БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر1 968
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-27 روز
-1630 روز
آرشیو پست ها
1 968
Канада һөжүмсеһе Джошуа Ливо «Салауат Юлаев» клубы менән контрактты ике йылға оҙайтты
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, легионерҙың эш хаҡы йылына 100 миллион һум тәшкил итәсәк. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Континенталь хоккей лигаһының иң мәргән уйынсыһына «Авангард», «Амур», «Металлург» һәм башҡа командалар ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Улар күберәк аҡса вәғәҙә итә. Шуға ҡарамаҫтан юлаевсылар менеджменты Джошуа Ливоны Өфөлә ҡалдырыуға өлгәшә.
1 968
Бөрйәндә ат спорты яңы кимәлгә күтәрелә
Бөрйән районында ат спортын үҫтереүгә бәйле, яңы бәйгегә нигеҙ һалынды. Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындары программаһына индерелгән атта сапҡан килеш тәңкә алыу республикала тәүге тапҡыр ойошторолдо. Байрамда «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» уҙҙы, халыҡ «Ылаҡ» , «Ауҙарыш» уйындарын ҡараны, уҡсылар «Мәргән уҡсы»ла ярышты, батырҙар суҡмар ырғытты, сәмлеләр арҡан тартыуҙа көс һынашты. Оҫтабикәләр үҙен сергетыштар буйынса конкурста һынаны балалар өсөн айырым уйындар ойошторолдо.
1 968
Рәшит Ғәзизов: спорттан – һынлы сәнғәткә
Ижад өсөн йәш сикләүе юҡ. Бар ғүмерен тренерлыҡ эшмәкәрлегенә арнаған Рәшит Ғәзизовтың хаҡлы ялға сыҡҡас яңы таланты асыла.
70 йәшендә уның тәүге картиналары яҙыла һәм ошо ваҡыттан алып ул һынлы сәнғәт менән даими шөғөлләнә башлай. Бөгөн Рәшит Хаҡҡул улы дүрт тиҫтәнән ашыу картина авторы. Эштәрҙең күбеһе Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» этноүҙәгендә асылған шәхси күргәҙмәгә ҡуйылған.
1 968
Мәләүез районында шыттырылған бойҙай һәм башҡа башаҡлы культураларҙан тәбиғи продукция етештерелә
Талҡан, әҙер иртәнге аш, смузи һәм башҡалар. Мәләүез районында шыттырылған бойҙай һәм башҡа башаҡлы культураларҙан тәбиғи продукция етештерелә. Был эш менән күп йылдар дауамында Ҡолбаевтар ғаиләһе шөғөлләнә.
1 968
Баҡалы районында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды
Заманса медицина. Баҡалы районында яңы фельдшер -акушерлыҡ пункттары асылды. Ахман һәм Юлтимер ауылдарында урынлашҡан учреждениеларҙа пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Урындағы халыҡ өсөн мөһим социаль объекттар һаулыҡ һаҡлау милли проекты сиктәрендә сафҡа ингән . Быйыл Баҡалы районында тағы ла 6 фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү күҙаллана.
1 968
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты старт алды
Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты старт алды. Ул ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырыла. Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, программаның маҡсаты - хәрби хеҙмәткәрҙәр араһынан идарасыларҙың яңы быуынын әҙерләү. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 968
Азат Асҡаров Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде
Указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Быға тиклем Азат Асҡаров Рәсәй Федерацияһының Үзбәкстандағы Сауҙа вәкиллегендә Башҡортостан вәкиле вазифаһын биләгән. Әлегәсә Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарған Алексей Гусев үҙ теләге менән эшенән бушатылған. Алексей Гусев йәмәғәт башланғысында Республика башлығының бизнес менән стратегик бәйләнештәр мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнгән.
1 968
Башҡортостанда күп балалы әсәйҙәр бүләкләнә
Радий Хәбиров 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәргә "Әсәлек даны" миҙалын тапшырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. "Әсәлек даны" миҙалы 1998 йылдан бирелә. Республикала был наградаға 9 меңдән ашыу әсә лайыҡ булған.
1 968
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында «Ватан» хәрби-спорт уйыны үтте
Йыл һайын «Дозор» ил сиге һаҡсылары үткәргән был сарала студенттар үҙҙәрен етеҙлектә, сослоҡта, әрме хеҙмәтенә әҙерлеккә һынай. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 968
Башҡортостан делегацияһы Петровское ҡалаһындағы Шайморатов мәктәбе уҡыусыларын тәбрикләне
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары Руслан Насретдинов етәкселегендәге гуманитар миссия вәкилдәре Петровское ҡалаһындағы Шайморатов мәктәбен дә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Башҡортостан делегацияһы балаларҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән тәбрикләне.
1 968
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты башланды
Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты башланды. Ул президент ҡушыуы буйынса Геройҙар ваҡыты федераль проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырыла.
1 968
Алғы һыҙыҡта ике йырсы
Йырсы һәм актер Илнур Лоҡманов МХО биләмәһенә гуманитар ярҙам алып барған. Унда ул яугирҙарға, шул иҫәптән Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтовҡа посылкалар тапшырған.
Үҙе лә полигонда һынау үткән. Имен-һау йөрөп ҡайтығыҙ, яугирҙар!
1 968
Яндекс сервистары хәҙер башҡорт телен аңлай
Кеше туған телен өйрәнергә ынтылһын өсөн шарттар, яҡшы методик һәм техник программалар, һәм, иң мөһиме, йәмғиәттә мәҙәнилек булдырыу мөһим.
«Туған телдә һөйләшергә оялмау һәм шул уҡ ваҡытта бер-беребеҙҙе, республикабыҙҙа ғына йөҙләгән телдә аралашҡан кешеләреҙ хөрмәт итеү өсөн», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
1 968
Республикала янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек бара
Хөкүмәт ҡарары буйынса быйыл ул 18 апрелдән 25 октябргә тиклем дауам итә. Урман янғындарын иҫкәртеү маҡсатында өҫтәмә 10 видеокамера ҡуйыла. Былтыр ошондай комплекстар ярҙамында бер нисә урында ут таралыу киҫәтеп ҡалынған.
1 968
Ҡатын-ҡыҙҙар байрамында оҙайлы ял булмай
Быйыл 8 март шәмбегә тура килә. Әммә был көндәге ял алдағы дүшәмбегә түгел, 13 июнгә күсерелә. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, мартта оҙайлы ял ҡаралмаған. Июндә Рәсәй көнө уңайынан 4 көнлөк ял көтөлә.
1 968
Рәсәйҙә Ҡоймаҡ аҙналығы башланды
Православ христиандар байрамы йыл һайын төрлө ваҡытҡа тура килә. Быйыл 24 февралдән 2 мартҡа тиклем дауам итә. Төп саралар алдағы йәкшәмбе була. 3 марттан христиандар ҡайһы бер ризыҡты ашауҙан тыйылып тора. 1 марттан иһә изге Рамаҙан айы башлана. Был ваҡытта мосолмандар ураҙа тота.
1 968
БабиТи МХО биләмәһендә
Ошондай исем аҫтында ижад иткән йәш йырсы МХО яугирҙары алдында сығыш яһаған.
Айнур Кәбиров видеояҙмаһы.
1 968
Өфөлә «Ҡышҡы Шайморатов уйындары»ның йомғаҡлау этабы үтте
Өфөлә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов Кубогына «Ҡышҡы Шайморатов уйындары»ның йомғаҡлау этабы үтте. Республика район-ҡалаларынан йыйылған шайморатов класстарында белем алыусылар физик әҙерлеген күрһәтеп, етеҙлектә, мәргәнлектә көс һынашты.
1 968
Әбйәлил районында хәйриә хоккей турниры үтте
Профессиональ хоккейсылар менән бер боҙҙа. Әбйәлил районында хәйриә хоккей турниры үтте. Яҡтыкүлдә ойошторолған ярышта Сергей Мозякин, Егор Яковлев, Василий Кошечкин, Егор Коробкин һәм Илья Набоков ҡатнашты. Көйәрмәндәргә яҡшы таныш уйынсылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары менән көс һынашты. Сатлама һыуыҡта боҙҙо иретерлек уйын барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
1 968
Өфө дәүләт нефть техник университеты лицейында Андрей Мигунов иҫтәлегенә герой партаһы асылды
Өфө дәүләт нефть техник университеты лицейында Рәсәй Геройы Андрей Мигунов иҫтәлегенә герой партаһы асылды. Уның эргәһенә Рәсәй Геройының хәрби кейемдәре, шәхси әйберҙәре, наградалары менән витрина ла урынлаштырылды.
