599
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-57 kun
-430 kun
Postlar arxiv
Йылмайып алайыҡ🥰
"Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбле егеттәре һәм ҡыҙҙары шаярта🤭
Күтәренке кәйеф теләйбеҙ 🔥
📌"Йәштәр ваҡыты" республика йәштәр премияһына ғаризалар ҡабул итеү оҙайтыла.
"Йәштәр ваҡыты" - йәштәр сәйәсәте өлкәһендә иң яҡшы эштәрҙе билдәләгән йыл һайын тапшырылған премия.Ул йәштәрҙе, остаздары һәм тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен берләштерә. 🔹 Быға тиклем премия турһында ошонда яҙғайныҡ. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында ойошторола. 📍 Әле ғаризалар ҡабул итеү оҙайтыла, тип хәбәр итә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министрлығы.
📌 Искәндәр Ғәзизовҡа Рәми Ғарипов миҙалы тапшырылды.
Яҙыусылар йортонда үткән Шиғриәт байрамында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизов башҡорт әҙәбиәтен популярлаштырған өсөн Рәми Ғарипов исемендәге миҙал менән бүләкләнде. Был награда тәүге тапҡыр эстрада йырсыһына тапшырылды.
💯 "Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов исемендәге миҙалды республика йырсылары араһынан беренсе булып миңә тапшырғандары өсөн ифрат ғорурлымын. Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән һәр ваҡыт хеҙмәттәшлек итәм, яҙыусы-шағирҙарҙың әҙәби кисәләрендә теләп ҡатнашам. Алтынсы класта уҡығандан алып Рәми Ғарипов һүҙҙәренә, Роза Сәхәүетдинова көйөнә яҙылған "Үтте лә китте йәшлегем" йырын яратып башҡарам",- ти йырсы. Ҡотлайбыҙ һәм яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ! 👏
Хәйерле көн 🌨️❄️
Ҡыш килде.
Ябалаҡлап ап-аҡ ҡарҙар яуа.Әммә был сихри осорҙа юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында ла онотмағыҙ, дуҫтар! Көн йонсоп торғанда алыҫ юлға сыҡмаҫҡа, автомобилегеҙҙең тәгәрмәстәрен ҡышҡыһына алмаштырырға, иғтибарлы булырға һәм тиҙлекте арттырмаҫҡа - кәм тигәндә, ошоларҙы хәтерҙә тотоғоҙ. Изге йома мөбәрәк булһын! 😇
+3
📌Салауат Юлаевҡа бронзанан һәйкәлде яҡын көндәрҙә Санкт-Петербургтағы "Монументскульптура" заводында ҡоя башлайҙар.
🔹 Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте һәм көтөлгән тарихи мәл, тип билдәләне.
🔹 Бер уҡ ваҡытта һәйкәлдең тирә-яғын яңырта башлайҙар. Республика етәксеһе киләсәктә атҡарыласаҡ төҙөкләндереү эштәренең ихтимал бер вариантын күрһәткән. Уны Башҡортостан ҡала һәм ауылдарын үҫтереү институты тәҡдим иткән һәм донъялағы иң матур парктар миҫалына таянып эшләгән.
💯 "Деталдәрен асыҡлаясаҡбыҙ әле, әммә әле үк иң мөһимен әйтергә мөмкин. Беҙ кешеләр өсөн яңы киңлек эшләргә ниәтләйбеҙ - фонтандар, ял итеү урындары, панорамалы күренештәр асылған тирә-яҡты күҙәтеү майҙансыҡтары, йөрөү һәм ваҡытты яҡшы уҙғарыу өсөн уңайлы башҡа урындары булған. Яҡшы ғына тәжрибәбеҙ ҙә бар - яңыраҡ асылған Ленин паркы. Шуға беҙ эш йүнәлешен яҡшы беләбеҙ. Салауат Юлаев һәйкәле - Башҡортостан символы. Ул Өфөнөң республикабыҙҙың бөтә ҡунаҡтары килеп күргән иң билдәле иҫтәлекле урыны булды һәм булып ҡаласаҡ. Тирә-яғындағы майҙан да уға тап килерлек - матур, уңайлы, заманса һәм хәүефһеҙ булырға тейеш",- тип яҙған Радий Хәбиров. ❓ Һүрәттәрҙәге тәҡдим-план бик үҙенсәлекле, һеҙгә нисек?
Бындай уңған өйрәтеүсе булғанда, бәлеш бешереүе еңел инде ул 🥰 Шулай бит?
Нурзилә Усманова ҡыҙы Айым менән тәмле "Көнсығыш" бәлешен бешерергә өйрәтә. Һай, афариндар!
Видео: Нурзилә Усманова һәм Айым
+5
📌Башҡортостанда йәнә боронғо тораҡтар табылған.
"Ирәндек" музей-ҡурсаулығының төньяғында сарматтар менән бер осорҙа төҙөлгән, быға тиклем билдәһеҙ булған тораҡтар табылған.🔥 Улар Һарыҡтау ҡомартҡылары комплексына ҡарай, сөнки ошо атамалы ҡурған, таш ҡойма һәм һынташ эргәһендә урынлашҡан. Был 2021 йылда "Ирәндек ере" ҡомартҡылар урыны биләмәһен цифрлаштырған саҡта табылған тағы бер тораҡ. 📍 Күптән түгел Ғилми-етештереү үҙәге археологтары ялан эштәре мәлендә цифрлаштырған коллегаларының эш һөҙөмтәләренә дәлилдәр тапҡан: бында хатта иртә тимер быуат эҙҙәре лә бар. 🔹 Керамика ярсыҡтары бында боронғо кеше торағы булыуын раҫлаған. Унан өҫтәрәк йәйләү, совет осоронда - йәйге һауын торған. 🔹 Бында көл ҡатламы, яндырылған балсыҡ, орсоҡ башы, һауыт-һаба ярсыҡтары табылған. Улар сармат осорона ҡараған Ишмөхәмәт ҡурғанындағы кеүек үк, тип билдәләй Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге археологы Рәшит Солтанов.
💯 "Биләмә сиктәрен билдәләгән саҡта мәҙәни ҡатламды белеү өсөн метрға метр соҡор ҡаҙыла. Мәҙәни ҡатламдарҙа ҡыҙыҡлы ҡомартҡылар ҙа табыла. Мәҫәлән, баҡыр дәүеренә ҡараған Амангилде ултырағында бетеү - хайуандың ҡаҙыҡ тешенән биҙәүес табылған. Балсыҡ һауыт-һабалағы ябай биҙәктәргә ҡарағанда, был ҡомартҡы баҡыр дәүеренең Федоровка археология мәҙәниәтенә ҡарай. Башта ҡомартҡының перспективаһы аҙ, тип иҫәпләнә, әммә табылдыҡтар киреһен иҫбатлай. Ҡомартҡы ошонда меңәр йыл торған, торһон әйҙә, әлегә ҡаҙыныу эштәре менән борсомаҫҡа ине",- ти Рәшит Солтанов. Белгестәр республика райондары буйлап 120 археология ҡомартҡыһының торошон тикшереүҙе тамамлап килә.
📌Сауҙа һәм хеҙмәттәр өлкәһендә русса-башҡортса терминдар белешмәһе нәшер ителгән.
Яңы белешмә Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән Башҡортостан Фәндәр академияһының Башҡорт энциклопедияһы институты тарафынан әҙерләнгән. Ул ҡулланыусылар баҙары өсөн тәғәйенләнгән һәм дөйөм ҡулланылыштағы һүҙҙәрҙе, ҡулланыусылар өсөн иҫкәрмәләрҙе, алтаҡталарға дөрөҫ яҙыу өлгөләрен үҙ эсенә алған.
🔹 Белешмә сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе, киң мәғлүмәт саралары, тәржемәселәргә айырыуса файҙалы буласаҡ.
📍 Баҫманың электрон вариантын ошонан күсереп алырға мөмкин.
📌16 йәшлек Самира Ғәйетҡолова Путинға Башҡортостан ирекмәндәре тураһында һөйләне.
Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡыҙыл майҙанда йыйылған балалар менән күреште. Улар араһында Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районынан Самира Ғәйетҡолова ла булды һәм республикала ирекмәндәрҙең эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. 🔥
🔹 Ҡыҙ БДПУ-ның колледжында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә.
🔹 Бынан тыш ул "Еңеү ирекмәндәре" хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусы һәм киләсәктә йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләргә теләй.
🔹 Самира Ғәйетҡолова - МХО яугирҙарына ярҙам иткән бер нисә проект авторы һәм тиҫтерҙәре менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының хәлен белешеп тора.
🔹 Уның тураһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты:
💯 "Рәхмәт һиңә, Самира! Үҙ миҫалыңда һин беҙҙең йәштәр иң яҡшыһы булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатлайһың. Һәр нәмәлә уңыштар теләйем!"- тине Радий Фәрит улы. Ҡыйыу ҡыҙҙың беҙ ҙә маҡсаттарына ирешеүен теләйбеҙ!
📌 Хәрби разведчик көнө менән!
1918 йылдың 5 ноябрендә Ҡыҙыл армияның Ялан штабына ингән Теркәү идаралығы булдырылған. Ошо ваҡиға хәрби разведка системаһына башланғыс һала һәм Баш разведка идаралығы (ГРУ) булдырылған көн, тип иҫәпләнә.
🔹 Был мөһим һөнәр кешеләрен Башҡортостан Республикаһының МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов ҡотлаған - ул үҙе лә разведкала хеҙмәт иткән, "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән.
💯 "Минең өсөн был календарҙағы ябай көн түгел. Тормошомдоң бер өлөшө. Разведчик формаһын кейеп хәрби заданиелар үтәнем, тынлыҡтың һәм мәғлүмәттең хаҡын беләм. Һәм беләм: разведка - ул баш һәм ҡулды эшләтә белеү генә түгел. Ул характер. Ул түҙемлек. Ул кәрәк саҡта шымып ҡала һәм барыһы ла һинән торған саҡта эш итә белеү. Разведчик - ул билдәһеҙлеккә беренсе булып барыусы. Йәшерелгәнде күреүсе. Ҙур ҡурҡыныс аҫтында мәғлүмәт туплаусы. Һәм йыш ҡына ҡаһарманлығы билдәһеҙ булып ҡала. Хәрби сер. Наградаларһыҙ, алҡыштарһыҙ. Ябай эш. Ябай бурыс. Ябай намыҫ. Разведчиктар - иң ышаныслы кешеләр. Юҡҡа ғына: "Уның менән разведкаға барырға була", - тимәйҙәр. Был ир-егет өсөн иң юғары баһа. Тимәк, уға бер һүҙһеҙ ышаналар. Тимәк, уға иң ауыр саҡта таянырға була. Ул ҡыйын хәлдә ҡалдырмаясаҡ. Ташламаясаҡ. Ҡурҡмаясаҡ",- тип яҙған Оскар Ихтибар улы. БР-ҙың МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе шулай уҡ ҡотлау һүҙҙәрен еткергән. Беҙ ҙә разведкаға мөнәсәбәтле һәр кемде ҡотлайбыҙ. Һаулыҡ, эшегеҙҙә еңеллек, ышаныслы иптәштәр теләйбеҙ.🎉
+8
📌 Боронғо фотоһүрәттәрҙе ҡарау көнө икән бөгөн - 5 ноябрь.
Рәсми байрам булмаһа ла, тәрбиәүи йәһәттән бик әһәмиәтле ул. Сөнки ғаилә, ил тарихын хәтерләү, быуындар бәйләнешен нығытыу өсөн уйлап табылған.
🔥 Һәр өйҙә элекке фотоһүрәттәр, ғаилә альбомы һаҡланалыр. Шуларҙы сығарып, балаларығыҙ, үҙегеҙ асып ҡарап, һәр фотоның тарихын, унда төшкән кешеләрҙең яҙмышын, туғанлыҡ ептәрен хәтергә төшөрөп, яҡындарығыҙға һөйләп алығыҙ.
Ә беҙ һеҙгә яратҡан ҡалабыҙ - Өфөнөң элекке фотоларын тәҡдим итәбеҙ. 💚
📌 "Йыртҡыс ҡаны" буйынса спектакль киләһе аҙнала күрһәтелә!
2026 йылдың 12 һәм 13 ноябрендә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә ПРЕМЬЕРА көтөлә.🔹 Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Гөлнур Яҡупованың "Йыртҡыс ҡаны" әҫәрен Фирғәт Ғарипов сәхнәләштерә. 🔹 Спектакль Һәҙиәнең өлөшөнә төшкән йәшәйеш һынауҙарын бәйән итәсәк. Ҡанһыҙ әҙәмдәрҙән ҡасып, ул тәбиғәткә һыйына һәм йыртҡыстарҙың кешеләргә ҡарағанда ла мәрхәмәтлерәк икәнен төшөнә. Башлана: 12 һәм 13 ноябрҙә сәғәт 19:00.
📌 "Ҙур концерт"ҡа кил!
Бөгөн, 4 ноябрҙә, Өфөләге Арт-КВАДРАТ майҙансығында "Ҙур концерт" үтә.Мәҙәни саралар сәғәт 15:00-дә билдәле блогерҙар ҡатнашлығында "Ҡағиҙәләрһеҙ йырла" тигән проекттан башланды. 🔥 Ә сәғәт 17:00-дән 20:00-гә тиклем йәш артистар концерт ҡуя. Улар араһында Baby Ti һәм Тимур Ямалов та бар. Инеү бушлай, йәш буйынса сикләүҙәр юҡ.
📌 57 кешегә дәүләт наградалары тапшырылды.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров республика алдында ҡаҙаныштары өсөн дәүләт наградалары тапшырҙы. 57 кеше араһында табиптар, уҡытыусылар, сәнғәт эшмәкәрҙәре, хәрбиҙәр, ирекмәндәр, инженерҙар, эшҡыуарҙар, эшсәндәр - төрлө һөнәр кешеләре бар.
Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәге бүләкләнеүселәрҙең фекерҙәрен йыйған.
Татыу ғаилә - ил күрке 🔥
Башҡорт йыры "Шәл бәйләнем".
Видео: Олеся һәм Хәйҙәр Хәмиҙуллиндар.
📌 "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы яугирҙары байрам менән ҡотлаған һәм Мостай Кәримдең шиғырын тасуири уҡыған.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров яугирҙар төшөргән видеолар менән бүлешкән.
💯 "Беҙҙең окоптарҙағы ир-егеттәр башҡаларҙан яҡшыраҡ белә: берҙәмлектә - республикабыҙ һәм илебеҙҙең төп көсө. Беҙ төрлө телдә һөйләшә алабыҙ, йолаларыбыҙ һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ төрлө. Әммә уртаҡ еребеҙҙе һәм йортобоҙҙо дошмандарҙан бергә һаҡлайбыҙ. Бергә алға барабыҙ, балаларыбыҙ, бөгөн беҙҙең кеүек, мотлаҡ тыныс һәм аңлашып йәшәйәсәк киләсәкте бергә төҙөйбөҙ. Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән, ҡәҙерле яҡташтар!"- тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы.
+4
❓Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙы нимә берләштерә?
✅Ҡайһы бер уртаҡ сифаттарыбыҙ тураһында карточкалар эшләнек, ҡарағыҙ һәм үҙ фекерегеҙҙе лә белдерегеҙ.
⚡Тағы беҙҙе нимәләр берләштерә?
📌"Шәп өләсәй" менән бергә башҡортса һөйләшегеҙ!
Салауат ҡалаһында балаларҙы туған башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү, ҡыҙыҡһындырыу өсөн яңы проект башлағандар - "Шәп өләсәй" тип атала.
🔹 Уның авторы - Салауат башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзиә Мәҡсүтова.
🔹 Проект «Ағинәйҙәр» ойошмаһы, Салауат башҡорттары ҡоролтайы һәм 25-се башҡорт гимназияһын берләштерә.
🔹 Алып барыусылар - Рәмзиә Мәҡсүтованың ҡыҙы Хазина Ғәйнуллина һәм "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзаһы Рәшиҙә Буранғолова.
💯 "Был башланғыс күптәрҙә телдең ҡәҙерен аңлауға этәргес булыуына ышанғы килә. Бәлки, тап ошо ябай ғына аралашыу - өләсәй менән йәш быуындың серләшеүе башҡорт теленең киләсәгенә ишек асыр",- ти салауаттар.
+2
📌 Башҡортостан Башлығына күсмә студия аша һорау бир!
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән 11 ноябрҙә 19:00 сәғәттә үтәсәк тура бәйләнешкә видеоһорауҙы күсмә студия майҙансығында яҙҙырыу - беренсе тәжрибә. Уны БСТ телеканалы менән берлектә Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәге ойоштора.
🔹 Был күсмә студиялар Нефтекама, Өфө ҡалаларында, Краснокама, Бәләбәй, Шишмә райондарында эшләне. Халыҡ юл, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, МХО-ға ҡағылышлы һорауҙар, спорт өлкәһендә тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт иткән.
💯 Бөгөн, 3 ноябрҙә, тура бәйләнештең күсмә студияһы майҙансығы Белорет ҡалаһында эшләй. Бөтәһен дә Карл Маркс урамы, 70а адресы буйынса урынлашҡан "Металлург" кинотеатрында сәғәт 18:00-гә тиклем көтәләр.
🔹 Артабан эш төркөмө 5 ноябрҙә Салауат районы Малаяҙ ауылына һәм Дыуан районы Дыуан ауылына, 6 ноябрҙә Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай ауылына юллана.
📍 Тулыраҡ - карточкаларҙа.
Һорау биреүҙең башҡа ысулдары тураһында ошонда уҡығыҙ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә видеоһорауҙарҙы 2026 йылдың 10 ноябре сәғәт 19:00-гә тиклем ебәрергә мөмкин.
