ch
Feedback

不要被骗子欺骗!Telemetrio 会找到并标记这些频道 👉 如果想查看标记,请订阅

Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

前往频道在 Telegram
604
订阅者
无数据24 小时
无数据7 天
-130 天

正在加载数据

相似频道
无数据
有任何问题?请刷新页面或联系我们的客服。
标签云
无数据
有任何问题?请刷新页面或联系我们的客服。
进出提及
---
---
---
---
---
---
吸引订阅者
11月 '26
十一月 '260
在0个频道中
十月 '26
+3
在0个频道中
Get PRO
九月 '26
+3
在0个频道中
Get PRO
八月 '26
+8
在0个频道中
Get PRO
七月 '26
+5
在1个频道中
Get PRO
六月 '26
+7
在1个频道中
Get PRO
五月 '26
+4
在1个频道中
Get PRO
四月 '26
+3
在0个频道中
Get PRO
三月 '26
+9
在1个频道中
Get PRO
二月 '26
+12
在0个频道中
Get PRO
一月 '26
+20
在3个频道中
Get PRO
十二月 '25
+7
在1个频道中
Get PRO
十一月 '25
+9
在6个频道中
Get PRO
十月 '25
+22
在14个频道中
Get PRO
九月 '25
+20
在8个频道中
Get PRO
八月 '25
+37
在6个频道中
Get PRO
七月 '25
+16
在1个频道中
Get PRO
六月 '25
+11
在6个频道中
Get PRO
五月 '25
+33
在6个频道中
Get PRO
四月 '25
+73
在7个频道中
Get PRO
三月 '25
+31
在0个频道中
Get PRO
二月 '25
+25
在4个频道中
Get PRO
一月 '25
+527
在5个频道中
Get PRO
十二月 '24
+42
在10个频道中
Get PRO
十一月 '24
+603
在7个频道中
Get PRO
十月 '240
在13个频道中
Get PRO
九月 '24
+4
在14个频道中
Get PRO
八月 '240
在0个频道中
Get PRO
七月 '240
在0个频道中
Get PRO
六月 '240
在0个频道中
Get PRO
五月 '240
在0个频道中
Get PRO
四月 '24
+1
在0个频道中
Get PRO
三月 '240
在0个频道中
Get PRO
二月 '24
+28
在0个频道中
日期
订阅者增长
提及
频道
01 十一月0
频道帖子
📌 Туғандаш халыҡтар менән телдәребеҙҙә оҡшаш һәм айырылып торған да һүҙҙәр бар. Ҡыҙҙар-йондоҙҙар ҡайһы берҙәрен сағыштырып ҡараған. Видео: Алина Ғәйнуллина.

2
📌 Башҡортостандың мәктәп ашханаһы - Рәсәйҙә иң яҡшыһы! Краснодарҙа үткән "Иң яҡшы мәктәп ашханаһы - 2026" Бөтә Рәсәй конкурс+6
📌 Башҡортостандың мәктәп ашханаһы - Рәсәйҙә иң яҡшыһы! Краснодарҙа үткән "Иң яҡшы мәктәп ашханаһы - 2026" Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан абсолют еңеүсе булған. 🔹 Шулай уҡ "Иң яҡшы ҡала мәктәбе ашханаһы" - Белорет ҡалаһының 8-се мәктәбендә. Бында туҡланыуҙы "ОптТорг" компанияһы ойоштора. 🔹 Ә 28-се Өфө коррекцион мәктәп-интернаты һәм Бишбүләк ауылының 3-сө мәктәбе - конкурстың лауреаттары. 🔹 "Иң яҡшы мәктәп ашханаһы ашнаҡсыһы" һөнәри конкурсында 28-се Өфө коррекцион мәктәп-интернаты ашнаҡсыһы Зилирә Байкова 2-се урын яулаған. 💯 "Киләһе йыл иң яҡшы мәктәп ашханаһын беҙҙең республикала һайлаясаҡтар. Бөтә илдән ҡатнашыусыларҙы көтәбеҙ. Беҙҙең өсөн был оло мәртәбә һәм яуаплылыҡ. Һәм әлбиттә, алты йыл алып барылған системалы эшебеҙгә баһа. Мәктәп директорҙары, технологтарҙы, ашнаҡсыларҙы һәм туҡланыуҙы ойоштороусыларҙы - балаларыбыҙҙың сәләмәт һәм сифатлы ризыҡланыуын хәстәрләгән бөтә ҙур командаға рәхмәтемде белдерәм. Ихлас күңелдән ҡотлайым!" - тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
18
3
📌 Урал-Волга буйы халыҡтары һәм мәҙәниәттәренә арналған конференция үткән. Октябрҙең һуңғы ике көнөндә "Йәшлек" йәштәр киңле
📌 Урал-Волга буйы халыҡтары һәм мәҙәниәттәренә арналған конференция үткән. Октябрҙең һуңғы ике көнөндә "Йәшлек" йәштәр киңлегендә йәш ғалимдарҙың "Урал-Волга буйы этностары һәм мәҙәниәттәре: тарих һәм бөгөнгө" ХХ Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үткән. Уны РФА ӨФТҮ Р. Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты ойошторған 🔹 Был конференция 2006 йылдан алып үткәрелә, унда заман археологияһы, этнография, музей эше, антропология, тарих һәм башҡа өлкәләрҙәге көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелә. 🔹 Быйыл ғилми сарала Өфө, Силәбе, Ырымбур, Ҡаҙан һәм башҡа ҡалаларҙан 40 студент һәм йәш ғалим ҡатнашҡан. 🔹 Төп фекер алышыуҙар ялан эштәре һөҙөмтәләре, боронғо һәм урта быуат тарихы, археология, этнография, заманса мәғлүмәти технологияларҙы һәм селтәр сығанаҡтарын ҡулланыу кеүек темаларға бағышланған. Ә пленар ултырышта тарих фәндәре докторҙары Дмитрий Коробов, Рәнүс Садиҡов лекция һөйләгән. Күмәкләшеп Археология һәм этнография музейын барып күргәндәр. 🔹 Конференция һөҙөмтәләре буйынса йыйынтыҡ нәшер ителәсәк. Бик төплө эштәр ҡабул ителде, тип хәбәр итә ойоштороусылар.
19
4
📌 "Алмаз батыр" комиксы эшләнгән. Әлшәй районында М. Буранғолов исемендәге Башҡорт лицейында "Алмаз батыр" тигән комиксты кү+4
📌 "Алмаз батыр" комиксы эшләнгән. Әлшәй районында М. Буранғолов исемендәге Башҡорт лицейында "Алмаз батыр" тигән комиксты күрһәткәндәр. 🔺 Проект балалар һәм үҫмерҙәр араһында башҡорт телен популярлаштырыу маҡсатында Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған. Сарала М. Буранғолов исемендәге Башҡорт лицейы һәм А. Сафин исемендәге 2-се мәктәп уҡыусылары ҡатнашҡан. 🔹 БР Милли китапханаһы директоры Марат Зөлҡәрнәев Башҡортостан геройҙары тураһында һөйләгән. 🔹 Проект авторы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина балаларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырған. 🔹 "Алмаз" вокаль-инструменталь ансамбль Алмаз Сафиндың яратҡан йырҙарын башҡарған. Лариса Абдуллина комикс китабының тәүге даналарын китапханаларға тапшырған.
18
5
Хәйерле ноябрь иртәһе ☀️ Көҙҙөң өсөнсө айы ла килеп етте: октябрь быйыл ҡояшлы көндәре менән бик һөйөндөрҙө, ә ноябрь ҡышты я
Хәйерле ноябрь иртәһе ☀️ Көҙҙөң өсөнсө айы ла килеп етте: октябрь быйыл ҡояшлы көндәре менән бик һөйөндөрҙө, ә ноябрь ҡышты яҡынайтыр, моғайын. Һауа торошона ҡарамай, күңелегеҙ һәр саҡ көр һәм күтәренке булһын! 🥰 📍 Торатауҙа таң атҡанда. Видео: ilyuza_travel
18
6
Йәштәребеҙ ҡыйыу, һәләтле, рухлы ла инде!🔥 Бына, Өфө ҡалаһында, йәмәғәт транспортында башҡорт халыҡ уйын ҡоралы ҡурайҙа һыҙҙ
Йәштәребеҙ ҡыйыу, һәләтле, рухлы ла инде!🔥 Бына, Өфө ҡалаһында, йәмәғәт транспортында башҡорт халыҡ уйын ҡоралы ҡурайҙа һыҙҙырып, "Ете ҡыҙ" көйөн уйнаған Данияр Фәйзуллин атлы егет. Афариндан башҡа һүҙ юҡ! 👏 👏 👏 Видео: Данияр Фәйзуллин.
25
7
📌 Ҡурған башҡорттары тасуири һөйләү буйынса конкурс үткәргән. Сафакүл мәҙәниәт үҙәгендә "Туған телем - пар ҡанатым" тип атал+8
📌 Ҡурған башҡорттары тасуири һөйләү буйынса конкурс үткәргән. Сафакүл мәҙәниәт үҙәгендә "Туған телем - пар ҡанатым" тип аталған башҡорт телендә шиғыр һөйләү конкурсы ойошторолған. Һәр ҡатнашыусының сығышы күңел ҡылдарын сирткән, туған тел моңон яңғыратҡан. 🔹 Иң йәш ҡатнашыусы Динийәр Фазыловҡа ни бары 6 йәш, ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе көтөп алырға 9 көн ҡалғанда вафат булған олатаһына бағышланған шиғырҙы һөйләгәндә бөтәһе лә тын ҡалып тыңлаған. 🔹 Ангелина Бикмөхәмәтова Рәми Ғариповтың "Яндырылған хаттар" поэмаһынан өҙөк һөйләп ишеттергән, Гүзәл Сабирова Константин Симоновтың билдәле "Көт мине" шиғырын башҡортса яңғыратҡан. 💯 "Туған телем - пар ҡанатым" конкурсы туған телебеҙҙе һаҡлауға йүнәлтелгән әһәмиәтле сараларҙың береһе. Ҡурған башҡорттары өсөн туған телебеҙ тарихта ғына ҡалмаған, бөгөнгө һәм киләсәккә өмөт, ҡыуаныс-шатлыҡтарҙы үҙ эсенә алған изге мираҫ булыуын сағылдырған. Ошо сатҡыны һүндермәй, быуындан-быуынға башҡорт телен тапшырыуға үҙ өлөшөн индергәндәргә - афарин!
26
8
📌 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә видеоһорау яҙҙырырға килеүселәрҙе "Авдон моңдары" башҡорт йыр кол
📌 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә видеоһорау яҙҙырырға килеүселәрҙе "Авдон моңдары" башҡорт йыр коллективы ошолай ҡаршы алған. 🔹 Тура бәйләнештең күсмә студияһы майҙансығы бөгөн, 31 октябрҙә, Күсмә халыҡтарҙың Евразия музейының "Турахан" визит-үҙәгендә эшләй. Сәғәт 18:00-гә тиклем килеп, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировҡа һорауыңды яҙҙырып ҡалырға мөмкин. 🔹 Шулай уҡ 31 октябрҙә, Өфө ҡалаһында Көрәш һарайында 16:00 - 20:00 сәғәттә видеоһорауҙар яҙҙырасаҡтар. 📍 Тура бәйләнештең күсмә студияһы майҙансыҡтары тағы ҡайҙа һәм ҡасан эшләйәсәк: 🔹 2026 йылдың 1 ноябрендә - "Мега" сауҙа-күңел асыу үҙәгендә: Сик (Рубежная) урамы, 174 адресы буйынса. Эш ваҡыты - сәғәт 14:00 - 22:00. 🔹 2026 йылдың 3 ноябрендә - Белорет районы, Белорет ҡалаһы, К. Маркс урамы, 70а, "Металлург" кинотеатры адресы буйынса. Эш ваҡыты - сәғәт 10:00 - 18:00. 🔹 2026 йылдың 5 ноябрендә - Салауат районы, Малаяҙ ауылы, Коммунистик урамы, 47, Район мәҙәниәт йортонда. Эш ваҡыты - сәғәт 10:00 - 12:00. 🔹 2026 йылдың 5 ноябрендә - Дыуан районы, Дыуан ауылы, С.А. Михляев урамы, 13, Советтар Союзы Геройы С.А. Михляев исемендәге Дыуан урта мәктәбендә. Эш ваҡыты - сәғәт 15:00 - 17:00. 🔹 2026 йылдың 6 ноябрендә - Балаҡатай районы, Яңы Балаҡатай ауылы, Совет урамы, 109, Район мәҙәниәт һарайында. Эш ваҡыты - сәғәт 12:00 - 16:00. 💯 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә видеоһорауҙарҙы 2026 йылдың 10 ноябре сәғәт 19:00-гә тиклем ебәрергә мөмкин. Һорау биреүҙең башҡа ысулы тураһында ошонда уҡығыҙ.
25
9
📌 Мәсетленең мираҫы һаҡлаулы Мәсетле районында "Сығанаҡтарҙы һаҡлаусылар: Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районының матди+8
📌 Мәсетленең мираҫы һаҡлаулы Мәсетле районында "Сығанаҡтарҙы һаҡлаусылар: Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районының матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарын өйрәнеү һәм популярлаштырыу" тигән түңәрәк ҡор үткән. Унда Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре Рафаэль Ғәзизов, Радик Килмәмәтов, Кәримә Ҡайдалова, Рәмил Нафиҡов ҡатнашҡан. Уларға Мәсетле башҡорттарының үҙенсәлекле мәҙәни мираҫын күрһәткәндәр. 📍 Бына ниндәй рухи ҡомартҡыларыбыҙ һаҡлана Мәсетле ерендә: 🔹 "Муҡсай бишек" - бишектәге балаға көйләп һөйләнгән тарихтар, йырҙарҙы Рәсимә Әхмәтйәнова, Фәниә Нафиҡова һәм Зилиә Йосопова күрһәткән; 🔹 Ҡошсо ырыуының түш биҙәүесе - өлгөһөн Яңы Мишәр ауылынан Фәниә Нафиҡова күрһәткән; 🔹 "Ҡыйҡыуҙап йырлау" - Әй йылғаһында йөҙгән ҡаҙҙарға оҡшатып күмәкләп йырлау, был үҙенсәлекле күренеште "Ынйылар" башҡорт фольклор коллективы башҡарған; 🔹 "Ҡолаҡсын" йолаһын Яуыш ауылынан "Үрнәк" халыҡ ижады коллективы үтәгән; 🔹 "Баҫ, баҫ, баҫ" халыҡ бейеүен башҡарғандар; 🔹 "Ҡаҙиғәт" бейеүен Ләмәҙтамаҡ ауылынан Рита Ҡотлоева башҡарған, был бейеүҙә ҡаҙна оҡшатып бейейҙәр; 🔹 "Оҙон урҙаш", "Ҡыҫҡа урҙаш" тигән йыр һәм бейеү менән үрелеп барған халыҡ уйындарын Тайыш ауылынан Миләүшә Мостафина күрһәткән. Былар барыһы ла Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди булмаған этномәҙәни байлығы объекттарының берҙәм реестрына индерелергә тейеш, тигән ҡарарға килгәндәр. Фото: Лариса Худякова.
27
10
📌 Бөтә донъя ҡалалар көнө икән 31 октябрҙә. ❓ Ә һеҙ башҡорттарҙың ҡалалары борондан булғаны хаҡында беләһегеҙме? Эйе, ата-ба+3
📌 Бөтә донъя ҡалалар көнө икән 31 октябрҙә. ❓ Ә һеҙ башҡорттарҙың ҡалалары борондан булғаны хаҡында беләһегеҙме? Эйе, ата-бабаларыбыҙ ғүмер буйы Уралда йәшәгән һәм беҙҙең дәүергә тиклем 4 мең йыл элек үк ҡалалар һалған. Быға хәҙер Силәбе өлкәһе биләмәһенә ингән Арҡайым һәм Баймаҡ районындағы Селек-1 ҡаласыҡтары дәлил. 🔹 Ғәрәп сәйәхәтсеһе, географ әл-Иҙриси ҡалдырған карталарҙа "эске башҡорттарҙың" Каср (Өфө (Ҡариҙел) йылғаһы үрендә) һәм Маср (аҫтараҡ) ҡалалары бар. 🔹 Венеция картографтары ағалы-ҡустылы Пицигано Паскерди (Башҡорт) тигән ҡаланы Кама бассейнында күрһәтә. 🔹 Үҙебеҙҙең Башҡортостан археологтары, атап әйткәндә, Нияз Мәжитовтың тикшеренеүҙәре Өфө-II, Ханҡала, Ҡалатау ҡаласыҡтарын асыҡларға ярҙам итте. 🔹 1574 йылда урыҫ уҡсылары нигеҙ һалған Өфө ҡәлғәһе лә башҡорттар күрһәтеүе буйынса төҙөлгән. Был урынды яһаҡ түләүгә уңайлы булыр, тигәндәр. Ҡайһы бер фаразлауҙар буйынса, боронғо Паскерди (Башҡорт) ҡалаһы нәҡ хәҙерге Өфө ерендә урынлашыуы ихтимал булған.
24
11
Күңелле ялдар 🔥🔥🔥 Видео: Наҙгөл Хәмитова.
Күңелле ялдар 🔥🔥🔥 Видео: Наҙгөл Хәмитова.
24
12
📌Башҡорт теле грамматикаһын яҙған мадъяр. Төрөк, ҡарасай һәм башҡорт телдәрен өйрәнеүсе венгр ғалимы Вильмош Прёле 1871 йылд
📌Башҡорт теле грамматикаһын яҙған мадъяр. Төрөк, ҡарасай һәм башҡорт телдәрен өйрәнеүсе венгр ғалимы Вильмош Прёле 1871 йылдың 29 октябрендә Австро-Венгрия иленең Ньиредьхаза ҡалаһында тыуған. 🔹 Будапешт университетын тамамлаған, 1895 йылда төрөк тел ғилеме буйынса диссертация яҡлаған. Уҡытыусы булып эшләй, юғары уҡыу йорттарында белем бирә. ❓ Вильмош Прёле исеме беҙгә нимә өсөн ҡыҙыҡ? ✅ Сөнки 1901 йылда Бернат Мункачи етәкселегендә Рәсәй империяһына стажировка үтергә килә һәм Башҡортостанда була. 🔥 1901 йылда Вильмош Прёле "Заятүләк менән Һыуһылыу" башҡорт халыҡ эпосының бер вариантын яҙып ала. Туплаған мәғлүмәттәренең бер өлөшөн "Билдәле башҡорт әкиәтенең варианты" тигән атама менән немец һәм венгр телдәрендә Будапештта нәшер итә. 🔹 Ғалим Рәсәйгә сәйәхәтенән башҡорт, балҡар һәм ҡарасай телдәре буйынса бай материал йыя. 🔹 1903-1904 йылдарҙа "Башҡорт теле грамматикаһы" тигән хеҙмәтен венгр телендә яҙа. 🔹 Һуңыраҡ, 1908-1916 йылдарҙа венгр һәм немец телдәрендә ҡарасай-балҡар телдәре буйынса хеҙмәттәрен, шул иҫәптән йөҙйәшәр Ҡарасай-Черкесс шағиры һәм йырсыһы Ҡасбот Ҡусҡаровтың бер нисә шиғырын баҫтырып сығара.
23
13
📌Хәтер биттәрен һүткәндә... 30 октябрҙә Рәсәй халҡы үткән быуаттың 30-сы йылдарының сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә ала. 🔹 Бы+5
📌Хәтер биттәрен һүткәндә... 30 октябрҙә Рәсәй халҡы үткән быуаттың 30-сы йылдарының сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә ала. 🔹 Был хәтер көнөнә Сибай тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында "Хәтер биттәрен һүткәндә" тигән сара үткән. 🔹 Унда репрессия ҡорбандарының балалары, ейән-еәйнсәрҙәре һәм бүләләре, Сибай күп профилле сәнәғәт колледжының һәм педагогик колледжының студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнашҡан. 🔹 Саҡырылған ҡунаҡтар - Зера һәм Анатолий Рева, Венера һәм Мәсғүт Ибраһимовтар, Резеда Ибраһимова, Римма Мирданова, Фәниә Хәмитова, Рәшит Иҙрисов ғәйепһеҙ хөкөм ителгәндәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғас, ғаилә тарихтарын һөйләгән. 🔹 Анатолий Рева - сәйәси золом ҡорбаны балаһы. 🔹 Венера һәм Мәсғүт Ибраһимовтар, туғаны Резеда Нөсөрәт ҡыҙы менән 1937 йылда ҡулға алынған Фәттәх олаталарын иҫкә алған, ул 1956 йылда аҡланған, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. 💯 "Саранан һуң ҡунаҡтар менән һөйләшеүҙе, хәтирәләрҙе барлауҙы сәй табынында дауам иттек. Музей коллективы уникаль экспонаттарҙы һәм дәүер шаһиттарының хәтирәләрен һаҡлап ҡала, йәмғиәт хәтерендә тарихтың фажиғәле һабаҡтарын ҡалдырырға ярҙам итә", - тип хәбәр иткән сибайҙар.
24
14
Донъя йәме - ҡатын-ҡыҙҙа 😍 Видео: "Guzal dance" бейнм ансамбле һылыуҙары.
Донъя йәме - ҡатын-ҡыҙҙа 😍 Видео: "Guzal dance" бейнм ансамбле һылыуҙары.
23
15
📌 Бөгөн Рәсәйҙә Тренер көнө икән. Рәсми рәүештә билдәләнмәһә лә, спортҡа һөйөү һәм үҙ-үҙеңә ышаныс тәрбиәләгән, көрәшергә һә+4
📌 Бөгөн Рәсәйҙә Тренер көнө икән. Рәсми рәүештә билдәләнмәһә лә, спортҡа һөйөү һәм үҙ-үҙеңә ышаныс тәрбиәләгән, көрәшергә һәм еңергә өйрәткән, сәләмәт тәндә – сәләмәт рух булыуын көн дә дәлилләп торған кешеләргә тағы бер ҡат рәхмәт әйтергә һәм ҡотларға сәбәп был. 💯 Белеүегеҙсә, Башҡортостанда үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнаған был һөнәр кешеләренә ҙур иғтибар бүленә. Айырыуса ауылдарҙа спортты үҫтереү маҡсатында эштәр атҡарыла. ✅ Мәҫәлән, 2020 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән төбәктә “Ауыл тренеры” (“Сельский тренер”) республика программаһы бойомға ашырыла башланы. 🔹 Ул ауылға эшкә килгән йәш тренерҙарға (35 йәшкә тиклем) бер тапҡыр бирелә торған түләүҙән ғибәрәт ине. Тәүҙә был түләү 600 мең һум тәшкил итте, шунан 1 миллион һумға тиклем арттырылды. 🔥 Тәжрибә уңышлы булып сыҡты: бер нисә йыл эсендә 200-ҙән ашыу тренер ярҙам алды. 🔹 Һәм был башланғысты федераль кимәлдә бойомға ашырырға ҡарар ителде: 2024 йылда ул саҡтағы Рәсәй спорт министры Михаил Дегтярев тәҡдиме менән Президент Владимир Путин эште киңәйтергә ҡушты. 🔹 2025 йылда “Ауыл тренеры” (“Земский доктор”) программаһын һынау рәүешендә илдең 26 төбәгендә башлап ебәрҙеләр – 72 тренер түләүҙәр алды. 🔹 Ә 2026 йылдан программа илдең бөтә төбәктәренә ҡағыла. 📍 2026 йылда Башҡортостанда “Ауыл тренеры” федераль программаһы буйынса түләүҙәрҙе Шишмә районының спорт мәктәбе инструктор-методисы Галина Рейтер, Дүртөйлөнөң дзюдо буйынса “Олимпиец” спорт мәктәбе тренеры Анна Пальмина һәм Әлшәй районы спорт мәктәбенең хоккей буйынса тренеры Динис Миңлейәров алды.
24
16
Көҙҙөң йәме - өмәлә🪿🪿🪿 Көҙҙөң бар йәме - өмәләрҙә, бер-береңә ҡышҡа әҙерләнергә ярҙам итеүҙә, изгелек ҡылыуҙа. Борондан ба
Көҙҙөң йәме - өмәлә🪿🪿🪿 Көҙҙөң бар йәме - өмәләрҙә, бер-береңә ҡышҡа әҙерләнергә ярҙам итеүҙә, изгелек ҡылыуҙа. Борондан башҡорттар был эштәрҙе күмәкләп башҡарған: ураҡҡа төшкән, ҡош-ҡорт йолҡҡан, кәртә-ҡураһын нығытҡан, мал аҙығын хәстәрләгән, һуғымға әҙерләнгән. 🪿 Ауылдарҙа әле лә ошо ғәҙәттәрҙе дауам итеп, ҡаҙ өмәләре ойоштороу бар. Бройлер тауыҡтары, өйрәк, күркә, ҡаҙ - йәй буйы бағып үҫтергән ҡош-ҡортон күрше-күлән, туған-тыумаса менән эш итә. 🪿 Әлбиттә, йылдан-йыл эш тәртибе үҙгәрә бара - хәҙер газ яндырғыс менән генә өтәләр, ҡаты һыуыҡтарҙы ла бик көтөп тормайҙар - һаҡлау өсөн туңдырғыс йәшниктәре бар. Әммә бер-береңә ярҙам күрһәтеү ғәҙәте һаҡлана. 🪿 Бына «ЕТЕ ҠЫҘ» ойошмаһының уңған, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Розалия Хисмәтуллина ла тыуған яғы Бөрйәндә ҡош-ҡорт өмәһендә ҡатнашҡан — туғандарына ярҙам иткән. 💯 "Муллыҡ һәм байлыҡ байрамдары һәр йортта үтһен, табындар мул һәм бәрәкәтле, донъялар тыныс булһын!" — тигән Розалия Әмин ҡыҙы. Шулай булһын! 😇
26
17
Тормошоғоҙ көтөлмәгән яҡшы һәм матур яңылыҡтарға тулы булһын 🦋 Был ғәжәйеп күренеш Дәүләкән районындағы "Асылыкүл" тәбиғәт п
Тормошоғоҙ көтөлмәгән яҡшы һәм матур яңылыҡтарға тулы булһын 🦋 Был ғәжәйеп күренеш Дәүләкән районындағы "Асылыкүл" тәбиғәт паркында теркәлгән: октябрь айы булыуға ҡарамаҫтан, көндөҙгө павлин күҙе (Aglais io) тип аталған күбәләк терелеп сыҡҡан. Уны тәбиғәт паркы начальнигы Гүзәл Ғилманова төшөргән. Баҡтиһәң, был күбәләк ошолай ҡанатланған хәлдә лә ҡышлай ала һәм көндәр йылыныу менән терелеп китә икән.
26
18
📌 Уңыш йыйған уңғандарға - автомобиль Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров уңыш йыйыуҙа алдынғы булған комб+5
📌 Уңыш йыйған уңғандарға - автомобиль Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров уңыш йыйыуҙа алдынғы булған комбайн һәм сапҡыс операторҙарына "ЛАДА Нива" автомобилдәрен бүләк итте. 📍 "Иң яҡшы иген урыусы комбайн операторы" номинацияһында еңеүселәр: 🔹 Рәил Иҫәнбитов - Стәрлетамаҡ районы "Калинин исемендәге" аграр предприятиеһы механизаторы 4497 тонна иген иккән; 🔹 Азамат Закиров - Хәйбулла районы Урал Закиров крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы - 4500 тонна иген; 🔹 Василий Фёдоров - Ауырғазы районы "Уңыш" ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы - 3902 тонна иген; 🔹 Рәсим Зарипов - Дүртөйлө районы "Ленин" тоҡом заводы механизаторы - 3578 тонна иген; 🔹 Рәмзил Хаматдинов - Саҡмағош районы "Юлдаш" ойошмаһы механизаторы - 3376 тонна иген; 🔹 Сабирйән Шәрәфиев - Мәсетле районы "Аҡтау" ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы - 2303 тонна иген; 🔹 Денис Шакиров - Борай районы Динарик Шакиров крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы - 2231 тонна иген; 🔹 Алик Яппаров - Балтас районы "Мичурин" ойошмаһы механизаторы - 1090 тонна иген иккән. 📍 "Иң яҡшы үҙйөрөшлө сапҡыс операторы" номинацияһында еңеүсе: 🔹 Илнар Хәмзин - Тәтешле районы "Крупская" ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы - 4853 гектар ерҙән иген һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар урып алған. 📍 "Иң яҡшы сөгөлдөр йыйыусы комбайн операторы" номинацияһында: 🔹 Дмитрий Шевченко - Благовар районы "Лентерра" ойошмаһы механизаторы - ул 1185 гектар ерҙән шәкәр сөгөлдөрөн йыйған. 💯 "Быйыл, бөтә ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, республикала 3,4 млн тонна иген, лайыҡлы шәкәр сөгөлдөрө уңышы, майлы культуралар йыйып алынды. Әлбиттә, был сик түгел. Фәндең иң яңы ҡаҙаныштарын, ашламаларҙы, яҡшы заманса техниканы ҡулланып, тағы ла күберәккә ирешә алабыҙ һәм шулай эшләйәсәкбеҙ ҙә. Әлбиттә, ауыл хужалығына артабан да ярҙамды дауам итәсәкбеҙ. Иртәгә Башҡортостанда Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналар үтәсәк. Был мөһим тармаҡҡа ҡағылышы булған һәр кемде ихлас ҡотлайым! Һеҙ еңел булмаған, әммә республиканың һәм илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге өсөн мөһим эште атҡараһығыҙ. Һәр берегеҙ алдында баш эйәм. Ныҡлы һаулыҡ, муллыҡ һәм именлек теләйем", - тип яҙҙы сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Иң төп ризығыбыҙ - икмәк менән тәьмин иткән хеҙмәтсәндәргә дан! 🔥
26
19
📌 Ҡурсаулыҡҡа сәйәхәт Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 1-се класс уҡыусылары көҙгө каникул ваҡытында Һарғая ауыл+4
📌 Ҡурсаулыҡҡа сәйәхәт Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 1-се класс уҡыусылары көҙгө каникул ваҡытында Һарғая ауылына Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына сәйәхәт ҡылған. 🔹 Тәүҙә ҡурсаулыҡтың ҡағиҙәләре менән таныштырғас, Тәбиғәт музейына юлланғандар. Бында балалар үҫемлектәр, ҡоштар һәм хайуандар донъяһы менән яҡынданыраҡ танышҡан. 💯 "Ҡурсаулыҡтың махсус ябыулы биләмәһендә аҫралған гүзәл маралдарҙы үҙ күҙебеҙ менән күреү беҙҙең өсөн иң ҙур ҡыуаныс булды. Әсәйҙәр бешереп ебәргән тәмлекәстәр менән сәй эсеп алғас, балалар майҙансығында уйнап алдыҡ. Беҙҙең сәйәхәт бик күңелле булды!" - ти класс етәксеһе Ғәлимә Сәлихова. Ул мауыҡтырғыс сәйәхәт өсөн ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен белдергән. Балалар күңелендә тыуған яҡ тәбиғәтенә һөйөү уятҡан бик әһәмиәтле көн булған был💚 ❓ Ә һеҙ каникулдарҙы нисек үткәрәһегеҙ?
25
20
"Ғүмер китабымды, альбом кеүек, Ҡарап сығырға,тип бирһәләр, "Йәшлек" тип яҙылған өс-дүрт битен Урлар инем..." - тип яҙған Баш
"Ғүмер китабымды, альбом кеүек, Ҡарап сығырға,тип бирһәләр, "Йәшлек" тип яҙылған өс-дүрт битен Урлар инем..." - тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм АТНАБАЕВ. Тормошобоҙҙоң һәр минутының ҡәҙерҙәрен беләйек. Төшкө ялығыҙ матур үтһен 🥰 Видео: "Башҡорт ауылындағы тормош" төркөмөн алып барыусы Лилиә Ханова төшөргән был видеоны, шиғырҙы әсәһе Нурсилә ханым тасуири уҡый.
27