613
Suscriptores
+124 horas
-47 días
-730 días
Archivo de publicaciones
Сибай йәштәре дәртле лә, һәләтле лә🔥
Башкорттар ҙа хәҙер үҙ артынан эйәртә - "задают тренд" русса әйтмешләй. Һәм быны үҙебеҙҙең йәштәр эшләүе айырыуса ҡиммәтле: тимәк, башҡорт мәҙәниәте, теле һәм йолалары йәшәй.
Видео: Хәлитов.
Беҙ МАХ-та
❓ Ә һеҙ яҡындарығыҙға иркәләп өндәшәһегеҙме?Ниндәй матур һүҙҙәр ҡулланаһығыҙ, яҙығыҙ әле 😉 Видео: Розалия һылыуҙан. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
+1
📌 Ағас ултырта башлайҙар.
Башкортостан урмансылары яңы миҙгелгә әҙерләнә, ҡайһы бер хужалыҡтарҙа 13 апрелдән ағас ултырта башлайҙар, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Башлығы. Был эш "Экологик именлек" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты буйынса алып барыла.
Әле республиканың урман питомниктарында эштәр ҡайнай. Республика етәксеһе килтергән фотоларҙа Йылайыр урман хужалығындағы үҫентеләрҙе әҙерләү барышы сағылдырылған.
"Быйыл республика урман хужалыҡтары бөтәһе 28 миллиондан ашыу сәсмәлек әҙерләй. Маҡсат - 14 мең гектарҙан да кәм булмаған ерҙә урманды тергеҙеү. Беҙ йыл һайын Башҡортостанда тәбиғәттән кеше йәки стихия алғандан күберәк ултыртабыҙ, тип килештек. Быйылғы йылға пландар - плюс 3 процент",- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров. Беҙ МАХ-та
📌 Бөгөн билдәле башҡорт мәғрифәтсе-шағиры, тарихсы, дин әһеле Ғарифулла Кейековтың тыуыуына - 165 йыл.
Ул 1861 йылдың 4 апрелендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы) Иҫке Соҡор ауылында башҡорт мәғрифәтсе-шағиры Ғәли Соҡоройҙың ғаиләһендә тыуған.
🔹 Ғарифулла Кейеков атаһы кеүек үк, ирәкте башҡорттары тарихын яҙа, мәҙрәсә аса һәм мөғәллимлек итә, мохтаждарға ярҙам пункты аса.
🔹 Уның йортонда хатта дарыухана була - төрлө дарыу үләндәрен һаталар.
🔹 Үҙе кеүек уҡымышлы ҡыҙға өйләнә - Нуриәсмә абыстай ҡыҙҙарға белем бирә, рус һәм фарсы телдәрен яҡшы белә.
Ғарифулла Мөхәмәтғәли улы Иҫке Күрҙем ауылында йәшәй. 1918 йылда, 57 йәшендә, ҡыҙылдар тарафынан үлтерелә.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
Тарт ҡурайың, уйнаһын,
Ҡан тамырҙар буйлаһын.
Дәрте барҙар бойоҡмаһын,
Бейеп-йырлап уйнаһын.
Ялдар күтәренке кәйефтә үтһен, дуҫтар! ❤️Фото: "Учалы гәзите" төркөмөнән.
+5
📌 «Башнефть» райондарҙың үҙәк майҙандарын төҙөкләндерәсәк.
Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткән. "Башнефть" етәкселеге менән килешеүгә ярашлы, бер юлы өс райондың йәмәғәт биләмәләрен матурайталар, ти.
"Асҡындың үҙәк майҙаны - ауыл йөрәге. Бында тормош ҡайнай, һәр ваҡыт кеше күп. Тағы ла был хәтер урыны, унда төрлө осорҙағы Ватанды һаҡлаусыларға мемориалдар урынлашҡан. Фонтанды тәртипкә килтерергә кәрәк, йәйәүлеләр өсөн юлдарҙы киңәйтергә, юл япмаһын яңыртырға, яҡтыртырға. Йәрмәкәйҙә лә шулай уҡ хәл, бында ла майҙан ремонт һорай. Бында территорияны бар яҡлап тәртипкә килтерәсәкбеҙ, бәләкәй архитектура формалары, арт-объекттар ҡуйыу ҡаралған. Халыҡ өсөн универсаль киңлек барлыҡҡа килергә тейеш. Йәрмәкәй менән Ҡалтасыла төрлө йәмәғәт киңлектәрен берләштерәбеҙ, майҙанды ғына түгел, уға терәлеп торған аллеяны һәм Хәтер мемориалын да төҙөкләндерәбеҙ",- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
🔥 Бөгөн Сәғиҙулла Байегеттең тыуған көнө икән.
Ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ!Ә һеҙҙең иғтибарға уның яңы клибын тәҡдим итәбеҙ.
+2
📌 Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы осоронда Рәми Ғарипов исемендәге 1- се Башҡорт республика гимназия-интернатында “Беренсе” полиолимпиадаһы үткән.
Унда Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән уҡыусылар башҡорт теле, рус теле, математиканан белемдәрен һынаған һәм гимназия тормошо менән яҡындан танышҡан. Ә инде йомғаҡлау сараһында өс предметтан да юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, еңгән уҡыусыларға диплом, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған. Һәләтле балалар тиҫтерҙәрен матур йыр-бейеү менән ҡыуандырған.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
📌Йәрминкәгә барығыҙ!
3-5 апрелдә Башҡортостандың 29 районы һәм ҡалаһында ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторола.
Уларҙа үҙебеҙҙә етештерелгән яҡшы сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин. Йәрминкә адрестары БР Сауҙа министрлығы төҙөгән исемлектә килтерелгән.
📍Өфөлә йәрминкәләр 4 һәм 5 апрель көнө үтә.
Беҙ МАХ-та
+1
📌 AY YOLA төркөмө Төркиәнең TRT AVAZ халыҡ-ара каналында сығыш яһаған.
Төркөм Науруз байрамы һәм телеканалдың 17 йыллығына арналған махсус концертта ҡатнашҡан.
"Анкаранан тура эфирҙың 30-ҙан ашыу ил тамашасыһы ҡараны. Беҙҙең музыка халыҡ-ара сәхнәлә яңғыраны һәм тамашасыны башҡорт мәҙәниәте, "Урал батыр" эпосы менән таныштырҙы. Концерттан һуң Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган менән һөйләшеү мөмкинлеге булды. Ул беҙҙең ижадты юғары баһаланы. Осрашыу йылы, ҡурай моңона сорналып үтте",- тип хәбәр итә AY YOLA. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
Уҡыуһыҙ белем юҡ, белемһеҙ көнөң юҡ,ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Һәр ваҡыт яңы белемгә ынтылып йәшәгеҙ. Көнөгөҙ файҙалы үтһен ☀️ 📍 Өфө фән һәм технологиялар университеты (элек Башҡорт дәүләт университеты) бинаһы. Юғары уҡыу йортоноң төп бинаһы 1953 йылда төҙөлә башлай һәм 1958 йылда төҙөлөш тамамлана. Уны билдәле башҡорт архитекторҙары, ағалы-ҡустылы Барый һәм Сәмиғулла Кәлимуллиндар проекты буйынса эшләйҙәр. Фото: Степанов Слава.
📌 Шәп яңылыҡ!
Халыҡ-ара балалар китабы көнөндә шәп яңылыҡ менән уртаҡлашабыҙ, дуҫтар.
🔥 5 апрелгә тиклем "Китап" магазинында нәшриәттең балалар өсөн баҫмаларына 15 процент ташлама.
Был акция Бөтә Рәсәй балалар китабы аҙналығы сиктәрендә ойошторолған. Ул Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Агния Бартоның тыуыуына 120 йыл тулыуға арнала.
📍 "Китап" нәшриәтенең магазины Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан.
📌 Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар исемлеге билдәле булған.
Быйыл Башҡортостан 23-27 июндә илдең 80 төбәгенән меңдән ашыу кешене бергә туплаған сараны ҡабул итә.
Өсөнсө тапҡыр уҙғарылған Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына 86 ҡатнашыусы, шул иҫәптән 78 ижади коллектив һәм 8 яңғыҙ башҡарыусы килә.Сарала 10-18 йәшлек балалар ҡатнаша һәм улар үҙҙәре йәшәгән төбәктең халыҡ ижадын "Халыҡ йыры", "Халыҡ бейеүе", "Халыҡ уйын ҡоралдары", "Традицион мәҙәниәт" номинацияларында күрһәтәсәк. Байрам программаһы бик бай буласаҡ. Сығыштарҙан тыш, балаларға төрлө экскурсиялар, урындағы коллективтар менән ижади осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Киске уйынға һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына барасаҡтар. 🔥 Башҡортостан намыҫын Баҡалы районынан Азамат Ханнанов, Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылынан Әнүәр Вәхитов, Өфө ҡалаһының ҡурайсылар өлгөлө ансамбле, Шамонино ауылынан "Дарман" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Күмертау ҡалаһынан "Зоренька" өлгөлө урыҫ йыр ансамбле яҡлаясаҡ. Беҙ МАХ-та
📌 Былтыр Ҡытай халыҡ республикаһында үткән Яҙ фестивалендә ҡатнашып, башҡорт мәҙәниәтен танытып ҡайтҡан "Аманат" бейеү ансамбле бер йылдан һуң шул минуттарҙы яңынан хәтергә төшөрә.
Улар менән беҙ ҙә тағы бер ҡат йәштәребеҙгә һоҡланайыҡ, тәьҫораттарын тыңлайыҡ әле 😉
Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
❓ Ҡаҙ ҡаҡлап ҡарағанығыҙ бармы?
Ә бына бик уңған "Ауыл хужабикәһе" Альбина Байгилдина эшләй һәм бик оҫта - тормош иптәше лә ихлас ярҙам итә.
📌 17 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙа.
Диктант иртәнге сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты) БЮТ каналында тура эфирҙа башланасаҡ. Шул ваҡытта офлайн-майҙансыҡтарҙа ла яҙыу мөмкинлеге бар.
Диктантты онлайн 17 апрель сәғәт 23:59-ға (Өфө ваҡыты) тиклем яҙырға була. bashdictant.ru сайтында бының өсөн тура эфирҙың яҙмаһы ҡуйыласаҡ.
💎 Диктантты яҙып бөткәс, эштәрегеҙҙең фотоһын йәки сканын «МАКС»ҡушымтаһында @bash_dictant_bot ботына йәки bashdictant.ru сайтында шәхси сәхифә аша ебәрегеҙ.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
☀️ Халыҡ-ара балалар китабы көнөндә хәйерле иртәне файҙалы шиғырҙарҙан башлайыҡ әле, төркөмдәштәр.
Эйе, бөгөн - 2 апрелдә - билдәле Дания балалар яҙыусыһы Ганс Христиан Андерсендың тыуған көнөндә бына шундай әһәмиәтле байрам билдәләнә. Уны ойоштороусылар яҡшы китаптар уҡырға кәрәк, был йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай, тип иҫәпләй.
❓ Ә һеҙ балаларығыҙға китаптар уҡыйһығыҙмы һәм уларҙы китап уҡырға ылыҡтыра алдығыҙмы?
БАЛ ҠОРТО
Көнө буйы тынғы белмәй,
Бигерәк уңған бал ҡорто.
Шулай уңған булған өсөн
Бал менән тулы йорто.
ҮРМӘКСЕ
Әсәйҙең күҙлеген кейеп,
Булам әле күрмәксе:
Нисек үрә икән ауын
Мөйөштәге үрмәксе?
СИҢЕРТКӘ ЙӘШЕНМӘК УЙНАЙ
Йә, кемегеҙ сиңерткәне
Ябай бөжәк тип уйлай?
Тәпәйе менән тыңлай ул,
Ҡанаты менән йырлай.
Йәшел үләнгә боҫа ла,
Оҙон көн буйы йырлай:
Әллә дуҫтарын саҡыра,
Әллә йәшенмәк уйнай.
ҠЫРҒАЯҠ
Ҡырғаяҡты «ҡырғаяҡ» тип
Атағандар бит юҡҡа:
Күпме һанап ҡараһам да,
Тәпәйе тулмай ҡырҡҡа.
ЭНӘҒАРАҠ
Эленеп кенә торғандай
Күл өҫтөндә энәғараҡ,
Вертолеттай осоуына
Fәжәпләнеп торам ҡарап.
АНТЕННАҺЫ БАР
«Сәңгелдәк»кә өлгөрәм, тип
Тиҙ-тиҙ шыуыша ҡусҡар.
Телевизор ҡарар өсөн
Уның антеннаһы бар!
Рәмзәнә ӘБҮТАЛИПОВА "Беҙ-Беҙ-ҙ-ҙ бөжәктәр" китабынан.
❓ Йырҙы бер шиғри юлына ҡарап белә алдығыҙмы?
"Ҡош юлы" башҡорт бард фестивале быйылғы ҡатнашыусыларын көтә. Ҡатнашығыҙ 🔥
Беҙ МАХ-та
📌 Волга буйы федераль округында Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров бөгөн Өфөгә эш сәфәре менән килгән.
Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән төбәктең үҫеш темптары буйынса фекер алышҡан. Шулай уҡ округта яңыраҡ асылған иң ҙур белем усағы - 164-се Белем биреү үҙәген, "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалын һәм предприятиеларҙы барып ҡарағандар.
💯 "Беҙ бик ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта иҡтисадыбыҙҙың торошо, төп күрһәткестәр дөрөҫ юҫыҡта барабыҙ һәм артабан да һынауҙарға әҙербеҙ, тиергә мөмкинлек бирә. Социаль инфраструктура ла йылдам үҫешә - халыҡҡа кәрәкле объекттарҙы төҙөкләндереүҙе һәм төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Игорь Анатольевичҡа эшебеҙҙе юғары баһалауы, республикаға ярҙамы һәм иғтибары өсөн рәхмәт",- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Беҙ МАХ-та
¡Ya disponible! Investigación de Telegram 2025 — los principales insights del año 
