617
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-27 أيام
-530 أيام
أرشيف المشاركات
📌 Йырлай-йырлай туҡмас ҡырҡҡан, сәк-сәк бешергән Шишмә районы Урта Хәжәт ауылы ағинәйҙәре - махсус хәрби операциялағы яугирҙар өсөн.
Йомабикә Сафина башлап ебәргән һәм ауылдың егәрле ҡатын-ҡыҙҙары ҡырылмаһа ҡырҡ эшенән бушап, ярҙамға ашыҡҡан. Туҡмас та, сәк-сәк тә тиҙ арала әҙерләнгән - өмәселәрҙең ҡулдары уйнап, үҙҙәре йырлап торған.
Изге ниәттәр менән әҙерләнгән аҙыҡ-түлек яугирҙарыбыҙҙың ризыҡтарына яҙһын😇
Беҙ МАХ-та
Яҙҙың беренсе айын да ослап торабыҙ, иртәгә - алағарайҙың беренсе көнө. Барығыҙға ла именлек-һаулыҡ һәм бәхетле көндәр теләп ҡалабыҙ ❤️
📍 Йүрүҙән йылғаһы.
Фото: Айрат Әхмәтов.
Беҙ МАХ-та
"Салауат Юлаев" хоккей клубы💚
Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) матч алдынан сығыш яһаған 🔥
Башҡорт донъяһы МАХ-та.
📌 Һөнәрселәр көнө менән!
Бөгөн бына шундай матур байрам икән тағы. Ҡул эштәре оҫталарының көнө әлегә рәсмиләштерелмәгән, әммә уның мөһимлеге шикһеҙ.
Был турала Сибай ҡалаһы мэры Сергей Озерцов та билдәләп үткән. Ул Сибай ҡалаһы һөнәрселәренең ҡул эштәре һоҡландыра, ҡыуандыра һәм илһамландыра, ти.
💯 "Нәҡ һеҙ ҡалабыҙҙың ҡабатланмаҫ йөҙөн тыуҙыраһығыҙ, уны мәҙәни яҡтан байыраҡ һәм сағыуыраҡ итәһегеҙ",- тип яҙған Сергей Озерцов. Беҙ ҙә һөнәрселәрҙе, айырыуса боронғо кәсептәрҙе һаҡлап килгән оҫталарҙы, ҡотлайбыҙ. Ҡулығыҙҙан һөйөнөгөҙ🫶
📌ҒАИЛӘЛӘР КОНКУРСЫНДА ҠАТНАШЫҒЫҘ
Башҡортостанда "Йыл ғаиләһе - 2026" Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы башлана. Был турала БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы иғлан итте.
Конкурс 11-се тапҡыр ойошторола һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән. Ул ике этаптан тора: тәүҙә ғаиләләр муниципалитет кимәлендә, шунан республика буйынса ярышалар.
📍Ғаиләләр түбәндәге номинацияларҙа ҡатнаша ала:
🔹«Күп балалы ғаилә»
🔹«Ауыл ғаиләһе»
🔹 «Алтын ғаилә»
🔹«Ғаилә – йолаларҙы һаҡлаусы»
🔹 «Ватанды һаҡлаусы ғаиләһе»
🔹 «Спортив ғаилә»
🔹 «Тәрбиәгә алған ғаилә».
«Алтын ғаилә»; «Ауыл ғаиләһе»; «Күп балалы ҡаилә»; «Ғаилә - йолаларҙы һаҡлаусы»; «Ватанды һаҡлаусы ғаиләһе» номинацияларында еңеүселәр Башҡортостан намыҫын федераль кимәлдә яҡлаясаҡ.💯Былтыр Бөтә Рәсәй конкурсында 11 меңгә яҡын ғаилә ҡатнашҡан, еңеүселәрҙе 460-ы араһынан һайлап алғандар. Муниципаль этапта еңеүселәрҙең материалдарын 2026 йылдың 30 апреленә тиклем түбәндәге электрон адрестарға ебәрергә кәрәк: 📧 mintrud@bashkortostan.ru 📧 Khazipova.ER@bashkortostan.ru Бәйләнеш өсөн: Эвелина Хазипова ☎ 8 (347) 218-07-62 "Йыл ғаиләһе" Бөтә Рәсәй конкурсы тураһында тулыраҡ: clck.ru/3SiwTP
+1
📌АЛТМЫШ ЙЫЛ БЕРГӘ
Эйе, бына шулай "бриллиант туй"ҙарын туйлаған матур ғаиләләр бар беҙҙә. Баймаҡ районының Яңғаҙы ауылынан Зәүрә һәм Хәлит Теүәлбаевтар теүәл 60 йыл бергә ғүмер кисергән. Ә бына Зилә һәм Әхмәтсафа Шәйәхмәтовтар - алтын туйҙарын - сәстәрен сәскә бәйләүҙәренә 50 йыл тулыуҙы билдәләгән.
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Азамат Мөхәмәтшин һәм ауыл хакимиәте башлығы Илнур Ишмөхәмәтов ошо уңайҙан ғаиләләргә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауын еткергән.
Бына шундай матур парҙар, ныҡлы ғаиләләр - ил тотҡаһы. ❤
Бөгөн Ерҙе һаҡлау көнө 🌏
Бына 50 йыл инде донъяла 30 март - Ерҙе һаҡлау көнө билдәләнә.Был - ябай байрам түгел. Ә кешелеккә тыуған йортона - Ергә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға кәрәклекте хәтерләтеп торған көн. 📍 Планетабыҙға зыянды кәметеү - һәр кемдең ҡулынан килгән эш. Көндәлек тормошта тирә-яҡты ҡыйламау, пластик һауыттар һәм муҡсалар ҡулланылышын кәметеү ҙә ҙур өлөш индерә. Ә инде ағастар ултыртыу кеүек изге эш тә атҡарыла икән - бик мәслихәт. 📍 Башҡортостанда был йәһәттән сүп-сарҙы сорттарға айырыу пункттары төҙөлә. Эшкәртелгән әйберҙәрҙе ҡабаттан ҡулланылышҡа индереү бик мөһим. Бәләбәйҙә бындай үҙәк эшләй, Баймаҡта полигон төҙөлгән. Бәләбәй, Баймаҡ, Ишембай, Краснокама, Ҡыйғы райондарында һәм Өфө эргәһендә 6 заманса экологик комплекс төҙөргә ниәтләйҙәр.
+2
АҠҠОШ ЙЫРЫ
Йөрәк әгәр ярһыу толпар булһа,
Ауыҙлыҡлар алтын аҡыл бар.
Ә елергә инде ирек ҡуйғас,
Ары торһон алтын аҡылдар!
Ары торһон көмөш йүгәндәрең,
Ары торһон ебәк теҙгенең,
Был донъяла аҡҡош йыры барҙа
Яҙ итә бел, әйҙә, көҙ көнөн.
Ҡабатланмай һис ни был донъяла,
Был донъяла барыһы үтәсәк.
Хәтерләргә тик иҫтәлек ҡалһын,
Ахыр сиктә тик шул көтәсәк.
Рәми ҒАРИПОВ.
📍 Мораҙым тарлауығы өҫтөнән осоп үткән аҡҡоштар тубы.
Фото: Анатолий Ермоленко.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
📌Көйөргәҙе районында Рәсәй чемпионы, спорт мастеры Иршат Исмәғилев хәтеренә арналған көрәш буйынса Республика асыҡ турниры үтәсәк.
Ярыш 25 апрелдә "Ыласын" спорт мәктәбендә ойошторола. Ул 21-се тапҡыр үтә. Турнирҙа Башҡортостан ҡалалары һәм райондарынан төрлө йәштәге көрәшселәр ҡатнаша ала.
📍Ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 24 апрелгә тиклем эл.почтаға ебәрергә кәрәк kdm301@mail.ru.
Мәғлүмәт өсөн телефон: 8(34757)61486.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
+8
📌 "Аманат - Детям" проекты старт алған.
Ғафури районы Красноусол ауылының "Тополек" балалар баҡсаһында заманса башҡорт төркөмө асылған.
Был төркөм райондың "Баласаҡ ҡалаһы" мәктәпкәсә белем биреүгә ярҙам һәм үҫтереү фондының "Аманат - Детям" проекты сиктәрендә ойошторолған.
📍 Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды ярҙамында бойомға ашырыла.Бүленгән 1,6 миллион һум аҡсаға заманса мебель, интерактив ҡорамалдар, проекторлы экран, 20 комплект милли кейем һәм башҡа ҡорамалдар һатып алынған. Проект сиктәрендә 15 сара үткәреү ҡаралған, шулар араһында уҡ атыу, милли аш-һыу әҙерләү, милли кейем өлөштәрен эшләү, флеш-мобтар, конкурстар һ.б. Балалар Ғафури районы балалар баҡсалары ҡатнашҡан "Дуҫлыҡ урамы" милли мәҙәниәттәр фестивалендә лә ҡатнашасаҡ.
💯 "Был проект сиктәрендә тәрбиәләнгән һәр бала үҙ ерен һәм халҡын яратҡан шәхес булараҡ үҫешер тип ышанам. Алған белемегез һәммәгеҙгә районыбыҙҙың ғына түгел, бөйөк илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫергә ярҙам итһен",- тип яҙған Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вәхитов.
+2
📌 Ҡар һыуына барғандар
Баймаҡ районы Ишәй ауылы ағинәйҙәре боронғо башҡорт йолаһын үтәп, ҡар һыуына барған.🔹 Элек ҡар һыуына барыр урынды көҙҙән билдәләп ҡуйыр булғандар - ул урынға сүп-сар ташланмаған, мал-тыуар йөрөтөлмәгән. Яҙ етеп, бөтә эсәр һыу сығанаҡтары буйраҡланған саҡта ошо алдан таҙа ҡалдырылған урындан алынған һыуҙың кәрәге тейгән. 🔹 Ҡар һыуының шифаһы көслө, тип иҫәпләнгән. Хатта күҙ тейеүҙән һаҡлауына ла ышанғандар. 🔹 Совет ғалимдары төрлө тикшеренеүҙәр үткәреп, ҡар һыуының ысынлап та сихәтле булыуын иҫбатлаған. 🔥 Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ был ғилемде борондан бына шундай матур йола аша һаҡлап килгән.
Хәйерле көн 🌷
Республиканың ҡайһы бер райондарында оло йылғаларҙа боҙ ҡуҙғалған, кисә Белорет һәм Ғафури райондары хаҡында хәбәр итәләр ине.
Яҙ тормошобоҙға йәм өрһөн, бәлә-ҡазаһыҙ ғына үтеп китһен был осор 😇
📌 Боҙ ҡуҙғалды, һыу баҫмай.Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов Ғәбдүк ауылында йәшәүселәрҙең береһе ебәргән ялыуға яуап яҙып тормаған, тотҡан да үҙе килеп төшкән 🔥 Ғәбдүк ауылында йыл да ташҡын осоро хәүефле үтә, былтыр Хәлисә Ғәлләмованың йортона һыу ингән. Быйыл да ул был хәл ҡабатланыр, тип борсолған. Әммә райондың махсус хеҙмәттәре әҙерлек эштәрен үтәгән, быйыл хакимиәт башлығы Азат Салауат улы шәхсән үҙе килгән.
💯 "Бөгөн Ғәбдүктә булдым. Бында Инйәр йылғаһында боҙ ҡуҙғалды. Йөйәк ауыл биләмәһе башлығы Рифат Ғилманов менән бергә халыҡ, шул иҫәптән былтыр өйөн һыу баҫҡан Хәлисә Ғәлләмова менән дә һөйләштек. Ташҡынға бәйле хәлде бөтә хеҙмәттәр ҙә контролдә тота. Ғәбдүктә ваҡытлыса урынлашыу штабы ойошторолған. Бер-бер хәл килеп тыуһа, халыҡ 112 телефон һандарына шылтырата ала",- тип хәбәр итә Азат Хәкимов. Ял тип ҡарап тормай, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып йөрөгән һәр кемгә рәхмәт. Яҙғы ташҡын, боҙҙан әрселеү зыянһыҙ ғына үтһен 😇
+5
📌 Туғыҙ йылдан һуң "Театр яҙы" килде!
"Театр яҙы" республика конкурс-фестивале туғыҙ йылдан һуң яңынан тергеҙелде.Быйыл уның сиктәрендә республика театрҙары иң яҡшы спектаклдәрен тәҡдим итте. Кисә, Халыҡ-ара театр көнөндә, сараға йомғаҡтар яһалды. 🏆 «Фестиваль Гран-приһы» - М. Ғафури исемендәге БАДТ-ның "Яратам" тип әйтеп өлгөрмәнем" спектакле. Гөлсирә Ғиззәтуллина әҫәре буйынса, режиссеры Айрат Абушахманов. 🏅 «Иң яҡшы режиссер эше» - Илсур Ҡаҙаҡбаев ике спектакле өсөн - "Өлкән ул" һәм "Аҡбуҙат". 🏅 «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» - Илгизә Ғилманова "Яратам" тип әйтеп өлгөрмәнем" спектаклендә Фәрхинур роле өсөн. 🏅 «Иң яҡшы ир-егет роле» - Марат Зөбәйеров "Өлкән ул" спектаклендә Сарафанов роле өсөн. 🏅«Иң яҡшы сценография»- Алексей Вотяков - Дәүләт академия рус драма театрының «Прошлым летом в Чулимске» спектаклендә 🏅 «Иң яҡшы хореография» - Софья Гуржиева - "Нур" татар театрының "Тау" спектаклендә 🏅" Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы спектакль" тигән махсус приз - М. Кәрим исемендәге МЙТ-ның "Спасите Лёньку!" спектакле 🏅 «Тамашасы һөйөүе» – А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт академия театрының «ҠанАтлы генерал» спектакле. 📍 А. Мөбәрәков исемендәге премияға "Дядя Ваня" спектаклендә Войницкий роле өсөн Артур Ишмөхәмәтов, Б. Йосопова исемендәге премияға "Спасите Лёньку!" спектаклендә Лёняның әсәһен уйнаған Александра Комарова лайыҡ булған. Бына шулай, "Театр яҙы" тамашасыларын һөйөндөрөп, шаулап-гөрләп үтеп тә китте.
+1
🔥 Ҡар иреп тә бөтмәгән, тауҙа ут сыҡҡан.
Был хаҡта "Учалы гәзите" төркөмөндә хәбәр итәләр. Учалы ҡалаһы эргәһендәге Олотауҙа ҡыу үләнгә ут ҡапҡан.Янғын һүндереүселәр тауға менә алмаған, хеҙмәткәрҙәр ранецлы янғын һүндергестәр менән, ә ярҙамға килгән ҡала хакимиәтенең хужалыҡ бүлегенең баш белгесе Эмиль Мотаһаров һәм 3-сө лицей уҡыусылары ҡар ташлап утҡа ҡаршы көрәшкән. Журналист Баныу Ҡаһарманова малалайҙар менән әңгәмәләшеп өлгөргән. Улар мәктәптә бөгөн генә янғын ҡурҡынысы тураһында һөйләнеләр, шуға ярҙамға ашыҡтыҡ, тигәндәр. 📍 Хөрмәтле төркөмдәштәр, яҙ етә һәм ҡырға сығып, тәбиғәт ҡосағында ял итергә теләүселәр ҙә күбәйә. Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!
Эх, үҙебеҙҙекеләргә ҡарап дәрт алығыҙ! 😍
"Ҡурайсы егеткә"
Видео: Марсель Ҡотоев.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ.
+6
📌 БР Башлығы Академияһында Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшин - Элвин Грей менән лекторий ойошторолған.
Билдәле шәхестәр менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә ҡоролған осрашыуҙарҙы студенттар бик яратып ҡабул итә. Был юлы буласаҡ идарасылар, юристар, иҡтисадсылар, йәш лидерҙар республиканан ситтә лә танылыу яулаған милләттәшебеҙ, билдәле йырсы Радик Юлъяҡшин менән ихлас әңгәмәләште. Йырсы "Черниковка малайынан" сәхнә оҫтаһына тиклем үҫеш юлы тураһында һөйләне.
💯 "Радик Юлъяҡшин миҫалы - ныҡышмалылыҡ һәм хеҙмәт өлгөһө, кеше бала саҡ хыялынан тайпылмауы һәм уны тормошҡа ашырыуы миҫалы. Элвин Грей 10 йылдан ашыу Рәсәй һәм милли эстраданың алғы урындарында тора, совет осоронан һуңғы киңлектә төрки телле башҡарыусылар араһында ул 40 млн кешелек тыңлаусыһы булған берҙән-бер йырсы. Шул уҡ ваҡытта уның юлы эшсе ғаиләнән сыҡҡан Черниковка малайы тарихынан башлана. Осрашыу был тормошта барыһы ла беҙҙең үҙебеҙҙән тороуын, сиктәр һәм офоҡтарҙы үҙебеҙ билдәләүебеҙҙе йәш кешеләр аңлаһын өсөн файҙалы булыр, тип уйлайым",- тине осрашыуҙы башлап Башҡортостан Республикаһы Башлығы Академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов. 🔹 Элвин Грей студенттарға хыялында тормошҡа ашырыу, ауырлыҡтарҙы нисек еңеп сығыу, сәнғәттә үҙ юлыңды табыу, уңыш ҡаҙаныу серҙәре менән бүлеште. 🔹 Артист үҙе музыка менән 4-5 кластарҙа ҡыҙыҡһына башлай. Ата-әсәһе был өлкәнән йыраҡ тороуына ҡарамаҫтан (әсәһе - плиткалар һалыусы, атаһы - балта оҫтаһы), һәр ваҡыт улдарын күтәрмәләп торған. Мәктәп йылдарында уҡытыусыһы уны Телецентрға алып килә, Радик бөтә эшләгән аҡсаһын техника һәм музыкаль уйын ҡоралдары һатып алыуға һала. 🔹 Радик Юлъяҡшин өйрәнгән тәүге музыка ҡоралы - ҡурай булған. Бөгөн дә ул ҡурайҙа уйнауын дауам итә, тамырҙарына тоғро ҡала. Бындай осрашыуҙар йәштәрҙе дәртләндерә, маҡсаттарына ирешергә ынтылыш тыуҙыра, тип иҫәпләй ойоштороусылар. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ.
ЯҘ КИЛДЕ, ЯҘ!
Тәүҙә тау биттәрен ҡарҙан әрсеп,
Гөрөлдәтеп шыя-һыуҙарҙы,
Яҙ килде, яҙ!
Тәрән һулыш алды
Киң күкрәге тыныс ҡырҙарҙың.
Яҙ килгәйне, сана ялға китте,
Юл асылды йүгерек арбаға.
Ағас ботаҡтарын бүлешә алмай
Сыр-сыу килде ҡара ҡарғалар.
Яҙ килде, яҙ!
Гүйә, бар донъяны
Һағынылған бер хис уятты.
Танауҙарҙы ярып килеп инде
Тәмле еҫе ҡара тупраҡтың.
Мин күҙ һалып торам болонлоҡҡа,
Һәм мин беләм: бына ошонда
Фиалка һәм ландыш булып ҡалҡыр
Беҙ һөртөнә торған хушбуйҙар.
Тағы гөрләп торор көн дә, төн дә
Киң баҫыуҙар, сиҙәм яландар.
Ырҙындарҙа ыңғырашмаҫ өсөн
Һайрашырҙар кешеләр һабанда.
Рәшит НИҒМӘТИ.
Видео: Лилиә Ханова.
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 
