617
Suscriptores
Sin datos24 horas
-27 días
-330 días
Archivo de publicaciones
📌 Башҡортса комикс эшләйҙәр!
"Мөғжизәле донъя тыуа бында!"
- тип ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлашҡан "Аҡбуҙат" балалар журналы мөхәрририәте.
Улар иң кескәйҙәр өсөн комикс төҙөй башлаған. Яңыраҡ команда йыйылып, рәссам балалар донъяһын нисек күрә, текст авторы ниндәй мөһим төшөнсәләрҙе әйтеп бирергә теләүе тураһында фекер алышҡандар.
📍 Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌 Ҡымыҙ етештереүселәр ҡолағына
2026 йылдың 24 июнендә Өфөлә II Республика ҡымыҙ конкурсы үтә.
Ҡымыҙ һәм ҡымыҙ технологияларына таянып эшләнелгән башҡа һөт продукцияһы етештереүселәр ҡатнаша ала. Ярышты Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм "Башҡорт аты" ғилми-тикшеренеү институты ойоштора.
🔥 Еңеүселәрҙе 2026 йылдың 28 авгусында, "Һөт иле" ғаилә фестивале сиктәрендә баһалаясаҡтар.
Башҡорт донъяһы МАХ-та
+4
📌Башҡорт ҡурайы Таиланд Короллеге халҡын таң ҡалдырған.
Башҡорт ҡурайы "Рус миҙгелдәре" халыҡ-ара проекты сиктәрендә беренсе тапҡыр Бангкок тамашасыһы өсөн яңғыраны. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин сығыш яһаны.
"Рәсәйҙән һөйөү менән" гала-концертын 12 июндә Бангкок ҡалаһындағы Yamaha Music Hall сәхнәһендә ҡуйғандар. Ҡурайсыбыҙ Людмила Зыкина исемендәге "Рәсәй" Дәүләт академия рус халыҡ ансамбле менән бергә уйнаған.
🔥 Ә ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресенә урындағы музыканттар бик ҡыҙыҡһынып килгән һәм... араларында яҡташыбыҙ ҙа булған - Сибай егете.
Бына шулай, ҡайҙа ла ҡурай моңо үҙенә ғашиҡ итә 😍
Әйткәндәй, хәҙер Рәсәйҙең Таиландтағы илселегендә лә ҡурай бар - Рәмил Мәүлит улы бүләк итеп ҡалдырған. 👍
Башҡорт донъяһы МАХ-та
+2
📌Көйөргәҙеләр "Бесән өмәһе" ойошторған
Көйөргәҙе районы Мораптал ауылы мәҙәниәт йорто артистары йәмле Юшатыр буйында "Бесән өмәһе" байрамы ойошторғандар. Уларға күрше ауылдарҙан ғына түгел, хатта Ырымбур өлкәһенән дә бесәнселәр килеп еткән.
🔥Һәр кем бесән сабыу оҫталығын күрһәткән.
💯"Шулай уҡ ҡарағай үҫентеләре ултыртылды. Былар барыһы ла сағыу сығыштар менән үрелеп барҙы. Сарала күтәренке кәйеф менән ихлас аралаштыҡ",
- тип яҙған был турала Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Лира Тереғолова.
Бесәнгә төшкән яҡташтарға уңыштар теләйбеҙ.
❓Ә һеҙҙең яҡта бесән мәле ҡасан башлана?
Башҡорт донъяһы МАХ-та
Быйылғы Һабантуйҙарҙың береһенән матур күренеш 😍
Видео: "Йәшлек" ансамбле бейеүсеһе Юлиә һылыу.
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌Улыма тәүге персонажымдың исемен ҡуштым
Бөгөн, 18 июндә, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, бар ғүмерен Салауат башҡорт дәүләт драма театрына арнаған актер Рим Фәйзрахман улы ӘМИНЕВ үҙенең күркәм юбилейын - 85 йәшен билдәләй.
Рим Әминев 1941 йылда Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылында тыуған. 1970 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай һәм Салауат театры труппаһында эшләй башлай. Күп йылдар актер эшмәкәрлеген театрҙа тамашасыларҙы ойоштороу буйынса директор урынбаҫары эше менән бер үк ваҡытта алып бара. 2012 йылда хаҡлы ялға сыға.
Рим Фәйзрахман улы башҡарған ролдәр бихисап. Әммә үҙе өсөн иң ҡәҙерлеһе - тәүге роле, моғайын.
⚡1970 йылда Салауат драма театрына эшкә килгәс тә Әнғәм Атнабаевтың "Балаҡайҙарым" спектаклендә Дамир ролен башҡара.
💯"Был осор шул тиклем күңелемдә уйылып ҡалған, беренсе улыма ла ошо тәүге персонажымдың исемен ҡуштым",
- ти Рим Әминев.
Салауат ҡалаһының һәм башҡорт театр сәнғәтенең үҫешенә күп көс һалып хеҙмәт иткән хөрмәтле милләттәшебеҙҙе күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ!👏
📌Өршәккә уйнарға килегеҙ!
2026 йылдың 20 июнендә Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылы эргәһендә "Өршәк буйы уйындары" үтә. Был - райондың йөҙөк ҡашына әүерелгән сараларҙың береһе.
⚡Һеҙҙе көтә:
🔹 көрәш
🔹 ат сабышы
🔹 футбол ярышы
🔹 гер спорты
🔹 армрестлинг
🔹 милли уйындар
🔹 сағыу концерт
📍Башлана: сәғәт 12:00
Ғаилә менән уйнарға килегеҙ!🔥
Башҡорт донъяһы МАХ-та
+4
Хәйерле көн ☀️
"Ямғырлы, томанлы июнь", - ти автор Зиннур Боҫҡонов. Ямғыр менән бәрәкәт яуыуын беләһегеҙҙер? 😊
📌 Йәштәр көнөн байрам итәбеҙ.
2026 йылдың 27 июнендә Өфөлә "Торатау" конгресс-холы тапҡырында Ағиҙел яры буйында Йәштәр көнө уңайынан ҙур сара ойошторола.
Нимә генә әҙерләмәгәндәр:
🔹 интерактив әүҙемлектәр
🔹 автотауыш буйынса ярыш
🔹 тиҙ осрашыуҙар урыны
🔹 йәштәрҙең һатыу итеү нөктәләре
🔹 МХО трофейҙары күргәҙмәһе һ.б.
Байрам концертында йәштәр араһында киң билдәле Baby Ti - Арыҫлан Тимеров, Марат Яруллин, Кравц, Фогель сығыш яһаясаҡ.
📍 Инеү бушлай.
Башлана: сәғәт 15:00.
📌 06.06.2026 - Башҡортостанда 395 яңы ғаилә тыуған.
Кеше ғүмерендә иң мөһим көндәрҙең береһе - ғаилә ҡорған көндөр. Уны йәштәр иҫтәлекле итеп үткәрергә теләй хәҙер һәм күптәре хатта махсус рәүештә "матур һандар" һайлай.
🔥 Быйылғы йылда шундай даталарҙың береһе 6-сы июнгә тура килде - 06.06.2026.
🔹 Был көндә Өфөлә 102 пар ғаилә ҡороу тураһында таныҡлыҡ алған. Киров районы ЗАГС бүлексәһендә 18, Октябрь районы ЗАГС-ының Беренсе бүлегендә һәм Совет районында 17-шәр, Орджоникидзе районында 15 йәш ғаилә барлыҡҡа килгән.
🔹 Ә бына республика буйынса иң күп теркәлгәндәр Нефтекама ҡалаһында - 28 яңы ғаилә.
🔹 Белорет районы һәм ҡалаһы ЗАГС бүлексәһендә - 17, Бөрөлә 14 пар сәсен сәскә бәйләгән.
🔹 Райондар араһында "матур һандар" менән иң күбе Шишмә районында мауығалар, ти: 19 пар тормош ҡорған.
Көнөнә һәм ваҡытына ҡарамай, барлыҡ ғаиләләр татыу, бәхетле, мул тормошло һәм ишле булһын! ❤️
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌 «Мин башҡортса һөйләшәм»!
Асыҡ һауала башҡортса шәп концерт була.
Бушлай.
Рәхәтләнеп башҡортса аралашып, туған моңобоҙҙо тыңлап, йырлап-бейеп күңел асып ҡайтығыҙ! 🔥
Сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында үткәрелә.
📍 Өфө, Арт-КВАДРАТ,
🔹 26 июнь сәғәт 18:00–23:00.
Видео: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы
Башҡорт донъяһы МАХ-та
Ҡыҙыу эште ташлап, күҙҙәрегеҙҙе ял иттереп алығыҙ 😉
📍 Баймаҡ районы, Темәс ауылы
Видео: Салауат Юнысов.
📌 Өфө, 25 июндә осрашабыҙ!
Шундай ҡыуаныслы хәбәр еткерә AY YOLA төркөмө. Улар III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының төп сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ.
Фольклориада 23-27 июндә үтә һәм илдең 80 төбәгенән йөҙәрләгән баланы баш ҡалабыҙға йыясаҡ. Улар парадта ҡатнаша, Дуҫлыҡ әйлән-бәйләнендә өйөрөлә, концерттар ҡуя.
🔥 AY YOLA төркөмө лә был саранан ситтә ҡалмай:
📍 Өфө ҡалаһы, Совет майҙаны
✅ 25 июнь, сәғәт 21:00
🎫 Инеү бушлай
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌 Салауат батыр ташы
Кисә Салауат Юлаевтың тыуыуына 272 йыл тулыу айҡанлы Салауат ҡалаһында батырҙың бюсына һәм уға арналған иҫтәлекле ташҡа сәскәләр һалынған. Сарала ҡала етәкселеге, йәмәғәт ойошмалары, мэр Марат Заһиҙуллин һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов ҡатнашҡан.
❓ Ә был ҙур таштың килеп сығышы тураһында беләһегеҙме?
✅ Салауат батырға арналған иҫтәлекле таш 1977 йылда уның тыуыуына 225 йыл тулыу айҡанлы урынлаштырылған. Тәүҙә Космонавтар бульварындағы "Октябрь" кинотеатры эргәһенә ҡуйыла. 2021 йылда Ленин урамындағы аллеяға күсерелә.
💯 "Бында, Ырымбур тракты буйынса 1973 йылдың октябрь айында, Салауат Юлаев һыбайлылар отряды менән Е.И. Пугает ғәскәрҙәренә ҡушылыу өсөн уҙып киткән",
- тигән яҙыуы бар.
🔹 Барельефты Салауат машиналар төҙөү заводында мастеры Р.А. Гәрәев ҡоя. Ул Салауат нефть химияһы комбинаты рәссамы һәм графигы М.П. Карташев эскизы буйынса эшләнә.
🔹 Карташев үткән быуаттың 80-се йылдарында Крәҫтиәндәр һуғышы барған юлдар буйлап үтә һәм һәр сәйәхәтенән хурэттэр алып ҡайта - 100-ҙән ашыу графика туплай.
🔹 Барельефты 2,5 метр бейеклектәге Урал ташына ҡуйырға ниәтләй.
🔹 Кәрәкле ташты Баймаҡ, Күгәрсен, Учалы райондарында эҙләйҙәр, әммә улар бармай.
🔥 Тап килгән таш Ишембай районында, Салауат Юлаев мәмерйәһендә табыла.
🔹 Әйткәндәй, батыр бында үҙе булмай, әммә 1940 йылда Яков Протазановтың фильмы төшөрөлә. Мәмерйәнең исеме шунан тороп ҡала.
🔹 Был ҙур таштың ауырлығы 11-12 тонна. Ул 1977 йылдың 29 июлендә асылған.
📌 "VI Бөтә донъя фольклориадаһы мираҫы" күргәҙмәһе ойошторола.
2026 йылдың 24 июнендә, III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы башланған көндә, БР Милли музейында яңы күргәҙмә асыла. Ул Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә әҙерләнгән.
Күргәҙмәлә ҡатнашҡан илдәрҙән иҫтәлекле бүләктәр, сувенирҙар, ҡунаҡтар өсөн бүләктәр, ойоштороусыларҙың кейемдәре, фотолар ҡуйыласаҡ.
🔥 Үҙәктә - Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашҡан илдәрҙең тимер аҡсаларынан торған һаҡал, төрлө милләт һәм төрлө ил граждандары ҡатнашҡан иң ҙур әйлән-бәйлән ойоштороп, рекорд ҡуйылыуы тураһында танытма.
#башҡорт_аҡылы
Бына шундай башҡорт халыҡ мәҡәле бар. Был ниндәй йылғыр һәм шәп булыуына ҡарамаҫтан, үҙ көсөн самалай белеүҙе һәм ҡулынан килмәҫтәйгә яҫҡынмауҙы аңлатамы, әллә ҡулындағын ысҡындырмауға ишарамы? Әллә бер эште ташлап, икенсегә әүрәп китмәү тураһында әйтелгәнме икән...
❓Нисек уйлайһығыҙ?
✅Әйткәндәй, торомтай - русса "пустельга" тип атала, ҙур булмаған йыртҡыс ҡош.
Башҡорт донъяһы МАХ-та
¡Ya disponible! Investigación de Telegram 2025 — los principales insights del año 
