612
Підписники
Немає даних24 години
-57 днів
-830 день
Архів дописів
БАШҠОРТОСТАН
Бөйөк бер моң биләй күңелемде -
Сикһеҙ тулҡын иле,
Олуғ көс.
Ошо көйҙән донъя яңырғандыр,
Урал ергә тереһыу бөрккәс...
Был тәрәнлек,
Был бейеклек хисе
Ҡурай тынынанмы таралған?
Уттан, һыуҙан Һомай ҡосағында
Ул мөхәббәт өсөн яралған!
Сылтыр шишмә, йылға тулҡындары,
Оло даръяларҙың тын зары,
Сың-сың бейеп төшкән ҡар бөртөгө -
Бәҫ һырыған ағас һындары...
Ул көйҙә бар мәғрур тауҙар тыны,
Көрт аҫтында сәскә һулышы,
Бөжәк безелдәүе, яҙғы елдә
Шартлап тирткән бөрө тауышы...
Ат кешнәүе, ҡумыҙ сыңлауымы,
Яңы тыуған бала илауы,
Доға мәҡәменә иҙерәп ҡалған
Донъяларҙа тынлыҡ тулғауы -
Бөтәһе бар унда!
Йыһан йыры
Һәр бер күҙәнәккә тулышҡан...
Башҡортостан!
Олуғ моңоң аша
Илһам алам һинең һулыштан!..
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ.
Фото: Илнур Ирәмәл.
📍 Белорет районы, Ирәмәл тауы.
Беҙ МАХ-та
📌 "Кеше булып ҡалырға"М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында яңы спектакль донъя күрҙе. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Луганск актеры һәм бөгөнгө заман ваҡиғалары, илһөйәрлек тураһында. Пьеса авторы Елена Коллегова, спектаклдең художество етәксеһе – Айрат Абушахманов, режиссёр һәм башҡорт теленә тәржемә авторы – Хөрмәтулла Үтәшев,ҡуйыусы рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор – Рәмис Хәкимов, видеограф – Руслан Юлтаев. 📍 Спектакль 9 апрелдә киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителәсәк. Тулыраҡ: БСТ каналының "Яңылыҡтар" сығарылышында.
Татыулыҡҡа ни етә? 🥰
"Ғәлиләү генәйем" башҡорт халыҡ йыры Зәлиә Нурлы башҡарыуында.
Беҙ МАХ-та
УРАН ПЛАНЕТА ҒЫНА ТҮГЕЛ,
башҡорт ырыуы ла!🔥
💯 Эйе, Боронғо Грек мифологияһындағы һауа аллаһы Уран исеменә оҡшаш атамалы, әммә мәғәнәһе икенсе төрлө булған башҡорт ырыуы бар.
✅ Ғалимдар уран ырыуы атамаһы "йылан" тигәнде аңлатыуы мөмкин, ти.
Боронғо төрки телендә ҡара йылан (гадюка) "уран" тип аталған.🔹 Хәҙерге Ҡаҙағстан территорияһына ҡараған ерҙәрҙә борон бер ханлыҡ булған, унда урандар өҫтөнлөк алып, уның хандары Хорезмшах дәүләте һәм Караханидтар ҡағанаты менән бәйләнеш тота. 🔹 Ҡыпсаҡ-Уран ханлығының баш ҡалаһы Сығнаҡ була. Уның хакимы Ҡадир Бүкү-хан 1195 йылда Уран хорезмшах Текеш солтанға ҡаршы баш күтәрә. Әммә өс йылдан Ҡадир хандың энеһе Алп-Дерек уға ҡаршы сыға һәм Текеш ярҙамында еңә. Тик уранлылар Хорезмға һөжүм итеп торғас, Текеш Ҡадир ханды ярлыҡап, ул киренән Сығнаҡҡа хакимлыҡ итә башлай. 🔹 Бына ошондай ҡатмарлы осорҙар күп була. Һуңғы хорезмшах Мөхәммәд Бохара һәм Сәмәрҡәнд монголдарҙан еңелеп, ҡасҡас, уран ҡәүеменең бер өлөшө Көньяҡ Уралда йәшәгән башҡорт ырыуҙарына килеп һыйына. 📍 Быуаттар үтә, улар тарихи Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышы һәм төньяҡ ерҙәренә аҫабалыҡ ала. 🔹 Рус дәүләтенә ҡушылған осорҙағы грамоталарҙың береһендә Аудыуаҡ Санбаев тигән уран ырыуы кешеһе биләгән ерҙәр тураһында:
"Сулман йылғаһы (Кама) аръяһындағы 64 сирек ер (32 га тирәһе) менән бүләкләнгән", шулай уҡ "Беүә йылғаһының (Буй) ике яры буйлап 155 сирек (77 га тирәһе) ер менән",тип яҙылған. 🔹 Уран ырыуҙары башҡорттарының гаплотөркөмө - N1c. 🔹 Уран башҡорттары йылан һәм ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары, тыва халҡына яҡын.
📍 Бөгөн уран ырыуы башҡорттары күберәк Яңауыл районында йәшәй.🔹 Билдәле урандар - яҙыусы Ғайнан Әмири, Советтар Союзы Геройы Мәғсүм Имаметдинов, РФ-ның һәм БР-ҙың халыҡ артисы Радик Гәрәев һ.б.
❓ Бармы бында уран башҡорттары?Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
📌 Өфөлә "Айыҡ ауыл" республика конкурсының йомғаҡлау этабы үтә.
Айыҡ тормошҡа ынтылған, әүҙем һәм йәнтөйәгенә йәм өрөргә тырышып йәшәгән ауылдар халҡы өс көн дауамында үҙҙәре һәм эштәре тураһында һөйләйәсәк. Был ауылдар араһында беренсе тапҡыр ҡатнашыусылар ҙа, бер нисә йыл рәттән район кимәлендә еңеү яулап килеүселәр ҙә бар.
📍 Шуларҙың береһе - Дәүләкән районы Көрмәнкәй ауылы халҡы, улар өсөнсө тапҡыр ҡатнаша (видеола).⚡ Әйткәндәй, "Айыҡ ауыл" конкурсын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойоштора. Бының өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса еңеүсе тораҡ пункттар 1,5 млн һумдан 6 млн һумға тиклем аҡса менән бүләкләнә. Ә республика кимәлендә ҡатнашҡан һәр ауыл 200-шәр мең һум бирелә. Видео: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
Иртәнге сәйҙәрегеҙ тәмле булһын 😇
Фото: Маҡар ауылындағы "Йорт" арт-киңлегенән күренеш, тиелгән.
Әйткәндәй, был - сәй яһаусы үзбәк ҡыҙының бәләкәй генә фарфор һындың моделен алыҫ 1952 йылда Ольга Богданова уйлап тапҡан һәм ул 1957 йылдан алып оҙаҡ йылдар сығарылған.
Беҙ МАХ-та
Ниндәй илаһи матурлыҡ 😍
Көмөш, мәрйен-аҡыҡтарҙан, ҡортбаштарҙан торған башҡорт биҙәүестәре быуаттар төпкөлөнә, әллә ҡайҙарҙағы дингеҙ буйҙарына әйҙәгән төҫлө,тип яҙа видео авторы Гөлназ Ғәлимуллина. Был зауыҡлы яҙман ул яһалма зиһен ярҙамында эшләгән. Эш көнө аҙағында күҙҙәрҙе һәм мейене ял иттереүҙең гүзәл ысулын таптыҡ, ахыры. Авторға рәхмәт! 🥰 Видео: Гөлназ Ғәлимуллина (ETHNO FRAMES). Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
📌 Әбйәлил районында яңы балалар дауаханаһы асылды.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районына эш сәфәре менән барҙы. Асҡар ауылында "Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән балалар поликлиникаһы үҙ ишектәрен асты.
🔹 Дауахана төҙөлөшөнә 747,1 млн һум аҡса киткән, шуның 337 млн һумы - федераль бюджеттан.
🔹 Уны кислород станцияһы һәм автотуҡталыш урынында төҙөгәндәр, бина Үҙәк район дауаханаһы биләмәһендә урынлашҡан.
🔹 Баш табип Илгиз Килдейәров әйтеүенсә, бер сменала 150 баланы ҡабул итә алалар. 🔹 Бинаның дөйөм майҙаны - 4 мең квадрат метрҙан ашыу.
💯 "Поликлиника бик матур, иркен, уңайлы килеп сыҡҡан. Бында тулыһынса тикшерелеү, сифатлы диагностикаһы дауаланыу өсөн барыһы ла бар, шул иҫәптән күсмә УЗИ аппараты, стоматология ҡорамалдары һәм бик күп башҡа нәмәләр. Ә иң мөһиме, үҙ һөнәрен һәм балаларҙы яратҡан табиптар бар. Асҡарҙағы поликлиника - Башҡортостанда беҙ һуңғы йылдарҙа төҙөгән алты медицина учреждениеһының береһе. Хәҙер яҡын киләсәктә Иглин ауылында ҙур поликлиника өҙөү ниәте бар. Федераль ярҙам арҡаһында республикала ауылдарҙа һаулыҡ һаҡлау торошон үҙгәртеүҙе дауам итәбеҙ",- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров. Республика етәксеһе балалар өсөн бындай заманса поликлиника төҙөү демографияға ла ыңғай йоғонто яһар, тигән ышанысын белдергән. Беҙ МАХ-та
Һәр кемдең күңеленә яҡын йорто бар ❤️
Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың күңелендәге йорт был.
Видео: Айгизә Ғәлимова.
Беҙ МАХ-та
+2
📌Роспатент яңы Башҡортостан брендын теркәгән - "Башҡорт милли кейемдәре".
Был турала Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова хәбәр иткән.
Хәҙер республикала рәсми теркәлгән 11 бренд бар, улар араһында:
🔹Башҡорт балы һәм Бөрйән солоҡ балы
🔹«Ҡорғаҙаҡ», «Асы», «Йоматау» минераль һыуҙары
🔹Ҡурай
🔹Башҡорт аты
🔹Мансур граниты
🔹Башҡорт мамыҡ шәле
🔹Башҡорт балаҫы
🔹Башҡорт милли кейемдәре
Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
Торройҡ-торройҡ!Хәйерле көн, төркөмдәштәр☀️ Башҡортостандың Ейәнсура районына торналар ҡайтҡан. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов хәбәр итә. Торналар - район символы, герб һәм флагта һүрәтләнгән. Фото: Дәмин Юланов. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
📌 Башҡорт химиктарын тәбрикләнеләр
Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров химия буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһы еңеүселәренә һәм уларҙың остаздарына наградалар тапшырҙы.🔥 Юғары профессионаллек һәм мәктәп уҡыусыларының химияһы буйынса 2025-2026 йылғы Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәрен әҙерләгән өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр: 🔹 Айнур Ғүмәров - Республика инженер лицей-интернатының химия уҡытыусыһы, 🔹 Тимур Мәннәнов - БР Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы рәйесе, 🔹 Вадим Харисов - ӨДНТУ студенты. 🔥 Шулай уҡ Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты Октябрьский ҡалаһының 2-се гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Динияр Ғәлимов һәм Нефтекама ҡалаһының 1-се лицейының 11-се класс уҡыусыһы Денис Филипповҡа бирелде.
Радий Хәбиров барыһына ла һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәтен белдерҙе.Айнур Ғүмәров менән Тимур Мәннәнов республика етәкселеге тарафынан ярҙам һәм иғтибар тойоп эшләүе яҡшы булыуын телгә алдылар. 🎉 Үткән аҙнала Башҡортостан уҡыусылары "Сириус"та үткән химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ике беренсе урын һәм 12 призлы диплом алып ҡайтты. Һөҙөмтәлә республика Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән генә ҡалышып, наградалар һаны буйынса алдынғы өс төбәк иҫәбенә инде. 📍 Әйткәндәй, Башҡортостан командаһында Республика инженер лицей-интернаты, Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Яңауыл, Октябрьский, Бөрө ҡалаларынан, Әлшәй Һәм Өфө райондарынан 27 мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты. Йәштәрҙе һәм уларҙың педагогтарын оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! 👏 Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
📌"Экология минән башлана" республика конкурсына ҡушылығыҙ.
🔥 30 марттан 22 майға тиклем Башҡортостанда "Экология минән башлана" экологик театрлаштырылған сәхнәләштереүҙәр (миниатюралар) республика конкурсы старт алды.Уны "Экологик именлек" милли проекты сиктәрендә бойомға ашыралар. 🔹 Конкурста мәғариф учреждениеларының, шул иҫәптән мәктәпкәсә тиклемге һәм өҫтәмә белем биреү ойошмаларының балалар коллективтары ҡатнаша ала. 6-18 йәшлектәр. 🔹 Балалар 10 минуттан да артмаған сәхнәләштереү күрһәтергә тейеш һәм шуны видеоға төшөрөп ебәрергә кәрәк буласаҡ. 📍 Быйыл 5 төп тема билдәләнгән: ♻️ "Экология һәм өй" - көнкүрештә сүп-сарҙы кәметеү һәм айырып йыйыу, һыу һәм энергияны тәләфләмәүгә ҡағылышлы идеялар; ♻️ "Ҡурсаулыҡтар" - уникаль тәбиғәт урындарын һаҡлау (тәбиғәт ҡомартҡылары, ҡурсаулыҡтар, заказниктар, һирәк осраған үҫемлек һәм хайуандар); ♻️ "Эколог һөнәре" - эколог һөнәренең мөһимлеге һәм тормоштоң төрлө өлкәһендә был һөнәр кешеләренең кәрәклеге тураһында; ♻️ "Яҡларға һәм һаҡларға!" - Ер планетаһын һәм тәбиғәт ресурстарын һаҡлау. ♻️ "Эко-тәрбиә" - эко-ғәҙәттәрҙе һәм белемдәрҙе быуындан-быуынға тапшыра барыуҙың әһәмиәте. Конкурс өс этапта үтәсәк.
Финалға сығыусылар Өфөләге В.М. Комаров исемендәге Балалар ижады һарайында сығыш яһаясаҡ.📍 Тулыраҡ: ecology.bashkortostan.ru/presscente... Белешмә өсөн телефон: 8-963-142-96-87. Беҙ МАХ-та
🎉 "Тамыр" концертҡа саҡыра - БЕРГӘЛӘП барығыҙ!
14 апрелдә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында "Тамыр" телеканалының концерты үтә.Быйыл байрам Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арнала. Тамашасыларҙы "Тамыр" вокаль студияһы ағзалары, йәш алып барыусылар, "Сулпылар" һәм "Елкән" конкурстары еңеүселәренең сығыштары көтә. Шулай уҡ Заһир Иҫәнсурин, Артур Ғайсаров, Тимур Ямалов, Лиана Хәбибуллина һәм башҡа йондоҙҙар сығыш яһаясаҡ. Билеттар. Беҙ МАХ-та
☔Өфөлә ләйсән ямғыры үткән йомала уҡ яуғайны инде, бөгөн дә баш ҡалабыҙҙа һибәләп тора. Яуһын, ҡар тиҙерәк иреп бөтөр, ер һыуға туйыныр, уңыш мул булыр. Тик һыуҙар ташып, бәлә генә килтермәһен. Шулай бит?
❓Һеҙҙә ләйсән ямғыр - йылдың тәүге ямғыры яуҙымы әле?☔Әйткәндәй, бала саҡта ләйсән ямғыры яуғанда ялан баш сығып, сәскә ямғыр тамсылары тейҙереп ала торғайныҡ бит әле. Өләсәйҙәр:
"Сәс тиҙ үҫә, ҡалын була",- ти торғайны. Хәтерегеҙҙәме? Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
📌БАЛ ҠОРТТАРЫН ТИКШЕРӘЛӘР
БР Башҡорт ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһы бал ҡорттарының сирҙәрен билдәләү маҡсатында райондар буйлап эш сәфәренә сыға.
⚡Күсмә лаборатория эшен 14 апрелдә Бөрйән районынан башлай.Унда Бөрйән, Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ райондары тикшереүгә алып килә ала. Артабан Күгәрсен, Әлшәй, Мишкә, Борай һәм Салауат райондарына юлланалар. Беҙ МАХ-та
ТАҢ
Нурҙан нағыш сигеп таңдар ата...
Таңдар ата, хозур уғата.
Йөрәгемә ҡаба илаһилыҡ,
Уйҙарымды елдәр тағата.
Ел уята тирәк, сәскәләрҙе,
Иҫнәй биреп донъя кирелә.
Илһам тулҡынына инге килә
Ошо йәшкә еткән көйөмә.
Баш осомда ҡошсоҡ, эй, ҡылансыҡ!
Бер атыла ары, бер ҡайта.
Күңелеңдең микән талпыныуы?
Әүрәтмәйҙер мине һис юҡҡа.
Ҡаҡмасәле, ҡаҡма йөрәгемә,
Йырҙарыма күсер һағышың.
Елдәр булып иҫкәс, ҡанат елпкәс,
Күңелең көрҙөр, иҫке танышым.
Нурҙан нағыш сигеп таңдар ата,
Таңдар ата, ерҙе уята.
Ике күҙем никтер һеҙҙең яҡта,
Әллә ниндәй ғәзиз ипкен тарта,
Әллә ниндәй уйҙар уйлата.
Тамара ҒӘНИЕВА.
Уңышлы эш һәм уҡыу аҙнаһы теләйбеҙ ☀️
Фотола: Ләйсән Ғилманованың ҡул эше.
Беҙ МАХ-та
📌"Урал" этноүҙәгендә бөгөндән "Быуаттар һәм риүәйәттәр аша" күргәҙмәһе эшләй.
Унда "Таң" халыҡ клубы рәссамдарының эштәре ҡуйылған. Ижадсылар уларҙы Урал халыҡтарының боронғо риүәйәттәре, мифтары һәм рухи ҡиммәттәренән илһам алып төшөргән.
📍 Күргәҙмә 17 апрелгә тиклем эшләй.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56.
Беҙ МАХ-та
Баязит менән Сара ла бара, һеҙ ҙә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуға ҡушылығыҙ! 🥰
🔥 17 апрель🔥
Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
Вже доступно! Дослідження Telegram за 2025 — головні інсайти року 
