ru
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Открыть в Telegram
612
Подписчики
Нет данных24 часа
Нет данных7 дней
+230 день
Архив постов
📌Башҡортостанда "ГеоСаҡырыу" Халыҡ-ара геология чемпионаты башланды. Республикала "Экологик именлек" милли проекты сиктәренд
📌Башҡортостанда "ГеоСаҡырыу" Халыҡ-ара геология чемпионаты башланды. Республикала "Экологик именлек" милли проекты сиктәрендә ойошторлған "ГеоСаҡырыу" Халыҡ-ара геология чемпионаты үтә. Бөгөн Өфөгә тәүге ҡатнашыусылар килеп төшкән.
🔹 Ярыштарҙа Рәсәйҙең 19 төбәгенән һәм 13 илдән 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ.
 🔹 Беренселәрҙән булып Үзбәкстан һәм Мексика командалары килгән. Мексиканың Френсильо ҡалаһында көмөш сығарыла икән, был команда беренсегә ҡатнаша. 🔹 40 команда көс һынашасаҡ. Башҡортостан намыҫын Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Октябрь һәм Аҡъяр так колледждары студенттары яҡлай. 🔹 Чемпионат 9 сентябргә тиклем бара. Уны Роснедра һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойоштора. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

📌 Һарыш ауылының бренд байрамы - "Батырҙар ере" үткән. Ошо көндәрҙә Мәләүез районы Һарыш ауылында "Батырҙар ере" байрамын ой
+3
📌 Һарыш ауылының бренд байрамы - "Батырҙар ере" үткән. Ошо көндәрҙә Мәләүез районы Һарыш ауылында "Батырҙар ере" байрамын ойошторғандар. Ул билдәле яҡташтары - Советтар Союзы Геройы Миңлетдин Әминев, Социалистик Хеҙмәт Геройы Сәлих Зәйнәғәбдинов һәм Рәсәй Геройы Андрей Мигуновҡа арналған.
📍 Тантаналы сара былтыр ғына булдырылған Геройҙар аллеяһында үткән. Ҡаһарман яҡташтарын хәтергә алып, ауылдаштар сәскәләр һалған
Ауылдың имам-хатибы Фәнир Аҡсулпанов аят бағышлаған, шунан ҡаһармандарҙы күреп-белгән кешеләр улар тураһында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашҡан. 🔹 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Миңлетдин Әминев дошман уты аҫтында плацдармға бер нисә тапҡыр боеприпастар ташый, ауыр яраланыуына ҡарамаҫтан, хәрби заданиены үтәй. Ошо батырлығы өсөн уға Ленин ордены һәм Ҡыҙыл Йондоҙ миҙалы менән бергә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Еңеү менән ҡайтҡас, Миңлетдин Ғилметдин улы "Ҡыҙыл маяҡ" колхозында көтөүсе булып эшләй, уны ауылдаштары кешеләргә яҡшы мөнәсәбәтле, хеҙмәт һөйөүсән тип хәтерләй. 🔹 Рәсәй Геройы Андрей Мигунов тураһында тормош иптәше Любовь: "Һалдаттар артына йәшенә белмәне", - ти. Афғанстанды үткән кадр офицеры хаҡлы ялда булһа ла, МХО башланғас ил һағына баҫмай булдыра алмай. 🔹 Социалистик Хеҙмәт Геройы Сәлих Зәйнәғәбдиновты килене һәм туғандары айырыуса йылылыҡ менән иҫкә алған. Ул Ленин исемендәге колхозды хеҙмәт һөйөүе, тырышлығы, ныҡышмалылығы һәм ойоштороу һәләттәре менән алдынғы итә. ⚡ Һарыштар Мәҙәниәт йортонда МХО-ға ярҙам иткән ирекмәндәргә, алғы һыҙыҡтағыларҙың ғаиләләренә арнап матур концерт ҡуйған. Таныш-белештәр осрашҡан, аралашҡан, күңелдәрен яҙып ҡайтҡан был саранан. 💯 "Батырҙар ере" байрамы тарихты һәм бөгөнгөнө бәйләп торған күпер ул, ти ойоштороусылар. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

Барығыҙға ла изге йомала иң изге теләктәр ❤️ Видео: Эльвира Сирусина сәхифәһенән.

Ҡотлайбыҙ! 🌹 Рәсәй киноһы көнөндә Башҡортостан Республикаһында кинематографияны үҫтереү буйынса ведомство-ара координация со
+2
Ҡотлайбыҙ! 🌹 Рәсәй киноһы көнөндә Башҡортостан Республикаһында кинематографияны үҫтереү буйынса ведомство-ара координация советы кәңәшмәһе сиктәрендә бер төркөм тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылған. 🔹 М. Ғафури исемендәге БАДТ артисы Айсыуаҡ Йомағоловҡа "Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре" исеме бирелгән. 🔹 "Башҡортостан" киностудияһы ҡуйыусы рәссамы Айгөл Байрамғолова 'Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исеменә лайыҡ булған. 🔹 Ә "Бер яндан осҡан уҡтар" фильмында олатай ролен башҡарған Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Ғафури исемендәге БАДТ актеры Әхәт Хөсәйенов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

📌 Яңы уҡыу йылына әҙерлек гөрләй. Өфө ҡалаһының балалар баҡсаларында яңы уҡыу йылына йылдам әҙерлек бара: балаларҙы милли мә
+7
📌 Яңы уҡыу йылына әҙерлек гөрләй. Өфө ҡалаһының балалар баҡсаларында яңы уҡыу йылына йылдам әҙерлек бара: балаларҙы милли мәҙәниәткә ылыҡтырыу, халыҡтың ауыҙ-тел ижадын һәм тыуған ер тарихын өйрәтеү маҡсатында "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосына арналған тематик урындар әҙерләнә. Был турала баш ҡаланың Орджоникидзе районы хакимиәтенән хәбәр итәләр. 🔹 Был тематик мөйөштәрҙә эпос геройҙары сағыу итеп һүрәтләнгән: китаптар, пазлдар, өҫтәл уйындары, буямдар, дидактик материалдар бар. 🔹 Мәктәптәрҙә тематик стендтар ҡуйылған. Бында эпосты тәрәндәнерәк өйрәнеү маҡсатын ҡуялар. 💯 Бындай тематик мөйөштәр һәм бүлмәләр ойоштороу бурысын Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров быйыл "Урал батыр" эпосы көнөндә билдәләгәйне. Бындай кластар бөтә милли мәктәптәрҙә барлыҡҡа килергә тейеш.

Хәйерле көндәр, төркөмдәштәр! ❤️ Бөгөн һеҙгә Рәсәйҙә Хәрби табип көнө уңайынан яҡташыбыҙ, хәрби хирург, II дәрәжә "Ватан алды
Хәйерле көндәр, төркөмдәштәр! ❤️ Бөгөн һеҙгә Рәсәйҙә Хәрби табип көнө уңайынан яҡташыбыҙ, хәрби хирург, II дәрәжә "Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн" орденының миҙалы, Лука Крымский һәм "Һәләк булып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн" миҙалдарына эйә Рөстәм Минһажев тураһында һөйләмәксебеҙ. 🔹 "Өфө" позывнойлы табип Рөстәм Радик улы тажзәхмәт осоронда баш ҡалабыҙҙа зәһәр сир менән көрәшкәне өсөн Лука Крымский миҙалына лайыҡ була. Ул Өфөнөң 13-сө дауаханаһында эшләй. 🔹 2022 йылда өлөшләтә мобилизация буйынса Минһажев Донецк Халыҡ Республикаһына йүнәлә. ⚡ Махсус хәрби операция биләмәһендә 500-ҙән ашыу хәрби һәм ябай халыҡты үлемдән йолоп ҡалғаны өсөн уға "Һәләк булып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн" миҙалы бирелә. Табип полктың медицина пункты етәксеһе вазифаһында ут яуып торған саҡта ашығыс ярҙам күрһәтә, эвакуациялау пункттарын ойоштора һәм зыян күреүселәрҙе шәхсән ҡарай. Ауыр яралыларҙы вертолет һәм автомобиль санитар бригадалары ярҙамында эвакуациялауҙа ла эшләй. 🔹 Һуңынан фиҙаҡәр яҡташыбыҙ Рәсәй Президенты Владимир Путин указы буйынса II дәрәжә "Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн" миҙалы менән бүләкләнде.
🔥 Бына шундай яҡташ хәрби табиптарыбыҙ бар. Кеше ғүмерен өҫтөн ҡуйған һәм һөнәри антына тоғро ҡалған ҡотҡарыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

📌 Граждандар форумында докладтар тыңлап ҡына ултырмайҙар, көстө лә һынайҙар,
тип хәбәр итә "Башҡортостан бөгөн" төркөмө. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров армрестлинг буйынса коммерцияға ҡарамаған ойошмалар рухы һәм ҡеүәте өсөн көс һынашҡан🔥 📍 Граждандар форумы бөгөн "Торатау" конгресс-холында үтә. Унда меңдән ашыу ҡатнашыусы килгән, шуларҙың 160-ы илдең төрлө төбәктәренән йыйылған сығыш яһаусылар. Улар 25 секцияла фекер алыша. 🔹 Форумдың төп темаһы - махсус хәрби операция шарттарында граждандар йәмғиәтенең үҙгәреп ҡоролоуы, тип билдәләгән ойоштороусылар. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

📌 Бушлай кина, кина, кина! Дуҫтар, бөгөн Рәсәй киноһы көнө булыу айҡанлы, 29 августа "Кино төнө" ойоштороласаҡ һәм... БУШЛАЙ
📌 Бушлай кина, кина, кина! Дуҫтар, бөгөн Рәсәй киноһы көнө булыу айҡанлы, 29 августа "Кино төнө" ойоштороласаҡ һәм... БУШЛАЙ кино күрһәтәләр! 🔥 Был турала Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов хәбәр иткән.
💯 "Барығыҙҙы ла 29 августа үтәсәк "Кино төнө - 2026" Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашырға саҡырам. Һеҙҙе иң яҡшы Рәсәй фильмдары - «Ангелы Ладоги», «Буратино», «Малыш», «Чебурашка 2» көтә. Инеү бушлай",
- тип яҙған Фәнүр Рәфис улы. ⚡ Бушлай фильмдар күрһәтелгән кинотеатрҙар исемлеге ошонда. 📍 Әйткәндәй, Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан кино селтәре иң ҙурҙарҙың береһе. Беҙҙә 161 кинозал эшләй, һуңғы 10 йылда 66 кино ҡулайламаһына яңы ҡорамалдар ҡуйылған. 2027 йылда Салауат, Мәләүез, Күмертау, Яңауыл һәм Белоретта 7 кинозал яңыртыласаҡ. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

Йә, Хоҙайым, ниндәй хозурлыҡ! 😍 Видео: Айгүзәл.

📌 "Һөтлө костюмдар" конкурсында ҡатнашығыҙ. 🔥 Был шәмбе - 29 сентябрҙә үтәсәк "Һөт иле" ғаилә фестивалендә "Һөтлө костюмдар
📌 "Һөтлө костюмдар" конкурсында ҡатнашығыҙ. 🔥 Был шәмбе - 29 сентябрҙә үтәсәк "Һөт иле" ғаилә фестивалендә "Һөтлө костюмдар" конкурсы була. Унда ҡатнашыу өсөн сәғәт 15:00-гә тиклем үҙәк сәхнә эргәһендәге тирмә яғына "Костюмдар конкурсы" тигән яҙыуҙар буйынса яуаплы кешене табып, теркәлергә кәрәк. Сәғәт төштән һуңғы 3-4 тирәһендә еңеүселәрҙе сәхнәнән иғлан итәсәктәр. 🍯 🐝 Шулай уҡ "Һөт иле"нә уңған "бал ҡорттары" ла килеп етәсәк - төрлөһөнән 18 000 килограмм бал алып киләләр! 🔹 Бал йәрминкәһе 30 августа ла дауам итәсәк әле.
"Һөт иле"нә рәхим итегеҙ!🤍
🗓️ Ҡасан: 29 август 2026 йыл 📍 Ҡайҙа: Өфө ҡалаһы, "Ҡашҡаҙан" паркы. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

📌 Һәр бала хәстәрҙе тойһон Тиҙҙән 1 сентябрь етә һәм республикала балаларҙы мәктәпкә әҙерләү, кәрәк-яраҡ йыйыу буйынса мәрхә
+5
📌 Һәр бала хәстәрҙе тойһон Тиҙҙән 1 сентябрь етә һәм республикала балаларҙы мәктәпкә әҙерләү, кәрәк-яраҡ йыйыу буйынса мәрхәмәтлек акциялары киң йәйелдерелгән. Бына сибайҙар ҙа ҡушылған. 🔹 МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү эшенән Башҡортостандың Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ағзалары ла ситтә ҡалмаған. Улар һәләк булған МХО яугирҙары балаларына мәктәп кәрәк-яраҡтарынан торған йыйылма һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырған. 🔹 Сибайҙа был әйберҙәрҙе ҡаланың МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Рәмил Ибраһимов һәм "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы хеҙмәткәрҙәре балаларға алып барып еткергән.
💯 "Башҡортостан Республикаһының МХО ветерандары ассоциацияһына балаларға һәм яугирҙарыбыҙҙың ғаиләләренә битараф булмағандары, ихлас иғтибар бүлеүҙәре өсөн ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм. 1 сентябрь балаларға ҡыуаныс, яңы асыштар һәм тоғро дуҫтар бүләк итһен. Мәктәп йылдары яҡты һәм бәхетле үтһен, ә эргәләрендә ярҙам итер кешеләре булһын. Беҙ янығыҙҙа. Беҙ бергә",
- ти Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Озерцов. Һәр бала хәстәрҙе тойоп, бәхетле йәшәһен, белем алһын һәм илгә файҙалы кеше булып үҫһен! 🙏 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

"Тормош - ул кино. Йә ситтекен ҡарайһың, йә үҙеңдекен төшөрәһең",
- тигән кем берәү. 🎬 Бөгөн Рәсәй киноһы көнө билдәләнә. Был байрамдың тарихы 1919 йылға барып тоташа: тап ошо йылдың 27 авгусында Халыҡ комиссарҙары советы илдә кино эшен миллиләштереү тураһында декрет ҡабул итә. 📽️ Башҡортостанда тәүге киноларҙы 1909 йылдан башлап ситтән килгән операторҙар төшөрә. Мәҫәлән, 1915 йылда Владимир Гардин башҡорттарға арналған "Кешегә күпме ер кәрәк?" фильмын төшөрә, Метенков тигән кеше 1916 йылда "Өфө юлында" кинотаҫмаһын сығара. 📽️ Совет осоронда Башҡортостан һәм башҡорттарға арналған төрлө документаль һәм художестволы фильмдар төшөрөлә. Шуларҙың береһе - Яков Протазановтың "Салауат Юлаев" фильмы (1941). 🎥 Башҡорт кинематографы 1990 йылдан, "Башҡортостан" киностудияһы булдырылғас, йылдам үҫеш ала. 🎬 Бөгөн дә башҡорт киноһына иғтибар ҙур. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 2027 йылда кинематографты үҫтереүгә 20 миллион һум бүлергә ҡушты.
💯 "Был процесты туҡтатмаҫ өсөн аҡса һалырға кәрәк. Яҡшы фильмдар бар һәм шуларҙы күрһәтергә кәрәк",
- тип билдәләне Радий Фәрит улы. 🔥 2026 йылдың III һәм IV кварталдарында башҡорт режиссерҙарының 4 тулы метражлы фильмы күрһәтеләсәк: "Батырҙар ташы", "Фәрзәнә көнбайышҡа бара", "Ҡалдырмағыҙ беҙҙе!", "Салауат тоҡомдары - Шайморатов генерал". Һуңғыһы легендар 112-се Башҡорт атлы дивизияһы тарихына арналған.

📌 Рәсәй халыҡтары телдәре көнөнә арналған акцияға ҡушыл. 8 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө билдәләнә. Ошо
📌 Рәсәй халыҡтары телдәре көнөнә арналған акцияға ҡушыл. 8 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Республика халыҡ ижады үҙәге онлайн акция ойоштора. Ул туған телдәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән. 🔥 Теләгән һәр кем ҡатнаша ала. 🔹 5 сентябрҙән 7-нә тиклем күңелеңә ятҡан әҫәрҙе һайлап алып, тасуири уҡыуыңды видеоға төшөрөп, социаль селтәрҙәге сәхифәңә ошо хештегтарҙы мотлаҡ ҡуйып, урынлаштырырға кәрәк: #РоднойГолосДушиРБ #ДеньЯзыкаРБ #РЦНТРБ #ДеньязыковнародовРФ. 🔹 Видеола тауыш асыҡ яңғырарға, нейтраль артҡы план, ҡатнашыусы кадрҙа тулыһынса йәки биленә тиклем күренергә тейеш. Оҙонлоғо - 3 минутҡа тиклем. 📍 Иң яҡшы эштәр 8 сентябрҙә Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә донъя күрәсәк. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

📌 Бөгөн ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, РФА Өфө тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәб
📌 Бөгөн ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, РФА Өфө тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, II дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА 65 йәшен билдәләй.
🔹 Зөһрә Йыһанур ҡыҙы 1961 йылдың 26 авгусында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында тыуған.
🔹 Салауат педагогия училищеһын һәм 1985 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын «рус теле һәм әҙәбиәте» һөнәре буйынса тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген университет кафедраларының береһендә лаборант булып башлай, артабан бүлек инженеры вазифаһын башҡара. 🔹 1986 йылда этика, эстетика һәм культрология кафедраһының аспирантураһына уҡырға инә. Уны 1991 йылда тамамлай һәм шул уҡ кафедрала ассисент, өлкән уҡытыусы һәм доцент булып эшләй. 🔹 1996-2002 Башҡорт дәүләт университетының төрлө кафердраларында мөдир була.
🔹 2004 йылда Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министры вазифаһына үрләтелә.
🔹 2010—2011 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары.
🔹 2011 йылдан Рәсәй Федерацияһының VI һәм VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, 2015 йылдан Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе.
 📍 Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2016 йылдың 26 авгусындағы указы менән Зөһрә Рәхмәтуллина II дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән наградлана. 🔹 2021 йылдың 18 ноябренән — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директоры. 🔹 Философия, мәҙәниәт һәм тәрбиә мәсьәләренә арналған 400-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар һәм уҡыу ҡулланмалары авторы. 🔹 Уҡыусылары араһында 19 философия фәндәре кандидаты бар. 🔹 Зөһрә Рәхмәтуллина хеҙмәттәрендә башҡорт мәҙәниәтен, йолаларын философия күҙлегенән өйрәнә. 🔹 Бынан тыш, Зөһрә Йыһанур ҡыҙының шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар ҙа бар. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

📌 Башҡорт егете донъя корейҙарын берләштерә. Өфө егете Арыҫлан Ярмуллин - эшмәкәрлеге бөтә донъя корейҙарын туплауға йүнәлтелгән Берләштереү министрлығы ҡарамағындағы Совет ағзаһы. 🔥 Башҡорт егетен корейҙар ойошмаһына нисек ҡабул иткәндәр һәм беҙҙең халыҡтар, телдәр араһында уртаҡлыҡтар бармы? Был турала БСТ каналының "Сәләм" тапшырыуын ҡарағыҙ. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

Был башҡорт ҡыҙы 🔥 Йәштәр тураһында нимә тиһәләр ҙә, тамырҙарын белә һәм замандан ла ҡалышмай улар. Афариндар! 📍 Өфө ҡалаһы Видео: Миләүшә Нуретдинова.

❓ Һатыуға ҡул эштәрең бармы? ✅ "Башҡорт миҙгелдәре. Көҙ" йәрминкәһенә теркәлеп өлгөр! ❗ Ғариза ҡабул итеү иртәгә, 27 августа
❓ Һатыуға ҡул эштәрең бармы? "Башҡорт миҙгелдәре. Көҙ" йәрминкәһенә теркәлеп өлгөр!
❗ Ғариза ҡабул итеү иртәгә, 27 августа тамамлана! Урындар бик аҙ ҡалған: https://forms.gle/hydgcFrU7LD9fqhz8
🔹 Һөнәрселәр йәрминкәһе 19 сентябрҙә Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында үтәсәк. Ваҡыты: 11:00-дән 20:00-гә тиклем. Бында төрлө ҡул эштәре: биҙәүестәр, уйынсыҡтар, кәрәк-яраҡ һатып алырға мөмкин. 🔹 Ҡала халҡы китаптар алмашыуға ҡушыла ала - "Буккроссинг" акцияһы үтә. Үҙегеҙҙә булған художестволы китаптарҙы, балалар әҙәбиәтен алып килергә кәрәк. Күңелле тамаша, төрлө уйындар һәм оҫталыҡ дәрестәре лә ойоштороласаҡ. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

📌 Балалар хәүефһеҙлеге - өҫтөнлөклө. Яңы уҡыу йылы алдынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров мәктәп директорҙа
+2
📌 Балалар хәүефһеҙлеге - өҫтөнлөклө. Яңы уҡыу йылы алдынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров мәктәп директорҙарының хәүефһеҙлек һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙары менән осрашҡан. 🔹 Хәүефһеҙлек буйынса директор урынбаҫары эше айырыуса мөһим.
"Һаҡлау өсөн тарифтар өс тапҡырға күтәрелде, шәхси һаҡ ойошмаларына талаптар ҡаты буласаҡ",
- тине Радий Хәбиров. Эште республика Башлығы ярҙамсыһы Александр Бурдо көйләйәсәк. 🔹 Психологик мөхиткә - ҙур иғтибар.
"Нимәнелер йәшерергә уйламағыҙ ҙа, беҙ белергә тейеш! Күп кенә кризислы осраҡтарҙы психологтар һәм социаль педагогтар ярҙамында алдан иҫкәртеп булған",
- тип билдәләгән республика етәксеһе. Урынбаҫарҙар мәктәптәге ҡатмарлы хәлдәрҙе иртә асыҡлау системаһын булдырырға, бер-береңә ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләргә тейеш. 🔹 Яңылыҡтар: 1 сентябрҙән 10 пилот мәктәптә тәртип өсөн баһа ҡуя башлайҙар. Был мәсьәләлә педагогтарға һәм МХО ветерандарына таяналар. 24 махсус хәрби операция ветераны мәктәптәргә эшкә ҡайтҡан - патриотик тәрбиә биреүҙә уларҙың тәжрибәһе нигеҙ булырға тейеш. Педагогтарҙың абруйын күтәреү бурысы ла тора. 🔹 Төп бурыс: уҡыу йылының тәүге аҙналарында балалар менән яҡшы мөнәсәбәт ҡорорға, агрессияға ҡаршы иғтибарлы булырға кәрәк, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. 📍 Хәүефһеҙлек буйынса директор урынбаҫары вазифаһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 2026 йылдың 1 мартында булдырылды. Был урында эшләгән белгестәргә ай һайын 30 мең һум аҡса өҫтәп түләнә. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

АУЫЛ ИРТӘҺЕ Ауыл… Иртә…Йылға буйҙарында Аҡ томандар Ергә һарылған, Тәсбих булып ошо йылғаларҙан Күтәрелә үргә аҡ томан… Көтөү
АУЫЛ ИРТӘҺЕ Ауыл… Иртә…Йылға буйҙарында Аҡ томандар Ергә һарылған, Тәсбих булып ошо йылғаларҙан Күтәрелә үргә аҡ томан… Көтөү китә… Һыйырҙар мөңрәшә, Хужалары ҡыуа малдарын, Ҡайтыр юлда хәбәрҙәр һөйләшеп Кисә булған ауыл хәлдәрен. Ҡоштар, сыйырсыҡтар моң тарата Маҡтап ошо хозур иртәне, Йәшәүенә ошо матур ерҙә Зекер әйтә маҡтау эйәһе. Аҡ ҡырауҙар төшкән үләндәргә… Яҙ үләне ныҡ ул, бирешмәҫ, Бар тәбиғәт йырлап уянғанда Бирешеүҙәр һис тә килешмәҫ! Көтөү ҡыуып ҡайтып килгәнемдә, Аҡ томандан сыҡтым, күперҙән… Шул саҡтарҙа алған хистәремде Һеҙгә лә мин илтеп еткерәм. Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикә.
Хәйерле көн 🌿
Фото: интернеттан. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja

Тәбиғәт һәм мәңгелек алдында кеше бер төймәләй генә...
📍 Белорет районы, Ирәкташ Видео: Денис Сәғитов.