uz
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Kanalga Telegram’da o‘tish

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Ko'proq ko'rsatish
1 984
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-17 kun
-1430 kun
Postlar arxiv
30 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Тура трансляцияны  БСТ, "Сәләм" , "Башҡортостан 24" , "Вся Уфа" телеканалдарында, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығының социаль селтәрҙәрендә ҡарағыҙ. 30 ғинуар, йома, сәғәт 10-да.

Башҡортостан башлығы иртәгә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай Иртәгә Башҡортостан башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Унда Радий Хәбиров республиканың төп үҫеш йүнәлештәрен һәм артабанғы өҫтөнлөклө эштәрҙе билдәләйәсәк. Йыллыҡ мөрәжәғәтнамәне Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Сәләм», «Башҡортостан 24» һәм «Вся Уфа» телеканалдары тура эфирҙа күрһәтәсәк, шулай уҡ трансляция төбәк башлығының социаль селтәрҙәрендә буласаҡ. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Өфөлә «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» Бөтә Рәсәй форумы бара Сараның пленар ултырышы бөгөн «Торатау» конгресс холында үтте һәм муниципаль үҫешкә арналды. Форумда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президентының эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Евгений Грачев, Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы рәйестәше Ирина Гусева ҡатнашты.

Өфөлә боҙҙа мотоуҙыш буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтте Быйылғы турнир тарихтағы беренсе донъя һәм Европа чемпионы Ғабдрахман Ҡадировтың 85 йыллығына арналды. Билдәле мотоуҙышсы иҫтәлегенә 27-се тапҡыр ойошторолған спорт сараһы илдең иң көслө уҙышсыларын, шул иҫәптән күп тапҡырҙар Рәсәй, Европа һәм донъя чемпиондарын йыйҙы.

Милли музейҙа Вячеслав Стрижевскийҙың шәхси күргәҙмәһе асылды Бөгөн Милли музейҙа Рәсәйҙең атҡаҙанған, мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар ордены кавалеры Вячеслав Стрижевскийҙың шәхси күргәҙмәһе асылды. Рәсәйҙәге Халыҡтар берҙәмлеге һәм Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналған экспозицияның бер өлөшө Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ваҡиғаларға, республиканың баш ҡалаһы Өфөгә һәм мәҙәниәт, дин, медицина, фән һәм спортҡа арналған.

Благовещенда яңы заманса балалар поликлиникаһы асылды Благовещен ҡалаһында асылған яңы балалар поликлиникаһы медицина ярҙамын бөтөнләй икенсе шарттарҙа тәҡдим итә. Бәләкәй пациенттар өсөн иҫәпләнгән һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы ике йыл эсендә төҙөлә. Поликлиника тулыһынса заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған.

Шаран районында махсус хәрби операция ветерандарына арналған фольклор байрамы үтте Шаран районы Дүртөйлө мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операция ветерандары хөрмәтенә фольклор байрамы уҙҙы. Сарала «Әхмәт» һәм «Матрос» ҡушаматлы хәрбиҙәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, уҡыусылар, Дүртөйлө ҡатын ҡыҙҙар советы ағзалары һәм «Бетеү» ирекмәндәр клубы вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостанда «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» 3-сө Бөтә Рәсәй муниципаль форумының төбәк көнө үтә Башҡортостанда «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» 3-сө Бөтә Рәсәй муниципаль форумының төбәк көнө үтә. Эшлекле сара сиктәрендә өс көн дауамында тотош илдән йыйылған муниципаль хеҙмәткәрҙәр Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте менән танышасаҡ. Бөгөн тап муниципаль киңлектәрҙә ил иҡтисадының тотороҡло үҫешенә нигеҙ һалына, бизнесҡа, социаль башланғыстарға яңы мөмкинлектәр асыла, төбәктәр һәм ил киләсәге формалаша. Республика муниципаль йүнәлештә үҫешкән алдынғы төбәк иҫәпләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Радий Хәбиров 30 ғинуарҙа Ҡоролтайҙа йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай Башҡортостан башлығы 30 ғинуарҙа Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Унда Радий Хәбиров республиканың төп үҫеш йүнәлештәрен һәм артабанғы өҫтөнлөклө эштәрҙе билдәләйәсәк. Йыллыҡ мөрәжәғәтнамәне Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Сәләм», «Башҡортостан 24» һәм «Вся Уфа» телеканалдары тура эфирҙа күрһәтәсәк, шулай уҡ трансляция төбәк башлығының социаль селтәрҙәрендә буласаҡ. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Радий Хәбиров Өфөләге «Стеклонит» заводында яңыртылған производствоны ҡараны Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөләге «Стеклонит» заводында булып, яңыртылған производство майҙансыҡтарын ҡараны. Шулай уҡ төбәк етәксеһе иғтибарына «Росатом» композит технологиялар дивизионының күргәҙмә экспозицияһы ла тәҡдим ителде. Предприятие биләмәһендә үткән «Сәнәғәт сәғәте»ндә тармаҡты үҫтереү, хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса мөһим ҡарарҙар ҙа яһалды.

Баймаҡ районында «Йыл уҡытыусыһы- 2026» һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабы үтә Улар йәш быуынды тәрбиәләй. Баймаҡ районында «Йыл уҡытыусыһы- 2026» һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабы үтә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә умартасылар форумы үтә Кәсепселәрҙе, ғилми учреждение белгестәрен һәм власть вәкилдәрен берләштергән күләмле сара 30 ғинуарға билдәләнгән. Ҡатнашыусылар бал ҡорттарын республикаға легаль булмаған юл менән индереүҙе асыҡлау, уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлау, кәсепселекте һәм пакетлы умартасылыҡты үҫтереүгә бәйле мәсьәләләр тикшереләсәк.

Республикала үҙмәшғүллек менән шөғөлләнгәндәр ҙә түләүле больничный алырға хоҡуҡлы Был мөмкинлек быйыл ирекле страховкалау экспериментында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырылған. Аҡсалата компенсация алыу өсөн Рәсәй пенсия һәм социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә теркәлергә кәрәк. Уны «Минең һалымым» ҡушымтаһы ярҙамында эшләү уңайлы.

Өфөләге менталь сәләмәтлек үҙәге өс йыллығын билдәләне Учреждениела аутизмдан яфаланған балаларға дауалау һәм реабилитация курсы уҙғарыла. Әлегә өс меңдән ашыу кескәй пациентҡа ярҙам күрһәтелгән. Улар өсөн массаж, физио-, арт-терапия кабинеттары эшләй, дауалау физкультураһы ойошторола. Телмәр үҫтереү дәрестәре ҡаралған.

«Кесе Ватан – Рәсәй көсө» форумы ҡунаҡтары Республика идара итеү үҙәге менән танышты «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» форумында ҡатнашыусы ҡунаҡтар Республика менән идара итеү үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Делегация ағзалары заманса үҙәк мөмкинлектәрен юғары баһалап иң яҡшы тәжрибәләрҙе башҡа төбәктәрҙә лә ҡулланыу теләген белдерҙе.

Өфөлә «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» 3-сө Бөтә Рәсәй муниципаль форумының төбәк көнө үтә Бөгөн Өфөлә «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» 3-сө Бөтә Рәсәй муниципаль форумының төбәк көнө үтә. Өс көн дауамында тотош илдән йыйылған муниципаль хеҙмәткәрҙәр Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте менән танышасаҡ.

Республикала хоккей майҙансыҡтары тикшерелә Йәмәғәт палатаһы ошондай эш башланған, ул 16 февралгә тиклем дауам итә. Бөгөн ком
Республикала хоккей майҙансыҡтары тикшерелә Йәмәғәт палатаһы ошондай эш башланған, ул 16 февралгә тиклем дауам итә. Бөгөн комиссия Нуриман районында була. Боҙ сифаты, хәүефһеҙлек, яҡтыртыуға иғтибар бирелә. Башҡортостанда хоккей ҡумталары башлыса Саҡмағош, Әлшәй, Илеш һәм Өфө райондарында булдырылған.

Башҡортостан халҡын киләһе айҙа 3 көн ял көтә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан 21, 22 һәм 23 февраль ял һәм байрам көндәре т
Башҡортостан халҡын киләһе айҙа 3 көн ял көтә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан 21, 22 һәм 23 февраль ял һәм байрам көндәре тип иғлан ителде. Артабан ҡыҫҡа эш аҙнаһы була. Мартта ла оҙайлы ял көндәре бар. 7, 8 һәм 9 мартта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ял итәбеҙ. 20 мартта мосолмандар Ураҙа байрамын билдәләй. Республикала был көн ял була.

Башҡортостан кибеттәрендә 300 литрҙан ашыу сифатһыҙ һөт һатыуҙан алынды Былтыр республика кибеттәрендә ҡулланыусылар талаптарына яуап бирмәгән 300 литрҙан ашыу һөт һатыуҙан алынған. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте белгестәре һөт продукцияһын һайлағанда эсемлектең составына һәм файҙаланыу ваҡытына иғтибарлы булырға кәңәш итә. Сифатлы һөт һайлағанда нимәгә иғтибар итергә?

Өфөлә «Мин хәтерләйем, мин ғорурланам» олимпиадаһының муниципаль этабы старт алды Баш ҡаланың 21-се лицейында уҙған тантана Ленинградты блокаданан азат итеүгә 82 йыл тулған көндә ойошторолдо. Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса белемде һынауға ҡоролған олимпиадала 600 уҡыусы ҡатнаша. Һынау йәш быуында ил тарихы, ата-бабаларының данлы үткәненә ҡыҙыҡһыныу уята.