en
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Open in Telegram
613
Subscribers
No data24 hours
No data7 days
-630 days
Posts Archive
📌 Өфөлә "Атай ҡаһарманлығы" йәмәғәт наградаһына эйә булыусылар тәбрикләнде. Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында "
+2
📌 Өфөлә "Атай ҡаһарманлығы" йәмәғәт наградаһына эйә булыусылар тәбрикләнде. Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында "Про Зрение города Уфа" инвалидтар ойошмаһы һәм Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы тарафынан дүртенсе тапҡыр ойошторолған конкурста меңдән ашыу атайҙың кандидатураһы тәҡдим ителгән, шуларҙың 200-гә яҡыны бүләкләнгән. 💯Был юғары баһаға быйыл 173 ир-егет дәғүә иткән, шуларҙың 34-енә бөгөн награда тапшырылды.
"Халыҡ әйтә, үҙ атайыңдың улы ғына түгел, халҡыңдың да улы бул, ти. Бөгөн Ватаныбыҙҙы һаҡлаған атайҙарға айырыуса рәхмәт. Улар үҙ өлгөләрендә балаларға үҙ ереңде яратырға һәм уны нисек һаҡларға өйрәтә. Үҙенсәлекле балалар тәрбиәләгән атайҙарға айырыуса ихтирамымды белдерәм, һеҙ ир кешенең ысын көсө эргәлә була белеүҙә, яратыуҙа, ярҙамлашыуҙа, ауырлыҡтар алдында баш эймәүҙә икәнен дәлилләйһегеҙ. Бөгөнгө заманда дөрөҫ әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, һәр һүҙҙә һәм эштә уларға таяныу айырыуса мөһим. Балаларыбыҙ тәү сиратта ысын эштәребеҙгә ҡарап өйрәнә. Йорттарығыҙҙа һәр ваҡыт ҡот һәм бәхет хөкөм һөрһөн, балалар һөйөү һәм хөрмәт күреп үҫһен һәм һәр береһе ғорурланып: атайым - миңә өлгө, таянысым һәм көсөм, тип әйтә алһын",
- тиелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хатында.

📌 Иртәгә, 22 октябрҙә, булған хәлгә таянып ижад ителгән спектакль күрһәтелә. 📍 Сәрүәр Сурина пьесаһы буйынса ҡуйылған "Зәйт
+2
📌 Иртәгә, 22 октябрҙә, булған хәлгә таянып ижад ителгән спектакль күрһәтелә. 📍 Сәрүәр Сурина пьесаһы буйынса ҡуйылған "Зәйтүнә" спектаклен Салауат дәүләт башҡорт драма театры алып килә. Коллектив М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә уйнаясаҡ.
Был спектакль булған хәлгә нигеҙләнгән һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған.
🔹Башҡортостандың Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған Зәйтүнә Әлибаева үҙ теләге менән 1942 йылдың майында фронтҡа китә. Ул 44-се һауаны күҙәтеү һәм элемтә батальонына тәғәйенләнә. 9 августа хаҡта торған ҡыҙ немец разведкаһының ҡаты һөжүменә дусар була. 🔹20 йәшлек Зәйтүнә Ҡалмыҡстандың Садовое ауылы эргәһендә вафат була. 🔹Батыр башҡорт ҡыҙы тураһында спектаклдең режиссеры Рафаэль Ғәйнуллинға Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов бәйән итә. Ҡалмыҡстанда Зәйтүнә Әлибаеваның исеме онотолмаған, һәр кем уның батырлығы хаҡында белә. 🔹15 октябрҙә спектаклде Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙының яҡташтары баһалай алды.
Башҡортостан Башлығы указы менән уға һынмаҫ рухы һәм күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң легендар генерал Миңлеғәли Шайморатов ордены бирелде.
Был юғары награда геройҙың һеңлеһе Лилиә Саяхова ҡулына тапшырылды. 📍 Бына шундай тарихлы спектакль көтә Өфө ҡалаһы халҡын һәм ҡунаҡтарын.

"Бейеүҙәрендә башҡорттар йырҙа йырланылған һүҙҙәрҙе хәрәкәттәре аша күрһәтергә тырыша",
- тигән рус ғалимы һәм сәйәхәтсе Иван Лепехин. 🔥Видео: HAZINA этно-проекты концертында йырға ҡушылып бейегән башҡорт һылыуҙары.

🔥"Зарифа" - башҡорт ансамбленең беренсе бейеүе.
Шулай уҡ "Зарифа" бейеүе - беренсе күмәк бейеү.
Фәйзи Ғәскәров Мәскәү - Өфө поезында ҡайтып килгәнендә ошо бейеүҙе һалырға ниәтләгән, тиҙәр. ⚡Башҡорт АССР-ның 20 йыллығына әҙерлек башлана һәм 1939 йылдың 20 мартында "Зарифа" бейеүен тәүге тапҡыр сәхнәлә башҡаралар. ✅Бейеүселәр Хазина Мағазова менән Ирек Ибраһимов тәүге солистар була. 💯"Зарифа" бейеүе ошондай уҡ атамалы башҡорт ҡыҫҡа көйөнә һалынған - йырҙы 1894 йылда Сергей Рыбаков Верхнеурал өйәҙе Аҡымбәт ауылында (хәҙерге Әбйәлил районы Ташбулат ауылы) яҙып ала. Йыр риүәйәте буйынса, уны Ҡушый ауылынан (хәҙерге Әбйәлил районы) Зарифа исемле бейеүсе ҡатын сығарған.

Башҡорт бейеүҙәрендә рух сағыла ❤️‍🔥 Видео: Илгизәр Йәнтүрин.

МИЛЛИ БЕЙЕҮ КӨНӨ МЕНӘН! ❤️ Бөгөн Башҡортостанда беренсе тапҡыр рәсми рәүештә Милли бейеү көнө билдәләнә. Уны республика Башлы
МИЛЛИ БЕЙЕҮ КӨНӨ МЕНӘН! ❤️
Бөгөн Башҡортостанда беренсе тапҡыр рәсми рәүештә Милли бейеү көнө билдәләнә. Уны республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, төбәк халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрәләр.
📍 Әйткәндәй, 21 октябрь көнө юҡҡа һайланмаған - бөгөн билдәле башҡорт хореографы Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө. 🔹Ул 1912 йылда Бөрө ҡалаһында тыуған. Граждандар һуғышы осоронда етем ҡала һәм балалар йорттарында тәрбиәләнә. Әммә хыялы уны яйлап Мәскәү ҡалаһына СССР-ҙың Ҙур театры эргәһендәге хореография техникумына алып килә. Уны тамамлағас, Башҡортостанға әйләнеп ҡайта, СССР Халыҡ бейеүҙәре дәүләт ансамбле солисы була һәм Башҡортостанда шундай уҡ коллектив тупларға хыяллана. Ниһайәт, 1939 йылда шундай ижади төркөм туплана һәм 20 мартта тәүге концертын бирә. Бөгөн ул нигеҙ һалыусы бөйөк бейеү оҫтаһының исемен ғорур йөрөтә һәм бар донъяға башҡорт бейеүен таныта. 📍 Бөгөн байрам уңайынан "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында ҙур тамаша көтөлә. Ул ғына ла түгел, һәр мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеһында байрамға арналған саралар ойошторола.

📌 Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 106 йыл тулыу айҡанлы мәғлүмәт туплаған арала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың 2020 йылда төшөргән видеоһын табып алдыҡ.
🍃Республика етәксеһе Мостай Кәримдең "Ҡайын япрағы тураһында" шиғырынан өҙөк һөйләгән.
Ер шарының картаһына Ҡараһаң яҡшы ғына, - Башҡортостан шул картала Бер япраҡ саҡлы ғына. Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың Бер япрағы ни бары. Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй – Шундай йәшел, юғары. Нисә быуат шул япраҡты Ҡайындан өҙмәк булып, Боҙ һалҡынында туңдырмаҡ, Утта көйҙөрмәк булып, Нисә диңгеҙ аръяғынан Ниндәй елдәр иҫмәгән, Ниндәй йәшен уйнамаған, Ниндәй ҡырау төшмәгән. Шул япраҡты ашар булып, Нисә төрлө ҡорт һырыған, Ҡайһы «милләт», ҡайһы « дәүләт », Йә «өммәт» затлы булған. Ғорур япраҡ өҙөлмәгән Ғорур ҡайын – әсәнән, Әсәһенең һуты менән, Көсө менән йәшәгән. Бөгөнгө яҙ килде илгә Елдәр, дауылдар аша. Ҡайындың шат япраҡтары, Тыңла, нисек шаулаша! Картаға ҡарап, еремде: - Бер япраҡ саҡлы, - тинем, Мин хайранмын киңлегеңә, Башҡортостаным-илем! Бер сигең Яйыҡ ярында, Ыҡ буйында бер сигең, Бөркөт ҡанатын талдырыр Сал тауҙарың бар һинең. Һиндә тормоштоң көрлөгө, Донъялар именлеге, Һиндә тауҙар ғорурлығы, Далалар иркенлеге. Һыуҙарың көмөш. Тупрағың Торғаны алтын һинең, Бар хазинаңдан ҡиммәтле Бәхетле халҡың һинең! Донъя картаһында ерем Бер япраҡ саҡлы ғына, Ә быуаттар төпкөлөнә Ҡараһаң яҡшы ғына, Ошо изге ерҙән уҙған Күпме быуын яҙмышы - Һауаларға ашҡан даны, Һыуға һеңгән һағышы. Был тупраҡҡа сәмле тарих Ҡандар менән яҙылған, Ҡаяларҙа ҡылыс эҙе - Ташҡа тамға һалынған. «Эйгән башты ҡылыс сапмай», - Тиһә лә иҫке мәҡәл, Баш эймәгән ғорур халҡым, Теҙ сүгеп йәшәмәгән. …Бик хәйерсе булған халҡым, Тик хәйер һорашмаған, Билгә ҡылыс таҡҡан, шуға Арҡаға тоҡ аҫмаған, Билгә ҡылыс таҡҡан, ләкин Күршелә ил баҫмаған. Кем уға ҡорал күтәрһә, Шуны яуҙа тураған. Дошманының атын һорап, Затын һорап тормаған. Кисәгең дә, бөгөнөңдәй, Күңелемә яҡын минең, Утты, һыуҙы кисеп үткән Ҡаһарман халҡым минең!

Уфтанма! Уфтанма – бит һинең ул уҙған ғүмерең Уйнап-көлөп кенә уҙмаған. Һиңә насип булган аҡ бәхет, ҙур шатлыҡ, Яҡты көн әле бит уҙмаған. Һиңә насип булган аҡ бәхет, ҙур шатлыҡ, Яҡты көн әле бит уҙмаған. Уфтанма, ғүмерҙәр яҙ кеүек үтә, тип, Сал сәсең күрһәң дә уфтанма. Яҙ килә лә китә, ғүмер шулай үтә, Уфтанма, уфтанма, уфтанма. Яҙ килә лә китә, ғүмер шулай үтә, Уфтанма, уфтанма, уфтанма. Видео: Илшат Абдрахманов

📌 Мәскәүҙә Башҡортостандан белем алған беренсе курс студенттары өсөн БашПерваш - 2025 сараһы ойошторолған. Уны Башҡортостанд
+8
📌 Мәскәүҙә Башҡортостандан белем алған беренсе курс студенттары өсөн БашПерваш - 2025 сараһы ойошторолған. Уны Башҡортостандың РФ Президенты эргәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары берлеге үткәргән.
Йәштәргә бер-береһен танып белергә, дуҫлыҡ ептәре һуҙырға ярҙам иткән мөһим сарала Башҡортостандың Рәсәй Президенты эргәһендә тулы хоҡуҡлы вәкиле Ринат Фәйзуллин, Студенттар һәм аспиранттар берлегенең етәксеһе Айһылыу Ишбаева, Мәскәү ҡалаһының Йәмәғәт бәйләнештәре һәм йәштәр сәйәсәте комитетының "Мәскәү йәштәре" проекты буйынса бүлек етәксеһе Павел Голубев сығыш яһаған.
🔹Ҡунаҡтар өсөн сағыу концерт ойошторолған, "Алтын ай" Мәскәү башҡорт бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаған, йәштәр квест үткән - Мәскәүҙең тарихи урындары менән танышҡандар. 🔹Шулай уҡ "Иң яҡшы беренсе курс студенты - 2025" конкурсының еңеүселәре билдәләнгән.

Оло инәй һәм Кендек 💘 🎬Видео: Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабич менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Шәһит Хамматов.

📌Башҡорт егетенә етеүсе булмаған ⚡Өфө дәүләт нефть техник университетының 2-се курс студенты Вадим Харисов Төркмәнстанда үтк
+1
📌Башҡорт егетенә етеүсе булмаған ⚡Өфө дәүләт нефть техник университетының 2-се курс студенты Вадим Харисов Төркмәнстанда үткән Химия буйынса халыҡ-ара олимпиадала иң юғары һөҙөмтә күрһәткән. Ашхабад ҡалаһында ойошторолған олимпиадала Рәсәй, Беларусь, Бөйөк Британия, Әзербайжан, Әрмәнстан, Иран, Италия, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Төркмәнстан университеттарынан 250 студент ҡатнашҡан. 🔥26 алтын миҙалдың 13-өн Рәсәй студенттары яулаған. Шуларҙың береһе Вадим Харисов. Ә
йткәндәй, талантлы егетебеҙҙең быға тиклем Ҡытай, Сәғүд Ғәрәбстаны,Швейцария һәм Ҡаҙағстанда үткән халыҡ-ара олимпиадаларҙан да 4 алтын миҙалы бар ине.
Бына шундай афарин йәштәребеҙ бар!

ҮҘЕМӘ ӘЙТКӘН ҺҮҘ Тәү һүҙемде әсәйемә әйттем, Икенсеһен ергә өндәштем. Шунан ары бүтәндәргә күпме Өгөт бирҙем, "аҡыл өләштем".
ҮҘЕМӘ ӘЙТКӘН ҺҮҘ Тәү һүҙемде әсәйемә әйттем, Икенсеһен ергә өндәштем. Шунан ары бүтәндәргә күпме Өгөт бирҙем, "аҡыл өләштем". Баҡһаң икән, аҡылдарға һыуһау, Кәңәштәргә мохтаж үҙем бар, Шул үҙемә бөгөн һүҙем бар: Ғүмер уҙған һайын, беҙҙе алып, Йылдар етеҙерәк сабыр ул, Йылдар саба тиеп, сәбәләнмә, Сабырырак бул һин, сабыр бул. Эйелеп-бөгөлөп барма һәр тарафҡа, бөгөлә икән, талдар бөгөлһөн; Елберләмә һәр уҙғынсы елгә, Елберләмә, уҫаҡ түгелһең. Һыйҙар күрһәң, талымһыҙҙан булма, Миҙгел белеп үрел ҡашыҡҡа; Елгә еленләгән һәр уйыңды Илгә таратырға ашыҡма. Ағыу менән дарыу бер үк заттан, Тик самаларға - төрлө саманан, Самаларҙан сығып дан йырлама, Һәм хөкөм дә итмә ҡабалан. Айға менһәң, үрә һикермәй тор, Ҡояш бар бит айҙан юғары; Түргә төшһәң, "гүргә төштөм" тимә, Унан сыҡҡан әҙәм юҡ але. Ауырлыҡтар ауһа иңдәреңә, Еңеләйтер сара табыр бул. Ауырына, хәйер, түҙерһең дә, Еңеленә сыҙа, сабыр бул. Мостай КӘРИМ.

Хәйерле көндәр! 🍂Октябрь айы төрлө әһәмиәтле байрамдарға бай булды. 🔹Бөгөн, 20 октябрь, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай
Хәйерле көндәр! 🍂Октябрь айы төрлө әһәмиәтле байрамдарға бай булды. 🔹Бөгөн, 20 октябрь, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө, шулай уҡ Халыҡ-ара ашнаҡсы көнө. 🔹Иртәгә, 21 октябрҙә беренсе тапҡыр Милли бейеү көнөн билдәләйбеҙ. Был туралағы указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Ошо байрам уңайынан Өфөлә матур концерт һәм башҡа саралар көтөлә. 🔹25 октябрҙә, теүәл 135 йыл элек, билдәле башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре Афзал Таһиров тыуған. Афзал Мөхөтдин улы яҙыусы ғына түгел, ә 1931-1937 йылдарҙа республиканың иң юғары дәүләт органын - Башҡорт АССР-ның Үҙәк башҡарма комитетын етәкләгән кеше, 1932 йылдан СССР Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы булып һайлана. 1934-1937 йылдарҙа БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе, 1936-1937 йылдарҙа Тел һәм әҙәбиәт Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтын етәкләй.

+1
BABY Ti - "Һиңә генә", ике өлөшөн дә бер юлы ҡарағыҙ, тыңлағыҙ 😉

Өфөлә бар шундай йорт 🏡 🔸Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы 1996 йылда асылған. Ул - XIX быуаттың 60-сы йылдарында генерал-майор Капитон Слотов төҙөткән мезонинлы ике ҡатлы ағас йорт. 🔹1923 йылдың октябрендә Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте был йортто Шәһит Хоҙайбирҙингә бүләк итә. Ул партия һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡортостанда Совет власын урынлаштырыусыларҙың береһе, БАССР-ҙың эске эштәр буйынса беренсе халыҡ комиссары була. 🔹Шәһит Әхмәт улы был йортта 1 йыл ғына йәшәп өлгөрә, ҡатыны һәм ҡыҙы 1960 йылға тиклем ошонда тора.
🔹Йорт-музейҙа 900-ҙән ашыу дана ҡомартҡы һаҡлана.
🔸Эш тәртибе: 🔹Шишәмбе - шәмбе 11:00 - 18:00. 🔹Йәкшәмбе, дүшәмбе - ял көндәре. 🔹 Айҙың һуңғы шишәмбеһе - санитар көн. 🔹Музей кассаһы эш көнө тамамланырҙан 1 сәғәт алда ябыла.

Өфө «Нур» татар дәүләт театрында билдәле яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса «Һине көтәләр» тип аталған спектакль әҙерлән
Өфө «Нур» татар дәүләт театрында билдәле яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса «Һине көтәләр» тип аталған спектакль әҙерләнә. Махсус хәрби операцияға бағышланған спектакль-вербатим 6 ноябрҙә күрһәтеләсәк, тип хәбәр итә "Ағиҙел" журналы.

Алтын көҙ ҙә елеп үтер инде, Һары япраҡ елгә һибелә, Ғүмер ҙә бит һиҙелмәйсә аға, Үтер инде,үтер көҙө лә. Шул ваҡытты тотоп т
Алтын көҙ ҙә елеп үтер инде, Һары япраҡ елгә һибелә, Ғүмер ҙә бит һиҙелмәйсә аға, Үтер инде,үтер көҙө лә. Шул ваҡытты тотоп торор инем, Тотоп булмай,булмай туҡтатып, Йырҙар тыуа,ошо миҙгелдәрҙе, Кеше ғүмеренә оҡшатып. Бала сағым - хәтфә йәшел үлән, Морон төрткән кеуек яҙымда, Муйыл сәскә атҡан йәшлегемә, Атлап булмаҫ инде аҙым да. Йәйҙәремдә минең бар булмышым, Сәскә атып, биргән емешен, Көҙгө моңдар тула күңелемә, Балланмаған әле миләшем. Яҙҙы уйлап хисләнә күңелем, Йәмле йәйҙә тоям үҙемде, Япраҡ ямғырында баҫып торам, Ҡаршыларға,тиеп көҙөмдө. Лариса ҒИРФАНОВА.

🔥Атайҙар һәм улдар - фотоларҙа кемдәрҙе таныйһығыҙ? Бөгөн Атайҙар көнө, ошо уңайҙан барлыҡ ғаилә башлыҡтарын тәбрикләйбеҙ! Н
+8
🔥Атайҙар һәм улдар - фотоларҙа кемдәрҙе таныйһығыҙ? Бөгөн Атайҙар көнө, ошо уңайҙан барлыҡ ғаилә башлыҡтарын тәбрикләйбеҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар изгелеген теләйбеҙ.🥰
Атайлы бала - арҡалы бала.
Был фотоһүрәттәр шуға бер дәлилдер.

Был иҫ киткес мозаика Башҡортостаныбыҙҙың ҡайһы торлаҡ пунктында, ниндәй бинала урынлашҡан?
Йәгеҙ, фараздарығыҙҙы яҙығыҙ!🔥
Дөрөҫ яуабын иртәгә әйтербеҙ.

Милли бейеү көнөндә Башҡортостан Милли музейында бушлай оҫталыҡ дәрестәре, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ойошторола. Сара иртәнге сәғәт
Милли бейеү көнөндә Башҡортостан Милли музейында бушлай оҫталыҡ дәрестәре, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ойошторола. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Мотлаҡ ҡатнашығыҙ!