612
Obunachilar
-524 soatlar
-77 kunlar
-830 kunlar
Postlar arxiv
📌Алтайҙа Курай ауылы бар.
📍Алтай Республикаһының Ҡош-Ағас районында урынлашҡан.Был турала Башҡортостандан Алтайға тиклем лонгборд менән барған егет Салауат Зәйнетдинов яҙған. Ул үтеп барышлай ауылға ингән ерҙә ҡурайҙа уйнап, видео төшөргән. ✅ Әлбиттә, Курай ауылының атамаһы башҡорт милли инструменты ҡурайға бәйле түгел. Ул монгол телендәге "хуурай" - "ҡоро" тигән һәм боронғо төркисә "quryay" - "ҡоролоҡло" тигән һүҙҙәрҙән алынған, тип иҫәпләйҙәр. ✅ Шулай уҡ алтай телендә "кур" - билбау һәм "ай" - күк есемен аңлатҡан һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән, тип тә фаразлайҙар.
1967 йылда Салауат Юлаев һәйкәлен урынлаштырған мәлдән күренештәр💚
Әлеге ваҡытта батырыбыҙ һәйкәлен Өфөләге цехта реставрациялау маҡсатында һүтеп алыу эштәре башланды.
📍 Салауат Юлаев һәйкәлен 2027 йылдың көҙөндә - һәйкәл ҡуйылыуға теүәл 60 тулыуға урынына кире ҡайтарасаҡтар.
Видео: "Салауат Юлаев. Реставрация" төркөмө.
📌 Шул уҡ ваҡытта С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүәселәр конкурсы дауам итә. Быйыл абруйлы премияға сыҡҡандар:
1. Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов
2. БДОБ театрынан "Ете ҡыҙ" балетын сәхнәләштереүсе ижади төркөм
3. "Байыҡ" телевизион проекты авторы Рита Өмөтбаева
4. "Аҡбуҙат"эпосы буйынса Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында сәхнәләштерелгән спектакль ижади төркөмө
5. "Салауат вариҫтары" театрлаштырылған тамаша өсөн режиссер Сулпан Асҡарова
6. Документаль фильмы өсөн БСТ журналисы Айгөл Усманова
7. "Хәтер. Урал көсө" һынлы сәнғәт әҫәрҙәре өсөн рәссамдар Әмир Мәзитов менән Йәлил Сөләймәнов
8. Ватан һаҡсыларына бағышланған композициялар серияһы өсөн скульптор Илдус Закиров
9. Ғафури районында уҡытыусыға ҡуйылған һәйкәл өсөн скульптор Руслан Йомағолов
10. "Көрәш һарайы" архитектураһы өсөн Андрей Стариков
11. "Тура-хан мавзолейы" визит үҙәге өсөн проект авторҙары.
Анализ күрһәтеүенсә, Айгиз Баймөхәмәтовҡа конкуренция юҡ - сөнки әҙәби әҫәр менән сығыусы башҡа ижадсы теркәлмәгән.
Һәр ваҡыттағыса "сәнғәт" номинацияһында ҙур көрәш. Һорау - телевизион проекттар сәнғәт әҫәре булараҡ ҡатнаша аламы? Театрлаштырылған тамаша күләмлеге менән алдырһа ла, ысын сәнғәт әҫәре була аламы? Ҡалған дәғүәселәрҙең көсө тиң кеүек тойола.
Быйыл архитектура номинацияһында дәғүәселәр исеме күп булыуы ҡыуаныслы. Әммә Закиров һәм Йомағолов исемле скульпторҙар хаҡында әллә ни ишетелгәне юҡ. Былтыр премия Салауат Щербаковҡа бирелеүен иҫәпкә алғанда, айырма ер менән күк араһы кеүек тойола. Визит-үҙәк менән Көрәш һарайын да сағыштырыу урынһыҙ. Тура-хан мавзолейы халыҡсан туристик локацияға әйләнһә лә, визит-үҙәк, ҙур йорт төҙөү алдынан ҡуйылған аласыҡ, ҡапҡа кеүек ҡабул ителә. Ә Көрәш һарайы исмаһам мөһабәт.
Һеҙ ошондай баһа менән килешәһегеҙме?
"Халыҡ арбаһы" ТГ-каналынан.
Repost from ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
Шул уҡ ваҡытта С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүәселәр конкурсы дауам итә. Быйыл абруйлы премияға сыҡҡандар:
1. Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов
2. БДОБ театрынан "Ете ҡыҙ" балетын сәхнәләштереүсе ижади төркөм
3. "Байыҡ" телевизион проекты авторы Рита Өмөтбаева
4. "Аҡбуҙат"эпосы буйынса Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында сәхнәләштерелгән спектакль ижади төркөмө
5. "Салауат вариҫтары" театрлаштырылған тамаша өсөн режиссер Сулпан Асҡарова
6. Документаль фильмы өсөн БСТ журналисы Айгөл Усманова
7. "Хәтер. Урал көсө" һынлы сәнғәт әҫәрҙәре өсөн рәссамдар Әмир Мәзитов менән Йәлил Сөләймәнов
8. Ватан һаҡсыларына бағышланған композициялар серияһы өсөн скульптор Илдус Закиров
9. Ғафури районында уҡытыусыға ҡуйылған һәйкәл өсөн скульптор Руслан Йомағолов
10. " Көрәш һарайы" архитектураһы өсөн Андрей Стариков
11. "Тура-хан мавзолейы" визит үҙәге өсөн проект авторҙары.
Анализ күрһәтеүенсә, Айгиз Баймөхәмәтовҡа конкуренция юҡ - сөнки әҙәби әҫәр менән сығыусы башҡа ижадсы теркәлмәгән.
Һәр ваҡыттағыса "сәнғәт" номинацияһында ҙур көрәш. Һорау - телевизион проекттар сәнғәт әҫәре булараҡ ҡатнаша аламы? Театрлаштырылған тамаша күләмлеге менән алдырһа ла, ысын сәнғәт әҫәре була аламы? Ҡалған дәғүәселәрҙең көсө тиң кеүек тойола.
Быйыл архитектура номинацияһында дәғүәселәр исеме күп булыуы ҡыуаныслы. Әммә Закиров һәм Йомағолов исемле скульпторҙар хаҡында әллә ни ишетелгәне юҡ. Былтыр премия Салауат Щербаковҡа бирелеүен иҫәпкә алғанда, айырма ер менән күк араһы кеүек тойола. Визит-үҙәк менән Көрәш һарайын да сағыштырыу урынһыҙ. Тура-хан мавзолейы халыҡсан туристик локацияға әйләнһә лә, визит-үҙәк, ҙур йорт төҙөү алдынан ҡуйылған аласыҡ, ҡапҡа кеүек ҡабул ителә. Ә Көрәш һарайы исмаһам мөһәбәт.
Һеҙ ошондай баһа менән килешәһегеҙме?
🎉Йылдың иң матур байрамдарының береһе - Халыҡ-ара ололар көнө билдәләнә бөгөн.
Ошо айҡанлы барлыҡ күркәм йәштәге төркөмдәштәребеҙҙе тәбрикләйбеҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, бәхет өләшер яҡындарығыҙ һәм күңел йылыһы уртаҡлашыр иптәштәрегеҙҙең терәген тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы йылдар йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!
Халҡыбыҙҙың боронғо әйтеменә таянып, йөрәктәге йәшлек дәртен һүндермәй ғүмер итегеҙ.💝
Көҙгө көндөң сағыу шәфәҡ нурҙары менән бергә башҡорт театр сәнғәтен үҫтереүгә бар ғүмерен арнаған ЫСЫН АКТЕР менән хушлашабыҙ...
Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер, педагог, Салауат Юлаев исемендәге , К.С. Станиславский исемендәге һәм Рәсәй Дәүләт премиялары лауреаты Олег Закир улы ХАНОВ мәңгелек йортона күскән.
Олег Закир улы 1951 йылдың 11 авгусында Башҡорт АССР-ы Архангел районының Ҡыҙғы ауылында актёр ғаиләһендә (атаһы Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Закирйән Ханов) тыуған.
Хеҙмәт юлын М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында актер булараҡ башлай һәм оҙаҡ йылдар төрлө вазифаларҙа туған театрында эшләне. Яңы нигеҙ һалынған йәш театрҙарҙы ла "аяҡҡа баҫтырышты" ул.
Шәхестең яҡындарының һәм коллегаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
+3
Көҙ - театрҙар миҙгеле! 🎭
Был осорҙа ошо ис киткес ҡыҙыҡлы донъяға "сәйәхәт" айырыуса мөғжизәле булып тойола. Күңелдәрҙе күтәрә, елкендерә, уйландыра торған спектаклдәрҙе ҡарау - үҙе бер ғүмер.
Иғтибарығыҙға М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Салауат дәүләт башҡорт драма театры һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының октябрь айына афишаларын тәҡдим итәбеҙ.
📍 Әйткәндәй, быйыл балалар һәм йәштәр өсөн спектаклдәрҙең "Ҡолонсаҡ" I Халыҡ-ара театр фестивале үтәсәк.Сара 12-19 октябрҙә ойошторола. Фестиваль афишаһын М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҡарарға мөмкин. Оҡшаған спектаклде һайлағыҙ һәм мотлаҡ тамаша ҡылырға барығыҙ!🔥
📍 Яңы скверҙың хисле атамаһы Башҡортостандың халыҡ шағирының шиғыр юлдарынан алынған:
ҠОЯШЛЫ ЯМҒЫР
Ҡояш!.. Ямғыр!..
Ҡояшлы ямғыр бирҙең.
Күҙ йәш аша
Йылмайғанымды күрҙең.
Ян, ян, ҡояш –
Яҡты һөйөүем минең,
Яу, яу, ямғыр –
Янып көйөүем минең.
Сатнап-сатнап
Йәшнәһен әйҙә йәшен,
Күкрәп-күкрәп
Түгелһен әйҙә йәшем!
Ҡояш, ямғыр...
Уларҙан йәйғор ҡалһын,
Арабыҙға
Нурҙарҙан күпер һалһын!
Рәми ҒАРИПОВ.
+5
📌 Ҡояшлы ямғыр скверы барлыҡҡа килде.
Өфө ҡалаһының Октябрь районында, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты эргәһендә, Ҡояшлы ямғыр скверы ултыртылды. Был турала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова хәбәр иткән.
🔹Гимназия уҡыусылары һәм шағирҙың улы Азамат Ғарипов менән берлектә Октябрь проспекты 136/1 һәм 136/2 йорттары араһында яңы ағастар ултыртҡандар.
🔹 Барлығы 40 төп - "Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә эшләнгән. Бында сағыу сәскәләр сәселгән, уңайлы эскәмйәләр ҙә ҡуйылған.
"Үҙенсәлекле "Йәшел Башҡортостан" акцияһы республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды. Уның төп маҡсаты - ағас ултыртыу ғына түгел, ә быға халыҡтың да ҡыҫылышы булһын өсөн эште бергә атҡарыу. Һәм Башҡортостан бөгөн бөтә илгә матур өлгө булып тора!"- тип яҙған сәхифәһендә Эльвира Ринат ҡыҙы.
📌 Башҡорт юлдаш телевидениеһында яңы проект - "Дуҫтар"
Һәр йома төнгө сәғәт 11-ҙә "Дуҫтар" тигән шоу күрһәтеләсәк. Уның алып барыусылары - йәштәр, саҡырылған ҡунаҡтар - билдәле кешеләр.
✅ Үткән йомала тапшырыуҙың беренсе сығарылышы күрһәтелгән. Унда билдәле йырсы Илгиз Абдрахманов ҡатнашҡан.
❓Кем ҡараны-күрҙе?
"Ҡатмарлы заманалар, әммә бөгөн Ҡибла яғына ҡарап, Өфөнөң - Башҡортостандың баш ҡалаһында бына улайтып ултыра кем? Салауат. Парк - Салауаттыҡы, проспект Салауаттыҡы, урам Салауаттыҡы, район Салауат, ҡала Салауат, иҫ китмәле, хоккей клубы Салауат, бизнес-үҙәк Салауат, ҡайҙа ҡарама - Салауат. Шундай тарихты үтеп тә, Салауатты һаҡлап ҡалыу һәм бөгөн шулай итеп күтәреү - ул иҫ китмәле",- ти Башҡортостандың халыҡ артисы, AY YOLA төркөмө ағзаһы Ринат Рамаҙанов. 📍 Ул - "Салауат ере" тарихи-мәҙәни комплекста Салауат Юлаевҡа арналған кенотаф ҡуйыусыларҙың береһе һәм был эште нисек атҡарылып сығыуҙары тураһында һөйләгән. Видео: "Салауат Юлаев. Реставрация" төркөмө.
❤Бына шундай мөһим көн икән бөгөн - Бөтә донъя йөрәк көнө.
💟 Был иҫтәлекле дата һәр кемгә үҙенең һаулығын - йәшәү дәрте биреп һулҡылдап типкән йөрәген һаҡлауҙың мөһимлеге тураһында иҫкәртеп тороу өсөн булдырылған.
💯Ә беҙ башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә тупланған аҡыл менән бүлешергә булдыҡ:
🔸Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк.
🔸Ауырыу - аяҡтан, ҡайғы йөрәктән алыр.
🔸Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең йөрәге тыныс.
🔸Йөҙ ҡартайһа ла, йөрәк ҡартаймаһын.
🔸Йөрәк ашъяулыҡ түгел, һәр кем алдында йәйеп булмай.
🔸Ҡолаҡтан кергән һалҡын һүҙ, йөрәккә етһә, боҙ булыр,
Маңлайҙан аҡҡан әсе тир, табанға төшһә, тоҙ булыр.
🔸Тауҙай арҡаһы булғандың таштай йөрәге булыр.
🔸Эсең янһа - боҙ яла, йөрәгең янһа - тоҙ яла.
📌Башҡортостанда "СВОи яңы мөмкинлектәр" программаһы башлана - үҙ эшен асырға теләгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ике айлыҡ акселератор.
✅ Бал программаға түбәндәгеләр инә:
🔹 алдынғы вуздарҙың уҡытыусылары һәм эшҡыуарҙар ҡатнашлығындағы бизнес-белем биреү;
🔹 дәүләт ярҙамы саралары буйынса вебинарҙар, модулдәр һәм эксперттар сессияһы;
🔹 МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ихтыяждарын билдәләү маҡсатындағы киң тикшеренеү;
🔹 эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ниәтләгән ветерандарҙы берләштереү;
🔹 онлайн-форматта ла белем алырға мөмкин.
📍 Ғаризалар 2025 йылдың 5 октябренә тиклем ҡабул ителә.✅ Барлыҡ мәғлүмәттәр буйынса һылтанма: свобизнес.рф/
+1
Баш ҡалабыҙҙан төшкө сәйҙәрегеҙ тәмле булыуын теләп, сәләм юллайбыҙ!🥰
Галле ҡалаһы туҡталышына яҡын күп ҡатлы йорттарҙың береһендә башҡорт ҡыҙын һынландырып бөтөп, күрше йортта башҡорт уҙаманын төшөрөргә тотонған рәссамдар.🔥
Бер нисә көндән һөҙөмтәһен күрербеҙ, моғайын.Фото: ufa_tyt
+3
📌 Салауатыбыҙ ҡатты!
Әлкә ауылы эргәһендәге "Салауат ере" тарихи-мәҙәни комплекста Салауат Юлаевҡа арналған кенотаф асылды.Батыр тоҡомдары Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналин ғүмеренең һуңғы йылдарын үткәргән Эстониянан, Балтик дингеҙ ярынан алынған тупраҡ менән капсуланы кенотаф аҫтына һалды.
📌 Башҡортостан Ҡурайсылар берлеге ағзалары ҡурай йыйған.
"Көҙ - ҡурай йыйыу осоро. Матур йола буйынса, Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар берлеге ағзалары урмандан йыйып алырға сыҡты. Быйыл Әбйәлил районына барҙыҡ",- тип яҙған берлектең рәйесе, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев.
+5
Хәйерле көн! ☀️Сағыу көҙ төҫтәре уңып, ҡар ҙа яуыр мәл етер, бар донъя аҡҡа күмелер. Һәр миҙгелдең матурлығын күреп, ҡыуанып йәшәр өсөн сәләмәт булығыҙ!
📍 Ишембай районы, Һәүәҙе тауы.
Endi mavjud! Telegram Tadqiqoti 2025 — yilning asosiy insaytlari 
