617
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-37 أيام
-530 أيام
أرشيف المشاركات
ТЫУҒАН ИЛЕМ
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым, —
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.
Күгәреп күккә үрелгән
Ҡарлы башын Уралдың,
Күҙҙең яуын алырҙай
Матурлығын ҡырҙарҙың
Мәңге маҡтар инем мин,
Мәңге данлар инем мин.
Тыуған-үҫкән илемдән
Яҙмышым йыраҡ ташлаһа,
Һеҙҙе һағынып өлгөрәм,
Төшөмдә һеҙҙе гел күрәм,
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Һөйгән һылыу Уралым!
Тыуған яҡтан ел иҫһә,
Ул миңә хәбәр килтерә;
Тыуған-үҫкән еремдән,
Өҙөлөп һөйгән илемдән, —
Минең тыуған ҡырҙарҙан,
Балдай татлы һыуҙарҙан,
Яландарҙан, урмандан,
Күккә ашҡан Уралдан
Миңә хәбәр килтерә.
Салауат ЮЛАЕВ.
🔹 16 июнь - башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө.
📍 "Салауат ере" тарихи-мәҙәни комплексы, Салауат районы, Тәкәй ауылы.
Видео: Динислам Ғайсин.
+2
📌 Һижри яңы йыл башы - 1448 йыл менән.
Бөгөн мөхәррәм айының беренсе көнө. Тимәк, 1448 йыл башланып тора. Ислам динендә Мөхәммәд пәйғәмбәр, саллаллаһу ғәләйһис-сәләмдең 622 йылда Мәккә ҡалаһынан Мәҙинә ҡалаһына күсенгән ваҡытына тап килә. Ә 637 йылда рәсмиләштерелгән.
"Һижрә" тигән һүҙ ғәрәпсәнән күсенеү тип тәржемә ителә.
📍 Башҡортостан, Мораҙым тарлауығы
📌Кем әле бында булғаны юҡ, командабыҙ менән ҡунаҡҡа саҡырабыҙ
"Күсмә халыҡтарҙың Евразия музейы "Турахан"визит-үҙәгендә эшләүемә бер нисә ай, был шәмбе эшкә сыҡҡанда ҡунаҡтар араһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та бар ине. Форсаттан файҙаланып был урын һәм Музей тураһында һөйләүен үтендем",
- тип яҙа Азамат Шириязданов һәм был тарихи урынды килеп күрергә саҡырған.
Бына шундай үҙ эшен яратып башҡарған йәштәребеҙ бар 🔥
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌Өфө урамдарын робот-йыйыштырыусылар таҙарта.
"168роботикс" компанияһы менән бергә баш ҡалабыҙ ысынбарлыҡ шарттарында роботлаштырылған техниканы һынауҙа ҡатнаша. Уның маҡсаты - автономиялы системаларҙың ҡала шарттарына яраҡлы булыуын тикшереү.
⚡Һынау уңышлы тамамланған осраҡта, Рәсәй ҡалалары араһында Өфө тәүгеләрҙән булып автономиялы системаларҙы көндәлек тормошҡа индереүсе буласаҡ. Был ҡалала таҙалыҡты һаҡлаясаҡ, иҡтисад йәһәтенән отошло буласаҡ һәм урамдарҙың торошо тураһында мәғлүмәт йыйып, "аҡыллы ҡала" булдырырға ярҙам итәсәк.
Өфө алға киткән ҡала булараҡ, башҡаларға өлгө күрһәтеүе ихтимал.👍
📌 Башҡорттарҙың ыласын, бөркөт кеүек ҡоштар үрсетеүе, уларҙы һунарға өйрәтеүе тураһында, моғайын, беләһегеҙҙер. Был оҫталыҡты Рәсәй батшалары ла юғары баһалаған.
🔥 Батша Александр II тәхеткә ултырғанда башҡорттар нәҡ ҡоштар менән ҡуян һәм төлкөгә һунар ойошторған. Быны һүрәтләгән рәссам Михаил Зичиҙың сағыу картинаһы һаҡланған.
Бындай төр һунарсылыҡ тураһында БСТ каналы һәм Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең уртаҡ проекты - "Тарих навигаторы" тапшырыуын ҡарағыҙ.
https://vkvideo.ru/video-237651984_456239031
Өләсәй хәстәренә ни етә?
Төшкө ашығыҙ тәмле булһын!🥰
Видео: Динар исемле егет өләсәһе Гөлсөм менән.
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌 Бөтә донъя ел көнө уңышлы үтһен🌬️
Эйе, бөгөн, 15 июнь - Бөтә донъя ел көнө билдәләнә. Уны Европаның ел энергетикаһы ассоциацияһы менән Ел энергияһы буйынса бөтә донъя совет булдырған.
🔹 Иҫтәлекле көн йәмәғәт иғтибарын ел энергетикаһы мөмкинлектәренә йүнәлтеү өсөн үткәрелә.
🔹 Кеше тирмәнде беҙҙең эраға тиклем 3-2 быуаттарҙа уҡ ҡуллана башлай.
🔹 Донъялағы беренсе ел электр станцияһы 1890 йылда Данияла төҙөлә. Ул әле лә эшләй, илдә етештерелгән энергияның 48 проценты ошо тармаҡҡа тура килә.
📍 Башҡортостанда бер урында ғына ел электр станцияһы төҙөлгән һәм эшләй. Ул Туймазы районы Төпкилде ауылы эргәһендә урынлашҡан. 2001 йылдың 1 мартынан алып ҡулланалар.
📌 Театрҙа яңы спектакль!
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Мостай Кәримдең әҫәре буйынса режиссёр Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштергән «Киске табын» спектакле премьераһына саҡыра.
🎊 25 август, 1989 йыл. Советтар Союзында перестройка гөрләй. Берәүҙәр илдәге хәлдәрҙе дәртләнеп-рухланып, икенселәр хәүефләнеп күҙәтә. Ә Артыҡовтар ғаиләһендә бөгөн иҫтәлекле көн: Әхмәтша менән Йәннәт көмөш туйҙарын – сирек быуат бергә йәшәүҙәрен байрам итәләр. Уларҙың берҙән-бер улы Алпамыша ата-әсәһенә үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән. Байрам уңайынан ҡоролған киске табын иман килтереү төнөнә әйләнә...
❓ Бер кис эсендә ғаилә яҙмышы нисек үҙгәрер?
📍 19 июнь сәғәт киске 7-лә - «КИСКЕ ТАБЫН»/«ВЕЧЕРНЕЕ ЗАСТОЛЬЕ» ( М.Кәрим, реж. И.Ҡаҙаҡбаев ) 16+.
📌 Радий Хәбиров башҡорт радиоһының легендаһы Наилә Ғәләүетдинова тураһында һөйләгән.
Бөгөн Башҡортостанда матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре үҙенең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы #ЖЗЛ_Башкортостан рубрикаһында республика етәксеһе Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, РФ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наилә Ғизетдин ҡыҙы ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА тураһында яҙған.
Наилә Ғәләүетдинова Архангел районында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһы студенты булған осорҙа, 16 йәшендә ул тәүге тапҡыр ҡулына микрофон ала, ә 1965 йылдан матур һәм көслө тауышы эфирҙа даими яңғырай башлай.
Уға республика етәкселегенең докладтарын уҡыуҙы, бөтә союз яңылыҡтарын еткереүҙе ышанып тапшыралар. Наилә Ғәләүетдинова халыҡ яратҡан бик күп төрлө тапшырыуҙарҙы алып бара, радио-спектаклдәрҙә уйнай, ҙур фестивалдәрҙә һәм сараларҙа ҡатнашырға, йәштәргә тәжрибә уртаҡлашырға ла ваҡыт таба.
💯 "Наилә Ғизетдин ҡыҙын һәм беҙҙең киң мәғлүмәт сараларында эшләүсе уның барлыҡ хеҙмәттәштәрен байрам менән ҡотлайым. Хеҙмәтегеҙ өсөн баш эйәм. Һау һәм бәхетле булығыҙ!"
- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
+9
📌Ошо көндәрҙә "Турахан" визит-үҙәгендә "Кейеҙ" ("Кошма") төбәк-ара һөнәрселек-художество симпозиумы үтә.
Бөгөн уның йомғаҡ көнө - сәғәт киске 6-сы яртыла ябыу тантанаһы.
Сара сиктәрендә кейеҙ әйберҙәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған, боронғо кейеҙ биҙәктәренең серҙәре, кейеҙ ослаларының лекциялары, иҫ киткес матур ҡул эштәре күрһәтелгән.
💯 Кисә "Кейеҙ" симпозиумына Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та барған. Ул ҡатнашыусыларҙың эштәре менән танышҡан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгәндәр менән аралашҡан.
🔥 Благовар районы мәктәптәренең береһенә йәйге лагерға йөрөүсе балалар менән селфи ла төшкән: уҡыусылар экскурсияға килгән һәм республика етәксеһенә тәьҫораттарын һөйләгән.
Яҡында йәшәһәгеҙ, һеҙ ҙә барып күрегеҙ! 👍
Башҡорт донъяһы МАХ-та
+2
Быйылғы 🍓
Был фотоны Белорет районында йәшәүсе һәм тәбиғәтте яратыусы фотограф Елена Перминова төшөргән. Еләк-емеш мәле яҡынлаша, тигән ул.
🍓 Әйткәндәй, ошо интернет селтәрҙәрендә күргәйнек, кемдәрҙер быйыл ҡайын еләген силәк тултырып тиреп, фотоға төшөрөп һалып өлгөргән.
❓ Ә һеҙҙең яҡта еләк бешәме әле? "Татлы" миҙгел ҡасан башлана?
Урал батырға һәйкәл. Учалы ҡалаһы.
Авторы: Фәнил Мөслимов.
Видео: Резеда Әсәҙуллина.
Баймаҡ егеттәренә ямғыр ҡамасау түгел 🔥
Һабантуйҙа ҡойоп ямғыр яуғас, "Ирәндек" халыҡ ансамбле егеттәре тайғаҡ сәхнәгә ялан аяҡ сығып, дер һелкетеп "Бөрйән егеттәре" бейеүен башҡарған 👏
Һай, афарин!
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌 Кисә "Салауат йыйыны - 2026" республика фольклор фестивале үтте.
Салауат районында үткән байрамда һәр ауыл советы бай тирмә, йорт ихатаһы ҡуйған. Тирмән ауылы тирмәһендә бына ниндәй ҡомартҡы әйберҙәр ҡуйылған. Улар тураһында Фәриҙә ханым һөйләгән.
❓ Әйткәндәй, Тирмән ауылында кем тыуған, беләһегеҙме?
Видео: Гөлгөнә Баймырҙина.
Башҡорт донъяһы МАХ-та
+2
Яратҡан баш ҡалабыҙ талантлы рәссам күҙлегенән. Ҡайсаҡ беҙ иғтибар итмәгән ябай нәмәләрҙең үҙ матурлығы. 🏡
Һүрәт: Елена Абушахмина.
📌 "Башҡортостан геройҙары" программаһының һуңғы - дүртенсе белем биреү модуле тамам. Хәҙер унда ҡатнашыусы яугирҙар дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткә тулыһынса әҙер, тиһәк тә була. Ни бары йомғаҡлау эшен генә яҡларға ҡалған.
Тулыраҡ - Вәлитов-TV сюжетында.
https://vkvideo.ru/video-229671171_456239071
🏙️ Ҡала көнө уңайынан ҡыҙыҡ видео: бөтә урындарҙы ла танынығыҙмы?
Видео: Добрые новости Башкортостана.
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 
