ar
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

الذهاب إلى القناة على Telegram
617
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-37 أيام
-530 أيام
أرشيف المشاركات
Аҡҡоштар ҡайтҡан 🦢
Башҡортостанға аҡҡоштар ҡайтҡан, тип хәбәр итә "Моя Уфа" төркөмө.
Ә күк йөҙө ниндәй аяҙ 🩵

Шул ғына... Билдәле шағирә Фирүзә Абдуллинаның шиғырын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльмира Юлдашева тасуири уҡый. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌 Өфө урамдарының береһе шағирә Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк. Баш ҡала Советы депутттары шундай ҡарар ҡабул иткән. 8 м
📌 Өфө урамдарының береһе шағирә Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк. Баш ҡала Советы депутттары шундай ҡарар ҡабул иткән.
8 март биҫтәһендәге урамға  Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә,
тип хәбәр итә БСТ каналының "Яңылыҡтар" хеҙмәте. Фаҡиһа Туғыҙбаева - 25 шиғри йыйынтыҡ, 10-дан ашыу балалар китабы авторы. Ул “Аҡбуҙат” журналына нигеҙ һалыусы һәм баш редакторы. 2021 йылда вафат булды.

Яңы китаптың исем туйы 🔥 Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллинаның яңы сыҡҡан "Позывной "Башкир" китабының исем туйы
Яңы китаптың исем туйы 🔥 Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллинаның яңы сыҡҡан "Позывной "Башкир" китабының исем туйы була.
Автор менән йәнле осрашыуға рәхим итегеҙ!
🔹 Башлана: 30 март, сәғәт 15:00 📍 Адресы: "Китап" магазины - Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26 Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Иртәнге сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! ☕ Самауырҙың шыжлауына Ҡушылып көй көйләйек. Сәйле тормош - көйлө тормош, Көйһөҙлөктө белмәй
Иртәнге сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! ☕ Самауырҙың шыжлауына Ҡушылып көй көйләйек. Сәйле тормош - көйлө тормош, Көйһөҙлөктө белмәйек! (Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.)

❓Рәсәйҙә иң күбе кемдең йырын тыңлайҙар? ✅ Донъя кимәлендә билдәле башҡарыусылар араһында Башҡортостандан сыҡҡан артистар ҙа
+4
Рәсәйҙә иң күбе кемдең йырын тыңлайҙар? Донъя кимәлендә билдәле башҡарыусылар араһында Башҡортостандан сыҡҡан артистар ҙа бар. Мәҫәлән, яҡташтарыбыҙ араһынан 74-се урында Pizza төркөмө, улар Өфөнән, беләһегеҙҙер. Яндекс-музыка сервисының Bandlink индексы килтергән мәғлүмәттәргә ярашлы, ТОП-1000 иҫәбендә шулай уҡ Элвин Грей - 216-сы урында, Юрий Шатунов - 101-се, AY YOLA төркөмө - 485-се, Эдуард Хөснөтдинов - 618-се урында тора.

📌Һунар миҙгеленә әҙерлек бара Башҡортостандың дөйөм һунар ерҙәре яҡынса 13 млн гектар тирәһе. Шуларҙың дүрттән бер өлөшө (26
📌Һунар миҙгеленә әҙерлек бара Башҡортостандың дөйөм һунар ерҙәре яҡынса 13 млн гектар тирәһе. Шуларҙың дүрттән бер өлөшө (26 процент) - дөйөм ҡулланылышта, ҡалған 74 проценты 83 юридик шәхес һәм 6 шәхси эшҡыуар ҡулында.
21 марттан айыуға, ә апрелдә ҡоштарға һунар асыла. БР-ҙың Экология министрлығы хәбәр итеүенсә, былтыр 3 меңдән ашыу рейд яһалған, 4 меңдән ашыу һунарсы тикшерелгән һәм 100 административ хоҡуҡ боҙоу осрағы, 20 енәйәт эше теркәлгән.
⚡Яуапҡа тарттырылғандар 92 процент тәшкил иткән, был бик яҡшы күрһәткес. ⚡Законһыҙ рәүештә тояҡлы хайуандарҙы атып алыусыларҙа да түләткәндәр - 5 млн һум бурыстың 4,6 млн һумы дәүләт ҡаҙнаһына ҡайтарылған. ⚡Иң мөһиме, республикала һунар ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары кәмей бара. 💯Әлеге мәлдә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡотороу ауырыуы буйынса хәлде лә иғтибар үҙәгенән ысҡындырмай. Бүре, төлкө һәм һоро айыуҙарға һунарҙы көсәйтеү мөһим - был граждандарҙың ғүмеренә һәм һаулыуығына зыянды киҫәтеү өсөн эшләнә.

Күстәнәс - ғүмерҙе оҙайта, ти.
Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын, яҡындарығыҙҙы күстәнәс менән ҡыуандырып тороғоҙ ❤️ Видео: Динар атлы егеттән. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌 "ЕТЕ МӨҒЖИЗӘ" республика ҡурайсылар конкурсы еңеүселәрен ҡотлайбыҙ! Ошо көндәрҙә Белорет районында Талип Латипов һәм Абдул
+8
📌 "ЕТЕ МӨҒЖИЗӘ" республика ҡурайсылар конкурсы еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!
Ошо көндәрҙә Белорет районында Талип Латипов һәм Абдулғәфи Хәлфетдинов исемендәге "Ете мөғжизә" республика ҡурайсылар конкурсы үткән.
Унда Белорет, Әбйәлил, Ейәнсура, Бөрйән, Салауат, Хәйбулла, Учалы райондарынан, Сибай, Өфө, Бәләбәй ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан 55 яңғыҙ башҡарыусы һәм 10 ансамбль - бөтәһе 130-ға яҡын ҡатнашыусы йыйылған. 🏆Гран-прины Силәбе өлкәһенән Алмаз Бикмәтов яулаған. 🏅"Яңғыҙ башҡарыусылар" номинацияһында еңеүселәр: Өфө районынан Илхан Бикбаев һәм Морат Исмәтов, Хәйбулла районынан Рәүеф Ҡансурин. 🏅"Ансамблдәр" номинацияһында еңеүселәр: Белорет районының "Инеш" өлгөлө ҡурайсылар ансамбле һәм "Иҙел башы" халыҡ ансамбле.

📌 Боронғо атамаһы ҡайтарылды Шүлгәнташ мәмерйәһенең боронғо атамаһы рәсми рәүештә теркәлде. 🔥 Федераль әһәмиәттәге мәҙәни м
📌 Боронғо атамаһы ҡайтарылды Шүлгәнташ мәмерйәһенең боронғо атамаһы рәсми рәүештә теркәлде. 🔥 Федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты - археология ҡомартҡыһы «Капова пещера с живописью эпохи палеолита» – хәҙер «Наскальная живопись пещеры Шульган-Таш» тип йөрөтөләсәк.
"Шүлгәнташ. Мәмерйәне борон-борондан шулай атағандар. ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә лә ул ошо атама менән индерелде. Һәм хәҙер Рәсәй Мәҙәни мираҫ объекттарының берҙәм дәүләт реестрында ла рәсми теркәлде. Федераль әһәмиәттәге объект" Палеолит дәүерендәге һүрәттәре менән Капова мәмерйәһе" бынан алып "Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре" тип атала Был ҡарар артында - белгестәребеҙҙең ентекле хеҙмәте, архивтары өйрәнеү һәм иң мөһиме, башҡорт халҡының тере хәтере, уның ошо атаманы быуаттар буйы һаҡлаған риүәйәттәре һәм эпосы. "Шюлюган Таш" - тип яҙа көндәлегендә академик Иван Лепехин 1772 йылда. Был көндәлектәге ябай юлдар ғына түгел. Был мәмерйәнең атамаһы гел булғанлығына дәлил. Һәм ул уға ҡайтарылды",
- тип хәбәр итә БР күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин. 🔹 Донъя кимәлендә әһәмиәтле археология ҡомартҡыһының боронғо атамаһы - Шүлгәнташ, уны урындағы халыҡ ҡына түгел, төрлө тикшеренеүселәр ҙә шул атама менән белә. Лепехин да мәмерйәне "Шюлюган Таш" тип телгә ала, Рычков та уны һүрәтләй. 🔹 Ә бына "Капова" тигән атама һуңыраҡ барлыҡҡа килә: тик ХХ быуат тикшеренеүселәре хеҙмәттәрендә генә. 🔹 Мәмерйәгә боронғо атамаһын ҡайтарыу өсөн документтарға дәүләт тарихи-мәҙәни тикшереү ойошторолған. Был сиктәрҙә архив документтары тупланған һәм анализланған: хәтирәләр, очерктар, мәмерйәне беренсе булып өйрәнеүселәрҙең, ғалимдарҙың, сәйәхәтселәрҙең донъя күргән яҙмалары, мәмерйәлә эшләгән археологтарҙың хеҙмәттәре, башҡорт халҡының мәмерйә тураһындағы риүәйәттәре. 📍 Һөҙөмтәлә, Рәсәй һәм донъя кимәлендә бер төрлө атап йөрөтөү тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
Был эште атҡарып сыҡҡан, мәмерйәбеҙгә башҡортса атамаһын ҡайтарған - тимәк асылын һаҡлап ҡалған, башҡорт халҡының бында борондан йәшәүен дәлилләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. 👏
Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

"Кешелә барыһы ла матур булырға тейеш: йөҙө лә, кейеме лә, күңеле лә, уйҙары ла",
- Антон Павлович Чеховтың был һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, хәйерле көндө матурлыҡтан башлайыҡ 🥰 Донъя кимәлендә муайтай буйынса чемпион булараҡ билдәле Сибай ҡыҙы Зарина Исламованан хозур видео. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Яңы йыр 🔥 "Балам" йыры менән Зөлхизә Илбәкова.

🌞🌿🤩

Сыйырсыҡтар ҡайтҡан! 🐦‍⬛ Яҙ хәбәрселәре - сыйырсыҡтар ҡайтҡан, тип яҙғандар Көйөргәҙе районы хакимиәте төркөмөндә. ❓Ә һеҙҙең
Сыйырсыҡтар ҡайтҡан! 🐦‍⬛
Яҙ хәбәрселәре - сыйырсыҡтар ҡайтҡан, тип яҙғандар Көйөргәҙе районы хакимиәте төркөмөндә. ❓Ә һеҙҙең яҡта күренмәнеләрме, һайраманылармы әле?

📌"Сауҙа" йүнәлешендә "Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт династиялары" конкурсы иғлан ителде. Конкурсҡа ғаризалар 1 апрелдә
📌"Сауҙа" йүнәлешендә "Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт династиялары" конкурсы иғлан ителде.
Конкурсҡа ғаризалар 1 апрелдән башлап ҡабул ителә.
Ике этаптан торған конкурстың еңеүселәре өс номинацияла билдәләнәсәк: ✔ «Һөҙөмтәле эш өсөн» – иң күп наградалары булған ғаиләләргә; ✔ «Быуындар күсәгилешлеге өсөн» – иң ҙур династияға; ✔ «Боронғо династия» – иң ҙур хеҙмәт стажы булған династияға. 🔹 Һәр династия тик бер номинацияла ғына ҡатнаша ала. 🔖Конкурс буйынса тулыраҡ мәғлүмәт БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы сайтында: trade.bashkortostan.ru/presscente...

📌 Яҙ етте һәм уның үҙ мәшәҡәттәре - ҡотҡарыусылар ташҡынға әҙерләнә, ҙур йылғаларҙа боҙ алдан шартлатыла. Ошо көндәрҙә Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәткәрҙәре Архангел районының Тәүәкәс һәм Оҙонлар ауылдары эргәһендә Инйәр йылғаһындағы боҙҙо шартлатҡан. Был яҙғы ташҡын мәлендә боҙ тығындарҙы барлыҡҡа килеүҙе һәм яҡын-тирәләге өйҙәрҙе һыу баҫыуын иҫкәртергә ярҙам итә.
Бындай эштәр яҙ тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырһын, бәлә-ҡаза килтермәһен, тигән ниәттән төрлө урындарҙа дауам итә.

📌"Урал" милли йәйәнән уҡ атыу спорт клубы асылған. Яң спорт клубы Баймаҡ районы Иҫке Сибай ҡалаһында асылған. Уны махсус хәр
+2
📌"Урал" милли йәйәнән уҡ атыу спорт клубы асылған. Яң спорт клубы Баймаҡ районы Иҫке Сибай ҡалаһында асылған. Уны махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк булған бүлек командиры кесе сержант Урал Иҙрисов иҫтәлегенә арнағандар. Сарала Баймаҡ районы һәм ҡалаһынан мәртәбәле ҡунаҡтар, ауыл халҡы ҡатнашҡан.
💯"Ауылыбыҙҙа милли уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһын тергеҙеү, уҡыусыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, мәргәндәрҙең күңелендә батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, сыҙамлыҡ, таҫыллыҡ кеүек күркәм сифаттар уятыу, башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған “Урал” клубы йылдан-йыл үҙ тирәһенә мәргәндәрҙе күберәк туплауын, был спорт төрөнөң ауылыбыҙҙа киң танылыуын теләйбеҙ",
- тип хәбәр итә ауылдаштар.

📌 Башҡортостан йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса илдә тәүге тапҡыр иң яҡшы өсәү иҫәбенә ингән. Исемлекте Йәштәр эштәр
+2
📌 Башҡортостан йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса илдә тәүге тапҡыр иң яҡшы өсәү иҫәбенә ингән. Исемлекте Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ төҙөгән. Беҙ Татарстан, Красноярск крайы, Түбәнге Новгород өлкәһе һәм Мәскәү менән бергә алдынғылар иҫәбендә. Бер йыл элек бишенсе урында инек.
"Республикала миллиондан ашыу йәш кеше, беҙ улар үҙҙәренең һәләтен үҫтерә алһын өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе тыуҙырырға тырышабыҙ. Инфраструктураны үҫтерәбеҙ, төрлө йүнәлештә бойомдарына ирешә алһындар тип йәштәр өсөн яңы киңлектәр һәм майҙансыҡтар асабыҙ. Патриотик тәрбиә менән шөғөлләнәбеҙ, ирекмәндәргә, студенттарға, йәш белгестәргә ярҙам итәбеҙ. Осрашыуҙар һәм күп кеше ҡатнашлығында саралар үткәрәбеҙ. Беҙҙең йәштәр - иң яҡшыһы, һәр ваҡыт был турала әйтәм. Улар менән эшләү - оло мәртәбә һәм яуаплылыҡ. Әйткәндәй, быйыл республиканың йәштәр сәйәсәте үҙенең 35 йыллығын билдәләй. Ҡотлайым һәм барыһына ла рәхмәт белдерәм. Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡҡа юғары баһа өсөн рәхмәт",
- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Хәйерле иртә! ☀️ Яңы эш аҙнаһы ҡотло булһын! Әйткәндәй, был аҙнала яҙғы каникулдар башлана, балалар шат инде 🥰
Хәйерле иртә! ☀️
Яңы эш аҙнаһы ҡотло булһын!
Әйткәндәй, был аҙнала яҙғы каникулдар башлана, балалар шат инде 🥰

Эх, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар! 😍 Видео: Алһыу Зөфәровна. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.