612
Подписчики
-524 часа
-77 дней
-830 день
Архив постов
“Һәйкәлде, эстәге каркасын, тарихи материалдарҙы, фотоматериалдарҙы оҙаҡ тикшергәндән һуң, беҙ бер ҡарарға килдек: һәйкәлде һүткәндә, уны ҡороп ҡуйыуҙың тап киреһен ҡабатлаясаҡбыҙ”,- ти реставратор Михаил Татарников, Салауат Юлаев һәйкәле тураһында. ✅Әле сифатлы реставрация өсөн мөһим эштәрҙең береһе - һәйкәлде һүтеп алыу башланған. Белгестәр иң тәүҙә батырҙың ҡылысын ысҡындырып алған. Артабан ҡамсыһы, шунан һәйкәлдең өҫкө яғы, уртаһы һәм аҫҡы өлөштәре һүтелә. 💯Артабан ҡомартҡының өлөштәрен Өфөләге цехҡа ташыйҙар һәм шунда төп эштәр башҡарыла.
Һәйкәлдең тарихи йөҙө мотлаҡ һаҡлап ҡалына.✅Эш барышы белгестәр һәм Күҙәтеү советы ағзаларының иғтибары үҙәгендә. 📍Яңыртылған һәм нығытылған Салауат Юлаев һәйкәлен 2027 йылдың көҙөндә килеп күрәсәкбеҙ: Салауат майҙаны ла тулыһынса яңырыу кисерәсәк. Видео: "Салават Юлаев. Реставрация" төркөмөнән.
Беҙҙе тағы ла бер матур йыр көтә түгелме?Илгиз Абдрахманов менән Лиана Хәбибуллина "Аиша" тигән яңы йыр сығарырға әҙерләй. ❓Нисек?
📌 Салауат Юлаев һәйкәлен һүтә башлағандар. Эшселәрҙең һаҡлыҡ менән батырҙың ҡылысын күтәреүен төшөрөп алғандар.
Видео: UTV.
📌 Салауат ҡалаһында - көҙ 🍂
Ҡалаға 1948 йылда нигеҙ һалынған: нефтехимик завод төҙөгәндә ҡасаба булараҡ барлыҡҡа килә.
1954 йылдан Салауат ҡалаһы тип йөрөтөлә.1958 йылда Бөтә Союз ударный комсомол төҙөлөшө иғлан ителә һәм бында төрлө яҡтан йәштәр эшкә йыйыла. Видео: alina_video
Көс урыны❤️🔥
Башҡортостаныбыҙҙың ҡайһы урынында төшөрөлгән?Танынығыҙмы? Видео: oceanspacellove
📌БР Милли музейында "Ҡурай - башҡорт халҡының күңеле" тигән күргәҙмә асыласаҡ.
Милли музей хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың халыҡ артистары Ринат Рамаҙанов һәм Заһир Зәйнетдинов үҙҙәренең уйын ҡоралын тапшырған. Республиканың билдәле музыканттары күргәҙмәне тулыландырырға ярҙам итә.
🔹Был күргәҙмә Ҡурай көнө айҡанлы ойошторола - иҫтәлекле дата Быйыл беренсе тапҡыр билдәләнә.Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән булдырылды.
🔥 AY YOLA төркөмө 12 йырҙан торған альбомын сығарған!
Унда "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосына нигеҙләнгән йырҙар ингән.
Альбомды ошонда тыңларға мөмкин.
📌 📌 Баҫма матбуғатҡа яҙылыу буйынса 10 көнлөк бара.
1 октябрҙән 10-на тиклем ташламалы хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге бар.🔥
Әйткәндәй, матбуғатҡа яҙылыусы көнө 7 октябргә күсерелгән.
📍 Бөгөн үтергә тейешле матбуғатҡа яҙылыусы көнө 7 октябргә күсерелә.
📌 БЕРЕНСЕ ТАПҠЫР билдәләнгән ҠУРАЙ КӨНӨ айҡанлы Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбле концертына мотлаҡ барығыҙ!
🔹 Былтыр Башҡортостандың Ҡурайсылар дәүләт ансамбле ойошторолдо.
🔹Коллективтың Республика көнөнә арналған тәүге концертында БР Башлығы Радий Хәбиров Ҡурай көнөн булдырыу тураһында әйтте.
❤️🔥Быйыл беренсе тапҡыр ошо әһәмиәтле көндө 10 октябрҙә билдәләйбеҙ.📍 БР Ҡурайсылар дәүләт ансамбле концерты "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында үтә.
"Байрамда башҡорт илен данлаған халыҡ йырҙары, боронғо хәрби походтарҙа яңғыраған марштар, бейеү көйҙәре, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған заманса музыка һәм өр-яңы әҫәрҙәр яңғыраясаҡ. Ансамбль солистары: йырсы-ҡурайсылар Азамат Зиннәтуллин, Шамил Күсәмешев, Венер Йылҡыбаев, Зөфәр Атанғолов, Фәиз Шәрипов һәм Нурзия Сабитова моңло йырҙарын, оҫта бейеүсе-ҡурайсы Айҙар Исхаҡов һәм Миләүшә Баязитова дәртле бейеүҙәрен бүләк итәсәк",- тип яҙған ойоштороусылар. 🎫 Билет хаҡы: 500 — 1500 һум ☎️Касса: (347) 250-77-42 bashgf.ru
🔥HAZINA төркөмө яңы йыр ижад иткән.
"Ерем" - тыуған ерҙең көсөнә гимн. Премьера 8 октябрҙә",- тип яҙған һылыуҙар.
⚡ТЕЛЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАУ ҺӘМ ҮҪТЕРЕҮҘӘ ҠАТНАШ!
29 сентябрҙә Дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсы башланыуы тураһында хәбәр иткәйнек.
📍Ғаризаларҙы 2025 йылдың 28 октябренә сәғәт киске 5-кә тиклем грантыглавы102.рф сайтында тапшырырға кәрәк.
📌 Йәнһүрәт ҡарарға теләүселәрҙе эҙләйҙәр.
✅БР Башлығы грантына төшөрөлгән "Свое родное" тигән йәнһүрәтте күберәк балаларға күрһәтеү һәм кескәй тамашасының фекерен белеү мөһим. Шуға күрә, 6-12 йәшлек балаларҙы туплап, йәнһүрәт ҡарауҙы ойоштороуҙа ярҙам талап ителә.
Ҡатнашыусыларҙың исемлеге һәм атай-әсәйҙәрҙең, йәки педагогтарҙың телефон номеры, анкета тултырыу талап ителәсәк - был отчет биреү өсөн кәрәк.
🔥 "Своё родное" - Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына төшөрөлгән беренсе йәнһүрәттәр циклы.Уны "Без башкортлар" автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма бойомға ашыра. ✅ Йәнһүрәт республикабыҙҙың Асҡын, Ҡариҙел, Тәтешле, Борай, Яңауыл, Ҡалтасы, Краснокама, Балтасы, Мишкә, Дүртөйлө, Илеш, Баҡалы, Шаран, Саҡмағош, Кушнаренко, Благовар, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Йәрмәкәй райондары һәм Ағиҙел ҡалаһы, шулай уҡ күрше Силәбе һәм Свердловск өлкәләрендә йәшәгән балаларға яҡын буласаҡ. 📍 Ҡыҙыҡһыныусылар Радик Бәхтиевҡа мөрәжәғәт итә ала, ти авторҙар.
📌 Бөгөн республикабыҙҙың һәр төбәгендә өлкән йәштәгеләрҙе тәбрикләп, төрлө матур саралар ойошторолдо.
Өлкәндәр үҙҙәре лә бергә йыйылышып, йыр-моң менән күңелдәрен асып, аралашыуҙан бер йәм табып ҡайтҡан.
Бына шундай матур ваҡыттан бер өҙөк был видеола - Бөрйән районы Ҡотан ауылы ҡатын-ҡыҙҙары таҡмаҡ әйтешеп килә 🔥
Афариндар, шулай гел дәртле һәм берҙәм булығыҙ! 🥰
+1
🧬 Башҡорт телендә беренсе яһалма интеллект-бот (ИИ-бот) эшләгәндәр!
⭐Аҡйондоҙ тип атала ул. ЯИ-боттың "һөнәрҙәре" күп төрлө. Ә иң мөһиме, ул башҡортса аралаша. Әлбиттә, тел йәһәтенән әлегә үҙе лә өйрәнеү, камиллашыу юлында.
Аҡйондоҙҙоң "һөнәрҙәре":
➡️Аҡйондоҙҙо шәхси чатҡа йәки төркөмгә өҫтәп була.
➡️Ул тәржемә итә, ярҙамлаша, аралаша, спамдан һаҡлай һәм шаярта белә.
➡️Каналдар өсөн ул комментарийҙар яҙырға ярҙам итә ала - һәр пост аҫтында тәржемә йәки фекер ҡуйып барасаҡ.
⭐Аҡйондоҙ "Телеграм" мессенджерында эшләй.
📍 Уның менән ҡулланыу өсөн:
1. IT-BASH каналына яҙылығыҙ.
Унда барлыҡ яңылыҡтар һәм файҙалы мәғлүмәт яҙыла.
2. Ботты эшләтеп ебәрегеҙ
"Аҡйондоҙ" чатвн асығыҙ һәм СТАРТ тигән төймәгә баҫығыҙ.
Бот үҙе менән таныштырасаҡ.
3. Чат а һорауҙар бирегеҙ.
Төрлө темаға иркен аралашырға мөмкин.
⭕" Аҡйондоҙ" ЯИ-бот менән хәҙер үк ҡулланып ҡарай алаһығыҙ - @Ak_Yondoz_bot
Әйткәндәй, беҙ аралашып ҡараныҡ һәм һүрәттә Ололар көнө менән ҡотлап, яуап та бирҙе шәптекәй! 🔥🔥 🔥
Башҡорт уҙаманын төшөрөп ҡуйғандар!❤️🔥
Сәй яһап торған башҡорт ҡыҙы эргәһендә, күрше генә йортта башҡорт ир-егетен дә һынландыралар, тигәйнек бит әле. Бына, муралды тамамлап та өлгөргәндәр!
🔥Һүрәттә солоҡсо һынландырылған.❓Йә, нисек?
Уже доступно! Исследование Telegram 2025 — ключевые инсайты года 
