611
Підписники
Немає даних24 години
Немає даних7 днів
-230 день
Архів дописів
📌 ZAINETDIN Мәскәүҙә "Рәсәй креатив аҙнаһын" фестиваль-форумында ҡатнашҡан.
Бында Рәсәйҙең 81 төбәгенән һәм 15 сит илдән 3500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Креатив индустрияларҙы үҫтереү тураһында фекер алышыу ойошторолған.
Башҡортостандан Заһир Зәйнетдинов барған. Ул Мәҙәни башланғыстар Президент фонды ярҙамында милли музыканы һаҡлау һәм үҫтереү тураһында һөйләгән.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
+8
📌 Батыр улдар хәтеренә - стела
Әбйәлил районы Байым ауылында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугирҙар хәтеренә стела асылған.
🔹 Байым ауылы биләмәһенә 10 ауыл ҡарай һәм һәр ауылда ил һағында торған батыр йөрәкле ир-егеттәребеҙ бар. Араларында аяҙ күк йөҙө, беҙҙең тыныслыҡ өсөн йәнен фиҙа ҡылыусылар ҙа, ҡыҙғанысҡа күрә, юҡ түгел.
🔹 Ауылдың әүҙем халҡы, яугирҙарҙың ата-әсәләре, тормош иптәштәре һәм балалары үҙ көсө менән стела ҡуйған. Уны асыу тантанаһында Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар ҡатнашҡан.
💯 "Ошо изге башланғысты еренә еткереп эшләүгә ышаныс белдергән, атҡарып сығарыуға көстәрен йәлләмәгән, яугирҙарыбыҙҙың ата-әсәләре, ҡатындары, балалары алдында баш эйәбеҙ. Күгебеҙ аяҙ, көндәребеҙ тыныс булып, яуҙағы яугирҙарыбыҙға тиҙерәк өйҙәренә әйләнеп ҡайтырға насип итһен! Яуҙа шәһит киткәндәрҙең мәңгелек йоҡолары тыныс, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, рухтары шат, имандары юлдаш булһын", - тип яҙа Зөһрә Собханғолова.
Изге теләктәргә ҡушылабыҙ, шулай була күрһен!
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
+4
📌Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре көнө менән!
Башҡортостандың бер төркөм Күп функциялы үҙәк (МФЦ) хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары алдынан Башҡортостан Хөкүмәте йортонда тәбрикләгәндәр.
🔥Был һөнәри байрам 2025 йылдан рәсми билдәләнә. Шул уҡ йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән "Башҡортостан Республикаһының Күп функциялы үҙәгенең атҡаҙанған хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем дә булдырылғайны.
💯"Йылдар дауамында Күп функциялы үҙәктәр Башҡортостан халҡы тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әүерелде. Һеҙ илдәге иң ҙур һәм һөҙөмтәле селтәрҙәрҙең береһен төҙөнөгөҙ. Әммә үҙәктәрҙең иң мөһим ҡаҙанышы - ул көн дә сабырлыҡ һәм профессионализм күрһәтеп, граждандарға иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙамлашҡан кешеләр. Яңы төбәк байрамын булдырыу - һеҙҙең республика үҫешенә һалған өлөшөгөҙҙө лайыҡлы баһалау",- тине Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Александр Гагин. 🔥Күп функциялы үҙәк, тигәндә, ошоно күҙ алдына килтерегеҙ: 🔹 77 офис 🔹 46 территориаль айырымланған структура бүлексәһе 🔹 366 күсмә хеҙмәтләндереү пункттары (республиканың 99,14% халҡын хеҙмәтләндерәләр) 🔹 1200-гә яҡын универсаль белгес, көн дә 10 меңгә яҡын кешене ҡабул итәләр 🔹 15 йыл эсендә 67 миллиондан ашыу мөрәжәғәт эшкәртелгән 🔹 256 ведомство һәм ойошма менән бәйләнеш булдырылған 🔹 500-гә яҡын социаль әһәмиәтле дәүләт, муниципаль һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтелә. 🔹 айырыуса МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә иғтибар көслө - Күп функциялы үҙәк аша 69 ярҙам сараһы аша алып була. 🔹 "Рәсәйҙең иң яҡшы Күп функциялы үҙәге" конкурсында беҙҙекеләр йыл да юғары баһалана. 🌸Халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләгән белгестәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Һаулыҡ һәм рәхмәтле кешеләр күберәк булыуын теләйбеҙ! Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❓Һикергәнегеҙ бармы?
✅Ҡәҙерле Башҡортостаныбыҙға, гүзәл Өфөбөҙгә ҡоштар осор бейеклектән ҡарарға теләһәгеҙ, бына ошонда барығыҙ:
🪂 СкайЦентр - Өфө ҡалаһы эргәһендәге "Первушино" аэродромында
🪂 Рәсәй ДОСААФ-ның Башҡортостан буйынса авиация-техник спорт клубы - Октябрьский ҡалаһында
Байрам менән!🎉
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
Байрам менән, диңгеҙселәр!
Ел тик ыңғай иҫһен, тымыҡ диңгеҙ һәм һил тормош, ныҡлы тыл теләйбеҙ.
+1
🏆 «Өфө» командаһы - чемпион!
Мәскәү өлкәһендә үткән «Рәсәй патриоттары» Бөтә Рәсәй туристик слетында Өфө йыйылма командаһы абсолют чемпион булған🔥
Ярышта Рәсәйҙең 25-тән ашыу төбәгенән 600-ҙән ашыу һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән спортсы ҡатнашҡан. Өфө командаһында Әбйәлил районы Рысҡужа ауылынан Зөлфир Зәйнуллин да бар.
Башҡортостан командаһы барлыҡ дисциплиналарҙа ла юғары һөҙөмтә күрһәткән:
• Катамаран-4;
• Катамаран-2;
• Ир-егеттәр араһында сапборд дисциплиналарында тик беренселекте генә яулағандар. Афарин! 👏
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
+5
📌Бөгөн Сауҙа хеҙмәткәре көнө икән. Был өлкәгә бәйле булғандарҙың барыһын да ҡотлайбыҙ. Һәм бер юлы тарихҡа күҙ һалйыҡ - сауҙа башҡорттарҙың ҡатында булған.
🔹 III–VIII быуаттарҙа уҡ башҡорттар йәшәгән ерҙәр төпкөл булмаған, ә ысын мәғәнәһендә Урал "ҡапҡаһы" тип иҫәпләнгән - халыҡ-ара сауҙаға юл асылған. Археологик табыштар быға дәлил: Көньяҡ Урал аша Бөйөк Ебәк юлының төньяҡ тармағы үткән.
🔹 XIV быуатта башҡорттар Ҡытай һәм Төркиә менән әүҙем алыш-биреш алып барған. Ҡиммәтле йәнлек тиреләре, бал, ит, аттар һатҡандар һәм хатта моданан да ҡалышмағандар!
🔹 Ҡәберлектәрҙә табылған әйберҙәр башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының бай булыуын, төрлө аҫылташтарҙан эшләнгән үҙенсәлекле биҙәүестәр тағып йөрөүен раҫлай.
🔹 IX–XII быуатта башҡорттарҙа тимерселек тә үҫешә.
🔥 Бөгөн дә Башҡортостанда сауҙа алдынғы үҫешкән өлкәләрҙең береһе. Мәҫәлән, 2026 йылдың ғинуар-март айҙарында республика магазиндарының килеме 439,7 млрд һум тәшкил иткән, был былтырғыға ҡарағанда 9 процентҡа күберәк.
🔹 Йыл башында Башҡортостанда күмәртәләп һәм берәмләп һатыу өлкәһендә 13,9 мең ойошма теркәлгән, был төбәктең бөтә ойошмаларының 20,5 процентын тәшкил итә. Шулай уҡ 41,3 мең шәхси эшҡыуар эшләгән.
🔹 2026 йыл һөҙөмтәләре буйынса берәмләп һатыу итеү әйләнеше 1,9 трлн һум тәшкил итер, тип күҙаллана.
🔹 Бөгөн башҡорт брендтары маркетплейстарға ла сыға.
🔹 Башҡортостанда был өлкәне үҫтереү тураһында тулыраҡ Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмөндә белә алаһығыҙ.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
Үҙебеҙҙең йәштәр 🔥❤️
"Аманат" халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле егеттәре һәм ҡыҙҙары.
+4
#тел_тере_шишмә
Башҡорт теленең төрлө һөйләштәренән ҡыҙыҡлы һүҙҙәрҙе тәҡдим итәбеҙ.
Дүрткелһалма биҙәгенең һүрәтен комментарийҙарға ебәрегеҙ әле, беләйек😉
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
📌Бизнес, спорт һәм башҡорт колориты: "Батыр х Этноран" - 2026 үтә.
Башҡортостандың "Минең бизнес" үҙәге ваҡиға туризмын һәм урындағы брендтарҙы үҫтергән сараларға ярҙам итә.
Бына шундайҙарҙың береһе 25-26 июлдә Өфө районы Жуков ауылында үтә.Бында һөнәри спортсылар ғына түгел, ғаилә һәм эшҡыуарҙар өсөн файҙалы майҙансыҡ буласаҡ. ✅Һәр кемгә ҡыҙыҡлы йүгереү дистанциялары. Милли кейемдәрҙә лә, балалар өсөн дә, экстрим яратыусыларға ла тап килгәне табылыр. ✅Данлыҡлы "Ҡымыҙ миляһы" - иң ҡыҙыҡ һәм күңелле йүгереү. ✅Кәсепселәр йәрминкәһе: бал, биҙәүестәр һәм башҡа ҡул эштәренән күҙҙәр ҡамашасаҡ. ✅Мәҙәни программа: концерт, аттар ҡатнашлығында тамаша, уҡ атыу, асыҡ һауала палаткалар ҡаласығы. Эшҡыуарҙар һәм компаниялар өсөн "Этноран" - ул хеҙмәттәштәр менән йәйге тимбилдингтың бер төрө. 🔥 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❓Был һөнәр ҡасан барлыҡҡа килгән?
✅Әле Боронғо Рустә үк һалым йыйыу өсөн ерҙәрҙе тасуирлаусы кешеләр булған. XVI быуатта тәүге күсереүсе китаптары барлыҡҡа килә. Петр I заманында беренсе ватан геодезистарын әҙерләй башлайҙар.
❓Кадастр инженеры нимә менән шөғөлләнә?
✅Геодезия, хоҡуҡ һәм IT өлкәһендәге универсаль кеше ул, кадастр инженеры.
📍 Уның бурыстары:
🔹 урынға барып, махсус ҡорамалдар ярҙамында ер участкаларының теүәл сиктәрен билдәләү;
🔹 йорт, фатир, бинаның межа һәм техник планын төҙөү;
🔹 күсемһеҙ милекте Росреестрҙа кадастр иҫәбенә ҡуйыу өсөн документтар әҙерләү;
🔹 ер, ҡала төҙөлөшө, торлаҡ ҡануниәте менән эшләү.
🔹 Заман кадастр инженеры GIS-система, пилотһыҙ осоу аппараттары, лазер сканеры менән дә эш итә белергә тейеш.
❓Ҡайҙа белем алырға?
✅Кадастр инженеры булыу өсөн "Ер төҙөлөшө һәм кадастр", "Күсемһеҙ милек кадастры", "Ҡала кадастры" тигән йүнәлештәрҙә белем алырға кәрәк.
🔹 Был һөнәргә Башҡорт дәүләт аграр университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы, Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжы, Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжында уҡырға мөмкин.
❓Ни өсөн был киләсәк һөнәре була ала?
✅Торлаҡ төҙөлөшө һәм уңайлыҡтар булдырыу бөтә ил буйлап үҫешә - кадастр инженерҙары һәр ваҡыт кәрәк.
Бынан тыш, күсемһеҙ милекте һанлаштырыу һәм электрон теркәүгә күсеү IT өлкәһендәге белгестәргә ихтыяжды арттыра.
💯Бөгөн, 24 июлдә, кадастр инженерҙары һөнәри байрамын билдәләй.
Бәлки, бер нисә йылдан һеҙҙе лә ҡотларҙар?
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
Беҙҙең Башҡортостан❤️ 🔵⚪🟢
Изге йома мөбәрәк булһын! 😇
Видео: Илюзә Вәхитова.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
📌 "Ҡаҙиғәт" - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының йола бейеүе.
Уны Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы ҡатын-ҡыҙҙары башҡарған. Бейеү ҡаҙҙарға оҡшатып баҫыуға ҡоролған.
Республика халыҡ ижады үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, был бик боронғо бейеү, ул башҡорттарҙың ҡоштар һәм ағастар ерҙәге байлыҡтарҙы һаҡлаусы булыуына инанған осорға бәйле.
🔥 Бейеүсе инә ҡаҙ тапанған кеүек баҫа.
📍 Видеола Мәсетле районының "Ҡабырсаҡ" халыҡ ансамбле. Етәксеһе - Рәсимә Әхмәтйәнова.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❓ Салауаттар бармы бында?
✅ Йәкшәмбе, 26 июлдә, Монайҙа йыйылабыҙ!
🔥 Гөлсөм Бикбулатова саҡыра, асыҡ һауала шәп концерт буласаҡ.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
+2
📌 Путин Баймаҡтағы ғаиләне бүләкләне.
Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында йәшәүсе Ирина һәм Ғәзиз Шәйәхмәтовтарҙы "Ата-әсәлек даны" ордены бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйған. Тиҙҙән награда хужаларын табасаҡ.
🔹 Шәйәхмәтовтар ғаиләһендә 15 бала тәрбиәләнә. Ғаилә башлыҡтары 32 йыл бергә татыу ғүмер итә һәм ошо ваҡыт эсендә 15 бала тәрбиәләп үҫтергән. Әйткәндәй, уларҙың етәүһен улар ҡарауға алып, ата-әсә һөйөүен бүләк иткән.
🔹 Ғәзиз Илгиз улы 35 йыл уҡытыусы булып эшләгән, хәҙер урындағы мәсеттең имам-хатибы. Ирина Рафаэль ҡыҙы "Өмөт" алмаш ғаиләләр район клубы менән етәкселек итә, хәҙер йорт хужабикәһе.
🔹 Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Шәйәхмәтовтар өсөн был тәүге награда түгел. 2018 йылда улар "Йыл ғаиләһе" төбәк конкурсында еңгән. Ғәзиз Илгиз улына "Атайлыҡ даны" миҙалы, ә Ирина Рафаэль ҡыҙына "Әсәлек даны" миҙалы бирелгән.
📍 Әйткәндәй, Шәйәхмәтовтарҙы ла иҫәпкә алһаҡ, Башҡортостанда әлеге көндә 20 ғаиләгә "Ата-әсәлек даны" ордены бирелгән, 34 ғаилә ордендың миҙалы менән билдәләнгән.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
+8
📌 Бүздәктә ҡаңлы ырыуы башҡорттары йыйылды.
17 июлдә Бүздәктә ҡаңлы ырыуы башҡорттарына арналған саралар үткән.🔹 Ҡаңлы ырыуы - төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Бөгөн улар Башҡортостандың Бүздәк, Бәләбәй, Бөрө, Благовар, Дәүләкән, Дүртөйлө, Кушнаренко, Мишкә, Туймазы райондарында йәшәй. 🔹 Шағир Шәйехзада Бабич, дәүләт эшмәкәрҙәре Муллаян Халиҡов, Зыя Нуриев кеүек билдәле шәхестәр биргән ырыу ул. 🔥 Ҡаңлы ырыуына арналған сарала иҫтәлек ташы асылған: Учалы районынан алып киленгән 4 тонналыҡ гранит Бүздәк районы хакимиәте бинаһы алдында урынлаштырылған. 🔹 Ҡаңлы йыйынында Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Игдиев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, гвардия полковнигы, МХО-ла ҡатнашыусы Денис Чернавин, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Таңсулпан Бабичева һәм ҡаңлы ырыуы вәкилдәре ҡатнашҡан.
🔹 Ҡаңлы ырыуы советы һайланған, рәйес итеп - Хәлил Фарваев.🔹 Шәжәрә байрамында Сыртлановтар, Алаҡаевтар, Кинйәкәевтар, Бабичевтар, Халиҡовтар, Шәғәлиевтар нәҫеле сәхнәгә күтәрелеп, үҙҙәренең кисәңгеһе һәм бөгөнгөһө тураһында һөйләгән. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
Гитара. Усаҡ. Йондоҙҙар. Дуҫтар. Палатка.
Был һүҙҙәр башҡорт йәштәре өсөн бер нәмәне аңлата - "Ҡош юлы" башҡорт бард фестивале 🔥
2026 йылдың 31 июленән 2 авгусына тиклем ошо романтиканы тойоп, башҡорт теле мөхитендә, йыр-моңға сорналып ял итеп ҡайтығыҙ.Быйыл фестиваль 15 йыллығын билдәләй. 📍 Ейәнсура районы, Таҙлар ауылы, «Ҡош юлы» яланы 🚌 Үҙегеҙҙең транспорт булмаһа, Өфөнән автобуста барырға була. ⚡ Бының өсөн ошонда үтеп алдан теркәлергә кәрәк. ⏰ Автобус нисәлә ҡуҙғала: 🔹 Өфө - "Ҡош юлы" - 31 июль, сәғәт иртәнге 8-ҙә 🔹 "Ҡош юлы" - Өфө - 2 август сәғәт төшкө 12-лә 🔹 Юл хаҡы бер яҡҡа 1000 һум, барып ҡайтыуға - 2000 һум. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
