605
Suscriptores
Sin datos24 horas
-17 días
+130 días
Archivo de publicaciones
Наҙ бөркөлгәндәй был видеонан🥰
Видео: Раушан Сөләймәнов менән Нәркәс Хәмитова башҡара.
+4
#тел_тере_шишмә
🔥 Башҡорт телендә төрлө күренештәрҙе һүрәтләү өсөн ул ниндәй генә һүҙ юҡ!
Бына беҙҙең ҡарамаҡҡа бик ҡыҙыҡлы күренгән бер нисә шундай һүҙҙе иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
❓ Тағы ниндәй һүҙҙәр бар?
✅ Яҙығыҙ!
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❓ Башҡорт теленең яһалма зиһендә үҫеше ҡыҙыҡһындырамы?
✅ 30 сентябрҙә «Башҡортостан телдәре һәм мәҙәни мираҫы: мәғлүмәттәр йыйыу һәм уларҙы ЯЗ өлкәһендә ҡулланыу мөмкинлектәре» тигән презентация сессияһы үтә.
Сарала телдәр һәм мәҙәни мираҫ буйынса мәғлүмәт туплау, уларҙы цифрлаштырыу һәм яһалма зиһен технологияларын үҫтереүҙә ҡулланыу мөмкинлектәре тураһында һөйләшеү була, тип хәбәр итә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы.
📅 30 сентябрь
⏰ 15:00
📍 Өфө ҡалаһы, Заки Вәлиди урамы, 32/2Б, Геном үҙәге
⚠️ Алдан теркәлеү мөһим. Ҡатнашыусылар һаны сикләнгән.
🔗 Теркәлеү өсөн һылтанма.
+2
📌 Ҡурайҙы донъяға танытҡан Башҡортостандың халыҡ артисы, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ҡурайсыбыҙ Йомабай ИҪӘНБАЕВТЫҢ тыуыуына 135 йыл.
🔹 Йомабай Мөтиғулла улы 1891 йылдың 21 сентябрендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Исмәғил ауылында (хәҙерге Хәйбулла районы Үрге Смаҡ ауылы) тыуған.
🔹 Түңгәүер башҡорто. Иҫәнбаевтар нәҫеле мөһабәт кәүҙәле булған, Йомабай Мөтиғулла улына ла бирелгән был.
🔥 Ул 17 йәшендә 200-ҙән ашыу халыҡ көйҙәрен башҡара алған, уларҙың риүәйәттәрен һәм тарихын яҡшы белгән.
🔹 1920 йылда партияға алына, ауыл советы рәйесе була. 1921 йылда продналог менән ҡәнәғәтһеҙлектә ғәйепләнә, 1923 йылда амнистияға эләгеп, кире ҡайта.
📍 1925 йылда Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитетына халыҡ мәғарифы комиссары А.В. Луначарскийҙан хат килеп төшә: Парижда асыласаҡ Бөтә донъя биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәһенә ҡурайсы кәрәк, тиелә.🔹 Ошо уңайҙан Йылайыр кантонына мөрәжәғәт итәләр һәм башҡарма комитет рәйесе Айнулла Бикбов Йомабай Иҫәнбаевҡа наказ биреп ебәрә. 🔹 Париж өсөн әҙерләнгән концертты тәүҙә Мәскәүҙә күрһәтәләр - һоҡланмаған кеше ҡалмай! Ә инде 1925 йылдың июнендә совет артистары юлға сыға: Парижда 11 концерт ҡуйырға тейештәр. 🔥 Йомабай Иҫәнбаевтың үлән ҡурайҙы сәхнәлә ҡырҡып, уйып, шунда уҡ "Байыҡ" башҡорт халыҡ көйөн башҡарып ебәреүе барыһын да хайран итә. Концерттарҙың береһендә француз ҡатыны ҡурайсыға ҡиммәтле балдағын сисеп, бүләк итә хатта. "Париж аҙналығы" гәзитенең 1925 йылдың 31 июлендәге һанында Йомабай Иҫәнбаев һәм башҡа совет артистарының сығышы тураһында матур мәҡәлә баҫылып сыға. 🔹 Ошо йылдан Йомабай Мөтиғулла улы Башҡорт күсмә драма театры ҡурайсыһы булып эшләй, "Салауат батыр", "Ҡарағол", "Ашҡаҙар" һәм башҡа спектаклдәрҙә уйнай. 🔹 1927 йылда Бөтә донъя музыкаль күргәҙмәлә ҡатнаша һәм Германия, Голландия, Бельгия, Швеция ҡалаларында була. 📍 Майндағы Франкфурт ҡалаһында РСФСР-ҙың халыҡ артисы, 60-тан ашыу телдә йырлаған совет йырсыһы Ирма Яунземға ҡушылып, ҡурай уйнай. Йырсының "Кеше ҡояш артынан бара" тип аталған китабында ҡурайсы менән бер сәхнәлә төшкән фотоһы баҫылып сыҡҡан. Һуңыраҡ Ғата Сөләймәновҡа яҙған хатында Ирма Яунзем Йомабай Иҫәнбаев тураһында оло хөрмәт менән яҙа, бик матур кеше ине, ти. 🔹 1929 йылда Йомабай Иҫәнбаев тыуған яғында "Һарыкүл" колхозын ойоштора, беренсе рәйесе була. 1940 йылда Әхмәтзәки Вәлиди менән бәйләнештә ғәйепләнеп, ҡулға алына һәм Омск төрмәһенә ебәрелә. 🔹 1942 йылда фронтҡа китә. Курск дуғаһында һуғыша. 1943 йылда Воронеж эргәһендә батырҙарса һәләк була. 💯 1991 йылда Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға "Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исем бирелә. ✅ Бына шундай ғәжәйеп талант эйәһенең тыуыуына быйыл 135 йыл. Ҡасандыр ҡурайыбыҙҙы донъя кимәлендә танытып, профессиональ уйнау сәнғәтенә нигеҙ һалған шәхестең эше бөгөн дә йәшәй һәм үҫешә: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы буйынса 2024 йылда Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбле һәм Ҡурай көнө булдырылды. Ә инде ҡурайҙың ниндәйе генә юҡ: үлән ҡурайҙы һаҡлап ҡына тоталар, шпон ҡурай бар, 3D-принтерҙа баҫылған йыйылма ҡурайҙы ла эшләйҙәр. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❓ Ата-бабаларыбыҙ яҙған яҙмаларҙы, уҡыған китаптарҙы аңлағығыҙ киләме?
✅ Улайһа, "Төрки" тел дәрестәренә яҙылығыҙ!
Башҡортостан Милли китапханаһында октябрь айында дәрестәр башлана.
📝Бында һеҙ өйрәнәсәкһегеҙ:
🔹 фонетика һәм грамматика нигеҙҙәрен
🔹 боронғо яҙма ҡомартҡыларҙы анализлау
🔹 ғәмәли оҫталыҡ: метрика китаптарын уҡыу һәм архив сығанаҡтарына таянып, шәжәрә төҙөү
Студенттарға һәм хаҡлы ялдағыларға ташлама ҡаралған
Уҡыу: көндөҙгө бүлек (дәрескә йөрөргә кәрәк).
Күләме: 108 сәғәт.
Хаҡы: 10 000 һум.
📥Курсҡа теркәлеү ошонда.
☎Бөтә һорауҙар буйынса ошонда: 8-917-736-43-32.
🌐 Халыҡ-ара тыныслыҡ көнө икән бөгөн, 21 сентябрь.
Был иҫтәлекле дата 1981 йылдан алып билдәләнә һәм халыҡтарҙы, дәүләттәрҙе үҙ-ара ыҙғыштарҙы туҡтатырға өндәй. Шулай һуң ғына рәсмиләштерелһә лә, был байрам Икенсе донъя һуғышы тамамланғас та барлыҡҡа килгән.
🔹 Рәсәйҙә бөгөнгө көн рәсми рәүештә билдәләнмәй. Шулай ҙа беҙ һәр ваҡыт тыныслыҡ яҡлы: ул саҡта ла, хәҙер ҙә, киләсәктә лә.
Илебеҙ - имен, күк йөҙөбөҙ - аяҙ, тыуасаҡ көнөбөҙ - яҡты, халҡыбыҙ бәхетле булһын! 🕊️
Күлдәктәре йәйҙең туҙҙы инде,
Ҡойолдо ла инде уҡаһы.
Ә мин һаман, ялғап-ҡорап булһын,
Йәйҙәремде килә тотаһым.
Һүрәнәйә барған ҡояшының
Һәр нур-уғын һалам ҡыныма,
Башланышта ғына йәй күңелдә
Һыйынһа ла көҙҙәр һыныма.
Сыуаҡлаған булып көҙ ҡыҫҡартам,
Үпкәләрем әммә юҡ йәйгә:
Йәне - йәндән, тәне - тәндән алмам
Ерегеп тә ергә түл йәйгән.
Көҙгө һыуҙа йөҙҙәремде һырлап
Үрмәкселәр үрә үәл-ауын,
Аһ, йәйҙәрҙең күлдәктәре туҙҙы,
Тоторға тип һонған ҡул еленән
Осоп китә япраҡ-ямауы.
Гүзәл СИТДИҠОВА.
🔥 Дүшәмбе - күптән ниәтләгәнде башларға ваҡыт! Уңыштар 💪📍 Белорет районы, Ҡараташ. Фото: Елена Перминова.
📌Башҡортостанда XXXVI Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтәсәк.
Быйыл байрам 1791 йылдың 20 сентябрендә (яңы стиль буйынса 1 октябрҙә) Өфөлә тыуған рус яҙыусыһы Сергей Аксаковтың 235 йыллығына арнала.
🔹 Байрамға Болгария, Сербия, Германия, Финляндия илдәренән һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар киләсәк.
✅ 25 сентябрҙә, ғәҙәт буйынса, байрам "Аксаков уҡыуҙары" менән башланасаҡ. Студенттар һәм уҡыусылар алдында ҡунаҡтарҙың сығыш яһауы көтөлә.
🔹 Волга дәүләт һыу транспорты университетының Өфөләге филиалында беренсе курс студенттарына билет тапшырыу тантанаһы үтәсәк.
🔹 Аксаков гимназияһында әҙәп-әхлаҡ дәресе ойошторола - Аксаковтар ғаиләһе һәм яҙыусының ижады миҫалында традицион ҡиммәттәр тураһында һөйләшеү була.
🔹 Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Санкт-Петербург, Мәскәү, Ырымбур һәм Өфөнән Аксаковты өйрәнеүсе ғалимдар ҡорға йыйыла.
🔹 Сергей Аксаковтың мемориаль йорт-музейында "Аксаков һәм рус яҙыусылары" күргәҙмәһе асыла.
🔹 Музейҙың әҙәби бүлмәһендә "Беҙҙең замандаш" журналы тураһында баш мөхәррире Карина Сайдаметова һәм "Нагаткиндар дворяндар заты. Быуаттар аша юл" китабы тураһында авторы Ольга Титова һөйләйәсәк.
🔹 Баш ҡаланың С.Т. Аксаков исемендәге баҡсала матур концерт ойошторола. Ҡул эштәре һатыласаҡ, балаларға уйындар һәм фото төшөү майҙансыҡтары була.
🔹 Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Аксаков кисәһе үтә.
🔥 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров С.Т. Аксаков исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәби премияһын һәм Григорий Аксаков орденын тапшырасаҡ. Тантана концерт менән тамамлана.
✅ 26 сентябрҙә байрам саралары Бәләбәй, Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында - Сергей Аксаков хәтирәләрен һаҡлаған урындарҙа дауам итәсәк.
📌 Иғтибар! Математиканы яҡшы белеүсе балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, һеҙҙең өсөн шәп яңылыҡ.
Белеүегеҙсә, Өфөлә республика математика лицей-интернаты төҙөлә. Әле бына уның бинаһын тыштан көпләү эштәре бара.
❗ 2026 йылдың 1 октябренән лицейға уҡырға инеүселәр араһында беренсе контроль эштәре һәм осрашып һөйләшеү башлана.
🔹 2027 йылдың 1 сентябренә 6 кластан алып иң аҡыллы һәм һәләтле 360 уҡыусы яңы белем усағына уҡырға киләсәк.
💯 "Беҙ улар өсөн шәп шарттар булдырабыҙ - лицейҙың үҙенең паркы, ике спорт залы, яҡшы китапханаһы, юғары кимәлдәге ҡунаҡханаһы буласаҡ. Һәм шулай уҡ ентекле һайлап алынған уҡытыусылары. Мин попечителдәр советын етәкләйем һәм был мәсьәлә менән шәхсән шөғөлләнәсәкмен",- тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Математика лицей-интернатын төҙөү башланғысын Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе хупланы. Был республика һәм илдең интеллектуаль элитаһын тәрбиәләй торған алдынғы белем усағы буласаҡ👍
📌 Һайлауҙың өсөнсө көнө
Бөгөн һайлауҙың өсөнсө көнө һәм Башҡортостанда 3250 участка һайлау комиссияһы әүҙем эшләй.🔹 Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 2026 йылдың 1 июленә ҡарата 2 955 278 һайларға тейеш кеше иҫәпләнгән. 🔹 19 сентябрҙең кисенә ҡарата шуларҙың 54,64 проценты тауыш биргән. 🔹 Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та ғаиләһе менән "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында Рәсәй Дәүләт Думаһының туғыҙынсы саҡырылыш депутаттарын һайлауҙа ҡатнашҡан. 🔹 Өфө ҡалаһының Дим, Калинин һәм Совет райондары халҡы иң әүҙеме. 🔹 Шулай уҡ Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама һәм Салауат ҡалаларында ла күптәр һайлаған. 🔹 Ә бына Асҡын, Балтас, Бишбүләк, Благовар, Борай, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡыйғы, Миәкә, Салауат, Тәтешле, Федоровка һәм Саҡмағош райондарының 60 проценттан ашыу халҡы ике көн эсендә тауыш биргән. Өс көндөң һөҙөмтәләре иртәгә иртән алдан әйтеләсәк, ә Дәүләт Думаһына һайлауҙың дөйөм йомғағын октябрь башында иғлан итергә тейештәр.
📌 Ағиҙелгә - 35!
Кисә Ағиҙел ҡалаһында бик матур байрам саралары ойошторолған - Ҡала көнө үткән. 🔹 Байрамды "Ағиҙелдә йүгерәбеҙ" сараһы менән башлап ебәргәндәр. 🔹 Шунан "Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә ағас ултыртыуҙа ҡатнашҡандар. 🔹 Ә кискеһен һатыу итеү нөктәләре, балаларға уйындар, төрлө тамаша ойошторолған. Һәм әлбиттә, сағыу концерт - AY YOLA төркөмө сығыш яһаған.🔥 Видео: Альбина Ханнанова.
🌿 Бөгөн бик мөһим һөнәр кешеләренең береһе - урман эшселәрен ҡотлауҙан башлайыҡ әле көндө. Сөнки 20 сентябрь - Урман эшселәре көнө.
🌿 Рәсәйҙә күпләп ағас ултыртыу эшенә 1894 йылда нигеҙ һалына. 1966 йылда ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, урмансылар һөнәри байрамын билдәләй башлай. Ә бына 1980 йылғы ҡарар уны сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә үткәреү тураһында була. Советтар Союзы тарҡалғас та, был традиция һаҡлана һәм 2000 йылда Рәсәй Президенты указы менән раҫланып ҡуя. Байрамдың тарихы бына шулай.
🌿 Башҡортостан территорияһының 40 процентҡа яҡыны - урман (2026 йылдың 1 ғинуарына ҡарата - 5,7 миллион гектар). Күберәк ҡайын, йүкә, ҡарағай, уҫаҡ, шыршы, имән ағастарынан тора беҙҙең урмандар.
🌿 Республикала урманды һаҡлау өсөн ағас ултыртыу ғына түгел, ә янғын булдырмау системалары ла эшләй - тәүлек әйләнәһенә камералар күҙәтеп тора.
🌿 Башҡортостан урман хужалығы эшсәндәрен республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов ҡотлаған:
💯 "Бурысығыҙға тоғро ҡалыуығыҙ, сабырлығығыҙ һәм тыуған еребеҙ хаҡына көн һайын башҡарған фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет, һүрелмәҫ энергия һәм уртаҡ эшебеҙҙә яңынан-яңы уңыштар теләйем!"- тип яҙған Марат Искәндәр улы. Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ һәм йәшел хазинабыҙҙы һаҡлағанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ 💚
📌 Трициклда - һайлауға!
Әбйәлил районы Рысҡужа ауылында 85 йәшлек Хәснә инәй трициклға ултырып, һайлау участкаһына килгән.
Ҡупшы итеп кейенеп ошолай йөрөп килеүе - үҙе бер ҡыуаныс инде олоғайған йәштә 🥰
Видео: Зөһрә Мәһәҙиева.
Баш ҡалала Баймаҡ йәштәре яҡташтары менән бик матур осрашыу үткәргән.
📍 Әйҙәгеҙ әле ошонда кем ҡайһы райондан, яҙып барлап алайыҡ әле 😉
❓ Ә һеҙ нимә менән мәшғүлһегеҙ?
"Йәш фермер" Нурсолтан Хөсәйенов велосипед йүнәтә👍
📌 "Ете батыр: берҙәмлек көсө" конкурсы иғлан ителде.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры "Ете батыр: берҙәмлек көсө" тип аталған балалар һүрәттәре конкурсы иғлан иткән. Ул Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған һәм балаларҙа, үҫмерҙәрҙә берҙәмлек, дуҫлыҡ, ил халыҡтары мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам тәрбиәләүгә арналған.🔹 5 йәштән 18 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша ала. Һәр кем 1 генә һүрәт тәҡдим итергә тейеш. 🔹 Һүрәттәрҙе "Ете батыр тураһында хикәйәт" спектакле буйынса төшөрөргә кәрәк. 🔹 А4 йәки А3 ҙурлыҡтағы ҡағыҙҙа йәнең теләгән стилдә төшөр. 🔹 Эштәр 2026 йылдың 25 октябренә тиклем ҡабул ителә. 🔹 nmt.konkyrs@yandex.ru электрон почтаһына һүрәттең фотоһын йәки скан-күсермәһен, ғариза һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә рөхсәт ебәрергә. 🔹 Еңеүселәрҙе 7 ноябрҙә билдәләйҙәр, иң яҡшы эштәр 31 декабргә тиклем театр фойеһында күргәҙмәгә ҡуйыла. Конкурс положениеһы. Ҡатнашығыҙ! 💪
+4
📌Башҡорт театрының йөҙөк ҡашы булған актрисаларҙың береһе Гөлли Мөбәрәкованың тыуыуына - 90 йыл.
🔹 Гөлли Мөбәрәкова - СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Почёт, Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.
🔹 Ул 1936 йылда Өфөлә тыуған. Атаһы - СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, әсәһе - РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, шағир һәм драматург, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәғиҙә Янбулатова.
🔹 Гөлли Мөбәрәкова актер һөнәрен үҙләштергәс, хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай һәм ғүмер буйы ошо сәхнәгә тоғро ҡала.
Ул 2019 йылдың 20 февралендә Өфөлә вафат булды.
❤️ Гөлли Арыҫлан ҡыҙы менән һоҡланып, бик күп һәм оҙаҡ һөйләргә була.
Әммә уның тормош иптәше, шағир Рафаэль Сафиндан да арттырып әйтеү мөмкин түгел... Хоҙай һине, ахыры, һине шулай Һоҡландырыр өсөн яратҡан. Яратҡан да, ситтән ҡарап тороп, Һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан. Хәтеремдә: мин йәш егет инем, Һин еткән ҡыҙ инең ул саҡта, Һиңә күҙем төшөп йөрөй ине. Тик үҙеңә генә ул хаҡта Әйтә алманым. Түҙҙем. Тыйылдым. Буйым етмәҫ кеүек тойолдоң. Инде хәҙер ир уртаһы булған Һине күҙләп йөрөгән егеттәр. Ә һин һаман шул уҡ, Һаман шул уҡ, Шул ут күҙҙәр, Шул уҡ керпектәр. Тылсымлылар һаман... Һине күргәс, Мин тағы ла һиңә уҡталам, Ялҡын эргәһендә туҡталғандай, Барып етә алмай, туҡталам. Мөмкин түгел яҡын бармауы ла, Барыуыла хәтәр, бик хәтәр... Инде хәҙер һине күҙләп йөрөй Миңә ҡусты тейеш егеттәр. Минең инде йәшем үткән кеүек. Үтер кеүек шулай күп йылдар, Һиңә һаман һоҡланырҙар кеүек, Һиңә һаман ғашиҡ булырҙар. Хоҙай һине, ахыры, һине шулай Һоҡланһындар өсөн яратҡан, Яратҡан да, ситтән ҡарап тороп, Һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан.
+4
Һайлауға һәр кем үҙ транспортында килә, тип хәбәр итәләр райондарҙан 😀Һайлауҙың беренсе көнөндә Башҡортостан халҡының 31,89 проценты килгән, тип хәбәр итә Үҙәк һайлау комиссияһы. Айырыуса Нефтекама һәм Салауат ҡалалары, Асҡын, Благовар, Ейәнсура, Салауат һәм Яңауыл райондары әүҙемлек күрһәткән. Башҡалар ҙа ҡалышмай. Иртәгә лә тауыш биреп өлгөрөргә була, әммә ял тип йоҡлап ятмау хәйерле😉
