БСТ | Яңылыҡтар
الذهاب إلى القناة على Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
إظهار المزيد2 019
المشتركون
-124 ساعات
-37 أيام
-1030 أيام
أرشيف المشاركات
2 019
Башҡортостан делегацияһы Петровское ҡалаһындағы Шайморатов мәктәбе уҡыусыларын тәбрикләне
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары Руслан Насретдинов етәкселегендәге гуманитар миссия вәкилдәре Петровское ҡалаһындағы Шайморатов мәктәбен дә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Башҡортостан делегацияһы балаларҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән тәбрикләне.
2 019
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты башланды
Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты башланды. Ул президент ҡушыуы буйынса Геройҙар ваҡыты федераль проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырыла.
2 019
Алғы һыҙыҡта ике йырсы
Йырсы һәм актер Илнур Лоҡманов МХО биләмәһенә гуманитар ярҙам алып барған. Унда ул яугирҙарға, шул иҫәптән Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтовҡа посылкалар тапшырған.
Үҙе лә полигонда һынау үткән. Имен-һау йөрөп ҡайтығыҙ, яугирҙар!
2 019
Яндекс сервистары хәҙер башҡорт телен аңлай
Кеше туған телен өйрәнергә ынтылһын өсөн шарттар, яҡшы методик һәм техник программалар, һәм, иң мөһиме, йәмғиәттә мәҙәнилек булдырыу мөһим.
«Туған телдә һөйләшергә оялмау һәм шул уҡ ваҡытта бер-беребеҙҙе, республикабыҙҙа ғына йөҙләгән телдә аралашҡан кешеләреҙ хөрмәт итеү өсөн», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
2 019
Республикала янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек бара
Хөкүмәт ҡарары буйынса быйыл ул 18 апрелдән 25 октябргә тиклем дауам итә. Урман янғындарын иҫкәртеү маҡсатында өҫтәмә 10 видеокамера ҡуйыла. Былтыр ошондай комплекстар ярҙамында бер нисә урында ут таралыу киҫәтеп ҡалынған.
2 019
Ҡатын-ҡыҙҙар байрамында оҙайлы ял булмай
Быйыл 8 март шәмбегә тура килә. Әммә был көндәге ял алдағы дүшәмбегә түгел, 13 июнгә күсерелә. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, мартта оҙайлы ял ҡаралмаған. Июндә Рәсәй көнө уңайынан 4 көнлөк ял көтөлә.
2 019
Рәсәйҙә Ҡоймаҡ аҙналығы башланды
Православ христиандар байрамы йыл һайын төрлө ваҡытҡа тура килә. Быйыл 24 февралдән 2 мартҡа тиклем дауам итә. Төп саралар алдағы йәкшәмбе була. 3 марттан христиандар ҡайһы бер ризыҡты ашауҙан тыйылып тора. 1 марттан иһә изге Рамаҙан айы башлана. Был ваҡытта мосолмандар ураҙа тота.
2 019
БабиТи МХО биләмәһендә
Ошондай исем аҫтында ижад иткән йәш йырсы МХО яугирҙары алдында сығыш яһаған.
Айнур Кәбиров видеояҙмаһы.
2 019
Өфөлә «Ҡышҡы Шайморатов уйындары»ның йомғаҡлау этабы үтте
Өфөлә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов Кубогына «Ҡышҡы Шайморатов уйындары»ның йомғаҡлау этабы үтте. Республика район-ҡалаларынан йыйылған шайморатов класстарында белем алыусылар физик әҙерлеген күрһәтеп, етеҙлектә, мәргәнлектә көс һынашты.
2 019
Әбйәлил районында хәйриә хоккей турниры үтте
Профессиональ хоккейсылар менән бер боҙҙа. Әбйәлил районында хәйриә хоккей турниры үтте. Яҡтыкүлдә ойошторолған ярышта Сергей Мозякин, Егор Яковлев, Василий Кошечкин, Егор Коробкин һәм Илья Набоков ҡатнашты. Көйәрмәндәргә яҡшы таныш уйынсылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары менән көс һынашты. Сатлама һыуыҡта боҙҙо иретерлек уйын барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
2 019
Өфө дәүләт нефть техник университеты лицейында Андрей Мигунов иҫтәлегенә герой партаһы асылды
Өфө дәүләт нефть техник университеты лицейында Рәсәй Геройы Андрей Мигунов иҫтәлегенә герой партаһы асылды. Уның эргәһенә Рәсәй Геройының хәрби кейемдәре, шәхси әйберҙәре, наградалары менән витрина ла урынлаштырылды.
2 019
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының тыл районында байрам концерты үтте
Ротациялағы яугирҙар алдында Мәскәү хәрби округының «Патриот» фронт концерт төркөмө сығыш яһаны. Улар төрлө йылдарҙағы хиттарҙы башҡарҙы. Был төркөм яҡташтарыбыҙ алдында тәүге тапҡыр сығыш яһамай. Төркөмдөң солисы-яҡташыбыҙ. Сығышы менән Белорет районынан.
2 019
Иглин районы «Бөтәһе лә фронт өсөн» ирекмәндәр штабы ике йыллығын билдәләй
Ошо ваҡытта битараф булмаған халыҡ махсус хәрби операция биләмәһенә меңдәрсә хәрби кәрәк-яраҡ яһап ебәргән. Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә иң әүҙем ирекмәндәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
2 019
Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө оҙатылды
Ике аҙналыҡ отпуск ваҡытында улар өйҙә булып донъя мәшәҡәттәре менән булышҡан. Яугирҙарҙы хеҙмәт урынына оҙатырға яҡындары, туғандары һәм республика хөкүмәте вәкилдәре килде. Ир-егеттәр республика тарафынан бүленгән уңайлы автобустарҙа ҡуҙғалды. Тәүлектән ашыу юлда уларҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре оҙатып бара. Үҙҙәре менән хәрбиҙәр күстәнәс, яуҙаштарына посылкалар ҙа алған.
2 019
Башҡортостандан үҙәкләштереп оҙатылған 144-се гуманитар ылау Донбасҡа барып еткән
Уны республиканың исемле батальондары, «Башҡортостан» полкы һәм мобилизацияланған яугирҙар ҡаршы алған. Тыуған яҡтан һалдаттарға бронетехника, юғары үтемле автомобилдәр, квадроциклдар, көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатылған. Йөк автомобилдәре уларҙы яугирҙар хеҙмәт иткән хәрби частәрҙең дислокацияһына тиклем алып барып еткергән. Ә бына аҙыҡ-түлек, шәхси посылкаларҙы яҡташтарыбыҙ республика етәкселеге ойошторған логистика үҙәге келәттәренәнән ала. Унда инде йөк машиналарындағы әйберҙәр хәрби техника кузовына күсерелә.
2 019
Дыуан районында тыуған Дмитрий Авдонин - Рәсәй Геройы
Дыуан районында тыуған Дмитрий Авдонин - Рәсәй Геройы. Яҡташыбыҙға юғары исем биреү тураһындағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Башҡортотсан башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, Гвардия капитаны Дмитрий Авдонин терәк пунктын обороналағанда батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
2 019
«Йәшлек» гәзитенең һәм «Ағиҙел» журналының баш мөхәррирҙәре Артур Дәүләтбәков һәм Мөнир Ҡунафин 31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы һалдаттарын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлай.
2 019
БСТ каналының «Яңылыҡтар» хеҙмәте алып барыусыһы Рита Шәмсетдинова 31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы һалдаттарын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлай.
2 019
БСТ телеканалының мәғлүмәт программалары редакцияһы коллективы 31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы һалдаттарын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлай.
2 019
Хәҙисә Солтанбаева: тел ғилеменә арналған тормош
Башҡорт тел ғилемен юғары бейеклеккә күтәргән ғалимә. Билдәле телсе, филология фәндәре докторы Хәҙисә Солтанбаеваның 75 йәшлек юбилейы уңайынан бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында Халыҡ-ара ғилми-методик конференция үтте. Фәнни уҡыу «Рәсәй субъекттары полилингваль мәғариф киңлегендә башҡорт теле» исеме аҫтында ойошторолдо.
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 
