en
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Open in Telegram
612
Subscribers
No data24 hours
No data7 days
+230 days
Posts Archive
📌 Бөгөн IV Бөтә донъя күскенселәр уйындары башлана. 31 августан 6 сентябргә тиклем Ҡырғыҙстанда үткән ҙур сарала Рәсәй йыйылма командаһында илдең 33 төбәгенән 222 спортсы ҡатнаша.
🔹 Шулар араһында Башҡортостан спортсылары һан буйынса икенсе урында - 27 спортсы һәм тренерыбыҙ бара.
🔹 Бынан тыш, Башҡортостан дизайнерҙары Гөлсөм Хөсәйенова (башҡорт милли кейемдәрен реконструкциялаусы) , Артур Исҡужин ("Ай-бренд") һәм зәргәр Мария Махнева-Метусова ҡатнаша. 🔥 Әлбиттә, Бөтә донъя күскенселәр уйындарының төп ҡунаҡтарының береһе - AY YOLA төркөмө. Улар сараның амбассадоры итеп һайланды һәм сығыш яһаясаҡтар. 🔹 Ғөмүмән, быйыл уйындарҙа 112 илдән 3 меңгә яҡын спортсы ҡатнашасаҡ. Рәсәй спортсылары 43 төр ярышта үҙ көсөн һынарға йыйына. 🔹 Сараны асыу тантанаһы 51 мең кешелек "Бишкәк-арена"ла үтә. Был көн ШОС саммитына тура килә һәм Рәсәй Президенты Владимир Путинды "Манас" аэропортында ҡаршы алып, Бөтә донъя күскенселәр уйындарының символ-уйынсығын бүләк иткәндәр. Видео: спортсыларыбыҙ Ҡырғыҙстанда.

📌 "Һөт иле" һөҙөмтәләре: 87 мең кеше килгән. Өфөлә 14-се тапҡыр ойошторлған "Һөт иле" фестивале үтте: бер көндә "Ҡашҡаҙан" паркына 87 мең кеше килгән. 📍 Бында һатылған: 🥛 58 тонна һөт ризыҡтары һәм 65 мең стакан "РосМол" һөтө бушлай таратылған; 🧈 4 тонна аҡ май; 🧀 3,6 тонна сыр; 🍦 4 тоннанан ашыу туңдырма; 🥫 15 000 банка ҡуйыртылған һөт; 🍯 10 тонна бал (30 умартасы); 🐴 2,7 тонна ҡымыҙ (8 етештереүсе). Майҙансыҡта бөтәһе 150 компания, балалар һәм өлкәндәр өсөн 30 интерактив биләмә эшләгән.
💯 Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров урындағы етештереүселәрҙең продукцияһына ихтыяж юғары булыуын белдерҙе.
Һәм бындай йәрминкәләрҙе даими, мәҫәлән, айына бер тапҡыр "Ҡашҡаҙан" паркында ойоштороу кәрәк, тине. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығына һәм Өфө хакимиәтенә был мәсьәлә буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

Ҡомалаҡ йыйҙығыҙмы? Бына уңған "Йәш фермер" Нурсолтан Хөсәйенов өлгөргән👍

📌 "Вордли"ҙы хәҙер башҡортса ла уйнап була! 5 хәрефтән торған һүҙҙе табыуға 6 мөмкинлек бирелгән билдәле "Вордли" уйынын хәҙ
📌 "Вордли"ҙы хәҙер башҡортса ла уйнап була! 5 хәрефтән торған һүҙҙе табыуға 6 мөмкинлек бирелгән билдәле "Вордли" уйынын хәҙер башҡорт телендә лә уйнап була. 🔹 Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына бойомға ашырылған. Уйындың махсус төрө "Вордли башҡортса" ҡушымтаһында асыҡ. Уның нигеҙендә 4 меңдән ашыу һүҙ бар.
💯 "Уйын башҡорт телен яҡшы белеүселәргә лә, башлап өйрәнеүселәргә лә иҫәпләнгән, сөнки бында һүҙҙе табыр өсөн башлыса логика, тәрән фекерләй белеү кәрәк, шуға сикләүҙәр юҡ",
- ти башҡорт телендәге мобиль уйындар проекты координаторы Айбулат Йәмилев. "Вордли" уйнап ҡарағыҙ 😉 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

📌 "Бабл-ҡымыҙ" - бик тәмле", - ти баймаҡтар. Баймаҡ районында халҡыбыҙҙың милли эсемлеге нигеҙендә заманса һәм тәмле эсемлек
+2
📌 "Бабл-ҡымыҙ" - бик тәмле", - ти баймаҡтар. Баймаҡ районында халҡыбыҙҙың милли эсемлеге нигеҙендә заманса һәм тәмле эсемлек етештереп һата башлағандар - "Бабл-ҡымыҙ". Уны эшләү ысулын "Шеф Кофе" ҡәһүәханаһы хужаһы Руслан Сәғәҙиев уйлап тапҡан.
💯 "Инвестһабантуйҙа эсемлек ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты һәм яҡшы баһаланды. Әле тауар билдәһен теркәү өсөн ғариза яҙылған, был урындағы брендты үҫтереү һәм үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлекте таратыу өсөн мөһим аҙым. Йылҡысылыҡ - районыбыҙҙың көслө яҡтарының береһе, ә ҡымыҙ - тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ һәм перспективабыҙҙың бер өлөшө. Уны белеүҙәре, баһалауҙары һәм һайлауҙары мөһим",
- ти был хаҡта Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов. Бабл-ҡымыҙҙы ауыҙ итеп ҡараған халыҡ эсемлек бик тәмле, хәл бирә, балаларға ла оҡшай, тип билдәләй 👍 ❓ Ә һеҙ шундай эсемлекте тәмләп ҡарар инегеҙме? Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

Урағай - августың һуңғы көнө лә етте🫠 Иртәгә шау-гөр килеп һарысайҙы ҡаршы алабыҙ. Йәй ғүмере ҡыҫҡа шул. Яҡшы кәйеф, уңышлы
Урағай - августың һуңғы көнө лә етте🫠 Иртәгә шау-гөр килеп һарысайҙы ҡаршы алабыҙ. Йәй ғүмере ҡыҫҡа шул.
Яҡшы кәйеф, уңышлы аҙна, имен-аман ай теләйбеҙ! 🥰
📍 "Бөрө боронғолоғо" фестиваленән күренеш. Фото: Людмила Камнева.

Һыныр, тип тә мине көткәндәр бар, Һынмағанмын әле, һынмағанмын. Тыныр, тип тә мине көткәндәр бар, Тынмағанмын, әлдә тынмағанмын. Тоҡандырам усаҡ - утты тотам, Гөлдәргә һыу һибәм - дымды тотам. Хәләл икмәгемде ҡайырып теләм, Тыуыр балаҡайға бишек эләм. Мин - ҡатын-ҡыҙ. Абынһам да, Үҙ-үҙемә тотоноп туры ҡалам. Мине һайламайҙар - мин һайлайым, Һайланғанға йәнә тоғро ҡалам. Эйәләштерәмен ҡырағайҙы- Һалҡын ҡараш, ҡырыҫ холоҡтарҙы, Ары ташлап бары ирҙәр өсөн Ҡулай булған беше ҡороҡтарҙы. Мин - ҡатын-ҡыҙ. Күптәр түгел, - Берәү һынар минең атҡарғанды. Күңел күҙе менән күреп таныр Тыштан түгел, эстән яҡтырғанды. Рәмзилә ХИСАМЕТДИНОВА. Видео: Лилиә исемле һылыуҙан.

📌 "Берҙәмлек бейеүе" флешмобында ҡатнашығыҙ! Беренсе тапҡыр Өфөлә Башҡортостан Хореография сәнғәте эшмәкәрҙәре берлеге ҙур флешмоб ойоштора. 🔥 Флешмоб Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған. ❓ Ҡасан? ✅ Сара Милли кейем көнөндә - 2026 йылдың 11 сентябрендә сәғәт 12:00-дә үтә. ❓ Ҡайҙа? ✅ Өфө ҡалаһы, "Ватан" этнопаркы ("Торатау" конгресс-холы тапҡырында). ❓ Кем ҡатнаша ала? ✅ Рәсәй халыҡтары милли кейемдәрен кейеп килгән үҙешмәкәр коллективтар тәрбиәләнеүселәре. Ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр һәм ҡатнаш коллективтар ҡатнаша ала, йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. ❓ Ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә? ✅ Ҡатнашырға теләгән коллективтар 2026 йылдың 9 сентябренә тиклем түбәндәге электрон почтаға хеҙмәттәшлек итергә теләүен белдереп, ҡатнашыусылар исемлеген ебәрергә, етәксенең телефон һандарын күрһәтергә тейеш: bash.choreo@yandex.ru ✅ Флешмобта башҡарыласаҡ бейеүҙе ошонда үтеп өйрәнергә кәрәк. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

📌 Каруанһарайға - 180 йыл! 1846 йылдың 30 авгусында Каруанһарайҙы асыу тантанаһы үткәрелә. 🔹 Каруанһарай Ырымбурҙа башҡортт
+4
📌 Каруанһарайға - 180 йыл! 1846 йылдың 30 авгусында Каруанһарайҙы асыу тантанаһы үткәрелә. 🔹 Каруанһарай Ырымбурҙа башҡорттарҙың аҫаба ерендә 1838 йылдың йәйендә төҙөлә башлай. Уны хәрби губернатор Василий Перовский архитектор Александр Брюлов проекты буйынса һалдыра. 🔹 Каруанһарай башҡорттар "бөтә уңайлыҡтар һәм бер ниндәй түләүһеҙ" туҡталып йөрөй алһын өсөн эшләнә башлай.
🔹 Төҙөлөш өсөн 804 914 һум талап ителә, аҡсаның күпселек өлөшөн башҡорттар йыйып тапшыра.
🔹 Ундағы бөтә эштәрҙе лә башҡорттар башҡара. Мәҫәлән, 1838 йылда 2789 кеше ат менән, 1257 кеше йәйәү төҙөлөшкә килә. 1838-1840 йылдарҙа төп төҙөлөш эштәре атҡарыла, Стәрлетамаҡ өйәҙенән ағастар алып килеп ултыртыла - дүрт яғын уратҡан парк хасил була. 🔹 Каруанһарай төп корпус, мәсет һәм манаранан тора. 🔥 Каруанһарайҙы Николай I батшаның тыуған көнөнә арнап, 1846 йылдың 30 авгусында (хәҙер 11 сентябргә тура килә) асалар. 🔹 Байрамға Башҡорт-мишәр ғәскәре командиры, Өфөнән мөфтөй, кантон начальниктары, башҡа абруйлы ҡунаҡтар һәм ябай халыҡ саҡырыла. Иртәнге сәғәт 9-ҙа хәрби ғәскәр разводҡа теҙелә, парад күрһәтелә. Башҡорт атлылары милли кейемдә, буҫтауҙан тегелгән ҡыҙыл кафтанда булалар. Корпус командиры һәм башҡа урыҫ кешеләре сиркәүгә литургияға китә, ә ҡалған халыҡ намаҙ ваҡытын көтөп мәсет янына йыйыла. Бер сәғәттән корпус командиры килеп етә, мәсет алдында халыҡҡа үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен еткерә. Мәзин манаранан аҙан ишеттерә. Мәсет ишектәре асыла, мөфтөй артынан халыҡ мәсеткә инә. Асыу тантанаһының рәсми өлөшө тамамлана. Һуңынан ат сабышы һәм көрәш ойошторола. 🔹 1865 йылда, Башҡорт-мишәр ғәскәрен Эске эштәр министрлығы ҡарамағына тапшырып, уның идаралығы бөтөрөлгәс, Каруанһарайҙа Ырымбур генерал-губернаторы кәнсәһе һәм фатиры, башҡорт ерҙәрен межалау комиссияһы урынлаша. 🔹 1917 йылдың июлендә Бөтә башҡорт ҡоролтайы Каруанһарайҙы «Каруанһарай башҡорттар тарафынан төҙөлгән башҡорттарҙың милли ҡаҙанышы» тип иғлан итә. 1917 йылдың 16 ноябренән бында Башҡорт үҙәк шураһы урынлаша.
🔹 1918 йылда милләт эштәре буйынса халыҡ комиссары И. В. Сталин Каруанһарайҙы башҡорттарға тапшырыу тураһында декретҡа ҡул ҡуя.
🔹 1920 йылда был бинала Башҡорт халыҡ мәғарифы институты асыла, һуңынан ул Башҡорт педагогия техникумы тип үҙгәртелә. Күп кенә башҡорт шәхестәре ошонда белем ала. 🔹 1960 йылдан алып бина архитектура ҡомартҡыһы булараҡ дәүләт тарафынан һаҡлана. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

📌 Белоретта махсус күнекмәләр залы асылған. Белорет ҡалаһында МХО-ла ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм һаулыҡ
+5
📌 Белоретта махсус күнекмәләр залы асылған. Белорет ҡалаһында МХО-ла ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн күнекмәләр залы асылған. Был зал элекке 26-сы училищела урынлашҡан. Бүлмәне "Белорет районы үҫеше идаралығы" төҙөкләндергән, уңайлы ғына килеп сыҡҡан.
Район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов кәрәк-яраҡ алышҡан һәм был залды эшләргә ярҙам иткән барыһына ла рәхмәтен белдергән.
📍 Күнекмәләр залында шөғөлләнеү бушлай буласаҡ. Эш графигын район хакимиәте төркөмөндә ҡуясаҡтар. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

📌Шахтерҙарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Был көн Алексей Стахановтың хеҙмәт рекордына арнап һайланған. 🔥 Донбасстағы
📌Шахтерҙарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Был көн Алексей Стахановтың хеҙмәт рекордына арнап һайланған. 🔥 Донбасстағы "Үҙәк-Ирмино" шахтаһы забойсыһы 1935 йылдың 30 авгусынан 31-нә ҡарай төндә ике таяу һуғыусы менән бергә смена эсендә 102 тонна күмер сығара, ә норма бер кешегә 7 тонна була. 💯 Ошо ваҡиға стахановсылар хәрәкәтенә башланғыс була - юғары хеҙмәт һөҙөмтәлелеге өсөн күмәк кешеләр ярышып эшләй. 🔹 Рәсми рәүештә был байрам 1947 йылдың 10 сентябрендә булдырыла. 🔹 Был көндә күмер сәнәғәте өлкәһендә эшләгән кешеләрҙе тәбрикләйҙәр.
🔹 Башҡортостанда стахановсы хәрәкәте киң ҡолас ала. Бөтә Союзда кеүек үк, беҙҙә лә төрлө тармаҡ эшсәндәре планды арттырып үтәй, ярышып эшләй.
🔸 Мәҫәлән, хәҙерге Хәйбулла районындағы Бүребай тау байыҡтырыу комбинаты эшсәндәре әүҙем ҡушыла: Хәйерзаман Мортаев һәм Ғәлимйән Ниғәмәтйәнов "Алтын сәнәғәте стахановсыһы" түш билдәһе менән наградлана. 🔸 Әбйәлил районындағы Баҡырүҙәк руда идаралығының (хәҙер юҡ) иң беренсе стахановсыһы - Сөнәғәт Харрасов. Уға түш билдәһе 1936 йылда бирелә, Социалистик Хеҙмәт Геройы. 🔸 Ә шулай ҙа иң беренсе яҡташ стахановсы паровоз машинисы Александр Гурин була. Уның бригадаһы 1935 йылда Өфө - Кропачев - Өфө юлын графиктан алда һәм яғыулыҡты экономиялап, 450 тонналыҡ состав менән үтә. Бынан тыш, Гурин бригадаһы беренсе Башҡортостан бензинын Мәскәүгә алып бара. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

"Аппағым"ыңа ебәр был видеоны ❤️ Видео: Иҙел Нурғәлин. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та барҙы, ә һеҙ? Бөгөн Өфөлә "Һөт иле" фестивале үтә.
💯 "Башҡортостан - илдең иң "һөтлө" төбәктәренең береһе. Беҙҙең өсөн был иҡтисадтың мөһим өлөшө һәм беҙ, хәҙерге осорҙа ни тиклем ауыр булмаһын, уны үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Беҙҙең һөт предприятиелары ҙур инвестицион проекттарҙы тормошҡа ашыра, етештереүҙе модернизациялай, индустриаль фермалар төҙөй, яңы эш урындары булдыра. Ә магазин кәштәләрендә файҙалы ризыҡ арта",
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров. 📍 Бөгөн кискә тиклем "Ҡашҡаҙан" паркы гөрләп торасаҡ. Барып күрегеҙ, ризыҡтарҙан тәм итеп ҡарағыҙ, ғаиләгеҙ менән күңелле ваҡыт уҙғарығыҙ🐮 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

📌 ӘЙҘӘФЕСТ саҡыра! 29 һәм 30 августа Өфө үҙәге театр һөйөүселәр өсөн тартылыу нөктәһенә әүереләсәк. Бында "Арт-КВАДРАТ" киңл
+1
📌 ӘЙҘӘФЕСТ саҡыра! 29 һәм 30 августа Өфө үҙәге театр һөйөүселәр өсөн тартылыу нөктәһенә әүереләсәк.
Бында "Арт-КВАДРАТ" киңлегендә Урам театрҙары фестивале үтә.
🔥 Алтынсы тапҡыр ойошторолған сарала бөтә Рәсәйҙән иң яҡшы театрҙар иң яҡшы спектаклдәрен алып килә. Тамашалар бөгөн төштән һуң башлана. Күңелегеҙгә ятҡанын һайлап, ҡарарға барығыҙ! Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

📌 "Башҡорт Страдивариһы" тыуыуына - 90 йыл. Ағас шпондан ҡурай, башҡорт думбыраһы һәм ҡыл ҡумыҙы - бөгөн беҙҙең өсөн ғәҙәти,
+2
📌 "Башҡорт Страдивариһы" тыуыуына - 90 йыл. Ағас шпондан ҡурай, башҡорт думбыраһы һәм ҡыл ҡумыҙы - бөгөн беҙҙең өсөн ғәҙәти, күреп өйрәнгән был уйын ҡоралдарына йән өргән оҫта - Вәкил ШӨҒӘЙЕПОВ.
🔹 Вәкил Шакир улы 1936 йылдың 29 авгусында БАССР-ҙың Салауат районы Әлкә ауылында тыуған.
 🔹 Ун йәшендә үкһеҙ етем ҡала. Ҡустыһы Рим менан балалар йортонда тәрбиәләнәләр. Мәктәпте тамамлагас, Белоретта һөнәрселек училищеһында балта оҫтаһы, ағас менән эш итеү һөнәрен үҙләштерә, шунда уҡ рәсем төшөрөү менән мауыға. 🔹 Артабанғы рәссам булырға теләге тыуып, Алматыға һынлы сәнғәт училищеһына уҡырға инергә бара. Әммә өлгөрмәй - армияға алына. 🔹 Ике йыл Балтик флотында хеҙмәт итеп ҡайтып, 1963 йылда Ҡаҙан художество училищеһын тамамлай. 🔹 Хеҙмәт юлын Өфөлә 77-се урта мәктәптә рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы булып башлай. 🔹 Аҙаҡ РСФСР Художество фондының Башҡортостан бүлексәһенә рәссам булып күсә (1966—1981). Унда эшләү дәүерендә пейзаждар, натюрморттар төшөрә. ⚡ Вәкил Шакир улы тарихи темаға триптих эшләргә ҡарар итә. Картинаның үҙәк өлөшөндә – ҡурайсы ҡарт, тәрән уйға сумып, тауҙар йырын тыңлай. Ошо образды тулыһынса асыу өсөн рәссам ҡурайҙы өйрәнә. Ләкин үлән ҡурай ул ваҡытта һирәк ҡалған була. 🔥 Бына шул саҡта Вәкил Шөғәйеповта ҡурайыбыҙҙы икенсе төрлө материалдан яһау хыялы уяна. 📍 Оҫтаға был ниәтендә илаһи көстәр ярҙам иткәнме, әллә осраҡлыҡмы: 🔹 Художество фонды уға ГДР-ҙан килгән делегацияға бүләк итеү өсөн маркетри ысулы (төрлө ағастарҙан мозаика) менән Ленин портретын эшләргә заказ бирә. Ул төрлө шпондар эшләй, кәрәкле ярымтон ғына етмәй. Ағас шпондарҙың төҫөн үҙгәртеү маҡсатында ул ваннаға ҡайнар һыу ҡойоп, шпондарҙы шунда ташлай, ә улары көпшәгә бөгәрләнә лә ҡуя. ⚡ Рәссам шулай итеп шпон ҡурай эшләү серен аса. 💯 Вәкил Шөғәйепов ағас шпондарҙан ҡурай эшләп, атаҡлы ҡурайсы Ғата Сөләймәновҡа күрһәтә.
Ул уйнап ҡарай ҙа: «Вәкил улым,- тип ҡосаҡлап ала йәш оҫтаны,- һин ҡурайҙы яңынын тыуҙырҙың!»
🔹 Ошонан һуң 3 йыл үткәс, 1974 йылда Вәкил Шакир улы авторлыҡ хоҡуғын раҫлата. Был ҙур асышы өсөн уға Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеме бирелә. 💯 Башҡорт халҡының уйын ҡоралдарын тергеҙеү "ене" ҡағыла рәссамға. 🔸 1983 йылда ул беренсе булып хәҙерге заман башҡорт думбыраһын эшләй. 1998 йылда думбыраға ла авторлыҡ танытмаһын ала. Вәкил Шөғәйепов эшләгән думбыра өлгөләре (сопрано, альт, бас) киң етештереүгә тәҡдим ителгән һәм производствоға индерелә. 🔸 1995 йылда Шөғәйепов милли һыҙғыслы музыка ҡоралы — башҡорт ҡыл ҡумыҙын тергеҙә. 🔹 ️Вәкил Шөғәйеповтың эштәре Башҡортостан Республикаһы Милли музейында, Мәскәүҙә М. И. Глинка исемендәге Дәүләт үҙәк музыка мәҙәниәте музейында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә щәхси коллекцияларҙа һаҡлана. 🔹 2017 йылдың 27 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була. Тыуған Салауат районының Әлкә ауылында ерләнә.
🔹 Оҫта тураһында Азамат Хужахмәтов һәм оператор Леонид Мешков 1992 йылда төшөргән «Мастер Вакиль» тигән фильм бар.
🔹 Вәкил Шөғәйепов уйлап тапҡан шпондан эшләнгән ҡурайҙар халҡыбыҙға милли уйын ҡоралыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Ә ул эшләгән думбыра 1992 йылда Өфө сәнғәт училищеһында думбыра класын асыуға һәм башҡорт милли музыка ҡоралдары оркестрын булдырыуға юл аса. Ошонда уҡ оҫта тергеҙгән ҡыл ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтәләр. Вәкил Шөғәйеповтың оҫталығын өйрәнеп ҡалған кеше юҡ.
Бәлки, ул халҡыбыҙға кәрәк саҡта ебәрелгән бер илсе булғандыр - тамырҙарыбыҙға ҡайтырға, онотолғанды һәм юғалып барғанды терелтергә этәрер өсөн...
 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

📌 "Һөт иле" фестивале башлана. Өфөләге "Ҡашҡаҙан" паркына ғаилә менән килегеҙ. Ҡайҙа, ҡасан, нимә була - программаны ҡарағыҙ
+2
📌 "Һөт иле" фестивале башлана. Өфөләге "Ҡашҡаҙан" паркына ғаилә менән килегеҙ.
Ҡайҙа, ҡасан, нимә була - программаны ҡарағыҙ😉
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

Август айының ҡыҙыҡ эш аҙнаһы тамам, "расходитесь по домам", тип ебәрәйек урыҫсалап 😁
Ялдарҙа күршеләрегеҙҙең инеп хәлен белегеҙ 😉
Видео: "Ҡара тауыҡ" башҡорт халыҡ йыры, HAZINA төркөмө.

📌Башҡортостанда "ГеоСаҡырыу" Халыҡ-ара геология чемпионаты башланды. Республикала "Экологик именлек" милли проекты сиктәренд
📌Башҡортостанда "ГеоСаҡырыу" Халыҡ-ара геология чемпионаты башланды. Республикала "Экологик именлек" милли проекты сиктәрендә ойошторлған "ГеоСаҡырыу" Халыҡ-ара геология чемпионаты үтә. Бөгөн Өфөгә тәүге ҡатнашыусылар килеп төшкән.
🔹 Ярыштарҙа Рәсәйҙең 19 төбәгенән һәм 13 илдән 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ.
 🔹 Беренселәрҙән булып Үзбәкстан һәм Мексика командалары килгән. Мексиканың Френсильо ҡалаһында көмөш сығарыла икән, был команда беренсегә ҡатнаша. 🔹 40 команда көс һынашасаҡ. Башҡортостан намыҫын Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Октябрь һәм Аҡъяр так колледждары студенттары яҡлай. 🔹 Чемпионат 9 сентябргә тиклем бара. Уны Роснедра һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойоштора. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

📌 Һарыш ауылының бренд байрамы - "Батырҙар ере" үткән. Ошо көндәрҙә Мәләүез районы Һарыш ауылында "Батырҙар ере" байрамын ой
+3
📌 Һарыш ауылының бренд байрамы - "Батырҙар ере" үткән. Ошо көндәрҙә Мәләүез районы Һарыш ауылында "Батырҙар ере" байрамын ойошторғандар. Ул билдәле яҡташтары - Советтар Союзы Геройы Миңлетдин Әминев, Социалистик Хеҙмәт Геройы Сәлих Зәйнәғәбдинов һәм Рәсәй Геройы Андрей Мигуновҡа арналған.
📍 Тантаналы сара былтыр ғына булдырылған Геройҙар аллеяһында үткән. Ҡаһарман яҡташтарын хәтергә алып, ауылдаштар сәскәләр һалған
Ауылдың имам-хатибы Фәнир Аҡсулпанов аят бағышлаған, шунан ҡаһармандарҙы күреп-белгән кешеләр улар тураһында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашҡан. 🔹 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Миңлетдин Әминев дошман уты аҫтында плацдармға бер нисә тапҡыр боеприпастар ташый, ауыр яраланыуына ҡарамаҫтан, хәрби заданиены үтәй. Ошо батырлығы өсөн уға Ленин ордены һәм Ҡыҙыл Йондоҙ миҙалы менән бергә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Еңеү менән ҡайтҡас, Миңлетдин Ғилметдин улы "Ҡыҙыл маяҡ" колхозында көтөүсе булып эшләй, уны ауылдаштары кешеләргә яҡшы мөнәсәбәтле, хеҙмәт һөйөүсән тип хәтерләй. 🔹 Рәсәй Геройы Андрей Мигунов тураһында тормош иптәше Любовь: "Һалдаттар артына йәшенә белмәне", - ти. Афғанстанды үткән кадр офицеры хаҡлы ялда булһа ла, МХО башланғас ил һағына баҫмай булдыра алмай. 🔹 Социалистик Хеҙмәт Геройы Сәлих Зәйнәғәбдиновты килене һәм туғандары айырыуса йылылыҡ менән иҫкә алған. Ул Ленин исемендәге колхозды хеҙмәт һөйөүе, тырышлығы, ныҡышмалылығы һәм ойоштороу һәләттәре менән алдынғы итә. ⚡ Һарыштар Мәҙәниәт йортонда МХО-ға ярҙам иткән ирекмәндәргә, алғы һыҙыҡтағыларҙың ғаиләләренә арнап матур концерт ҡуйған. Таныш-белештәр осрашҡан, аралашҡан, күңелдәрен яҙып ҡайтҡан был саранан. 💯 "Батырҙар ере" байрамы тарихты һәм бөгөнгөнө бәйләп торған күпер ул, ти ойоштороусылар. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

Барығыҙға ла изге йомала иң изге теләктәр ❤️ Видео: Эльвира Сирусина сәхифәһенән.