fa
Feedback

فریب کلاهبرداران را نخورید! تل‌متریو این کانال‌ها را شناسایی و برچسب‌گذاری می‌کند 👉 برای مشاهده برچسب، اشتراک تهیه کنید

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 968
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-27 روز
-1630 روز
آرشیو پست ها
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының тыл районында байрам концерты үтте Ротациялағы яугирҙар алдында Мәскәү хәрби округының «Патриот» фронт концерт төркөмө сығыш яһаны. Улар төрлө йылдарҙағы хиттарҙы башҡарҙы. Был төркөм яҡташтарыбыҙ алдында тәүге тапҡыр сығыш яһамай. Төркөмдөң солисы-яҡташыбыҙ. Сығышы менән Белорет районынан.

Иглин районы «Бөтәһе лә фронт өсөн» ирекмәндәр штабы ике йыллығын билдәләй Ошо ваҡытта битараф булмаған халыҡ махсус хәрби операция биләмәһенә меңдәрсә хәрби кәрәк-яраҡ яһап ебәргән. Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә иң әүҙем ирекмәндәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө оҙатылды Ике аҙналыҡ отпуск ваҡытында улар өйҙә булып донъя мәшәҡәттәре менән булышҡан. Яугирҙарҙы хеҙмәт урынына оҙатырға яҡындары, туғандары һәм республика хөкүмәте вәкилдәре килде. Ир-егеттәр республика тарафынан бүленгән уңайлы автобустарҙа ҡуҙғалды. Тәүлектән ашыу юлда уларҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре оҙатып бара. Үҙҙәре менән хәрбиҙәр күстәнәс, яуҙаштарына посылкалар ҙа алған.

Башҡортостандан үҙәкләштереп оҙатылған 144-се гуманитар ылау Донбасҡа барып еткән Уны республиканың исемле батальондары, «Башҡортостан» полкы һәм мобилизацияланған яугирҙар ҡаршы алған. Тыуған яҡтан һалдаттарға бронетехника, юғары үтемле автомобилдәр, квадроциклдар, көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатылған. Йөк автомобилдәре уларҙы яугирҙар хеҙмәт иткән хәрби частәрҙең дислокацияһына тиклем алып барып еткергән. Ә бына аҙыҡ-түлек, шәхси посылкаларҙы яҡташтарыбыҙ республика етәкселеге ойошторған логистика үҙәге келәттәренәнән ала. Унда инде йөк машиналарындағы әйберҙәр хәрби техника кузовына күсерелә.

Дыуан районында тыуған Дмитрий Авдонин - Рәсәй Геройы Дыуан районында тыуған Дмитрий Авдонин - Рәсәй Геройы. Яҡташыбыҙға юғары исем биреү тураһындағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Башҡортотсан башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, Гвардия капитаны Дмитрий Авдонин терәк пунктын обороналағанда батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә.

«Йәшлек» гәзитенең һәм «Ағиҙел» журналының баш мөхәррирҙәре Артур Дәүләтбәков һәм Мөнир Ҡунафин 31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы һалдаттарын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлай.

БСТ каналының «Яңылыҡтар» хеҙмәте алып барыусыһы Рита Шәмсетдинова 31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы һалдаттарын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлай.

БСТ телеканалының мәғлүмәт программалары редакцияһы коллективы 31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы һалдаттарын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлай.

Хәҙисә Солтанбаева: тел ғилеменә арналған тормош Башҡорт тел ғилемен юғары бейеклеккә күтәргән ғалимә. Билдәле телсе, филология фәндәре докторы Хәҙисә Солтанбаеваның 75 йәшлек юбилейы уңайынан бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында Халыҡ-ара ғилми-методик конференция үтте. Фәнни уҡыу «Рәсәй субъекттары полилингваль мәғариф киңлегендә башҡорт теле» исеме аҫтында ойошторолдо.

Өфөлә Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан колледж студенттары араһында интеллектуаль уйын үтте Икенсе йыл рәттән Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында ойошторолған ярышта былтыр баш ҡала урта һөнәри белем биреү учреждениелары ҡатнашһа, быйыл конкурсанттар географияһы киңәйгән. Интеллектуаль бәйгегә Салауат, Сибай ҡалалары һәм Мәсәғүт ауылы колледждары студенттары ҡушылған. Финалда ҡатнашҡан 6 команда ла алдан махсус һайлап алыу этабын үткән.

Башҡорт геройҙары иҫтәлегенә йәштәр парады Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се Петровское мәктәбе уҡыусылары Ватанды Һаҡлаусылар көнө һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияы командирының һәләк булған көнөнә арнап сафта йөрөү буйынса конкурс ойошторҙо. Йыл да уҙғарылған сараға мәктәптең барлыҡ кластары ҡушылды. Буласаҡ ил һаҡсыларының маршта үтеүен махсус хәрби операция яугирҙары ҡабул итте.

Баймаҡ районынан махсус хәрби операция биләмәһенә 30-сы ылау юлланды Яҡташ яугирҙарға ярҙам. Баймаҡ районынан махсус хәрби операция биләмәһенә 30-сы ылау юлланды. Һалдаттарға адреслы ярҙам хеҙмәт ойошмаларынан, йәмәғәт берекмәләренән, шәхси эшҡыуарҙарҙан, шулай уҡ битараф булмаған граждандарҙан тупланды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостанда Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөргә теләүселәр арта Республика һайлау пунктында доброволецтарҙың айырыуса күп килеүе теркәлгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, процедураны Өфөләге «Черёмушки» балалар лагерында асылған махсус үҙәктә үтергә мөмкин. Урында банк иҫәбе асыу, медицина тикшеренеүе үтеү, хатта ҡайһы бер кәрәкле документтарҙы тергеҙеү өсөн белгестәр эшләй.

Республикала «Башҡортостан геройҙары» программаһы эшләй башлаясаҡ Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ойошторолған тантаналы ултырышта хәбәр итте. Программа сиктәрендә махсус хәрби операция ветерандарын дәүләт һәм муниципаль идаралыҡҡа эшкә йәлеп итеү ҡаралған. Тантаналы ултырышта Бөйөк Ватан һуғышында, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар , ҡотҡарыусылар , көс структуралары хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа һөнәр эйәләре тәбрикләнде.

Башҡортостанда «Профессионалдар» Бөтә Рәсәй оҫталыҡ чемпионатының һайлап алыу этабы бара Бәйгелә өс көн дауамында 152 компетенция буйынса иң яҡшы йәш белгестәр һайлана. Өфө Күп профилле профессиональ колледжда үткән бәйгелә ҡатнашыусылар визажист, эстетик косметолог, онлайн саралар ойоштороусы, модельер кеүек 9 һөнәр буйынса һынау тотто.

Өфөнөң 20-се башҡорт гимназияһында Эдуард Янбухтин иҫтәлегенә герой партаһы асылды Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында Эдуард Янбухтин иҫтәлегенә герой партаһы асылды. Саҡмағош районында тыуған яҡташыбыҙ бала сағынан уҡыуҙы бокс менән уңышлы берләштерә. Спортсы егет 2022 йылда өлөшләтә мобилизация барышында махсус хәрби операцияға саҡырыла.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яугирҙарға гуманитар ылау оҙатты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республика йәмәғәт ойошмалары менән берлектә әҙерләгән гуманитар ылау бөгөн Өфөнөң Совет майҙанынан юлға сыҡты. Ярҙамды махсус хәрби операция биләмәһендәге уларҙы ойошма ағзалары үҙҙәре илтеп бирәсәк. Улар яугирҙарҙы байрам көндәрендә ҡыуандырырға иҫәп тота.

Баймаҡ район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре зарница уйынына сыҡты Спорт һәм сәләмәтлек. Баймаҡ район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған зарница уйынына сыҡты. Дауахананың барлыҡ бүлексәләренән төҙөлгән командаларҙа табиптар, шәфҡәт туташтары һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр төрлө һынауҙар үтте, саф һауала файҙалы һәм әүҙем ял итте.

Билдәле шағирә Тамара Искәндәриә Рәсәй Яҙыусылар Союзының алтын Пушкин миҙалы менән бүләкләнде Билдәле шағирә Тамара Искәндәриә - Тамара Юлдашева Рәсәй Яҙыусылар Союзының алтын Пушкин миҙалы менән бүләкләнде. Абруйлы наградаға нәфис һүҙ оҫтаһы бөйөк рус классигының тыуыуына 225 һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ойошторолоуға 65 йыл тулыу уңайынан лайыҡ булды

Башҡортостанда хаталы алтаҡталар тураһында махсус чат-бот аша хәбәр итергә була Виртуаль ярҙамсыны Хөкүмәт ҡушыуы буйынса Республика менән идара итеү үҙәге белгестәре төҙөгән. Битараф булмаған һәр кем яуаплы ведомстволарға дөрөҫ булмаған яҙыуҙар тураһында мәғлүмәт бирә ала.