en
Feedback

Don't get caught by a cheater! Telemetrio finds and tags such channels 👉 If you want to see the tag, subscribe 👈

Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Open in Telegram
603
Subscribers
No data24 hours
No data7 days
-530 days

Data loading in progress...

Similar Channels
No data
Any problems? Please refresh the page or contact our support manager.
Tags Cloud
No data
Any problems? Please refresh the page or contact our support manager.
Incoming and Outgoing Mentions
---
---
---
---
---
---
Attracting Subscribers
Oct '26
October '260
in 0 channels
September '26
+3
in 0 channels
Get PRO
August '26
+8
in 0 channels
Get PRO
July '26
+5
in 1 channels
Get PRO
June '26
+7
in 1 channels
Get PRO
May '26
+4
in 1 channels
Get PRO
April '26
+3
in 0 channels
Get PRO
March '26
+9
in 1 channels
Get PRO
February '26
+12
in 0 channels
Get PRO
January '26
+20
in 3 channels
Get PRO
December '25
+7
in 1 channels
Get PRO
November '25
+9
in 6 channels
Get PRO
October '25
+22
in 14 channels
Get PRO
September '25
+20
in 8 channels
Get PRO
August '25
+37
in 6 channels
Get PRO
July '25
+16
in 1 channels
Get PRO
June '25
+11
in 6 channels
Get PRO
May '25
+33
in 6 channels
Get PRO
April '25
+73
in 7 channels
Get PRO
March '25
+31
in 0 channels
Get PRO
February '25
+25
in 4 channels
Get PRO
January '25
+527
in 5 channels
Get PRO
December '24
+42
in 10 channels
Get PRO
November '24
+603
in 7 channels
Get PRO
October '240
in 13 channels
Get PRO
September '24
+4
in 14 channels
Get PRO
August '240
in 0 channels
Get PRO
July '240
in 0 channels
Get PRO
June '240
in 0 channels
Get PRO
May '240
in 0 channels
Get PRO
April '24
+1
in 0 channels
Get PRO
March '240
in 0 channels
Get PRO
February '24
+28
in 0 channels
Date
Subscriber Growth
Mentions
Channels
09 October0
08 October0
07 October0
06 October0
05 October0
04 October0
03 October0
02 October0
01 October0
Channel Posts
📌 "Сөмбөлә" байрамы - икмәккә дан йырлаған. Стәрлетамаҡ районы Рощинский ауылында икенсе тапҡыр ойошторолған "Сөмбөлә" респу
+8
📌 "Сөмбөлә" байрамы - икмәккә дан йырлаған. Стәрлетамаҡ районы Рощинский ауылында икенсе тапҡыр ойошторолған "Сөмбөлә" республика икмәк фестивале ҙур башҡорт ғаиләһенең берҙәмлеген күрһәтте, ти ойоштороусылар. 🔹 Байрам Социалистик Хеҙмәт Геройы Фёдор Машкин бюсына сәскәләр һалыуҙан башланған. Шунан сараның тантаналы өлөшөн Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина асҡан. Ул фестивалдең хеҙмәт кешеһе өсөн мөһим булыуын билдәләп үткән һәм райондың өлгөлө ғаиләләренә, хеҙмәтсәндәргә лайыҡлы наградалар тапшырған. "Сөмбөлә" байрамында "Ҡоймаҡ аллеяһы"нда тәмле ҡоймаҡ ҡойғандар, "Икмәк конкурсы" үткән, оҫталар ҡаласығында балсыҡ һауыт-һабалар һатылған, көҙгө йәрминкә эшләгән. Стәрлетамаҡ районының милли мәҙәни үҙәктәре әүҙем ҡатнашҡан. ❓ Кем барҙы?

2
❓ Йырларға яратаһығыҙмы? ✅ Улайһа һеҙгә бик шәп проект тураһында һөйләмәксебеҙ. "Милли караоке" тип атала ул: milli-karaoke.r
❓ Йырларға яратаһығыҙмы? ✅ Улайһа һеҙгә бик шәп проект тураһында һөйләмәксебеҙ. "Милли караоке" тип атала ул: milli-karaoke.ru Унда бик күп башҡорт йырҙарын табырға һәм ҡушылып йырларға мөмкин. 🔥
10
3
📌 Башҡортостан уҡыусыһы финанс хәүефһеҙлеге буйынса халыҡ-ара олимпиадала еңгән. 🔥 Красноярскиҙа үткән Финанс хәүефһеҙлеге
📌 Башҡортостан уҡыусыһы финанс хәүефһеҙлеге буйынса халыҡ-ара олимпиадала еңгән. 🔥 Красноярскиҙа үткән Финанс хәүефһеҙлеге буйынса VI халыҡ-ара олимпиадала Сибай ҡалаһынан 11-се класс уҡыусыһы Искәндәр Йәнтилинға етеүсе булмаған. 🔹 Шулай уҡ ул командаһы менән проекттар конкурсында ла беренсе урын алған: хаҡлы ялдағылар һәм балалар өсөн финанс хәүефһеҙлек буйынса ҡағыҙ тренажёр эшләгәндәр. 🎉 Бүләкләү тантанаһында Искәндәр бүрек кейеп, Башҡортостан Флагын күтәреп сыҡҡан. 🔹 Был еңеүе егеткә Рәсәйҙең теләһә ҡайһы юғары уҡыу йортона имтиханһыҙ уҡырға инеү мөмкинлеге бирә. Афарин! 👏
13
4
📌 Өс көн ял - тыуған яҡтарға ҡайтып әйләнергә, туғандар менән күрешергә ҡулай. "Беҙ ата-әсәйем менән атайымдың тыуған яғына,
📌 Өс көн ял - тыуған яҡтарға ҡайтып әйләнергә, туғандар менән күрешергә ҡулай. "Беҙ ата-әсәйем менән атайымдың тыуған яғына, Башҡортостан Республикаһының Ғафури районына барҙыҡ. Унда атайым, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Урманшин Рәмиз Мәғәфүр улы ҡустылары Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнил Кинйәғолов менән осрашты", - тип яҙған Рәмил Урманшин. Ә һеҙ тыуған ауылығыҙға ҡайттығыҙмы? 🥰
16
5
Хәйерле иртә ☀️ Яңы аҙнаны ялдан һәм бик мөһим иҫтәлекле датанан - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны һәм Дәүләт гербы
Хәйерле иртә ☀️ Яңы аҙнаны ялдан һәм бик мөһим иҫтәлекле датанан - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны һәм Дәүләт гербы тураһында закондар ҡабул ителгән көндән башлайбыҙ. 1993 йылдың 12 октябрендә был мөһим документҡа ҡул ҡуйылған. ❓ Ә һеҙ беләһегеҙме, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимнының оҙаҡ йылдар һүҙҙәре булмаған? 🔹 Композитор, дирижер, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Иҙрисов республика гимнының көйөн ижад иткәс, уны 1993 йылда раҫлайҙар. Ә бына гимндың һүҙҙәрен ижад итеүгә 1999 йылда конкурс ойошторола, әммә текст рәсми рәүештә ҡабул ителгәнгә тиклем 15 йыл үтеп китә. 🔹 Әҙер көйгә тап килтереп шиғыр яҙыуы еңел булмай. 🔹 1999 йылда ойошторолған конкурсҡа 140-ҡа яҡын төр шиғыр тәҡдим ителә. Баһауетдин Зәйнетдинов менән Рәшит Шәкүрҙең шиғыры һайлап алына. Әммә шунда уҡ уны ҡабул итмәйҙәр, оҙаҡ йылдар үткәс, Рәшит Шәкүр һәм Рауил Бикбаев шиғри юлдарҙы гимн көйөнә тап килтереү буйынса эшкә тотона. 🔹 Башҡортостан Республикаһы Гимны һүҙҙәре 2008 йылда рәсмиләштерелә. Ә рус теленә уны Светлана Чураева һәм Фәрит Иҙрисов тәржемәләй. Видео: Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле.
16
6
Был донъяла бөтәһе лә шартлы: Шартлы - дандар, шартлы - алтындар. Ярай әле, Ерҙең бер ҡөҙрәте - Икмәк тигән төҫһөҙ алтын бар.
Был донъяла бөтәһе лә шартлы: Шартлы - дандар, шартлы - алтындар. Ярай әле, Ерҙең бер ҡөҙрәте - Икмәк тигән төҫһөҙ алтын бар. Алтын, данһыҙ йәшәп булалыр ул, Йәшәп ҡара бер көн икмәкһеҙ!.. Тапап йөрөгән ҡара тупраҡта Үҫкән шул икмәкһеҙ - имгәк һин! Хәким ҒИЛӘЖЕВ. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәре көнө менән! 🌾 Беҙҙе кеше иткән, илде күтәргән хеҙмәтсәндәргә - дан! 📍 Әбйәлил районы баҫыуҙары. Видео: Денис Өмөтбаев.
26
7
📌 Сорғот башҡорттары Республика көнөн билдәләгән. Сорғот ҡалаһында йәшәүсе милләттәштәребеҙ Республика көнө уңайынан матур к
📌 Сорғот башҡорттары Республика көнөн билдәләгән. Сорғот ҡалаһында йәшәүсе милләттәштәребеҙ Республика көнө уңайынан матур концерт ойошторған. "Яҡтылыҡ" вокаль ансамбле лә сығыш яһаған🔥 Видео: Айгөл Сыбарғошова.
23
8
📌 Ләйләкәй яратҡан пониҙар хәҙер башҡортса һөйләшә! Балалар яратҡан "Минең бәләкәй пони" йәнһүрәтен хәҙер башҡорт телендә ҡа
📌 Ләйләкәй яратҡан пониҙар хәҙер башҡортса һөйләшә! Балалар яратҡан "Минең бәләкәй пони" йәнһүрәтен хәҙер башҡорт телендә ҡарап була. Быға Айгиз Ҡунафиндың EthnoTech проекты ярҙам иткән. 🔹 Башҡорт теленә тәржемә ителгән йәнһүрәттәрҙе ҡарау - бушлай. 🔹 Шулай уҡ үҙеңә кәрәк йәнһүрәтте дә тәржемә иттереп алырға мөмкин. Видео: Азамат Мөхәмәтйәнов.
24
9
📌 Республика көнө менән Башҡортостан халҡын Радий Хәбиров ҡотлаған. 💯 "Бөтә Башҡортостан халҡын яратҡан байрамыбыҙ - Респуб+2
📌 Республика көнө менән Башҡортостан халҡын Радий Хәбиров ҡотлаған. 💯 "Бөтә Башҡортостан халҡын яратҡан байрамыбыҙ - Республика көнө менән ҡотлайым! Бөгөн уртаҡ йортобоҙҙо дошмандарҙан һаҡлаған бөтә яугирҙарҙы. Геройҙарын өйҙә көткән уларҙың туғандарын һәм яҡындарын. МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүселәрҙе һәм Еңеү өсөн барыһын да эшләүселәрҙе. Башҡортостанды алға этәргән хеҙмәтсәндәребеҙҙе. Ветерандарҙы, улар арҡаһында беҙ көслө, сәскә атҡан төбәктә йәшәйбеҙ. Йәштәребеҙҙе, уларға әле киләсәктә үҙҙәрен күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Республикабыҙҙы яратҡан һәм уны данлаған - ҡаҙаныштары һәм изге эштәре менән, барыһын да. Башҡортостан һәр ваҡыт илебеҙ терәге булды һәм буласаҡ. Уның ҙур сәнғәт, аграр, ғилми, спорт, мәҙәни үҙәге. Һәм ҡатмарлы осорға ҡарамаҫтан, беҙ ышаныслы үҫеште дауам итәсәкбеҙ. Республика көнө менән, ҡәҙерле ватандаштар! Һөйөклө Башҡортостаныбыҙға – артабан да юғары үрҙәр, барығыҙға ла һаулыҡ һәм именлек теләйем!" - тип яҙған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
24
10
📌 Премьера! Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Арыҫлан Тимеров - Baby Ti Республика көнөнә бағышлап, йәмәғәт иғтибарына яңы й
📌 Премьера! Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Арыҫлан Тимеров - Baby Ti Республика көнөнә бағышлап, йәмәғәт иғтибарына яңы йырын тәҡдим иткән. Бөтә майҙансыҡтарҙа ла тыңлап була, тиелгән. "Башҡортостан" йыры. Тыңлайбыҙ 😉
28
11
Өс нәмәгә күҙҙе лә алмай ҡарарға мөмкин: усаҡҡа, һыу ағымына һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ан
Өс нәмәгә күҙҙе лә алмай ҡарарға мөмкин: усаҡҡа, һыу ағымына һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүенә 🔥 Видео: Тимур Шәрипҡолов.
34
12
МӘҢГЕ БАЛҠЫ, БАШҠОРТОСТАН💙🤍💚 Моңдарымдың моңо һиңә, Башҡортостан - төйәгем һин. Һиндә тыуып, һиндә үҫтем, Берҙән-берем, йө
МӘҢГЕ БАЛҠЫ, БАШҠОРТОСТАН💙🤍💚 Моңдарымдың моңо һиңә, Башҡортостан - төйәгем һин. Һиндә тыуып, һиндә үҫтем, Берҙән-берем, йөрәгем һин. Һулап туймаҫ - һауаларың, Йомарт ерең - иҫ китмәле! Байлығыңды һанар өсөн Белеп торам һүҙ етмәҫен. Баҫыуҙарың, диңгеҙ төҫлө, Иҫкән елгә тулҡын һирпә. Башын эйгән башаҡтарҙа Бөртөк-бөртөк йәшәү тиртә. Хазинаға, Башҡортостан, Һәр тарафың һинең тулы. Ҡабынғанһың уралымдың Күкрәгендә йондоҙ булып. Уйымда һин, ҡанымда һин, Башҡортостан - ғәзиз әсәм. Киң ватандан ҡеүәт алып, Мәңге балҡы, мәңге йәшә! Башҡортостан - ғәзиз әсәм. Рәмил ЙӘНБӘК. Байрам менән, яҡташтар! Иң изге теләктәр юллайбыҙ һәм тыуған Башҡортостаныбыҙҙың сәскә атыуын теләйбеҙ. 🌺
32
13
📌 "Халҡым йырҙары" концерты үтте. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында кисә Республика көнө айҡанлы "Халҡым йыр
📌 "Халҡым йырҙары" концерты үтте. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында кисә Республика көнө айҡанлы "Халҡым йырҙары" тип аталған күркәм концерт ойошторолдо. Башҡорт халыҡ оҙон көйҙәренән торған моңло кисә булды был. 🔹 Видеола Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Артур Ғайсаров: тамаҡ-ҡурай алымы менән уйнай. Видео: Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрынан.
37
14
❓ Үлән, шпон, еҙ ҡурай нисек яңғырай? Бик файҙалы видео тәҡдим итәбеҙ - Динар Абдуллин төшөргән 👍
❓ Үлән, шпон, еҙ ҡурай нисек яңғырай? Бик файҙалы видео тәҡдим итәбеҙ - Динар Абдуллин төшөргән 👍
29
15
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! 🥧 Уңған яҡташыбыҙ, "Башҡорт ауылындағы тормош" төркөмөн алып барған Лилиә Ханова тәмле алма рулеты
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! 🥧 Уңған яҡташыбыҙ, "Башҡорт ауылындағы тормош" төркөмөн алып барған Лилиә Ханова тәмле алма рулеты бешереү ысулы менән бүлешкән. 🍎 Бына уның яҙғандары: 5 кенә ингредиенттан эшләнә был рулет. 600-700 г алманы ҡырғыс аша үткәрергә, шунан тигеҙләп силикон пергамент ҡағыҙына һалырға. Мин тәрилкә менән тигеҙләйем, шулай уңайлыраҡ. Артабан 4 йомортҡа менән 1 стакан шәкәрҙе блендер менән болғатырға кәрәк. Ярты көмөш ҡалағы сода (йәки 1 көмөш ҡалаҡ разрыхлитель), 1 стакан он ҡушырға ла тағы болғатырға. Килеп сыҡҡан массаны алманың өҫтөнә ҡойорға, тигеҙләргә һәм 180 градусҡа мейескә ҡыҙарып бешкәненә тиклем оҙатырға. Бешеү ваҡыты берәй 30 минут була. 💯 "Ныҡ тәмле рулет килеп сыға. Эшләүе лә оҙаҡ түгел", - ти оҫта хужабикә.
25
16
📌 Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл ҡуйылды. Билдәле дәүләт эшмәкәре Миҙхәт Шакировтың тыуыуына 110 йыл тулды. Һәм кисә, Республика кө+5
📌 Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл ҡуйылды. Билдәле дәүләт эшмәкәре Миҙхәт Шакировтың тыуыуына 110 йыл тулды. Һәм кисә, Республика көнө алдынан, ул йәшәгән йорт эргәһендә һәйкәл ҡуйылды. 💯 "Миҙхәт Закир улы Башҡортостанды 18 йыл етәкләгән. Был иҡтисади үҫеш, сәнәғәттә, ауыл хужалығында, төҙөлөштә сағыу уңыштар осоро булған. Һәм бөгөнгө ваҡиға - оҙаҡ йылдар кешеләргә оло ихтирам һәм һөйөү менән уны алға этәргән республиканың күренекле улына хөрмәтебеҙ һәм рәхмәтебеҙ. Тағы ла был беҙҙең ветерандарға, үҙенең ижади хеҙмәте менән хәҙерге Башҡортостандың үҫешенә нигеҙ һалған кешеләргә рәхмәт әйтеү мөмкинлеге", - ти Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Шулай уҡ республика етәксеһе был һәйкәлдең авторы скульптор Салауат Щербаковҡа рәхмәт белдергән. Һәм тыуған Башҡортостандың үҫешенә өлөш индергән элекке быуындарҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса эш дауам итәсәк, тигән. "Алда пландар күп, ваҡыты еткәс, һөйләрмен", - тип яҙған Радий Фәрит улы.
26
17
Байрам менән! 🎉 Башҡортостанда Ҡурай көнө бөгөн: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы 2024 йылдан
Байрам менән! 🎉 Башҡортостанда Ҡурай көнө бөгөн: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы 2024 йылдан билдәләнә. Бына ошондай һәләтле балаларыбыҙ булғанда милли уйын ҡоралыбыҙҙың да ғүмере оҙайлы булыр 😇 Видео: Рәмил Мөхәмәтшин.
25
18
📌 Ленин паркына килегеҙ! Ике йыл төҙөкләндерелгәндән һуң, Өфөлә Ленин исемендәге парк асылды. Уны яңыртыу процесын Башҡортос
📌 Ленин паркына килегеҙ! Ике йыл төҙөкләндерелгәндән һуң, Өфөлә Ленин исемендәге парк асылды. Уны яңыртыу процесын Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров шәхсән контролдә тотто. Ысынын әйткәндә, хәҙер парк танымаҫлыҡ! 🔥
28
19
📌"Шайморатовсылар" 550-гә артты. Республика көнө алдынан Өфөләге Совет майҙанында Башҡортостандың төрлө район-ҡалаһынан 550
📌"Шайморатовсылар" 550-гә артты. Республика көнө алдынан Өфөләге Совет майҙанында Башҡортостандың төрлө район-ҡалаһынан 550 малай һәм ҡыҙҙы "Шайморатов класы"на алыу тантанаһы үтте. 💯 "Беҙҙә бөтәһе 293 "Шайморатов класы" бар, уларҙа 6,5 мең бала уҡый. Был исемде йөрөтөү хоҡуғы иң лайыҡлыларға ғына бирелә - уҡыуҙа, спортта, йәмәғәт проекттарында етди уңышҡа өлгәшеүселәргә. Балаларҙың үҙенсәлекле программаһы - улар Рәсәй һәм Башҡортостан тарихын, башҡа предметтарҙы өйрәнә, физик һәм строй әҙерлеген үтә, хореография менән шөғөлләнә. Ысын патриоттар булып үҫәләр. "Шайморатовсыларыбыҙға" тик изге теләктәр генә еткерәм!" - тип яҙған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Ул бындай сара етенсе тапҡыр үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, һаман да тулҡынландырғыс, тип билдәләгән.
31
20
❓ Бәшир Рәмиев исемендәге Республика математика лицей-интернатына нисек уҡырға инергә? ✅1 октябрҙә "РМЛИ-ға юл" олимпиадаһына
❓ Бәшир Рәмиев исемендәге Республика математика лицей-интернатына нисек уҡырға инергә? ✅1 октябрҙә "РМЛИ-ға юл" олимпиадаһына теркәлеү башланды - был 2027 йылда асыласаҡ Б. Рәмиев исемендәге Республика лицей-интернатына төп һайлап алыу һынауы. 📍 Яңы белем усағы Өфөлә Менделеев урамында төҙөлә. Унда 360 уҡыу һәм 250 йоҡо урыны була. Бөтә республиканан һәләтле балаларҙы туплаясаҡ. 🔥 Республика математика лицей-интернатына уҡырға инеү өсөн тәүҙә ОЛИМПИАДА һынауын үтергә кәрәк. ❓ Кем ҡатнаша ала: 🔹 5-се класс уҡыусылары - 6-сы класҡа уҡырға алыналар; 🔹 6-сы класс уҡыусылары - 7-гә алыналар; 🔹 7-се класс уҡыусылары - 8-гә алыналар; 🔹 9 класс уҡыусылары - 10-сы класҡа уҡырға алыналар. ✅ Һәр береһенә 3-әр параллель класс булдырырға ниәтләйҙәр (60 кешегә тиклем). 📍 Олимпиада этаптары: 🔸 I этап — «Сириус.Курсы» майҙансығында дистанцион рәүештә (2026 йылдың октябрендә): 🔹 19–20 октябрь — 5-се класс; 🔹 20–21 октябрь — 6-сы класс; 🔹 21–22 октябрь — 7-се класс; 🔹 22–23 октябрь — 9-сы класс. 🔸 II этап — беренсе һынауҙы үткән иң яҡшы уҡыусылар араһында, шәхсән күрешеп һөйләшеү (2027 йылдың февраль-март айында). 🔸 III этап — йәйге математика мәктәбе (2027 йылдың июнь-июль айында). 💯 Олимпиаданы "Аврора" Һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге үткәрә. Бөтәһенә лә тигеҙ мөмкинлектәр бирелә. Һөҙөмтәлә иң юғары баһа алған 240 һәләтле уҡыусы һайлап алынасаҡ. ❓ Ҡасанға тиклем теркәлергә? ✅ Олимпиадала ҡатнашыу өсөн 2026 йылдың 19 октябренә тиклем «Сириус.Курсы» майҙансығында теркәлеү үтеп өлгөрөргә кәрәк. Башлы башҡорттар, уңыштар!✊ Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
26