендә - Балаҡатай районы, Яңы Балаҡатай ауылы, Совет урамы, 109, Район мәҙәниәт һарайында. Эш ваҡыты - сәғәт 12:00 - 16:00.
💯 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә видеоһорауҙарҙы 2026 йылдың 10 ноябре сәғәт 19:00-гә тиклем ебәрергә мөмкин.
Һорау биреүҙең башҡа ысулы тураһында ошонда уҡығыҙ. | 26 |
| 16 | 📌 Мәсетленең мираҫы һаҡлаулы
Мәсетле районында "Сығанаҡтарҙы һаҡлаусылар: Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районының матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарын өйрәнеү һәм популярлаштырыу" тигән түңәрәк ҡор үткән.
Унда Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре Рафаэль Ғәзизов, Радик Килмәмәтов, Кәримә Ҡайдалова, Рәмил Нафиҡов ҡатнашҡан. Уларға Мәсетле башҡорттарының үҙенсәлекле мәҙәни мираҫын күрһәткәндәр.
📍 Бына ниндәй рухи ҡомартҡыларыбыҙ һаҡлана Мәсетле ерендә:
🔹 "Муҡсай бишек" - бишектәге балаға көйләп һөйләнгән тарихтар, йырҙарҙы Рәсимә Әхмәтйәнова, Фәниә Нафиҡова һәм Зилиә Йосопова күрһәткән;
🔹 Ҡошсо ырыуының түш биҙәүесе - өлгөһөн Яңы Мишәр ауылынан Фәниә Нафиҡова күрһәткән;
🔹 "Ҡыйҡыуҙап йырлау" - Әй йылғаһында йөҙгән ҡаҙҙарға оҡшатып күмәкләп йырлау, был үҙенсәлекле күренеште "Ынйылар" башҡорт фольклор коллективы башҡарған;
🔹 "Ҡолаҡсын" йолаһын Яуыш ауылынан "Үрнәк" халыҡ ижады коллективы үтәгән;
🔹 "Баҫ, баҫ, баҫ" халыҡ бейеүен башҡарғандар;
🔹 "Ҡаҙиғәт" бейеүен Ләмәҙтамаҡ ауылынан Рита Ҡотлоева башҡарған, был бейеүҙә ҡаҙна оҡшатып бейейҙәр;
🔹 "Оҙон урҙаш", "Ҡыҫҡа урҙаш" тигән йыр һәм бейеү менән үрелеп барған халыҡ уйындарын Тайыш ауылынан Миләүшә Мостафина күрһәткән.
Былар барыһы ла Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди булмаған этномәҙәни байлығы объекттарының берҙәм реестрына индерелергә тейеш, тигән ҡарарға килгәндәр.
Фото: Лариса Худякова. | 33 |
| 17 | 📌 Бөтә донъя ҡалалар көнө икән 31 октябрҙә.
❓ Ә һеҙ башҡорттарҙың ҡалалары борондан булғаны хаҡында беләһегеҙме?
Эйе, ата-бабаларыбыҙ ғүмер буйы Уралда йәшәгән һәм беҙҙең дәүергә тиклем 4 мең йыл элек үк ҡалалар һалған. Быға хәҙер Силәбе өлкәһе биләмәһенә ингән Арҡайым һәм Баймаҡ районындағы Селек-1 ҡаласыҡтары дәлил.
🔹 Ғәрәп сәйәхәтсеһе, географ әл-Иҙриси ҡалдырған карталарҙа "эске башҡорттарҙың" Каср (Өфө (Ҡариҙел) йылғаһы үрендә) һәм Маср (аҫтараҡ) ҡалалары бар.
🔹 Венеция картографтары ағалы-ҡустылы Пицигано Паскерди (Башҡорт) тигән ҡаланы Кама бассейнында күрһәтә.
🔹 Үҙебеҙҙең Башҡортостан археологтары, атап әйткәндә, Нияз Мәжитовтың тикшеренеүҙәре Өфө-II, Ханҡала, Ҡалатау ҡаласыҡтарын асыҡларға ярҙам итте.
🔹 1574 йылда урыҫ уҡсылары нигеҙ һалған Өфө ҡәлғәһе лә башҡорттар күрһәтеүе буйынса төҙөлгән. Был урынды яһаҡ түләүгә уңайлы булыр, тигәндәр. Ҡайһы бер фаразлауҙар буйынса, боронғо Паскерди (Башҡорт) ҡалаһы нәҡ хәҙерге Өфө ерендә урынлашыуы ихтимал булған. | 26 |
| 18 | Күңелле ялдар 🔥🔥🔥
Видео: Наҙгөл Хәмитова. | 26 |
| 19 | 📌Башҡорт теле грамматикаһын яҙған мадъяр.
Төрөк, ҡарасай һәм башҡорт телдәрен өйрәнеүсе венгр ғалимы Вильмош Прёле 1871 йылдың 29 октябрендә Австро-Венгрия иленең Ньиредьхаза ҡалаһында тыуған.
🔹 Будапешт университетын тамамлаған, 1895 йылда төрөк тел ғилеме буйынса диссертация яҡлаған. Уҡытыусы булып эшләй, юғары уҡыу йорттарында белем бирә.
❓ Вильмош Прёле исеме беҙгә нимә өсөн ҡыҙыҡ?
✅ Сөнки 1901 йылда Бернат Мункачи етәкселегендә Рәсәй империяһына стажировка үтергә килә һәм Башҡортостанда була.
🔥 1901 йылда Вильмош Прёле "Заятүләк менән Һыуһылыу" башҡорт халыҡ эпосының бер вариантын яҙып ала.
Туплаған мәғлүмәттәренең бер өлөшөн "Билдәле башҡорт әкиәтенең варианты" тигән атама менән немец һәм венгр телдәрендә Будапештта нәшер итә.
🔹 Ғалим Рәсәйгә сәйәхәтенән башҡорт, балҡар һәм ҡарасай телдәре буйынса бай материал йыя.
🔹 1903-1904 йылдарҙа "Башҡорт теле грамматикаһы" тигән хеҙмәтен венгр телендә яҙа.
🔹 Һуңыраҡ, 1908-1916 йылдарҙа венгр һәм немец телдәрендә ҡарасай-балҡар телдәре буйынса хеҙмәттәрен, шул иҫәптән йөҙйәшәр Ҡарасай-Черкесс шағиры һәм йырсыһы Ҡасбот Ҡусҡаровтың бер нисә шиғырын баҫтырып сығара. | 23 |
| 20 | 📌Хәтер биттәрен һүткәндә...
30 октябрҙә Рәсәй халҡы үткән быуаттың 30-сы йылдарының сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә ала.
🔹 Был хәтер көнөнә Сибай тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында "Хәтер биттәрен һүткәндә" тигән сара үткән.
🔹 Унда репрессия ҡорбандарының балалары, ейән-еәйнсәрҙәре һәм бүләләре, Сибай күп профилле сәнәғәт колледжының һәм педагогик колледжының студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнашҡан.
🔹 Саҡырылған ҡунаҡтар - Зера һәм Анатолий Рева, Венера һәм Мәсғүт Ибраһимовтар, Резеда Ибраһимова, Римма Мирданова, Фәниә Хәмитова, Рәшит Иҙрисов ғәйепһеҙ хөкөм ителгәндәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғас, ғаилә тарихтарын һөйләгән.
🔹 Анатолий Рева - сәйәси золом ҡорбаны балаһы.
🔹 Венера һәм Мәсғүт Ибраһимовтар, туғаны Резеда Нөсөрәт ҡыҙы менән 1937 йылда ҡулға алынған Фәттәх олаталарын иҫкә алған, ул 1956 йылда аҡланған, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.
💯 "Саранан һуң ҡунаҡтар менән һөйләшеүҙе, хәтирәләрҙе барлауҙы сәй табынында дауам иттек. Музей коллективы уникаль экспонаттарҙы һәм дәүер шаһиттарының хәтирәләрен һаҡлап ҡала, йәмғиәт хәтерендә тарихтың фажиғәле һабаҡтарын ҡалдырырға ярҙам итә",
- тип хәбәр иткән сибайҙар. | 24 |
