uz
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Kanalga Telegram’da o‘tish

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Ko'proq ko'rsatish
2 027
Obunachilar
-124 soatlar
-27 kunlar
-730 kunlar
Postlar arxiv
Мәктәп имтихандарына әҙер яуаптарҙы интернетта тыйырға тәҡдим ителде Рәсәйҙең мәғариф министрлығы мәктәп уҡыусыларының имтихандарға әҙерлегенә үҙгәрештәр индереү буйынса закон проекты әҙерләй. Ведомство Берҙәм дәүләт һәм Дөйөм дәүләт имтихандары буйынса эштәргә яуаптарҙы, Бөтә Рәсәй олимпиадаһы һәм федераль дәреслектәрҙәге әҙер эштәрҙе тыйылған мәғлүмәт реестрына индерергә тәҡдим итә. Эксперттар был башланғысҡа бәйле төрлө фекерҙә. Тулыраҡ киләһе материалда

Радий Хәбиров Рәсәйҙең иң ҙур һыра ҡайнатыу компанияһының Өфө филиалында булды Төбәк башлығы компания етәксеһе Николай Тюрников менән производствоны үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе, шулай уҡ хеҙмәт коллективы менән аралашты. 1999 йылда эшләй башлаған завод бер нисә модернизация этабын үткән. Предприятиела бөтәһе 270 хеҙмәткәр иҫәпләнә. «АБ ИнБев Эфес» филиалы төрлө һауыттарҙа 76 төр эсемлек сығара. 2024 йылдан предприятиела етештереү ҡеүәттәрен модернизациялау буйынса 1 миллиард 400 миллион һумлыҡ инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан уңайлы инвестиция мөхитен булдырыусы төбәктәр араһында лидерҙар иҫәбендә Был хаҡта «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» форумы секцияларының береһендә сығыш яһағанда Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директорының беренсе урынбаҫары Игорь Карачин билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, республика өлгәшкән уңыштарында туҡтап ҡалмай һәм башҡа төбәктәрҙән коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашып, даими рәүештә яңы проекттар өҫтөндә эшләй.

Башҡортостандың муниципаль эш тәжрибәһен тотош илгә таратыу талап ителә Был турала бөгөн Өфөлә «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» Бөтә Рәсәй форумында белдерелде. Сараның пленар ултырышы «Торатау» конгресс холында үтте. Форумда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президентының эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Евгений Грачев, Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы рәйестәше Ирина Гусева ҡатнашты.

Быйылдан Рәсәйҙә күп фатирлы яңы йорттар төҙөгәндә дәүләт стандарты ҡабул ителәсәк Быйылдан Рәсәйҙә күп фатирлы яңы йорттар төҙөгәндә дәүләт стандарты ҡабул ителәсәк. Һүҙ ремонт-биҙәү эштәренең сифаты, уларҙы ҡабул итеү һәм иҫкәрмәләрҙе бөтөрөүгә берҙәм талаптар индереү тураһында бара. Үҙгәрештәр күсемһеҙ милек баҙарына, шул иҫәптән торлаҡ хаҡына нисек йоғонто яһаясаҡ?

Йылайыр районының Матрай ауылы халҡы быйыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша Берҙәмлектә-көс. Йылайыр районының Матрай ауылы халҡы быйыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Ошо уңайҙан төбәктә күләмле мәҙәни-спорт сараһы үтте.

Өфөлә "Урал батыр" эпосы көнөнә әҙерлек башланды Ошо темаға кәңәшмә уҙғарылды. Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Кил
Өфөлә "Урал батыр" эпосы көнөнә әҙерлек башланды Ошо темаға кәңәшмә уҙғарылды. Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдереүенсә, эпосты ныҡлап өйрәнеп, уны мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә генә түгел, туризм, кәсепселек, төҙөлөш, сауҙала ҡулланырға була. "Урал батыр" беҙҙең көс, хәтер һәм яуаплылыҡ, - тине ул. Башҡортостанда 8 июнь Республика Башлығы указы менән "Урал батыр" эпосы көнө тип иғлан ителгән.

Рәсәй юғары уҡыу йорттарында бакалавриат-магистратура системаһы бөтөрөлә Ошондай үҙгәреш яңы уҡыу йылынан көсөнә инә тип хәбә
Рәсәй юғары уҡыу йорттарында бакалавриат-магистратура системаһы бөтөрөлә Ошондай үҙгәреш яңы уҡыу йылынан көсөнә инә тип хәбәр итәләр Думаның фән һәм юғары белем буйынса комитетынан. Юғары белем нигеҙ һәм махсус өлөштәрҙән торасаҡ. Студенттар һайланған һөнәргә ҡарап 4 йылдан 6 йылға тиклем уҡый. Махсус юғары белем 3 йүнәлеште эсенә ала - профессиональ квалификация, идара итеү һәм тикшеренеүҙәр алып барыуҙы һайларға була.

Шишмә районының Шөңгәккүл ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияға гуманитар ылау туплай Шишмә районының Шөңгәккүл ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияға гуманитар ылау туплай. Улар маскировка селтәрҙәре үрә, ямғырҙан һаҡлаусы кейемдәр тегә, окоп шәмдәре эшләй. Ирекмәндәр Башҡортостан таможняһы менән хеҙмәттәшлек итә, улар аша алғы һыҙыҡҡа гуманитар йөк оҙата.

30 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Тура трансляцияны  БСТ, "Сәләм" , "Башҡортостан 24" , "Вся Уфа" телеканалдарында, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығының социаль селтәрҙәрендә ҡарағыҙ. 30 ғинуар, йома, сәғәт 10-да.

Башҡортостан башлығы иртәгә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай Иртәгә Башҡортостан башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Унда Радий Хәбиров республиканың төп үҫеш йүнәлештәрен һәм артабанғы өҫтөнлөклө эштәрҙе билдәләйәсәк. Йыллыҡ мөрәжәғәтнамәне Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Сәләм», «Башҡортостан 24» һәм «Вся Уфа» телеканалдары тура эфирҙа күрһәтәсәк, шулай уҡ трансляция төбәк башлығының социаль селтәрҙәрендә буласаҡ. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Өфөлә «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» Бөтә Рәсәй форумы бара Сараның пленар ултырышы бөгөн «Торатау» конгресс холында үтте һәм муниципаль үҫешкә арналды. Форумда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президентының эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Евгений Грачев, Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы рәйестәше Ирина Гусева ҡатнашты.

Өфөлә боҙҙа мотоуҙыш буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтте Быйылғы турнир тарихтағы беренсе донъя һәм Европа чемпионы Ғабдрахман Ҡадировтың 85 йыллығына арналды. Билдәле мотоуҙышсы иҫтәлегенә 27-се тапҡыр ойошторолған спорт сараһы илдең иң көслө уҙышсыларын, шул иҫәптән күп тапҡырҙар Рәсәй, Европа һәм донъя чемпиондарын йыйҙы.

Милли музейҙа Вячеслав Стрижевскийҙың шәхси күргәҙмәһе асылды Бөгөн Милли музейҙа Рәсәйҙең атҡаҙанған, мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар ордены кавалеры Вячеслав Стрижевскийҙың шәхси күргәҙмәһе асылды. Рәсәйҙәге Халыҡтар берҙәмлеге һәм Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналған экспозицияның бер өлөшө Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ваҡиғаларға, республиканың баш ҡалаһы Өфөгә һәм мәҙәниәт, дин, медицина, фән һәм спортҡа арналған.

Благовещенда яңы заманса балалар поликлиникаһы асылды Благовещен ҡалаһында асылған яңы балалар поликлиникаһы медицина ярҙамын бөтөнләй икенсе шарттарҙа тәҡдим итә. Бәләкәй пациенттар өсөн иҫәпләнгән һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы ике йыл эсендә төҙөлә. Поликлиника тулыһынса заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған.

Шаран районында махсус хәрби операция ветерандарына арналған фольклор байрамы үтте Шаран районы Дүртөйлө мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операция ветерандары хөрмәтенә фольклор байрамы уҙҙы. Сарала «Әхмәт» һәм «Матрос» ҡушаматлы хәрбиҙәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, уҡыусылар, Дүртөйлө ҡатын ҡыҙҙар советы ағзалары һәм «Бетеү» ирекмәндәр клубы вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостанда «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» 3-сө Бөтә Рәсәй муниципаль форумының төбәк көнө үтә Башҡортостанда «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» 3-сө Бөтә Рәсәй муниципаль форумының төбәк көнө үтә. Эшлекле сара сиктәрендә өс көн дауамында тотош илдән йыйылған муниципаль хеҙмәткәрҙәр Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте менән танышасаҡ. Бөгөн тап муниципаль киңлектәрҙә ил иҡтисадының тотороҡло үҫешенә нигеҙ һалына, бизнесҡа, социаль башланғыстарға яңы мөмкинлектәр асыла, төбәктәр һәм ил киләсәге формалаша. Республика муниципаль йүнәлештә үҫешкән алдынғы төбәк иҫәпләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Радий Хәбиров 30 ғинуарҙа Ҡоролтайҙа йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай Башҡортостан башлығы 30 ғинуарҙа Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Унда Радий Хәбиров республиканың төп үҫеш йүнәлештәрен һәм артабанғы өҫтөнлөклө эштәрҙе билдәләйәсәк. Йыллыҡ мөрәжәғәтнамәне Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Сәләм», «Башҡортостан 24» һәм «Вся Уфа» телеканалдары тура эфирҙа күрһәтәсәк, шулай уҡ трансляция төбәк башлығының социаль селтәрҙәрендә буласаҡ. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Радий Хәбиров Өфөләге «Стеклонит» заводында яңыртылған производствоны ҡараны Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөләге «Стеклонит» заводында булып, яңыртылған производство майҙансыҡтарын ҡараны. Шулай уҡ төбәк етәксеһе иғтибарына «Росатом» композит технологиялар дивизионының күргәҙмә экспозицияһы ла тәҡдим ителде. Предприятие биләмәһендә үткән «Сәнәғәт сәғәте»ндә тармаҡты үҫтереү, хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса мөһим ҡарарҙар ҙа яһалды.

Баймаҡ районында «Йыл уҡытыусыһы- 2026» һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабы үтә Улар йәш быуынды тәрбиәләй. Баймаҡ районында «Йыл уҡытыусыһы- 2026» һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабы үтә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.