БСТ | Яңылыҡтар
الذهاب إلى القناة على Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
إظهار المزيد1 964
المشتركون
-124 ساعات
لا توجد بيانات7 أيام
-1030 أيام
أرشيف المشاركات
1 964
Белорет районы Абҙаҡ ауылында хоккей турниры үтте
Ул махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарҙың яҡты иҫтәлегенә арналды. Ярышта боҙ хужаларынан тыш, Сермән һәм Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылы командалары ҡатнашты. Турнирҙы асыу тантанаһына яуҙа башын һалған хәрбиҙәрҙең яҡындары саҡырылды.
1 964
Башҡортостан дәүләт оркестры «Саҡырылған дирижерҙар» концерт программаһы менән сығыш яһаны
Моң һәм музыка көсө. Башҡортостан дәүләт оркестры «Саҡырылған дирижерҙар» концерт программаһы менән сығыш яһаны. Бөйөк композитор Дмитрий Шостаковичтың мәҙәни мираҫына һәм иҫтәлегенә бағышланған концерт Рәсәйҙең халыҡ артисы, дирижер Валерий Полянский етәкселегендә үтте. Дәүләт концерт залында «Болт» балеты сюитаһы һәм башҡа билдәле әҫәрҙәр яңғыраны.
1 964
Хәйбулла районында «Сибирский левша» күсмә күргәҙмәһе асылды
Тарих микроминиатюраларын туплаған экспозицияла 50-нән ашыу уникаль экспонат ҡуйылған. Бик бәләкәй экспонаттар менән тамашасылар микроскоп йәки лупа аша таныша. Үҙенсәлекле эштәрҙең авторы рәссам Анатолий Коненко. Уның микроминиатюралары сит ил күргәҙмәләрендә лә күрһәтелә.
1 964
Башҡортостанда баҡсасылар өсөн сәсеү миҙгеле башланды
Үҫентеләрҙе ҡырҡып ултыртыу-баҡсасылар өсөн тынғыһыҙ хеҙмәт осоро. Ҡайһы бер баҡсасылар хатта яңы йылға аяҡ баҫыуҙан алда уҡ сәскә ултырта башлаған. Әлеге мәлдә баҡса йәнлеләр һәр төрлө йәшеллек төрҙәрен тәҙрә төбөндә үҫтерә, һуңынан ергә күсерә.
1 964
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов «Балерина»ны ҡараны
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов «Балерина»ны ҡараны. Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугирҙары яуҙа иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән танкты шулай тип атай. Хәрби машинаға ҡушаматты улар Санкт-Петербургтың Мариин театры солисткаһы Дарья Захаренкова хөрмәтенә ҡушҡан.
1 964
Өфө предприятиеһында һаҡсыл производствоға күсеп, электр мейестәр сығарыу арттырыла
Өфөләге предприятиела һаҡсыл производствоға күсеп, электр мейестәр сығарыу күләмен арттырыу планлаштырыла. Әлегә завод белгестәре хеҙмәт етештереүсәнлеген, продукция сифатын арттырыу, ваҡыт һәм ресурстарҙы экономиялау буйынса саралар күрә. Эш урындары камиллаштырылып, тәртипкә килтерелә.
1 964
Нуриман районындағы Павловка һыуһаҡлағысында «Ҡаргиҙәр» операцияһы үтте
Тикшереү барышында ҡотҡарыусылар ҡышҡы транспорт сараһына идара итеп, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иңҡар итеүселәр менән профилактик әңгәмә ойошторҙо. Ҡаргиҙәр менән идара итеү өсөн мотлаҡ рәүештә транспорттың техник паспорты һәм махсус А1 категорияһына водитель таныҡлыҡ булырға тейеш.
1 964
Тәфтиш комитеты Өфөнөң 16-сы гимназияһында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты
Тәфтиш комитеты Өфөнөң 16-сы гимназияһында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Бөгөн иртәнге сәғәт 11-ҙәр тирәһендә 9-сы класс уҡыусыларының береһе атыш ойошторған. Урынға шунда уҡ бөтә ашығыс хеҙмәттәр килә. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ. Үҫмер ҡулға алынған. Ваҡиға контролдә тотола тип яҙған социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы.
1 964
1 авгусҡа республикала 53 белем биреү учреждениеһында капиталь ремонт эштәре тамамланырға тейеш
1 авгусҡа республикала 53 белем биреү учреждениеһында капиталь ремонт эштәре тамамланырға тейеш. Республикала быйыл бөтәһе 41 мәктәп, 6 колледж һәм 6 балалар баҡсаһы төҙөкләндерелә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 964
Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында 25 метрлыҡ бассейн асылды
Бассейн «100 спорт объекты» проекты сиктәрендә төҙөлгән. Бындай объекттар муниципалитеттарҙа республика етәксеһе башланғысы менән барлыҡҡа килә. Учреждениела күнекмәләр планы төҙөлә, йөҙөү ваҡыты билдәләнә. Сменаһына 40 кеше шөғөлләнә ала.
1 964
Бүздәк районы Ҡаран ауылында «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә «Ҡоймаҡ» байрамы үтте
«Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабы дауам итә. Ҡатнашыусылар төбәктәрҙә халыҡты берләштереүсе саралар ойоштора, үҙенсәлекле проекттарҙы тормошҡа ашырып, финалға сынығыу ала. Бүздәк районының Ҡаран ауылында уҙған Ҡоймаҡ милли аш-һыу фольклор байрамынан репортаж.
1 964
Башҡортостанда ҡотороу сире таралыуға бәйле бер нисә районда карантин иғлан ителгән
Дауаханаларҙа әле 3 пациент дауалана, күрһәткестең тағы ла артыуы ихтимал. Табиптар йорт хайуандарына иғтибарлы булырға саҡыра. Төлкөнән тешләнгән эт- бесәйҙәр ҡотороу сирле булыуы ихтимал. Белгестәр әйтеүенсә, республикала быйыл төлкөләр ишәйеүе күҙәтелә. Улар йорт хайуандарына, кешеләргә ташланып ҡотороу сирен тарата.
1 964
Өфөнөң 5-се лицейында «Башҡортостан» полкы яугирҙары «Батырлыҡ дәресе» уҙғарҙы
Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшы. Бөгөн «Башҡортостан» полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугирҙары баш ҡаланың 5-се лицейында «Батырлыҡ дәресе» уҙғарҙы. «Каддафи» һәм «Калач» ҡушаматлы яугирҙар әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. Улар ике аҙнаны мөмкин тиклем һөҙөмтәле уҙғарырға тырыша. Яҡындары, дуҫтары менән осрашыуҙан тыш мәктәп уҡыусыларына илһөйәрлек дәрестәре уҙғарыуҙы ла улар изге бурыс тип һанай.
1 964
Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренә ҡабул итеү дауам итә
Көн һайын тиҫтәләгән кеше «Черемушки» шифаханаһы базаһындағы «Защитник» үҙәгенә килә. Бында Рәсәйҙең пилотһыҙ осоу ғәскәрҙәренә хеҙмәткә ҡабул итеү ойошторола. Пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениеһында хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәре: хеҙмәт дистанцион рәүештә, хәрби хәрәкәттәр һыҙығынан алыҫта башҡарыла, хәүефһеҙлек кимәле бик юғары, хәрбиҙең һаулығына һәм ғүмеренә ҡурҡыныс янамай. Унда башлыса машиналар эшләү, айти технологиялар өлкәләрендә эшләгән, компьютерҙы программа менән тәьмин итеү ысулдарын белгән тәжрибәле ир-егеттәр алына.
1 964
Радий Хәбиров Өфөнөң 2-се поликлиникаһында капиталь ремонт һөҙөмтәләрен ҡараны
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының 2-се поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Медицина учреждениеһына төбәк программаһы буйынса капиталь ремонт уҙғарылып, яңы мебель һәм медицина ҡорамалдары, шул иҫәптән һанлы маммограф һатып алынған. Дөйөм сығымдар-яҡынса 149 млн һум тәшкил иткән.
1 964
Башҡортостанда етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе контролдә
Башҡортостанда 7 меңдән ашыу етемде торлаҡ менән тәьмин итеү бурысы тора. Был турала бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә белдерелде. Радий Хәбиров муниципаль берәмек етәкселәренә проблеманы даими контролдә тоторға, етемдәрҙе йәберләмәҫкә ҡушты. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы эшмәкәрлеге, «Айыҡ ауыл» проекты тураһында һүҙ барҙы. Аҙнаның төп темалары тураһында репортаж.
1 964
Башҡортостанда төлкөләрҙең ауылдарға инеү осрағы йышайған
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һаҡ булырға кәңәш итә. Күптән түгел Ҡырмыҫҡалы районында төлкө ихатаға инеп эткә ташланған. Быйыл ғына был йәнлектең кешеләргә сығыуына бәйле 50-нән ашыу осраҡ теркәлгән. Ҡотҡарыусылар төлкөгә яҡын килмәҫкә, уны ашатмаҫҡа кәңәш итә. Кешегә ташланыу осрағы булһа 112 һандарына шылтыратырға кәрәк.
1 964
Башҡортостанда йәшәүсе федераль телетамашала машина отҡан
Межгорьенан Людмила Мельникова Леонид Якуовичалып барған программаға башҡорт балы, ҡайнатма менән килгән. Сектор"Приз" тура килгәс 170 мең һумаҡсанан баш тартып призды һайлаған һәм автомобиль отҡан.
1 964
Тау саңғыһы спортсыһы Тәнзилә Исраилова өс тапҡыр Рәсәй чемпионы булды
Ил чемпионаты Красноярск ҡалаһында уҙғарылды. Белореттан Тәнзилә Исраилова параллель слалом төрөндә еңеү яуланы, тип хәбәр итте Вице-премьер-Спорт министры Руслан Хәбибов. Уҙған йылда Республика спортсыһы Рәсәй чемпионатында ике тапҡыр алтын миҙалға лайыҡ булды.
1 964
Опера һәм балет театрында «Мөғжизәләр календары» исемле үҙенсәлекле спектакль үтте
«Мөғжизәләр календары». Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә һәүәҫкәр артистар спектакле. Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле балет йондоҙо Гүзәл Сөләймәнованың йыл миҙгелдәре хаҡындағы үҙенсәлекле проектында өлкәндәр һәм балалар ҡатнашты.
