fa
Feedback

فریب کلاهبرداران را نخورید! تل‌متریو این کانال‌ها را شناسایی و برچسب‌گذاری می‌کند 👉 برای مشاهده برچسب، اشتراک تهیه کنید

Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

رفتن به کانال در Telegram
604
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
اطلاعاتی وجود ندارد7 روز
-130 روز
آرشیو پست ها
📌 Уңыш йыйған уңғандарға - автомобиль Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров уңыш йыйыуҙа алдынғы булған комб
+5
📌 Уңыш йыйған уңғандарға - автомобиль
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров уңыш йыйыуҙа алдынғы булған комбайн һәм сапҡыс операторҙарына "ЛАДА Нива" автомобилдәрен бүләк итте.
📍 "Иң яҡшы иген урыусы комбайн операторы" номинацияһында еңеүселәр: 🔹 Рәил Иҫәнбитов - Стәрлетамаҡ районы "Калинин исемендәге" аграр предприятиеһы механизаторы 4497 тонна иген иккән; 🔹 Азамат Закиров - Хәйбулла районы Урал Закиров крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы - 4500 тонна иген; 🔹 Василий Фёдоров - Ауырғазы районы "Уңыш" ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы - 3902 тонна иген; 🔹 Рәсим Зарипов - Дүртөйлө районы "Ленин" тоҡом заводы механизаторы - 3578 тонна иген; 🔹 Рәмзил Хаматдинов - Саҡмағош районы "Юлдаш" ойошмаһы механизаторы - 3376 тонна иген; 🔹 Сабирйән Шәрәфиев - Мәсетле районы "Аҡтау" ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы - 2303 тонна иген; 🔹 Денис Шакиров - Борай районы Динарик Шакиров крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы - 2231 тонна иген; 🔹 Алик Яппаров - Балтас районы "Мичурин" ойошмаһы механизаторы - 1090 тонна иген иккән. 📍 "Иң яҡшы үҙйөрөшлө сапҡыс операторы" номинацияһында еңеүсе: 🔹 Илнар Хәмзин - Тәтешле районы "Крупская" ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы - 4853 гектар ерҙән иген һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар урып алған. 📍 "Иң яҡшы сөгөлдөр йыйыусы комбайн операторы" номинацияһында: 🔹 Дмитрий Шевченко - Благовар районы "Лентерра" ойошмаһы механизаторы - ул 1185 гектар ерҙән шәкәр сөгөлдөрөн йыйған.
💯 "Быйыл, бөтә ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, республикала 3,4 млн тонна иген, лайыҡлы шәкәр сөгөлдөрө уңышы, майлы культуралар йыйып алынды. Әлбиттә, был сик түгел. Фәндең иң яңы ҡаҙаныштарын, ашламаларҙы, яҡшы заманса техниканы ҡулланып, тағы ла күберәккә ирешә алабыҙ һәм шулай эшләйәсәкбеҙ ҙә. Әлбиттә, ауыл хужалығына артабан да ярҙамды дауам итәсәкбеҙ. Иртәгә Башҡортостанда Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналар үтәсәк. Был мөһим тармаҡҡа ҡағылышы булған һәр кемде ихлас ҡотлайым! Һеҙ еңел булмаған, әммә республиканың һәм илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге өсөн мөһим эште атҡараһығыҙ. Һәр берегеҙ алдында баш эйәм. Ныҡлы һаулыҡ, муллыҡ һәм именлек теләйем",
- тип яҙҙы сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Иң төп ризығыбыҙ - икмәк менән тәьмин иткән хеҙмәтсәндәргә дан! 🔥

📌 Ҡурсаулыҡҡа сәйәхәт Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 1-се класс уҡыусылары көҙгө каникул ваҡытында Һарғая ауыл
+4
📌 Ҡурсаулыҡҡа сәйәхәт Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 1-се класс уҡыусылары көҙгө каникул ваҡытында Һарғая ауылына Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына сәйәхәт ҡылған. 🔹 Тәүҙә ҡурсаулыҡтың ҡағиҙәләре менән таныштырғас, Тәбиғәт музейына юлланғандар. Бында балалар үҫемлектәр, ҡоштар һәм хайуандар донъяһы менән яҡынданыраҡ танышҡан.
💯 "Ҡурсаулыҡтың махсус ябыулы биләмәһендә аҫралған гүзәл маралдарҙы үҙ күҙебеҙ менән күреү беҙҙең өсөн иң ҙур ҡыуаныс булды. Әсәйҙәр бешереп ебәргән тәмлекәстәр менән сәй эсеп алғас, балалар майҙансығында уйнап алдыҡ. Беҙҙең сәйәхәт бик күңелле булды!"
- ти класс етәксеһе Ғәлимә Сәлихова. Ул мауыҡтырғыс сәйәхәт өсөн ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен белдергән.
Балалар күңелендә тыуған яҡ тәбиғәтенә һөйөү уятҡан бик әһәмиәтле көн булған был💚
❓ Ә һеҙ каникулдарҙы нисек үткәрәһегеҙ?

"Ғүмер китабымды, альбом кеүек, Ҡарап сығырға,тип бирһәләр, "Йәшлек" тип яҙылған өс-дүрт битен Урлар инем..." - тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм АТНАБАЕВ.
Тормошобоҙҙоң һәр минутының ҡәҙерҙәрен беләйек. Төшкө ялығыҙ матур үтһен 🥰
Видео: "Башҡорт ауылындағы тормош" төркөмөн алып барыусы Лилиә Ханова төшөргән был видеоны, шиғырҙы әсәһе Нурсилә ханым тасуири уҡый.

❓ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә видеоһорауҙы нисек яҙҙырырға? ✅ Был турала - ошо видеоны ҡарағыҙ. Бынан тыш, төбәк етәксеһенә яҙма йәки видеоһорауҙарҙы бер нисә ысул менән бирергә була: 🔹 Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә: vopros.glavarb.ru 🔹 «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» сервисында. https://pos.gosuslugi.ru/lkp/direct-line/14193/ Чат-боттар аша: 🔹 Макс милли хәбәрләшеү ҡушымтаһында: https://max.ru/glavarb_pl_bot 🔹 «Вконтакте». https://vk.me/glavarb_pl_bot 🔹 «Одноклассники». https://ok.ru/group/70000042373707/messages 🔹 Башҡортостан Республикаһының Ситуация үҙәге аша 8 (347) 218-19-19 йәки 122 (өҫтәлмә һан 5) номерҙарына шылтыратып. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә видеоһорауҙарҙы 2026 йылдың 10 ноябре сәғәт 19:00-гә тиклем ебәрергә мөмкин.

📌 Башҡорт батырҙары тураһында квиз-уйынға барығыҙ. Уны Башҡортостандың Йәш яҡташтар ойошмалары ассоциацияһы 6 ноябрҙә сәғәт
📌 Башҡорт батырҙары тураһында квиз-уйынға барығыҙ. Уны Башҡортостандың Йәш яҡташтар ойошмалары ассоциацияһы 6 ноябрҙә сәғәт 19:00-дә "Йәшлек хаус"тың конференциялар залында ойоштора.
💯 "Башҡорт батырҙарының тормош юлын белеү кимәлен тикшереп ҡарай алаһығыҙ",
- тиелгән. 🔹 Уйында 5 кешенән торған 10 команда ҡатнаша ала. 📍Теркәлеү өсөн һәм барлыҡ һорауҙар буйынса: vk.ru/nerkeshamitova

НИ ҺӨЙЛӘЙ СУЛПЫЛАРЫМ Ниҙәр сыңлай сулпыларым - Тарихынмы халҡымдың? Изге ҡомартҡыларына Тоғролоғо хаҡынмы? Был сыңдарҙа ҡылға
НИ ҺӨЙЛӘЙ СУЛПЫЛАРЫМ Ниҙәр сыңлай сулпыларым - Тарихынмы халҡымдың? Изге ҡомартҡыларына Тоғролоғо хаҡынмы? Был сыңдарҙа ҡылған зары, Шауы сикһеҙ даланың, Тояҡ тау(ы)шы, ҡурай моңо, Сыңғырауы торнаның. Сыңлаһын әле сулпылар: Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, булырбыҙ. Киләсәккә ата-бабаларҙың Аманатын алып барырбыҙ! О ЧЕМ ЗВЕНЯТ МОИ ПОДВЕСКИ О чем звенят мои подвески? Об истории народа? Что веками сохраняли Верность мы святыням рода? В этом звоне - стон ковыльный, Шорохи степного края, Клекот в небе журавлиный, Стук копыт и зов курая. Пусть всегда звенят подвески: Были мы! И есть! И будем! В вечной круговерти жизни Предков дар мы не забудем! 🔹 Фәниә Ғәйнуллина ғалим-философ, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директоры Зөһрә Рәхмәтуллинаның рус телендәге шиғырын тәржемә иткән.

"Алты-ете" - Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле замандан артта ҡалышмай 😄 Коллектив 6 һәм 7 ноябрҙә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында концерт ҡуя.

📌 "РМЛИ-ға юл" олимпиадаһына өҫтәмә теркәлеү иғлан ителгән. Мәктәп уҡыусыларынан һәм уларҙың ата-әсәләренән ошо хаҡта үтенес
📌 "РМЛИ-ға юл" олимпиадаһына өҫтәмә теркәлеү иғлан ителгән.
Мәктәп уҡыусыларынан һәм уларҙың ата-әсәләренән ошо хаҡта үтенестәр күп килгән, шуға олимпиаданың төп көндәрендә ҡатнаша алмаған 5-се, 6-сы, 7-се һәм 9-сы класс уҡыусылары өсөн өҫтәмә теркәлеү иғлан ителгән.
🔥 "РМЛИ-ға юл" республика олимпиадаһында ҡатнашырға теләүселәр өҫтәмә дистанцион этапҡа 2026 йылдың 5, 6 һәм 7 ноябрендә теркәлә аласаҡ. 📍 Өҫтәмә дистанцион этап түбәндәге осорҙа үтә: 🔹 10 ноябрҙә - 5-се класс уҡыусылары; 🔹 11 ноябрҙә - 6-сы класс уҡыусылары; 🔹 12-се ноябрҙә - 7-се класс уҡыусылары; 🔹 13 ноябрҙә - 9-сы класс уҡыусылары көс һынай. "РМЛИ-ға юл" олимпиадаһы математика, логик һәм аналитик фекерләү, үҙенсәлекле мәсьәләләр сисеүгә һәләттәре булған балалар өсөн ойошторола. Артабан улар араһынан иң яҡшыларын 2027 йылда асыласаҡ Б. Рәмиев исемендәге Республика математика лицей-интернатына уҡырға алырға ниәтләйҙәр. 📍 Олимпиадаға теркәлеү. 👍 Шәп лицейҙа белем алыу мөмкинлеген ысҡындырмағыҙ! my.sirius.online

📌 Халыҡ-ара анимация көнөндә балалар менән "Балалар" студияһының "Башҡорт байрамы" тигән серияһын ҡарайыҡ әле🥰 Башҡортостанда анимацияны үҫтереүгә хөкүмәт тарафынан иғтибар бүленә: 🔹 йәштәр рәссам-аниматор һөнәрен үҙләштерә ала - был Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторолдо; 🔹 яңы анимацион йәнһүрәттәр төшөрөлә - "Төньяҡ амурҙары"ндағы башҡорт яугирҙары темаһын "Салауат тоҡомдары" йәнһүрәтте дауам итә, уны "Муха" студияһы "Башҡортостан" киностудияһы менән берлектә эшләй; 🔹 төрлө проекттарға ярҙам күрһәтелә: "Әлифба" проекты - башҡортса хәрефтәр һәм һандар тураһында ҡыҫҡа йәнһүрәттәр серияһын "Муха" студияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында төшөргән; 🔹 креатив индустриялар студиялары үҫешә - мәҫәлән, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында ART-Media креатив индустриялар студияһы яңыраҡ "Аҡбуҙат" башҡорт халыҡ эпосы буйынса мультимедиа перфомансы күрһәтте һ.б.

Йәш йырсы Искәндәр Сөләймәнов легендар "Рух" төркөмө һәм уның етәксеһе Юлай Асҡаров менән бергә "Сөмбөл" йырын башҡарған. Тауышы үҙенсәлекле егеттең 👍

📌 "Сәнғәттәр төнө"нә Башҡортостан музейҙарында төрлө саралар үтә. 3 ноябрҙә "Сәнғәттәр төнө" Бөтә Рәсәй акцияһы үтә. Уның үҙ
+3
📌 "Сәнғәттәр төнө"нә Башҡортостан музейҙарында төрлө саралар үтә.
3 ноябрҙә "Сәнғәттәр төнө" Бөтә Рәсәй акцияһы үтә. Уның үҙәк темаһы: "Мәҙәниәттәр берлегендә - халыҡ көсө".
📍 Башҡортостан музейҙары ла ҡушыла был акцияға: БР Милли музейы, БР Милли әҙәби музей филиалдары, Салауат Юлаев музейының (Яңы Ҡаратаулы ауылында) саралар теҙмәһе менән карточкаларҙа танышығыҙ. Саралар сәғәт 18:00-дә башлана.

❓ Балаларығыҙ Санкт-Петербургта белем аламы? ✅ Күстәнәс ебәр! 🔹 2026 йылдың 5-8 ноябрендә "Башҡортостандан һөйөү менән" прое
❓ Балаларығыҙ Санкт-Петербургта белем аламы? ✅ Күстәнәс ебәр!
🔹 2026 йылдың 5-8 ноябрендә "Башҡортостандан һөйөү менән" проекты сиктәрендә Санкт-Петербург ҡалаһына тәүге аҙыҡ-түлек ылауы ебәрелә. Бушлай.
🔸 Башҡортостандан ситтә уҡыған студенттар һәм аспиранттарға ярҙам итеү өсөн ойошторолған ылауға аҙыҡ-түлек, йылы кейем, түшәк һәм һауыт-һаба һалырға мөмкин. 🔸 Посылка тәғәйенләнгән кешенең исем-фамилияһын, телефонын һәм килеп аласаҡ нөктәне күрһәтеп яҙырға кәрәк. 📍 Был юлы әйберҙәрҙе киләһе маршрут буйынса йыялар: Сибай — Баймаҡ — Юлдыбай — Йылайыр — Иҫәнғол — Күмертау — Мәләүез — Салауат — Ишембай — Стәрлетамаҡ — Өфө — Шишмә — Языков — Бүздәк — Бәләбәй — Туймазы — Октябрьский — Санкт-Петербург. 🔹 Санкт-Петербург буйлап 8 ноябрҙә таратып сығасаҡтар. Посылкаларҙы "Еңеү паркы", "Тау институты", "Диңгеҙ буйы" ("Приморская"), "Политехник", "Александр Невский майҙаны" метро станцияларына яҡын ерҙә таратыу нөктәһе ойошторола. 👉 Тулыраҡ мәғлүмәт MAX-тағы каналда. 🔗Ҡатнашыу бушлай, ошо һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк: https://assotsiatsiya-stude-event.timepad.ru/event/4272717/

Ҡояш алһын шатлығымды, Алып ергә, ергә һипһен. Елдәр алһын ҡайғыларҙы, Ҡайғы йәше елдә кипһен. Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ. 📍 Учалы ра
+1
Ҡояш алһын шатлығымды, Алып ергә, ергә һипһен. Елдәр алһын ҡайғыларҙы, Ҡайғы йәше елдә кипһен. Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ. 📍 Учалы районы, Ҡалҡан күле Фото: Анна Гордейко.

#тел_тере_шишмә ❓ НИНДӘЙ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ ЙӘШЕРЕЛГӘН? Йәгеҙ, табып ҡарағыҙ😉 Үҙегеҙҙе тикшереү өсөн иртәгә комментарий
+5
#тел_тере_шишмә ❓ НИНДӘЙ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ ЙӘШЕРЕЛГӘН? Йәгеҙ, табып ҡарағыҙ😉 Үҙегеҙҙе тикшереү өсөн иртәгә комментарийға күҙ һалырһығыҙ - дөрөҫ яуаптарҙы шунда яҙып ҡуйырбыҙ.

📌 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш үтәсәк.
🔹 Республика етәксеһе 2026 йылдың 11 ноябрендә сәғәт киске 7-лә халыҡтың һорауҙарына яуап бирәсәк.
Тура эфир БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм» телеканалдары, «Юлдаш» радиоһы, шулай уҡ Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә күрһәтелә. 📍 Башҡортостан халҡын борсоған һорауҙар 2026 йылдың 10 ноябре сәғәт киске 7-гә тиклем ҡабул ителә.

Вәт, өҙҙөрә исмаһам!🔥 Яңыраҡ Белорет районы Ҡаһарман ауылында тамъян ырыуы башҡорттарының 2-се йыйыны үткән. Белорет, Әбйәлил, Миәкә, Көйөргәҙе, Бөрйән райондары, Межгорье ҡалаһынан килгән ырыуҙаштары алдында Азат Атанғолов сығыш яһаған. Бик күп республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, музыка уҡытыусыһы Азат Ханнан улы бер юлы ике музыка ҡоралында уйнау оҫталығына эйә. Әйткәндәй, ул билдәле Әбйәлил сәсәниәһе Хәнифә Әбүбәкированың улы.

📌 Үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Белеүегеҙсә, 27 октябрь - Бөтә донъя аудиовизуаль мираҫ көнө. Тимәк, барлыҡ боронғо кинотаҫмалар, видеокассеталар, дискеталар, дискылар һәм башҡа мәғлүмәт сығанаҡтарын, архивты һаҡлауға иғтибар йүнәлтелә.
🔹 Башҡортостан тураһында төшөрөлгән тәүге таҫмалар, ҡыҙғанысҡа күрә, һаҡланмаған.
📍 Ә бына был "Совет Башҡортостаны" тигән кинотаҫма 1948 йылғы. Әлбиттә, унда сағылған фекерҙәр ҙә төшөрөлгән осорона күрә, "үҙенсәлекле". Шулай ҙа был уның ҡиммәтен юҡ итмәйҙер. 🔹 Бында оҙон ғүмер йәшәгән Сәрүәр Хәсәнов - 79 йәшендә ҡулына ҡорал алған, 106 йәшкә еткән; билдәле башҡорт архитекторы Кәлимуллин, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев һәм башҡа бик күп шәхестәребеҙҙе тереләй күрә алабыҙ. Ғөмүмән, бик ҡыҙыҡлы таҫма. Ваҡытығыҙ булғанда, мотлаҡ ҡарағыҙ. 👍

Хәйерле көн ☀️ Фото: Әминә Шафиҡова ғәйнә башҡорто образында. Фотограф - Людмила Камнева. Кейемдәр - Гөлдәр Шәбиева теккән. Ә
Хәйерле көн ☀️ Фото: Әминә Шафиҡова ғәйнә башҡорто образында. Фотограф - Людмила Камнева. Кейемдәр - Гөлдәр Шәбиева теккән. Әйткәндәй, 27 октябрь - Бөтә донъя аудиовизуаль мираҫ көнө икән.

📌 Полиглот башҡорт ғалимының тыуыуына 115 йыл. 1911 йылдың 25 октябрендә хәҙерге Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында күренекле
📌 Полиглот башҡорт ғалимының тыуыуына 115 йыл. 1911 йылдың 25 октябрендә хәҙерге Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында күренекле башҡорт тел белгесе, төркиәтсе, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Ленин һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры Жәлил КЕЙЕКБАЕВ тыуған. 🔹 Жәлил Ғиниәт улы 1926 йылда Сәйетбаба ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Маҡар ауылында колхозсы йәштәр мәктәбендә уҡый. 🔹 1932 йылда Өфөлә Башҡорт педагогия техникумын тамамлай. Бер үк ваҡытта ул «Аллаһыҙ» журналының яуаплы секретары ла була. 🔹 1932—1937 йылдарҙа Мәскәүҙә Сит телдәр педагогия институтында уҡый һәм герман филологияһы бүлеген уңышлы тамамлай. Бер йыл Мәскәү өлкәһе Рошаль ҡалаһында урта мәктәптә уҡытыусы булып эшләгәндән һуң, Өфөгә ҡайтып, педагогия институтының сит телдәр факультетында уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, уҡытыу бүлеге мөдире, кафедра мөдире булып эшләй. 🔹 1942—1943 йылдарҙа Жәлил Кейекбаев Ғафури районында Сәйетбаба урта мәктәбенең директоры булып эшләй. 1943-1944 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә баш мөхәррир булып эшләгәндән һуң, Мәскәүҙә Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтына аспирантураға уҡырға инә. 🔹 1946—1949 йылдарҙа Өфө авиация институтында немец теле уҡытыусыһы булып эшләй, кафедра мөдире вазифаһын да башҡара. 🔹 1948 йылда ул Мәскәү дәүләт университетында филология фәндәре кандидатлығына "Әҙәби башҡорт теленең орфоэпияһы" темаһына диссертация яҡлай. 🔹 1949 йылдан Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, ә хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, бер ни тиклем ваҡыт сит ил телдәре факультеты деканы, 1957 йылдан 1961 йылға тиклем университеттың проректоры булып эшләй. 🔹 1960 йылда Жәлил Кейекбаев, башҡорт зыялыларынан иң беренсе булып, «Башҡорт теленең фонетикаһы (тасури һәм тарихи—сағыштырма тикшеренеү тәжрибәһе)» темаһы буйынса филология фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 🔹 Ғалим башҡорт теленең тарихи фонетикаһы һәм Урал-Алтай телдәренең сағыштырма-тарихи морфологияһы өлкәһен өйрәнә. Башҡорт теленең дөрөҫ әйтелеше, диалекттары, ер-һыу атамалары, лексикаһы һәм фразеологияһы буйынса тикшереүҙәр алып бара, дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары яҙа. 🔥 Жәлил Кейекбаев 12 теледе һәйбәт белә, 50-гә яҡын телде аңлай: туған башҡорт теленән тыш, немец, инглиз, рус, ғәрәп, венгр, эстон, сыуаш, монгол, тунгусс, уйғыр, ҡаҙаҡ, үзбәк, төрөк, татар һ.б. Ә немец һәм венгр телдәренән башҡортсаға туранан-тура тәржемә лә итә: Гёте, Гейне, Эрих Вайнерт, Вилли Бредель, Фридрих Вольф (1936 йылда Өфөлә уның тәржемәсеһе була), ағалы-ҡустылы Гриммдарҙың әҫәрҙәрен. Үҙе лә әҙәбиәткә ваҡыт таба: «Туғандар һәм таныштар» романын, повестар, ҡобайырҙар, әкиәттәр яҙа. 🔹 Жәлил Ғиниәт улы 1968 йылдың 19 мартында вафат була.

📌 КАНИКУЛДАРҘЫ ФАЙҘАЛЫ ҮТКӘРЕГЕҘ: ғаилә менән мәҙәни сараларға йөрөгөҙ! Белеүегеҙсә, 3 ноябргә тиклем көҙгө каникулдар. Ялда
📌 КАНИКУЛДАРҘЫ ФАЙҘАЛЫ ҮТКӘРЕГЕҘ: ғаилә менән мәҙәни сараларға йөрөгөҙ!
Белеүегеҙсә, 3 ноябргә тиклем көҙгө каникулдар. Ялдарҙы ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәрергә ярҙам итеү маҡсатында ҡайһы бер сараларҙы бер урынға тупланыҡ. Күңелегеҙгә ятҡанын һайлап, ғаилә менән тамаша ҡылып килегеҙ.
✅ М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында 28 октябрҙә "Заятүләк менән Һыуһылыу" спектакле күрһәтелә - башҡорт риүәйәте һәм эпосы нигеҙендә бик матур тамаша. ✅ Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында: 🔹 27 октябрҙә сәғәт 11:00 "Мәҫәлдәр. Перезагрузка" - Эзоп, Лафонтен, Крылов мәҫәлдәре йәш тамашасы аңларлыҡ итеп күрһәтелә. 🔹 27 октябрҙә сәғәт 14:00 "Еңеү юлы" иммерсив спектакле - Бөйөк Ватан һуғышына арналған. 🔹 28 октябрҙә сәғәт 12:00 "Аҡбуҙат" мультимедиа перфомансы - башҡорт халыҡ эпосы буйынса беренсе театр йәнһүрәте. 🔹 29 октябрҙә сәғәт 12:00 "Ҡурсаҡ театрына сәйәхәт" - театр буйлап экскурсия һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Айрат Әхмәтшиндың оҫталыҡ дәресе. 🔹 30 октябрҙә сәғәт 12:00 "Һаумы, ҡурсаҡ театры донъяһы" - сәхнә артындағын күреү мөмкинлеге. 🔸 Кескәйҙәр өсөн әкиәттәр: 🔹 31 октябрҙә сәғәт 12:00 һәм 15:00 "Тирмәкәй" ("Терем-теремок") 🔹 31 октябрҙә сәғәт 14:00 "Гуси-лебеди" 🔹 1 ноябрҙә сәғәт 12:00 һәм 15:00 "Муха-Цокотуха" 🔹 4 ноябрҙә сәғәт 12:00 "Етем төлкө" ✅ М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында төрлө йәштәге тамашасылар өсөн саралар ҡаралған. 🔹 27 октябрҙә сәғәт 11:00 "Чиполлино" музыкаль әкиәте. 🔹 30 октябрҙә сәғәт 11:00 "Әлфиә хикәйәләре" - М. Кәрим әҫәрҙәре буйынса. 🔹 1 ноябрҙә сәғәт 11:00 "Батыр йөрәк" - башҡорт ауыҙ-тел ижады буйынса. 🔹 1 ноябрҙә сәғәт 18:00 "Аҡбуҙат" - башҡорт халыҡ эпосы буйынса. 🔹 4 ноябрҙә сәғәт 12:00 "Ете батыр тураһында хикәйәт". ✅ Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында: 🔹 1 ноябрҙә сәғәт 12:00 "Маленькая история о Маленьком Муке". ✅ Салауат дәүләт башҡорт драма театрында: 🔹 29 октябрҙә сәғәт 14:00 "Павлов йорто балалары" тарихи-патриотик драмаһы. 🔹 31 октябрҙә сәғәт 13:00 "Салтан батша тураһында әкиәт" - Пушкин әҫәре буйынса. ✅ Сибай концерт-театр берекмәһенең "Сулпан" балалар театры 2 ноябрҙә сәғәт 14:00-дә "Николаевканан почтальон" спектаклен күрһәтә. ✅ Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 28 октябрҙә сәғәт 19:00-дә маэстро Рөстәм Сөләймәнов хәтеренә арналған "Ойкумена. Барокконан авангардҡа тиклем" тип аталған сара үтә. ✅ БР Милли музейында "40 000 йыл һәм ҡыш. Мамонт балаһы Любаның оҙайлы төшө" тип аталған күргәҙмә 27 октябрҙән алып эшләй. Бында боҙлоҡтарҙа табылған ысын мамонт толобон күрергә була. ✅ БР Милли әҙәби музейында һәм филиалдарында милли мәҙәниәткә арналған бай программалар әҙерләнгән: 🔹 М. Өмөтбаев музейында бәләкәй класс уҡыусылары өсөн "Башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм көнкүреше", ә урта һәм өлкән класс уҡыусылары өсөн "Өмөтбаевтар нәҫеленең тарихы" экскурсияһы ойошторола. "Этно биҙәүестәр: үҙең эшлә" оҫталыҡ дәресе лә үтә. 🔹 М. Ғафуриҙың йорт-музейында "Бәләкәй оҫталар: бала саҡ барельефы" күргәҙмәһе асыла. ✅ Шулай уҡ 3 ноябрҙә Башҡортостан буйлап "Сәнғәт төнө - 2026" акцияһы үтә. Ул Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған.