uz
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Kanalga Telegram’da o‘tish
613
Obunachilar
+124 soatlar
-47 kunlar
-730 kunlar
Postlar arxiv
СУСАҠТАУ Эй, Сусаҡтау, ғорур тау, Әлшәй ерен данлар тау. Мендем Сусаҡтау башына, Ултырҙым таштарына. Гүйә, бөтә Әлшәй ерен Һыйҙырҙым устарыма. Сусаҡтауҙы бейек тиҙәр, Бейек тә ул, бик текә. Менеүҙәре ҡыйын булһа, Төшөүе ауыр үтә. Сусаҡтауҙың киң итәген Димкәйем һыуы йыуа. Сусаҡтауға менгәндәрҙең Теләге ҡабул була. Эй, Сусаҡтау, ғорур тау, Әлшәй ерен данлар тау. Атайсалға һөйөү өҫтәп, Көс, дәрт, илһам биргән тау! Салауат ҒӘЛИ (КӨҪӘПҠОЛОВ). Раевка ауылы. 📍 Сусаҡтау Башҡортостандың Әлшәй районында урынлашҡан. Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан төньяҡҡа табан 5 к алыҫлыҡта, Дим йылғаһының уң яҡ ярында. ✅ Урындағы халыҡ уны Таҙ тау тип тә йөрөтә. ⏺️Ә бына Ҡыҙ күкрәге тип блогерҙар таратҡан атама дөрөҫ түгел. Видео: Иҙел Нурыев.

Ирәмәл тауының атамаһы нимәне аңлатыуы ихтимал һәм Белорет районында металлургияһы нисек үҫешкән? Был хаҡта БСТ каналының "Башҡорттар" тапшырыуында сыҡҡан репортажды ҡарағыҙ.

Башҡортостан ❤️‍🔥 Видео: Иҙел Нурыев.

+6
Уҡытыусы көнө менән! 🌸 Был гөлләмәләр һеҙгә, ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ.💟 Һәр баланы сәскә кеүек тәрбиәләп, күңеленә юл табып, кешелек ҡиммәттәрен һәм белем биреп, оло тормошҡа әҙерләүселәр һеҙ. Ниндәй теләктәр әйтһәк тә, йөрәктәге рәхмәт һүҙҙәрен белдереп бөтөрлөк түгел. Эшегеҙҙә уңыштар һәм рәхмәтле уҡыусылар, сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләйбеҙ! 🥰

Хәйерле кис, Башҡортостаным 🍁🍁🍁 Сәләм ебәреүсе төркөмдәшебеҙ - Мәүлиха Үҙәнбаева.
+3
Хәйерле кис, Башҡортостаным 🍁🍁🍁
Сәләм ебәреүсе төркөмдәшебеҙ - Мәүлиха Үҙәнбаева.

📌 Салауат Юлаев һәйкәле: һуңғы яңылыҡтар Реконструкция эштәре дауам итә. Кисә белгестәр ҡылыс, ҡамсы, эйәр-өпсөндө һүтеп алды. 📍 Бөгөн кран ярҙамында айырыуса һаҡлыҡ менән һәйкәлдең өҫкө өлөшө - батырҙың кәүҙәһен аҫҡа төшөрҙөләр. Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторы, Рәсәй художестволар академияһы академигы Александр Мирианашвили әйтеүенсә, һынға зыян килтермәҫ өсөн алдан йөйҙәре буйлап беркетеп сығалар. Яҡын көндәрҙә шул уҡ рәүештә ат һыны ике өлөшкә бүлеп алынасаҡ.
Һәйкәлде нисек ҡорғандар, шулай һүтәләр - тик кире тәртиптә.
📍 Бөтә эштәр төҙөлгән техник документацияға ярашлы алып барыла, тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов. Шулай уҡ бөтә эштәр Рәсәй художестволар академияһы етәкселегендә һәм Күҙәтеү советы контролендә атҡарыла. 📍 Яңыртылған һәйкәл үҙенең законлы урынына 2027 йылдың көҙөндә - 60 йыллыҡ юбилейында кире ҡуйыласаҡ. Видео: "Салават Юлаев. Реставрация" төркөмө.

📌 Ишембай аша Бөрйәнгә юл һалырға ниәтләйҙәр Был турала бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
"Төп маҡсатым - Ишембай районы аша Бөрйән һәм Белорет яғына юл һалыу перспективаһын ҡарау. Беҙ Өфө - Инйәр - Белорет юлына транспорт альтернативаһын булдырырға ҡарар иттек. Әлеге ваҡытта Ҡолғона ауылына тиклем юл һалабыҙ. Артабан, әлегә әҙер булмаған юл буйлап Ҡағы ауылына тиклем барып етәсәкбеҙ. Төҙөлөш буйынса эш бер нисә йыллыҡ. Һәм, минеңсә, был юл беҙгә бик кәрәк. Икенсенән. Ишембай урамдарын тәртипкә килтереүҙе дауам итәбеҙ. Әле сквер эшләйбеҙ, "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһын ҡуйырға әҙерләнәбеҙ. Был эштәр нисек барыуын күрергә теләйем. Бындай сәфәрҙәр минең өсөн яңы туристик урындарҙы асыу ҙа, аҙаҡ унда төҙөкләндереү һәм ниндәйҙер саралар менән киләсәкбеҙ. Был сәфәрҙең шәхси яғы ла бар - атай-әсәйемдең ҡәберҙәренә барыу. Барығыҙға ла яҡшы көндәр һәм ялдар!"
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы. ❓Ә һеҙ ялдарҙа ниҙәр эшләйһегеҙ?

Бабич шиғырын көйгә һалған 🔥🔥🔥 Билдәле йырсы һәм мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың шиғыр юлдарын көйгә һалған. Видео: Zainetdin.

📌 "Урал" этноүҙәгендә "Күҙ нуры" күргәҙмәһе асылған. Күргәҙмә башҡорт биҙәү-ҡулланма сәнғәте традицияларына арналған. 17-се октябргә тиклем эшләй. 📍 Адресы: "Урал" этноүҙәге - Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56 (Киров урамы яҡлап инергә). 🕒Эш ваҡыты: дүшәмбе - йома сәғәт иртәнге 10-дан киске 6-ға тиклем.
Күргәҙмә сиктәрендә оҫталар менән файҙалы осрашыуҙар ҙа ойошторола.
Видео: Республика халыҡтар ижады үҙәге.

😻😻😻

Йортоғоҙға ҡот, үҙегеҙгә күтәренке кәйеф теләйбеҙ! 🥰
Йортоғоҙға ҡот, үҙегеҙгә күтәренке кәйеф теләйбеҙ! 🥰

“Һәйкәлде, эстәге каркасын, тарихи материалдарҙы, фотоматериалдарҙы оҙаҡ тикшергәндән һуң, беҙ бер ҡарарға килдек: һәйкәлде һүткәндә, уны ҡороп ҡуйыуҙың тап киреһен ҡабатлаясаҡбыҙ”,
- ти реставратор Михаил Татарников, Салауат Юлаев һәйкәле тураһында. ✅Әле сифатлы реставрация өсөн мөһим эштәрҙең береһе - һәйкәлде һүтеп алыу башланған. Белгестәр иң тәүҙә батырҙың ҡылысын ысҡындырып алған. Артабан ҡамсыһы, шунан һәйкәлдең өҫкө яғы, уртаһы һәм аҫҡы өлөштәре һүтелә. 💯Артабан ҡомартҡының өлөштәрен Өфөләге цехҡа ташыйҙар һәм шунда төп эштәр башҡарыла.
Һәйкәлдең тарихи йөҙө мотлаҡ һаҡлап ҡалына.
✅Эш барышы белгестәр һәм Күҙәтеү советы ағзаларының иғтибары үҙәгендә. 📍Яңыртылған һәм нығытылған Салауат Юлаев һәйкәлен 2027 йылдың көҙөндә килеп күрәсәкбеҙ: Салауат майҙаны ла тулыһынса яңырыу кисерәсәк. Видео: "Салават Юлаев. Реставрация" төркөмөнән.

Беҙҙе тағы ла бер матур йыр көтә түгелме?
Илгиз Абдрахманов менән Лиана Хәбибуллина "Аиша" тигән яңы йыр сығарырға әҙерләй. ❓Нисек?

📌 Салауат Юлаев һәйкәлен һүтә башлағандар. Эшселәрҙең һаҡлыҡ менән батырҙың ҡылысын күтәреүен төшөрөп алғандар. Видео: UTV.

📌 Салауат ҡалаһында - көҙ 🍂 Ҡалаға 1948 йылда нигеҙ һалынған: нефтехимик завод төҙөгәндә ҡасаба булараҡ барлыҡҡа килә.
1954 йылдан Салауат ҡалаһы тип йөрөтөлә.
1958 йылда Бөтә Союз ударный комсомол төҙөлөшө иғлан ителә һәм бында төрлө яҡтан йәштәр эшкә йыйыла. Видео: alina_video

Көс урыны❤️‍🔥
Башҡортостаныбыҙҙың ҡайһы урынында төшөрөлгән?
Танынығыҙмы? Видео: oceanspacellove

📌БР Милли музейында "Ҡурай - башҡорт халҡының күңеле" тигән күргәҙмә асыласаҡ. Милли музей хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың халыҡ артистары Ринат Рамаҙанов һәм Заһир Зәйнетдинов үҙҙәренең уйын ҡоралын тапшырған. Республиканың билдәле музыканттары күргәҙмәне тулыландырырға ярҙам итә.
🔹Был күргәҙмә Ҡурай көнө айҡанлы ойошторола - иҫтәлекле дата Быйыл беренсе тапҡыр билдәләнә.
Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән булдырылды.

🔥 AY YOLA төркөмө 12 йырҙан торған альбомын сығарған! Унда "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосына нигеҙләнгән йырҙар ингән. Альб
🔥 AY YOLA төркөмө 12 йырҙан торған альбомын сығарған! Унда "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосына нигеҙләнгән йырҙар ингән. Альбомды ошонда тыңларға мөмкин.

Йома көн уңышлы үтһен! 💟 📍 Ғафури районы, Уҡлы ҡая Фото: Айназ Мостафин.
+5
Йома көн уңышлы үтһен! 💟 📍 Ғафури районы, Уҡлы ҡая Фото: Айназ Мостафин.

"Ләлиләү" 🔥 Видео: Зөлхизә Илбәкова.