603
Подписчики
Нет данных24 часа
Нет данных7 дней
-530 дней
Архив постов
📌 Өс көн ял - тыуған яҡтарға ҡайтып әйләнергә, туғандар менән күрешергә ҡулай.
"Беҙ ата-әсәйем менән атайымдың тыуған яғына, Башҡортостан Республикаһының Ғафури районына барҙыҡ. Унда атайым, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Урманшин Рәмиз Мәғәфүр улы ҡустылары Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнил Кинйәғолов менән осрашты",- тип яҙған Рәмил Урманшин. Ә һеҙ тыуған ауылығыҙға ҡайттығыҙмы? 🥰
Хәйерле иртә ☀️
Яңы аҙнаны ялдан һәм бик мөһим иҫтәлекле датанан - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны һәм Дәүләт гербы тураһында закондар ҡабул ителгән көндән башлайбыҙ.1993 йылдың 12 октябрендә был мөһим документҡа ҡул ҡуйылған. ❓ Ә һеҙ беләһегеҙме, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимнының оҙаҡ йылдар һүҙҙәре булмаған? 🔹 Композитор, дирижер, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Иҙрисов республика гимнының көйөн ижад иткәс, уны 1993 йылда раҫлайҙар. Ә бына гимндың һүҙҙәрен ижад итеүгә 1999 йылда конкурс ойошторола, әммә текст рәсми рәүештә ҡабул ителгәнгә тиклем 15 йыл үтеп китә. 🔹 Әҙер көйгә тап килтереп шиғыр яҙыуы еңел булмай. 🔹 1999 йылда ойошторолған конкурсҡа 140-ҡа яҡын төр шиғыр тәҡдим ителә. Баһауетдин Зәйнетдинов менән Рәшит Шәкүрҙең шиғыры һайлап алына. Әммә шунда уҡ уны ҡабул итмәйҙәр, оҙаҡ йылдар үткәс, Рәшит Шәкүр һәм Рауил Бикбаев шиғри юлдарҙы гимн көйөнә тап килтереү буйынса эшкә тотона. 🔹 Башҡортостан Республикаһы Гимны һүҙҙәре 2008 йылда рәсмиләштерелә. Ә рус теленә уны Светлана Чураева һәм Фәрит Иҙрисов тәржемәләй. Видео: Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле.
Был донъяла бөтәһе лә шартлы:
Шартлы - дандар, шартлы - алтындар.
Ярай әле, Ерҙең бер ҡөҙрәте -
Икмәк тигән төҫһөҙ алтын бар.
Алтын, данһыҙ йәшәп булалыр ул,
Йәшәп ҡара бер көн икмәкһеҙ!..
Тапап йөрөгән ҡара тупраҡта
Үҫкән шул икмәкһеҙ - имгәк һин!
Хәким ҒИЛӘЖЕВ.
Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәре көнө менән! 🌾 Беҙҙе кеше иткән, илде күтәргән хеҙмәтсәндәргә - дан!📍 Әбйәлил районы баҫыуҙары. Видео: Денис Өмөтбаев.
📌 Сорғот башҡорттары Республика көнөн билдәләгән.
Сорғот ҡалаһында йәшәүсе милләттәштәребеҙ Республика көнө уңайынан матур концерт ойошторған. "Яҡтылыҡ" вокаль ансамбле лә сығыш яһаған🔥
Видео: Айгөл Сыбарғошова.
📌 Ләйләкәй яратҡан пониҙар хәҙер башҡортса һөйләшә!
Балалар яратҡан "Минең бәләкәй пони" йәнһүрәтен хәҙер башҡорт телендә ҡарап була.
Быға Айгиз Ҡунафиндың EthnoTech проекты ярҙам иткән.🔹 Башҡорт теленә тәржемә ителгән йәнһүрәттәрҙе ҡарау - бушлай. 🔹 Шулай уҡ үҙеңә кәрәк йәнһүрәтте дә тәржемә иттереп алырға мөмкин. Видео: Азамат Мөхәмәтйәнов.
+2
📌 Республика көнө менән Башҡортостан халҡын Радий Хәбиров ҡотлаған.
💯 "Бөтә Башҡортостан халҡын яратҡан байрамыбыҙ - Республика көнө менән ҡотлайым! Бөгөн уртаҡ йортобоҙҙо дошмандарҙан һаҡлаған бөтә яугирҙарҙы. Геройҙарын өйҙә көткән уларҙың туғандарын һәм яҡындарын. МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүселәрҙе һәм Еңеү өсөн барыһын да эшләүселәрҙе. Башҡортостанды алға этәргән хеҙмәтсәндәребеҙҙе. Ветерандарҙы, улар арҡаһында беҙ көслө, сәскә атҡан төбәктә йәшәйбеҙ. Йәштәребеҙҙе, уларға әле киләсәктә үҙҙәрен күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Республикабыҙҙы яратҡан һәм уны данлаған - ҡаҙаныштары һәм изге эштәре менән, барыһын да. Башҡортостан һәр ваҡыт илебеҙ терәге булды һәм буласаҡ. Уның ҙур сәнғәт, аграр, ғилми, спорт, мәҙәни үҙәге. Һәм ҡатмарлы осорға ҡарамаҫтан, беҙ ышаныслы үҫеште дауам итәсәкбеҙ. Республика көнө менән, ҡәҙерле ватандаштар! Һөйөклө Башҡортостаныбыҙға – артабан да юғары үрҙәр, барығыҙға ла һаулыҡ һәм именлек теләйем!"- тип яҙған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
📌 Премьера!
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Арыҫлан Тимеров - Baby Ti Республика көнөнә бағышлап, йәмәғәт иғтибарына яңы йырын тәҡдим иткән. Бөтә майҙансыҡтарҙа ла тыңлап була, тиелгән.
"Башҡортостан" йыры. Тыңлайбыҙ 😉
Өс нәмәгә күҙҙе лә алмай ҡарарға мөмкин: усаҡҡа, һыу ағымына һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүенә 🔥
Видео: Тимур Шәрипҡолов.
МӘҢГЕ БАЛҠЫ, БАШҠОРТОСТАН💙🤍💚
Моңдарымдың моңо һиңә,
Башҡортостан - төйәгем һин.
Һиндә тыуып, һиндә үҫтем,
Берҙән-берем, йөрәгем һин.
Һулап туймаҫ - һауаларың,
Йомарт ерең - иҫ китмәле!
Байлығыңды һанар өсөн
Белеп торам һүҙ етмәҫен.
Баҫыуҙарың, диңгеҙ төҫлө,
Иҫкән елгә тулҡын һирпә.
Башын эйгән башаҡтарҙа
Бөртөк-бөртөк йәшәү тиртә.
Хазинаға, Башҡортостан,
Һәр тарафың һинең тулы.
Ҡабынғанһың уралымдың
Күкрәгендә йондоҙ булып.
Уйымда һин, ҡанымда һин,
Башҡортостан - ғәзиз әсәм.
Киң ватандан ҡеүәт алып,
Мәңге балҡы, мәңге йәшә!
Башҡортостан - ғәзиз әсәм.
Рәмил ЙӘНБӘК.
Байрам менән, яҡташтар! Иң изге теләктәр юллайбыҙ һәм тыуған Башҡортостаныбыҙҙың сәскә атыуын теләйбеҙ. 🌺
📌 "Халҡым йырҙары" концерты үтте.
Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында кисә Республика көнө айҡанлы "Халҡым йырҙары" тип аталған күркәм концерт ойошторолдо. Башҡорт халыҡ оҙон көйҙәренән торған моңло кисә булды был.
🔹 Видеола Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Артур Ғайсаров: тамаҡ-ҡурай алымы менән уйнай.
Видео: Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрынан.
❓ Үлән, шпон, еҙ ҡурай нисек яңғырай?
Бик файҙалы видео тәҡдим итәбеҙ - Динар Абдуллин төшөргән 👍
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! 🥧
Уңған яҡташыбыҙ, "Башҡорт ауылындағы тормош" төркөмөн алып барған Лилиә Ханова тәмле алма рулеты бешереү ысулы менән бүлешкән.
🍎 Бына уның яҙғандары:
5 кенә ингредиенттан эшләнә был рулет. 600-700 г алманы ҡырғыс аша үткәрергә, шунан тигеҙләп силикон пергамент ҡағыҙына һалырға. Мин тәрилкә менән тигеҙләйем, шулай уңайлыраҡ.
Артабан 4 йомортҡа менән 1 стакан шәкәрҙе блендер менән болғатырға кәрәк. Ярты көмөш ҡалағы сода (йәки 1 көмөш ҡалаҡ разрыхлитель), 1 стакан он ҡушырға ла тағы болғатырға. Килеп сыҡҡан массаны алманың өҫтөнә ҡойорға, тигеҙләргә һәм 180 градусҡа мейескә ҡыҙарып бешкәненә тиклем оҙатырға. Бешеү ваҡыты берәй 30 минут була.
💯 "Ныҡ тәмле рулет килеп сыға. Эшләүе лә оҙаҡ түгел",- ти оҫта хужабикә.
+5
📌 Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл ҡуйылды.
Билдәле дәүләт эшмәкәре Миҙхәт Шакировтың тыуыуына 110 йыл тулды. Һәм кисә, Республика көнө алдынан, ул йәшәгән йорт эргәһендә һәйкәл ҡуйылды.
💯 "Миҙхәт Закир улы Башҡортостанды 18 йыл етәкләгән. Был иҡтисади үҫеш, сәнәғәттә, ауыл хужалығында, төҙөлөштә сағыу уңыштар осоро булған. Һәм бөгөнгө ваҡиға - оҙаҡ йылдар кешеләргә оло ихтирам һәм һөйөү менән уны алға этәргән республиканың күренекле улына хөрмәтебеҙ һәм рәхмәтебеҙ. Тағы ла был беҙҙең ветерандарға, үҙенең ижади хеҙмәте менән хәҙерге Башҡортостандың үҫешенә нигеҙ һалған кешеләргә рәхмәт әйтеү мөмкинлеге",- ти Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Шулай уҡ республика етәксеһе был һәйкәлдең авторы скульптор Салауат Щербаковҡа рәхмәт белдергән. Һәм тыуған Башҡортостандың үҫешенә өлөш индергән элекке быуындарҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса эш дауам итәсәк, тигән.
"Алда пландар күп, ваҡыты еткәс, һөйләрмен",- тип яҙған Радий Фәрит улы.
Байрам менән! 🎉
Башҡортостанда Ҡурай көнө бөгөн: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы 2024 йылдан билдәләнә.
Бына ошондай һәләтле балаларыбыҙ булғанда милли уйын ҡоралыбыҙҙың да ғүмере оҙайлы булыр 😇
Видео: Рәмил Мөхәмәтшин.
📌 Ленин паркына килегеҙ!
Ике йыл төҙөкләндерелгәндән һуң, Өфөлә Ленин исемендәге парк асылды. Уны яңыртыу процесын Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров шәхсән контролдә тотто.
Ысынын әйткәндә, хәҙер парк танымаҫлыҡ! 🔥
📌"Шайморатовсылар" 550-гә артты.
Республика көнө алдынан Өфөләге Совет майҙанында Башҡортостандың төрлө район-ҡалаһынан 550 малай һәм ҡыҙҙы "Шайморатов класы"на алыу тантанаһы үтте.
💯 "Беҙҙә бөтәһе 293 "Шайморатов класы" бар, уларҙа 6,5 мең бала уҡый. Был исемде йөрөтөү хоҡуғы иң лайыҡлыларға ғына бирелә - уҡыуҙа, спортта, йәмәғәт проекттарында етди уңышҡа өлгәшеүселәргә. Балаларҙың үҙенсәлекле программаһы - улар Рәсәй һәм Башҡортостан тарихын, башҡа предметтарҙы өйрәнә, физик һәм строй әҙерлеген үтә, хореография менән шөғөлләнә. Ысын патриоттар булып үҫәләр. "Шайморатовсыларыбыҙға" тик изге теләктәр генә еткерәм!"- тип яҙған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Ул бындай сара етенсе тапҡыр үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, һаман да тулҡынландырғыс, тип билдәләгән.
❓ Бәшир Рәмиев исемендәге Республика математика лицей-интернатына нисек уҡырға инергә?
✅1 октябрҙә "РМЛИ-ға юл" олимпиадаһына теркәлеү башланды - был 2027 йылда асыласаҡ Б. Рәмиев исемендәге Республика лицей-интернатына төп һайлап алыу һынауы.
📍 Яңы белем усағы Өфөлә Менделеев урамында төҙөлә. Унда 360 уҡыу һәм 250 йоҡо урыны була. Бөтә республиканан һәләтле балаларҙы туплаясаҡ.
🔥 Республика математика лицей-интернатына уҡырға инеү өсөн тәүҙә ОЛИМПИАДА һынауын үтергә кәрәк.❓ Кем ҡатнаша ала: 🔹 5-се класс уҡыусылары - 6-сы класҡа уҡырға алыналар; 🔹 6-сы класс уҡыусылары - 7-гә алыналар; 🔹 7-се класс уҡыусылары - 8-гә алыналар; 🔹 9 класс уҡыусылары - 10-сы класҡа уҡырға алыналар. ✅ Һәр береһенә 3-әр параллель класс булдырырға ниәтләйҙәр (60 кешегә тиклем). 📍 Олимпиада этаптары: 🔸 I этап — «Сириус.Курсы» майҙансығында дистанцион рәүештә (2026 йылдың октябрендә): 🔹 19–20 октябрь — 5-се класс; 🔹 20–21 октябрь — 6-сы класс; 🔹 21–22 октябрь — 7-се класс; 🔹 22–23 октябрь — 9-сы класс. 🔸 II этап — беренсе һынауҙы үткән иң яҡшы уҡыусылар араһында, шәхсән күрешеп һөйләшеү (2027 йылдың февраль-март айында). 🔸 III этап — йәйге математика мәктәбе (2027 йылдың июнь-июль айында).
💯 Олимпиаданы "Аврора" Һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге үткәрә. Бөтәһенә лә тигеҙ мөмкинлектәр бирелә. Һөҙөмтәлә иң юғары баһа алған 240 һәләтле уҡыусы һайлап алынасаҡ.❓ Ҡасанға тиклем теркәлергә? ✅ Олимпиадала ҡатнашыу өсөн 2026 йылдың 19 октябренә тиклем «Сириус.Курсы» майҙансығында теркәлеү үтеп өлгөрөргә кәрәк. Башлы башҡорттар, уңыштар!✊ Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
🍁 Ленин паркы нисек үҙгәргән?
Бөгөн, 9 октябрҙә, Өфөләге Ленин исемендәге паркты асыу тантанаһы була. Саралар киске сәғәт 7-лә башлана.
💯 Ә уға тиклем БСТ каналында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың парк тураһындағы интервьюһын ҡарағыҙ.
Тапшырыу сәғәт 14:00-дә башлана.
Йәки ошо һылтанма буйынса үтеп, уҡырға мөмкин.
+3
📌Бөгөн, 9 октябрҙә, Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының сәйәси сәркәтибе,1921-1924 йылдарҙа Башҡорт АССР-ның Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе урынбаҫары, Башҡорт телен бойомға ашырыу буйынса комиссия рәйесе, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Шәһит ХОҘАЙБИРҘИН тыуыуға 130 йыл.
🔹 Шәһит Хоҙайбирҙин 1896 йылдың 9 октябрендә Бесәнсе ауылында - хәҙерге Башҡортостандың Хоҙайбирҙин ауылында тыуған. Ул бик иртә атайһыҙ ҡала.🔹 1909 йылда йәйәүләп Ырымбурға уҡырға сығып китә - "Хөсәйениә" мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Шәкерт йылдарында студент гәзиттәрен сығарыуҙа ҡатнаша. 🔹 Беренсе донъя һуғышы башланыу менән Шәһит Әхмәт улы рота фельдшеры курстарын үтеп, көньяҡ-көнбайыш фронтҡа үҙ ирке менән китә. Ауыр йәрәхәтләнгәндән һуң, 1916 йылда уны Өфөгә күсерәләр. Ошонда ул Февраль революцияһын ҡаршылай - 144-се запас уҡсылар полкы һалдаты булараҡ. 🔹 Шәһит Хоҙайбирҙин 1917 йылдан Рәсәй коммунистар партияһы ағзаһы булып тора.
🔥 Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә, илдәге барлыҡ үҙгәрештәҙә әүҙем ҡатнаша. Шәһит Хоҙайбирҙин башҡорт теленә дәүләт теле итеү өсөн бик тос өлөш индергән, башҡорт журналистикаһына нигеҙ һалған шәхес.🔹 1921 йылдың мартында Х съезд делегаттары составында Кронштадтты штурмлауҙа ҡатнаша һәм ҡаты яралана. Яуҙа ҡатнашҡаны өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған. 🔹 1924 йылда Шәһит Әхмәт улы Мәскәүгә кәңәшмәгә юлланған саҡта ҡаты ауырыуҙан вафат була. Уға ни бары 28 йәш була. Шәһит Хоҙайбирҙинды Өфөгә алып ҡайтып ерләйҙәр: ҡәбере Ленин исемендәге паркта урынлашҡан. 📍 Әйткәндәй, бөгөн был Ленин исемендәге парк төҙөкләндерелгәндән һуң асыла, байрам саралары киске сәғәт 7-лә башланасаҡ. Шәхес тураһында Өфөләге йорт-музейында тулыраҡ мәғлүмәт алырға була.
📌 "Ағиҙел тулҡындарында" Бөтә Рәсәй халыҡ мәҙәниәте фестиваль-конкурсында ҡатнашығыҙ.
Конкурс 4 ноябрҙә Өфө балалар филармонияһында үтәсәк. Ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 21 октябргә тиклем тапшырып өлгөрөргә кәрәк.
Сара Рәсәй һәм Башҡортостан халыҡтарының этномәҙәни мираҫын һаҡлау, таратыу, һәләтле йәштәргә һөнәри йүнәлтмә биреү маҡсатында ойошторола.
Тулыраҡ: https://salavat.bashkortostan.ru/presscenter/news/851992/
