ru
Feedback

Не попадитесь на канал ботавода! Telemetrio находит и помечает такие каналы 👉 Хотите видеть метку — оформите подписку

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Открыть в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Больше
1 968
Подписчики
Нет данных24 часа
-27 дней
-1630 дней
Архив постов
Канада һөжүмсеһе Джошуа Ливо «Салауат Юлаев» клубы менән контрактты ике йылға оҙайтты Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, легионерҙың эш хаҡы йылына 100 миллион һум тәшкил итәсәк. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Континенталь хоккей лигаһының иң мәргән уйынсыһына «Авангард», «Амур», «Металлург» һәм башҡа командалар ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Улар күберәк аҡса вәғәҙә итә. Шуға ҡарамаҫтан юлаевсылар менеджменты Джошуа Ливоны Өфөлә ҡалдырыуға өлгәшә.

Бөрйәндә ат спорты яңы кимәлгә күтәрелә Бөрйән районында ат спортын үҫтереүгә бәйле, яңы бәйгегә нигеҙ һалынды. Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындары программаһына индерелгән атта сапҡан килеш тәңкә алыу республикала тәүге тапҡыр ойошторолдо. Байрамда «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» уҙҙы, халыҡ «Ылаҡ» , «Ауҙарыш» уйындарын ҡараны, уҡсылар «Мәргән уҡсы»ла ярышты, батырҙар суҡмар ырғытты, сәмлеләр арҡан тартыуҙа көс һынашты. Оҫтабикәләр үҙен сергетыштар буйынса конкурста һынаны балалар өсөн айырым уйындар ойошторолдо.

Рәшит Ғәзизов: спорттан – һынлы сәнғәткә Ижад өсөн йәш сикләүе юҡ. Бар ғүмерен тренерлыҡ эшмәкәрлегенә арнаған Рәшит Ғәзизовтың хаҡлы ялға сыҡҡас яңы таланты асыла. 70 йәшендә уның тәүге картиналары яҙыла һәм ошо ваҡыттан алып ул һынлы сәнғәт менән даими шөғөлләнә башлай. Бөгөн Рәшит Хаҡҡул улы дүрт тиҫтәнән ашыу картина авторы. Эштәрҙең күбеһе Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» этноүҙәгендә асылған шәхси күргәҙмәгә ҡуйылған.

Мәләүез районында шыттырылған бойҙай һәм башҡа башаҡлы культураларҙан тәбиғи продукция етештерелә Талҡан, әҙер иртәнге аш, смузи һәм башҡалар. Мәләүез районында шыттырылған бойҙай һәм башҡа башаҡлы культураларҙан тәбиғи продукция етештерелә. Был эш менән күп йылдар дауамында Ҡолбаевтар ғаиләһе шөғөлләнә.

Баҡалы районында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды Заманса медицина. Баҡалы районында яңы фельдшер -акушерлыҡ пункттары асылды. Ахман һәм Юлтимер ауылдарында урынлашҡан учреждениеларҙа пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Урындағы халыҡ өсөн мөһим социаль объекттар һаулыҡ һаҡлау милли проекты сиктәрендә сафҡа ингән . Быйыл Баҡалы районында тағы ла 6 фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү күҙаллана.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты старт алды Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты старт алды. Ул ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырыла. Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, программаның маҡсаты - хәрби хеҙмәткәрҙәр араһынан идарасыларҙың яңы быуынын әҙерләү. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Азат Асҡаров Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде Указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Быға тиклем Азат Асҡаров Рәсәй Федерацияһының Үзбәкстандағы Сауҙа вәкиллегендә Башҡортостан вәкиле вазифаһын биләгән. Әлегәсә Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарған Алексей Гусев үҙ теләге менән эшенән бушатылған. Алексей Гусев йәмәғәт башланғысында Республика башлығының бизнес менән стратегик бәйләнештәр мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнгән.

Башҡортостанда күп балалы әсәйҙәр бүләкләнә Радий Хәбиров 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәргә "Әсәлек даны" миҙалын тапш
Башҡортостанда күп балалы әсәйҙәр бүләкләнә Радий Хәбиров 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәргә "Әсәлек даны" миҙалын тапшырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. "Әсәлек даны" миҙалы 1998 йылдан бирелә. Республикала был наградаға 9 меңдән ашыу әсә лайыҡ булған.

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында «Ватан» хәрби-спорт уйыны үтте Йыл һайын «Дозор» ил сиге һаҡсылары үткәргән был сарала студенттар үҙҙәрен етеҙлектә, сослоҡта, әрме хеҙмәтенә әҙерлеккә һынай. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостан делегацияһы Петровское ҡалаһындағы Шайморатов мәктәбе уҡыусыларын тәбрикләне «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары Руслан Насретдинов етәкселегендәге гуманитар миссия вәкилдәре Петровское ҡалаһындағы Шайморатов мәктәбен дә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Башҡортостан делегацияһы балаларҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән тәбрикләне.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты башланды Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты башланды. Ул президент ҡушыуы буйынса Геройҙар ваҡыты федераль проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырыла.

Алғы һыҙыҡта ике йырсы Йырсы һәм актер Илнур Лоҡманов МХО биләмәһенә гуманитар ярҙам алып барған. Унда ул яугирҙарға, шул иҫә
Алғы һыҙыҡта ике йырсы Йырсы һәм актер Илнур Лоҡманов МХО биләмәһенә гуманитар ярҙам алып барған. Унда ул яугирҙарға, шул иҫәптән Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтовҡа посылкалар тапшырған. Үҙе лә полигонда һынау үткән. Имен-һау йөрөп ҡайтығыҙ, яугирҙар!

Яндекс сервистары хәҙер башҡорт телен аңлай Кеше туған телен өйрәнергә ынтылһын өсөн шарттар, яҡшы методик һәм техник програм
Яндекс сервистары хәҙер башҡорт телен аңлай Кеше туған телен өйрәнергә ынтылһын өсөн шарттар, яҡшы методик һәм техник программалар, һәм, иң мөһиме, йәмғиәттә мәҙәнилек булдырыу мөһим. «Туған телдә һөйләшергә оялмау һәм шул уҡ ваҡытта бер-беребеҙҙе, республикабыҙҙа ғына йөҙләгән телдә аралашҡан кешеләреҙ хөрмәт итеү өсөн», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Республикала янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек бара Хөкүмәт ҡарары буйынса быйыл ул 18 апрелдән 25 октябргә тиклем дауам итә. Ур
Республикала янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек бара Хөкүмәт ҡарары буйынса быйыл ул 18 апрелдән 25 октябргә тиклем дауам итә. Урман янғындарын иҫкәртеү маҡсатында өҫтәмә 10 видеокамера ҡуйыла. Былтыр ошондай комплекстар ярҙамында бер нисә урында ут таралыу киҫәтеп ҡалынған.

Ҡатын-ҡыҙҙар байрамында оҙайлы ял булмай Быйыл 8 март шәмбегә тура килә. Әммә был көндәге ял алдағы дүшәмбегә түгел, 13 июнгә
Ҡатын-ҡыҙҙар байрамында оҙайлы ял булмай Быйыл 8 март шәмбегә тура килә. Әммә был көндәге ял алдағы дүшәмбегә түгел, 13 июнгә күсерелә. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, мартта оҙайлы ял ҡаралмаған. Июндә Рәсәй көнө уңайынан 4 көнлөк ял көтөлә.

Рәсәйҙә Ҡоймаҡ аҙналығы башланды Православ христиандар байрамы йыл һайын төрлө ваҡытҡа тура килә. Быйыл 24 февралдән 2 мартҡа
Рәсәйҙә Ҡоймаҡ аҙналығы башланды Православ христиандар байрамы йыл һайын төрлө ваҡытҡа тура килә. Быйыл 24 февралдән 2 мартҡа тиклем дауам итә. Төп саралар алдағы йәкшәмбе була. 3 марттан христиандар ҡайһы бер ризыҡты ашауҙан тыйылып тора. 1 марттан иһә изге Рамаҙан айы башлана. Был ваҡытта мосолмандар ураҙа тота.

БабиТи МХО биләмәһендә Ошондай исем аҫтында ижад иткән йәш йырсы МХО яугирҙары алдында сығыш яһаған. Айнур Кәбиров видеояҙмаһы.

Өфөлә «Ҡышҡы Шайморатов уйындары»ның йомғаҡлау этабы үтте Өфөлә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов Кубогына «Ҡышҡы Шайморатов уйындары»ның йомғаҡлау этабы үтте. Республика район-ҡалаларынан йыйылған шайморатов класстарында белем алыусылар физик әҙерлеген күрһәтеп, етеҙлектә, мәргәнлектә көс һынашты.

Әбйәлил районында хәйриә хоккей турниры үтте Профессиональ хоккейсылар менән бер боҙҙа. Әбйәлил районында хәйриә хоккей турниры үтте. Яҡтыкүлдә ойошторолған ярышта Сергей Мозякин, Егор Яковлев, Василий Кошечкин, Егор Коробкин һәм Илья Набоков ҡатнашты. Көйәрмәндәргә яҡшы таныш уйынсылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары менән көс һынашты. Сатлама һыуыҡта боҙҙо иретерлек уйын барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.

Өфө дәүләт нефть техник университеты лицейында Андрей Мигунов иҫтәлегенә герой партаһы асылды Өфө дәүләт нефть техник университеты лицейында Рәсәй Геройы Андрей Мигунов иҫтәлегенә герой партаһы асылды. Уның эргәһенә Рәсәй Геройының хәрби кейемдәре, шәхси әйберҙәре, наградалары менән витрина ла урынлаштырылды.