617
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-37 روز
-530 روز
آرشیو پست ها
📌 Боҙ ҡуҙғалды, һыу баҫмай.Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов Ғәбдүк ауылында йәшәүселәрҙең береһе ебәргән ялыуға яуап яҙып тормаған, тотҡан да үҙе килеп төшкән 🔥 Ғәбдүк ауылында йыл да ташҡын осоро хәүефле үтә, былтыр Хәлисә Ғәлләмованың йортона һыу ингән. Быйыл да ул был хәл ҡабатланыр, тип борсолған. Әммә райондың махсус хеҙмәттәре әҙерлек эштәрен үтәгән, быйыл хакимиәт башлығы Азат Салауат улы шәхсән үҙе килгән.
💯 "Бөгөн Ғәбдүктә булдым. Бында Инйәр йылғаһында боҙ ҡуҙғалды. Йөйәк ауыл биләмәһе башлығы Рифат Ғилманов менән бергә халыҡ, шул иҫәптән былтыр өйөн һыу баҫҡан Хәлисә Ғәлләмова менән дә һөйләштек. Ташҡынға бәйле хәлде бөтә хеҙмәттәр ҙә контролдә тота. Ғәбдүктә ваҡытлыса урынлашыу штабы ойошторолған. Бер-бер хәл килеп тыуһа, халыҡ 112 телефон һандарына шылтырата ала",- тип хәбәр итә Азат Хәкимов. Ял тип ҡарап тормай, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып йөрөгән һәр кемгә рәхмәт. Яҙғы ташҡын, боҙҙан әрселеү зыянһыҙ ғына үтһен 😇
+5
📌 Туғыҙ йылдан һуң "Театр яҙы" килде!
"Театр яҙы" республика конкурс-фестивале туғыҙ йылдан һуң яңынан тергеҙелде.Быйыл уның сиктәрендә республика театрҙары иң яҡшы спектаклдәрен тәҡдим итте. Кисә, Халыҡ-ара театр көнөндә, сараға йомғаҡтар яһалды. 🏆 «Фестиваль Гран-приһы» - М. Ғафури исемендәге БАДТ-ның "Яратам" тип әйтеп өлгөрмәнем" спектакле. Гөлсирә Ғиззәтуллина әҫәре буйынса, режиссеры Айрат Абушахманов. 🏅 «Иң яҡшы режиссер эше» - Илсур Ҡаҙаҡбаев ике спектакле өсөн - "Өлкән ул" һәм "Аҡбуҙат". 🏅 «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» - Илгизә Ғилманова "Яратам" тип әйтеп өлгөрмәнем" спектаклендә Фәрхинур роле өсөн. 🏅 «Иң яҡшы ир-егет роле» - Марат Зөбәйеров "Өлкән ул" спектаклендә Сарафанов роле өсөн. 🏅«Иң яҡшы сценография»- Алексей Вотяков - Дәүләт академия рус драма театрының «Прошлым летом в Чулимске» спектаклендә 🏅 «Иң яҡшы хореография» - Софья Гуржиева - "Нур" татар театрының "Тау" спектаклендә 🏅" Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы спектакль" тигән махсус приз - М. Кәрим исемендәге МЙТ-ның "Спасите Лёньку!" спектакле 🏅 «Тамашасы һөйөүе» – А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт академия театрының «ҠанАтлы генерал» спектакле. 📍 А. Мөбәрәков исемендәге премияға "Дядя Ваня" спектаклендә Войницкий роле өсөн Артур Ишмөхәмәтов, Б. Йосопова исемендәге премияға "Спасите Лёньку!" спектаклендә Лёняның әсәһен уйнаған Александра Комарова лайыҡ булған. Бына шулай, "Театр яҙы" тамашасыларын һөйөндөрөп, шаулап-гөрләп үтеп тә китте.
+1
🔥 Ҡар иреп тә бөтмәгән, тауҙа ут сыҡҡан.
Был хаҡта "Учалы гәзите" төркөмөндә хәбәр итәләр. Учалы ҡалаһы эргәһендәге Олотауҙа ҡыу үләнгә ут ҡапҡан.Янғын һүндереүселәр тауға менә алмаған, хеҙмәткәрҙәр ранецлы янғын һүндергестәр менән, ә ярҙамға килгән ҡала хакимиәтенең хужалыҡ бүлегенең баш белгесе Эмиль Мотаһаров һәм 3-сө лицей уҡыусылары ҡар ташлап утҡа ҡаршы көрәшкән. Журналист Баныу Ҡаһарманова малалайҙар менән әңгәмәләшеп өлгөргән. Улар мәктәптә бөгөн генә янғын ҡурҡынысы тураһында һөйләнеләр, шуға ярҙамға ашыҡтыҡ, тигәндәр. 📍 Хөрмәтле төркөмдәштәр, яҙ етә һәм ҡырға сығып, тәбиғәт ҡосағында ял итергә теләүселәр ҙә күбәйә. Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!
Эх, үҙебеҙҙекеләргә ҡарап дәрт алығыҙ! 😍
"Ҡурайсы егеткә"
Видео: Марсель Ҡотоев.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ.
+6
📌 БР Башлығы Академияһында Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшин - Элвин Грей менән лекторий ойошторолған.
Билдәле шәхестәр менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә ҡоролған осрашыуҙарҙы студенттар бик яратып ҡабул итә. Был юлы буласаҡ идарасылар, юристар, иҡтисадсылар, йәш лидерҙар республиканан ситтә лә танылыу яулаған милләттәшебеҙ, билдәле йырсы Радик Юлъяҡшин менән ихлас әңгәмәләште. Йырсы "Черниковка малайынан" сәхнә оҫтаһына тиклем үҫеш юлы тураһында һөйләне.
💯 "Радик Юлъяҡшин миҫалы - ныҡышмалылыҡ һәм хеҙмәт өлгөһө, кеше бала саҡ хыялынан тайпылмауы һәм уны тормошҡа ашырыуы миҫалы. Элвин Грей 10 йылдан ашыу Рәсәй һәм милли эстраданың алғы урындарында тора, совет осоронан һуңғы киңлектә төрки телле башҡарыусылар араһында ул 40 млн кешелек тыңлаусыһы булған берҙән-бер йырсы. Шул уҡ ваҡытта уның юлы эшсе ғаиләнән сыҡҡан Черниковка малайы тарихынан башлана. Осрашыу был тормошта барыһы ла беҙҙең үҙебеҙҙән тороуын, сиктәр һәм офоҡтарҙы үҙебеҙ билдәләүебеҙҙе йәш кешеләр аңлаһын өсөн файҙалы булыр, тип уйлайым",- тине осрашыуҙы башлап Башҡортостан Республикаһы Башлығы Академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов. 🔹 Элвин Грей студенттарға хыялында тормошҡа ашырыу, ауырлыҡтарҙы нисек еңеп сығыу, сәнғәттә үҙ юлыңды табыу, уңыш ҡаҙаныу серҙәре менән бүлеште. 🔹 Артист үҙе музыка менән 4-5 кластарҙа ҡыҙыҡһына башлай. Ата-әсәһе был өлкәнән йыраҡ тороуына ҡарамаҫтан (әсәһе - плиткалар һалыусы, атаһы - балта оҫтаһы), һәр ваҡыт улдарын күтәрмәләп торған. Мәктәп йылдарында уҡытыусыһы уны Телецентрға алып килә, Радик бөтә эшләгән аҡсаһын техника һәм музыкаль уйын ҡоралдары һатып алыуға һала. 🔹 Радик Юлъяҡшин өйрәнгән тәүге музыка ҡоралы - ҡурай булған. Бөгөн дә ул ҡурайҙа уйнауын дауам итә, тамырҙарына тоғро ҡала. Бындай осрашыуҙар йәштәрҙе дәртләндерә, маҡсаттарына ирешергә ынтылыш тыуҙыра, тип иҫәпләй ойоштороусылар. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ.
ЯҘ КИЛДЕ, ЯҘ!
Тәүҙә тау биттәрен ҡарҙан әрсеп,
Гөрөлдәтеп шыя-һыуҙарҙы,
Яҙ килде, яҙ!
Тәрән һулыш алды
Киң күкрәге тыныс ҡырҙарҙың.
Яҙ килгәйне, сана ялға китте,
Юл асылды йүгерек арбаға.
Ағас ботаҡтарын бүлешә алмай
Сыр-сыу килде ҡара ҡарғалар.
Яҙ килде, яҙ!
Гүйә, бар донъяны
Һағынылған бер хис уятты.
Танауҙарҙы ярып килеп инде
Тәмле еҫе ҡара тупраҡтың.
Мин күҙ һалып торам болонлоҡҡа,
Һәм мин беләм: бына ошонда
Фиалка һәм ландыш булып ҡалҡыр
Беҙ һөртөнә торған хушбуйҙар.
Тағы гөрләп торор көн дә, төн дә
Киң баҫыуҙар, сиҙәм яландар.
Ырҙындарҙа ыңғырашмаҫ өсөн
Һайрашырҙар кешеләр һабанда.
Рәшит НИҒМӘТИ.
Видео: Лилиә Ханова.
+5
📌Ошо көндәрҙә Ейәнсура районында сираттағы "Бураҡаева уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһы үткән. Этнопедагогикаға һәм заман мәғариф системаһында рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға арналған сарала республиканан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә килгән.
Конференцияла был юлы «Ил ырыҫын табырға, атаң һиңә ҡот биргән...» тигән тема үҙәккә ҡуйылған.
💯"Был һүҙҙәр “Урал батыр мәктәбе” проектына арналған осрашыуҙың төп темаһы булды. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының халыҡ эпосы тәғлимәттәренә таянған был тәрбиә алымдары ата-баба рухына, туған теленә тоғро, Ватан, намыҫ, бурыс һүҙҙәренә ябай һүҙҙәр итеп кенә ҡарамаған быуын үҫтереүгә булышлыҡ итә",- тип яҙған сәхифәһендә Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов. 📍Әйткәндәй, бөгөн Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Мәрйәм Бураҡаева үҙенең күркәм ғүмер байрамын билдәләй. Ҡотлайбыҙ!🌹
⚡Бөгөн⚡
Аксаков баҡсаһында БАШҠОРТ ДИСКОТЕКАҺЫ!
Заманса ритмға һалынған башҡорт көйҙәре, конкурстар һәм бүләктәр, "Динамо" уйынсылары ҡатнашлығында баскетбол ярыштары, тәмле былау - барыһы ла бушлай.
Ятып ҡалмағыҙ!🔥⏰ 27 март сәғәт 19:00-дән 23:00-гә тиклем 📍 Аксаков паркы, төп сәхнә 🎟 Инеү бушлай
📌"Журналист-ирекмәндәр" төркөмө “Беҙҙең ирекмән” фотоконкурсын иғлан итә.
Тулыраҡ мәғлүмәт: төркөм сәхифәһендә.
📷 Фоторәсемдәр 8 апрелгә тиклем ҡабул ителә. 9 апрелдә тауыш биреүгә сығарыла. Еңеүселәр 21 апрелдә асыҡлана, тип яҙған ойоштороусылар.
⭐Еңеүсе “Халыҡ ирекмәне” тигән иҫтәлекле миҙал һәм диплом менән бүләкләнәсәк.
Бөгөнгә иң "йәлке" яңылыҡ: йәш фермерыбыҙ Митрофанын һатып ебәргән 🥲
Нурсолтан Хөсәйеновтың ихлас ҡына өйрәтеп алған аты ҡайҙа юлланған һуң - видеола.
📌 Башҡорт халҡының ағас һауыт-һабаһы - ижауҙар тураһында Башҡортостан Милли музейы әҙерләгән лекцияны һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.👇
https://vkvideo.ru/video-156412368_456240122?list=a790f85b5d25b3d89c
+5
📌 Кисә Тәтешле районында ирәкте ырыуы башҡорттары ҡор йыйған.
Ҡорҙа Асҡын, Балтас, Тәтешле райондарында һәм Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән ирәктеләр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ҡатнашҡан.💯 Сара сиктәрендә башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм йолаларын популярлаштырыуға арналған ғилми-ғәмәли конференция ойошторолған. Сығыш яһаусылар үҙ тәжрибәләре һәм ниәттәре менән уртаҡлашҡан, ирәкте ырыуы вәкилдәрен туплау һәм йәмәғәт эшенә әүҙем йәлеп итеүгә йүнәлтелгән ҡарарҙар резолюцияға индерелгән. Йыйын етди һөйләшеүҙән наградалар тапшырыу тантанаһына күсеп, матур концерт, ихлас аралашыу һәм танышыу менән тамамланған. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
Йома мөбәрәк булһын! 😇Яҡын көндәрҙә республикала көндәр бик йылы торасаҡ, тип хәбәр итә белгестәр.
Ҡарҙар ирейәсәк, боҙ ҡуҙғалыуы ла ихтимал.Барыһы ла имен үтһен, зыян килтермәһен өсөн республикала әҙерлек эштәре бара: ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса хеҙмәттәр үҙ тапҡырындағы бурыстарҙы үтәй, кешеләр һәм техника әҙер, бер нисә йылғала боҙ шартлатылған, тиҙерәк иреһен өсөн ҡом-тупраҡ һибелгән. Хатта пилотһыҙ осоу аппараты ярҙамында тикшереп торалар. 💯 Кисә яҙғы ташҡынға әҙерлек буйынса БСТ каналында һөйләшеү ҙә булды. Уны ошонда ҡарай алаһығыҙ: vk.com/wall-201146046_187842 📍 Бөрө районы, Ағиҙел йылғаһы, боҙ ҡуҙғалырҙан алда. Фото: Сергей Атыев.
📌 Ауыл халҡы иғтибарына: малыңды һаҡлайым тиһәң
Был мәҡәләлә мал аҫраған һәр кемгә мөһим мәғлүмәт тупланған. Һылтанма буйынса үтеп уҡығыҙ:
https://www.bashinform.ru/longreads/longreads/2026-03-26/kak-selchanam-bashkirii-sberech-svoy-skot-4627393
Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
+4
НИТРУН - башҡорт аш-һыуы 🔥
Бына шундай үҙенсәлекле атамалы ризыҡ тураһында Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары буйынса Эксперт советына Дәүләкән районынан килгән милләттәштәр һөйләгән.💯 "Нитрун", йәғни "Не тронь!" тигән һүҙҙән алынған атамалы был ризыҡ ситтәре тигеҙһеҙ итеп бешерелгән сөсө күмәс. Уның атамаһы өҫтәлгә ултырырҙан алда теймәҫкә, ашамаҫҡа тигәндән йәки бик ыуалып барыусан булыуына бәйле килеп сыҡҡан, тип аңлата урындағы халыҡ. Ысынлап та нитрун бик йоҡа итеп бешерелә, уны ипләп кенә өйөп, муҡсаға йәки сепрәк япмаға төрөп, өҫкә элеп ҡуйыр булғандар. 📍 Дәүләкән районының Мәкәш һәм Ҡоръятмаҫ ауылдарынан килгән башҡорттар нитрун һәм башҡа аш-һыу тураһында мәғлүмәт еткергән. 🔹 Шулай уҡ Эксперт комиссияһы Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан "Рябинушка" ансамбленең йырҙарын тыңлаған - улар 225 йыл элек Пермь крайынан күсенеп килгән көңгөрҙәрҙең йыр традицияларын һаҡлай. 🔹 Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүсе - хәситә тураһында "Селтәр" студияһынан Фатима Хәйретдинова бәйән иткән. 🔹 Ә бына Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалынан сыуаш милли аш-һыуҙарын алып килгәндәр - беҙҙең башҡорт бәлеше кеүек ризыҡ уларҙа "хуплу" тип атала, уны туйҙарға бешергәндәр икән. «Шăртан» тигәне - итте үҙенсәлекле итеп турап, һарыҡ ҡарынына тығалар һәм бер нисә көн мейестә быҡтырыу бешерәләр икән. Уны оҙайлы юлға йөрөткән сыуаштар. 🔹 Тик Башҡортостан мариҙары ғына кирәмәт - изге урындарҙы һаҡлайҙар. Удмурттарҙың да ямғыр саҡырыу йолаһы бар. Бына шулай 29 объект тураһында мәғлүмәт еткергәндәр һәм барыһын да берҙәм исемлеккә индерергә ҡарар ителгән.
❓ Ә һеҙ нитрун бешереү серен белгегеҙ киләме?Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
+9
❓ Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы республикабыҙҙың иртәгәһен нисек күҙаллай?
✅ 25 мартта донъя күргән докладта Рәсәйҙең иң ҙур төбәктәренең береһе- Башҡортостандың бөгөнгөһө һәм киләсәге. Был хаҡта тулыраҡ – карточкаларҙа.
Атайҙарға арналған матур йырҙар ҙа бар ул, һирәгерәк булһа ла 💌
Бына шуларҙың береһен Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вафа Мәүлитов башҡара - "Бесәнлектә" йыры.
Видео: Фәнил Ҡарасурин.
Татыу ғаилә - ил күрке.Һәр йортҡа татыулыҡ һәм бәхет теләйбеҙ 🥰 "Учалы гәзите"нең фотоһында Гөлиә һәм Фәнис Кәримовтарҙың татыу ғаиләһе. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
"Бейеш" башҡорт халыҡ йыры Хәйҙәр Хәмиҙуллин башҡарыуында.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
