Дини ғилем
Open in Telegram
Төп йүнәлештәр: аҡида (иман нигеҙҙәре), фиҡһ (ғибәҙәттәр һәм хоҡуҡтар), тәзкиә (йөрәктәрҙе сафлау). Уларҙан тыш: тарих, сәйәсәт һәм ижтимағи һорауҙар буйынса шәхси фекерҙәр. Хаттар өсөн: • ир-егеттәргә: @dinigilem_bot • ҡатын-ҡыҙҙарға: @katinkizzar_bot
Show more2 201
Subscribers
No data24 hours
-37 days
-830 days
Data loading in progress...
Similar Channels
Tags Cloud
No data
Any problems? Please refresh the page or contact our support manager.
Incoming and Outgoing Mentions
---
---
---
---
---
---
Attracting Subscribers
August '26
August '26
+8
in 0 channels
July '26
+12
in 0 channels
Get PRO
June '26
+31
in 2 channels
Get PRO
May '26
+20
in 0 channels
Get PRO
April '26
+11
in 0 channels
Get PRO
March '26
+149
in 2 channels
Get PRO
February '26
+203
in 1 channels
Get PRO
January '26
+83
in 1 channels
Get PRO
December '25
+48
in 0 channels
Get PRO
November '25
+75
in 0 channels
Get PRO
October '25
+70
in 0 channels
Get PRO
September '25
+43
in 0 channels
Get PRO
August '25
+43
in 0 channels
Get PRO
July '25
+66
in 1 channels
Get PRO
June '25
+50
in 1 channels
Get PRO
May '25
+124
in 0 channels
Get PRO
April '25
+146
in 1 channels
Get PRO
March '25
+172
in 3 channels
Get PRO
February '25
+68
in 1 channels
Get PRO
January '25
+41
in 0 channels
Get PRO
December '24
+62
in 0 channels
Get PRO
November '24
+42
in 0 channels
Get PRO
October '24
+208
in 1 channels
Get PRO
September '24
+57
in 3 channels
Get PRO
August '24
+40
in 1 channels
Get PRO
July '24
+56
in 2 channels
Get PRO
June '24
+36
in 2 channels
Get PRO
May '24
+89
in 1 channels
Get PRO
April '24
+118
in 1 channels
Get PRO
March '24
+174
in 3 channels
Get PRO
February '24
+100
in 2 channels
Get PRO
January '24
+753
in 2 channels
| Date | Subscriber Growth | Mentions | Channels | |
| 26 August | 0 | |||
| 25 August | 0 | |||
| 24 August | 0 | |||
| 23 August | +1 | |||
| 22 August | 0 | |||
| 21 August | 0 | |||
| 20 August | 0 | |||
| 19 August | 0 | |||
| 18 August | 0 | |||
| 17 August | 0 | |||
| 16 August | +1 | |||
| 15 August | +2 | |||
| 14 August | 0 | |||
| 13 August | 0 | |||
| 12 August | 0 | |||
| 11 August | 0 | |||
| 10 August | 0 | |||
| 09 August | 0 | |||
| 08 August | 0 | |||
| 07 August | 0 | |||
| 06 August | 0 | |||
| 05 August | +1 | |||
| 04 August | 0 | |||
| 03 August | 0 | |||
| 02 August | +1 | |||
| 01 August | +2 |
Channel Posts
✍️ Әссәләмү ғәләйкүм. Был канал асылғанға өс йыл ғүмер үтте, ошо осор эсендә 1500-гә яҡын яҙма донъя күргән. Әгәр ниндәйҙер яҙмалар кемгәлер файҙа килтерһә – тәүфиҡ биргәне өсөн Аллаһҡа шөкөр һәм маҡтауҙар, әгәр яҙмаларҙың зыянлылары булһа, улары – шайтан вәсвәсәһенә һәм нәфсе ҡотҡоһона бирешкәндән. Беҙ – ни бары фәҡир ҡолдар, ҡай саҡ хаталар ҙа ебәрәбеҙ һәм ихлас нәсихәткә даими мохтажбыҙ. Ихлас нәсихәттәрҙән Аллаһ айырмаһын.
Әммә ғилем эстәү юлында ҡайһы бер ҡараштар һәм динде аңлау кимәле үҙгәрергә, алмашынырға, бер бит ябылып, икенсе яңы бит асылырға мөмкин. Әле лә – яңы юлға аяҡ баҫырға ваҡыт еткән мәл, ин шәә Аллаһ, ә был элекке һуҡмаҡ иһә ошонда туҡтаһын.
Артабанғы эштәр өсөн яңы канал асыла, һәм уның иң төп айырмаһы шул: фиҡһ йәһәтенән хәнбәли мәҙһәбе юҫыҡ итеп алынасаҡ, хәнәфи мәҙһәбе түгел (бүтән икенсел айырмалар ҙа бар, улары яңы каналда бәйән ителер, ин шәә Аллаһ).
Төп бурыс: бөгөнгө Башҡортостан мосолмандарының аҡидаһын һәм мәнһәжен төҙәтеү һәм нығытыу (шунан Аллаһ беҙгә сығыу юлдарын бирәсәк һәм беҙҙе ошо ерҙә хужа итәсәк, бөтә ҡалған юлдар иһә – бары алдаҡ һәм һәләкәт).
Яңы канал ябыҡ низамда эшләй. Кем ҡушылырға теләй – ғариза ебәрһен:
🔘 Ғариза бирергә
Ә кемдәр менән ошо урында хушлашырға тура килә – әлегәсә бергә булғанығыҙ өсөн бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт, Аллаһ Тәғәлә һеҙҙе лә, беҙҙе лә иманда, именлектә һәм изгелектә һаҡлаһын, бөтәбеҙгә лә күп яҡшы эштәр насип итһен һәм Йәннәттә беҙҙе йыйһын!
Әмин.
Ихтирам менән: t.me/dinigilem
| 2 | ✍ Кафыр китаптарынан файҙа
Һорау: Аллен Карр тигән кешенең "Как легко бросить курить" тигән китабы ниңә тәмәкене ташлай алмағанды аңлата. Ә аңлаған кешегә был насар ғәҙәтте ташлауы еңел булыр, ин шәә Аллаһ. "Некурящие не курят только по милости Господа", тип яҙылған ине бер урынында хатта. Шуны ҡәрҙәштәргә тәҡдим итергә мөмкинме? Икенсе дин кешеһе аша килгән өсөн генә Аллаһ Тәғәлә биргән ярҙамдан баш тартырға ярамайҙыр бит?
Яуап: Аллаһ тураһында әйткәне – тап шулай. "Мин тартмайым да, эсмәйем дә", – тигән саҡта күңелдә маһайыу һәм тәкәбберлек уянырға тейеш түгел. Фәҡәт Аллаһ теләгәнгә генә һин тартмайһың да, эсмәйһең дә – шуны оноторға ярамай.
Сәләмәтлек, кәсеп, фән, төҙөлөш, һуғыш, баҡсасылыҡ һәм башҡа шундай донъяуи ғилемдәрҙә кафырҙарҙың асыштарын һәм уңышлы тәжрибәләрен өйрәнеүҙә һәм ҡулланыуҙа насарлыҡ юҡ, ин шәә Аллаһ (ләкин ул китаптарҙа аҙашыуға, ялған диндәргә өндәү булмаһын, шул).
Тәмәкене нисек ташларға өйрәтеүсе яҡшы, файҙалы ҡулланмалар бар икән – уларҙың әүәлмәндәре (авторҙары) кафыр булһа ла – мосолмандарға тәҡдим итергә мөмкин. Әлбиттә, мосолман ғалимдары яҙғанды таба алһағыҙ, күпкә яҡшыраҡ инде. Ундайҙар ҙа булырға тейеш ине.
Әммә ҡыҫҡа яуап – эйе, мөмкин.
Ә Аллаһ Тәғәлә яҡшыраҡ белә.
#һорауяуап #китап #мәнһәж
© t.me/dinigilem | 495 |
| 3 | 📶 Аҙашҡан ағымдар һәм ихтирам
❓ ШӨБҺӘ: Пәйғәмбәр ﷺ был өммәттең 73 ағымға айырымланасағы тураһында хәбәр иткән. Ләкин ошо хәҙискә бәғзе берәүҙәр: "Ул ағым-фирҡәләрҙең һәр береһенең үҙ ҡарашы, үҙ фекере бар, һәм беҙ уларҙың ҡараштарын ихтирам итергә тейеш", – ти. Шуға ни әйтерһегеҙ?
❗️ ЯУАП: Юҡ, был хәҙис – Аллаһ рәсүленең ﷺ бүленешеүҙе хуплауы түгел. Киреһенсә, был – бүленешеүҙе ғәйепләү һәм, ошо хәл тормошҡа аша ҡалһа, дөрөҫ юлға ныҡлап йәбешергә васыят итеү. Ул ﷺ: "Һәр ағым-фирҡә үҙ фекерендә йөрөһөн", – тимәгән. Бөгөн иһә бәғзе берәүҙәр: "Һәр ағым икенсе ағымға аҡлау тапһын, бер-береһендә ғәйеп эҙләмәһен", – ти. Юҡ, кем хата юлда, беҙ уларға аҡлау тапмайбыҙ, ә уларҙы берҙән-бер хаҡ юлға ҡайтырға саҡырабыҙ. Аллаһ рәсүле ﷺ үҙенең ул хәҙисендә маҡсат иткән нәмә бына ошо.
Ниндәй генә ихтилафтар, бүленешеүҙәр, айырымланыуҙар булмаһын, беҙ уларҙы Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре тотҡан дингә ҡайтарырға һәм уларҙың (Пәйғәмбәрҙең ﷺ һәм сәхәбәләрҙең) юлына ныҡ итеп йәбешергә тейеш. Сөнки Аллаһ Тәғәлә шулай тигән:
📖 "Әгәр һеҙ берәй нәмәлә һүҙ көрәштерһәгеҙ, уны Аллаһҡа һәм Рәсүлгә ҡайтарығыҙ – әгәр Аллаһҡа һәм Ҡиәмәт көнөнә ышаныусыларҙан булһағыҙ" (Ҡөрьән, 4:59).
"Бүтән ағымдарҙың ҡараштарын һәм фекерҙәрен ихтирам итәйек", – тиеүселәргә килгәндә, уларҙың һүҙе – ялған. Ихтирамға лайыҡ берҙән-бер юл – хаҡ юл, Сөннәт юлы. Аҙашыуҙар һәм аҙашыусылар иһә хөрмәт ителмәй. Киреһенсә, уларҙың хаталы булыуҙары аңлатыла, шөбһәләре кире ҡағыла һәм кешеләр уларҙан иҫкәртелә. Юғиһә, һәр кем үҙ хатаһында ҡалһа (аҙашҡандарҙы берәү ҙә фаш итмәһә һәм тыймаһа), бөтә өммәт һәләк буласаҡ.
📚 Салих ибн Фәүзән әл-Фәүзән, "әл-Иджәбәт әл-Фәсыләһ ғәләш-Шүбүһәт әл-Хәсыләһ" (31-се шөбһә).
📎 Ниңә мосолмандар күмәк төркөмдәргә бүленгән?
📎 Кем ул "ҡотолоусы төркөм"?
#инҡар #мәнһәж #хәҙис
© t.me/dinigilem | 453 |
| 4 | ✍ Мәйеттәр
Ҡыҫҡа икән әҙәм балаһының
Йәшәү менән үлем араһы,
Йөрәктәрҙе ярып, зыяратта
Бара бөгөн ерләү сараһы.
Оҙатырға бик күп кеше килгән,
Аптырарлыҡ халыҡ һанына,
Айырылыу ауыр, ергә күмеү –
Өҙгөләнә йөрәк, һағына.
Ләкин күптәр шундай сарала ла
Ҡыҙыҡ һөйләп, күңелен аса.
Ә мәйеттәр, ишетһә лә, көлмәй –
Улар бары доғаға "астар".
Шат һөйләшеү һаман дауам итә,
Биг(е)рәк ҡыҙыҡ, шундай күңелле...
Зыяратта күңел асҡандарҙың
Үҙ йәндәре үле түгелме?
Мәйеттәрҙе һуҡыр, хисһеҙ, тибеҙ,
Ысынында, беҙ ул – һуҡырҙар.
Иртәгәһен, кәфендәргә төрөп,
Беҙгә лә бит намаҙ уҡырҙар.
Уйлайбыҙ ҙа, ҡыҫҡа йылдарыбыҙ
Һуҙылыр, тип, оҙон-оҙаҡҡа,
Ҡәберҙәргә ҡарап йәштәр сыҡмай,
Күңелебеҙ бикле йоҙаҡҡа.
Мәйеттәрҙең үҙ тормошо ҡайнай,
Үле түгел улар, ә иҫән.
Беҙҙең йәндәр генә бер ни тоймай,
Сөнки унда һалҡын ел иҫә.
Берәй мәйет, хәлебеҙҙе күрһә,
Әйтер ине: "Эй һеҙ, йүләрҙәр!
Миңә ҡарап ғибрәт алһағыҙсы,
Һеҙҙе лә бит шулай күмерҙәр!
Уянығыҙ инде! Айығығыҙ!
Күпме була иҫһеҙ йоҡларға?!
Ҡәҙерле һәм ҡыҫҡа бер ғүмерҙе
Түгәгеҙ бит һаман юҡ-барға!.."
Ул һүҙҙәрҙе ҡолаҡ ишетһә лә,
Ишетмәҫ шул кеше аҡылы.
Аңламай ул, хатта теләмәй ҙә –
Кәртә ята унда арҡыры.
Дөрөҫлөктә, хәлдәребеҙ ауыр,
Тик алмағыҙ бер үк ғәйепкә –
Динде ташлап, донъя ҡыуыу беҙҙе
Әйләндерҙе тере мәйеткә...
📝 Артур Ғәбдүллаһ
#шиғыр
© t.me/dinigilem | 519 |
| 5 | ✍️ Аҙанды ҡайҙан әйтергә?
Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм. Шундай һорау килеп сыҡты. Мәсеткә аҙан әйтер өсөн аппаратура алып ҡуйҙыҡ. Рупорҙарҙы манараға урынлаштырҙыҡ. Әммә имам аҙан әйтеү өсөн микрофонды мәсет эсенә ҡуйҙыртмай. Ҡыйыҡҡа ҡуйып, шунда менеп әйтергә, ти. Сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ осоронда сәхәбәләр гел бейек урынға менеп әйткәндәр, ти. Шуға асыҡлыҡ индерһәгеҙ ине.
Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!
Аҙанды бейек урынға менеп әйтеүҙең маҡсаты – аҙанды мөмкин тиклем күберәк кешегә ишеттереү.
Әгәр рупор манараға йә ҡыйыҡ башына (йә ниндәй ҙә булһа бүтән бейек урынға) ҡуйылған икән, аҙанды микрофон аша аҫтан тороп та ҡысҡырырға була, сөнки рупор бында үҙ эшен үтәй – аҙан тауышы йыраҡҡа тарала. Аҙансыға иһә рупорҙың эргәһенә менеп баҫырға ихтыяж юҡ.
Әгәр ут булмау арҡаһындамы йәки бүтән берәй сәбәп менән йә рупор, йә тауыш көсәйткес, йә микрофон эшләмәһә, аҙансы (мәзин) аҙанды бейек урынға үҙе менеп ҡысҡырырға тейеш, быныһы дөрөҫ. Ундай осраҡтарҙа мәсет эсендә генә (микрофонһыҙ) аҙан әйтмәйҙәр.
Шуға күрә манараларҙы һәр ваҡыт таҙа, төҙөк һәм тәртипле тоторға тырышығыҙ. Бер-бер хәл була ҡалһа, мәзин еңел генә өҫкә менеп китерлек булһын.
Һеҙҙең осраҡҡа килгәндә, имамығыҙ артыҡ ҡатмарлаштыра. Донъяла нисәмә мәсет булып, берәү ҙә микрофоны менән ҡуша манараға йә ҡыйыҡҡа менеп йөрөмәй (Мәккәлә лә, Мәҙинәлә лә, Мысырҙа ла, Төркиәлә лә – бер ҡайҙа ла). Һәм беҙ белгән ҙур ғалимдарҙан берәү ҙә ундай фәтүә бирмәгән.
Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
📎 Аҙандың дәрәжәһе
📎 Аҙан әҙәптәре
#һорауяуап #аҙан #мәсет
© t.me/dinigilem | 449 |
| 6 | ✍️ Көсөктәрҙе ни эшләтергә?
Һорау: "Эткә (йәки бесәйгә) стерилизация эшләтергә ярамай, ә яңы тыуған һәм әле күҙен асмаған көсөктәрҙе, әгәр тарата алмаһаң, батырыуҙа гонаһ юҡ", тигән һүҙҙәрҙе аңлатып үтегеҙ.
Яуап: "Яңы тыуған көсөктәрҙе һәм бесәй балаларын батырыуҙа гонаһ юҡ", – тип бәғерһеҙ берәй кеше генә әйтә алғандыр. Һүҙ юҡ.
Кешеләргә һәм хужалыҡтарға зыян килтергән эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе генә үлтерергә ярай (бүтән саралар ҡалмаһа). Көсөктәрҙе иһә кешеләр буйлап таратып сығығыҙ. Әгәр таратыу мәшәҡәт икән, инә эт, инә бесәйҙәр тотмағыҙ. Әммә балаларын үлтерергә ярамай, гонаһ.
Шулай уҡ, әгәр хайуанға был ыҙалыҡ йә зарар килтермәһә, түлһеҙләндереү (стерилизация) эшләтергә йә уларҙы бестерергә мөмкин, тигән ҡайһы бер ғалимдар (хайуандар ныҡ артып китеп, уларҙан хәүеф янай башлаһа, мәҫәлән).
Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
📎 Хайуандарҙы бестерергә яраймы?
📎 Үрмәксене үлтерергә яраймы?
#һорауяуап #хайуандар #көнкүреш
© t.me/dinigilem | 491 |
| 7 | 🤲 "Нәс" сүрәһенең тәфсире
📖 "Кешеләрҙең Раббыһына һыйынам, – тип әйт, – кешеләрҙең Батшаһына, кешеләрҙең Илаһына! Ҡотҡо һалған сигенеүсенең (шайтандың) зарарынан – ул кешеләрҙең күкрәктәре эсендә шыбырлай, үҙе йә ен, йә кешеләр араһынан" (Ҡөрьән, 114:1-6).
﴿ قُلۡ أَعُوذُ بِرَبِّ ٱلنَّاسِ • مَلِكِ ٱلنَّاسِ • إِلـٰهِ ٱلنَّاسِ • مِن شَرِّ ٱلۡوَسۡوَاسِ ٱلۡخَنَّاسِ • ٱلَّذِى يُوَسۡوِسُ فِى صُدُورِ ٱلنَّاسِ • مِنَ ٱلۡجِنَّةِ وَٱلنَّاسِ ﴾
➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖
📖 "Был сүрәлә кешеләрҙең Раббыһына, Батшаһына һәм Илаһына (Аллаһҡа) бөтә насарлыҡтарҙың нигеҙе (матдәһе) һәм сығанағы булған шайтандан һыйыныу тураһында һүҙ. Уның фетнәһенән һәм яуызлыҡтарынан шул: ул кешеләрҙең күкрәктәренә (күңелдәренә) вәсвәсә һала, уларға гонаһлы эштәрҙе матур итеп күрһәтә һәм шул боҙоҡлоҡтарҙы ҡылырға теләкте әүҙемләштерә, ә изге ғәмәлдәрҙән иһә тотҡарлай һәм уларҙы бүтән сүрәттә (йә насар итеп, йә ҡыйын, урынһыҙ итеп) күрһәтә. Һәм был уның даими хәле – ҡотҡо һала һәм сигенә. "Сигенеүсе" – йәғни, әгәр ҡол үҙенең Раббыһын иҫкә алып, Унан шайтанға ҡаршы ярҙам һораһа, шайтан артҡа сигенә һәм вәсвәсәләүен ҡалдыра.
Шуға күрә кеше һәр ваҡыт Аллаһҡа һыйынырға, Унан ярҙам һорарға, Уға таянырға тейеш. Сөнки Аллаһ – бөтә кешеләрҙең дә һәм бөтә мәхлүктәрҙең дә Раббыһы һәм Батшаһы, бөтә бар ителгән нәмәләр – Уның хужалығы, Уның батшалығы эсендә, һәм Ул һәр йән эйәһенең маңлай сәсенән тотҡан (бөтәһе лә тулыһынса Уға буйһона һәм Уның ихтыярынан тыш бер ни эшләй алмайҙар, шул иҫәптән – шайтан да).
Һәм сөнки Аллаһ – кешеләрҙең Илаһы, кеше тап Уға табынып, Уға ғына ғибәҙәт ҡылып йәшәр өсөн бар ителгән. Ләкин ул маҡсатҡа, кешегә дошман булыусы шайтандың зарарҙарынан һыйыныу тапмайынса, ирешеп булмай. Сөнки шайтан кешене Аллаһҡа табыныуҙан айырырға, уның менән ғибәҙәт араһына кәртә ҡуйырға һәм, үҙенең фирҡәһенә индереп, уны Ут (Тамуҡ) әһеле итергә теләй, шайтандың бөтә маҡсаты шул.
Һәм ул вәсвәсә ҡылыусы, күңелдәргә шөбһә һалыусы, гонаһ эшкә ҡотортоусы һәм аҙҙырыусы шайтандар, нисек ендәр затынан була алған кеүек, кеше затынан да булырға мөмкин. Шуға күрә лә Аллаһ: "Үҙе йә ен, йә кешеләр араһынан", – ти".
📚 Ғәбдер-Рахмән әс-Сәғди, "Тәйсир әл-Кәрим әр-Рахмән", 114:1-6.
📎 "Нәс" сүрәһе (башҡортса)
#ҡөрьән #тәфсир #тәфсир_сәғди
© t.me/dinigilem | 448 |
| 8 | No text... | 451 |
| 9 | ✍ Ярҙам итеп ебәрергә теләүселәр өсөн:
2200 7019 1731 0150 (ФФ)
Bybit: 103352393 (usdt)
ДжәзәкүмүЛлаһү хайран 🤝 | 89 |
| 10 | ✍ Намаҙға бәйле ҡайһы бер һорауҙар (4)
1) Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ, мин завод эсендә намаҙ уҡыр өсөн палатка һымаҡ бер ҡулайлама эшләп алдым, намаҙҙы шунда уҡыйым. Тик нисектер йәшенеп уҡыған һымаҡ, улай яраймы икән?
Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!
Ярай, әлбиттә. Намаҙҙы ниндәйҙер сәбәптәр менән йәшерен уҡыуҙа һис насарлыҡ юҡ. Ундағы ҡалған мосолман ҡәрҙәштәрегеҙҙән ҡасып йөрөмәһәгеҙ, маҡсатлы рәүештә уларҙан йәшеренеп уҡымаһағыҙ – шул ғына. Бүтәндәрҙең иһә һеҙҙә ҡайғыһы булмаһын.
➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖
2) Һорау: Намаҙ уҡыған ир кеше намаҙ уҡымаған, әммә үҙ милләтенән булған ҡатынға өйләнә аламы?
Яуап: Әгәр ҡатын намаҙ уҡый башларға һүҙ бирһә, өйләнә ала, ин шәә Аллаһ.
➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖
3) Һорау: Намаҙҙы ваҡытында уҡыу – ул сәғәте-минуты менән күрһәтелгән тәғәйен генә ваҡытта уҡыумы? Әллә ике фарыз намаҙ араһындағы үҙеңә уңайлы берәй икенсе ваҡытта уҡырға ла яраймы?
Яуап: Ғөмүмән алғанда, һәр бер фарыз намаҙҙың ваҡыты үҙенән һуң килгән артабанғы фарыз намаҙҙың ваҡыты ингәнсегә тиклем дауам итә (иртәнге намаҙҙан башҡа, уның ваҡыты – ҡояш ҡалҡҡансыға тиклем). Һәм ошо ваҡыт эсендә ул намаҙҙы нисек тә булһа уҡып өлгөрөргә кәрәк, ваҡытының башында булһа ла, башында килеп сыҡмаһа – уртаһында йә аҙағында булһа ла.
Әммә ни тиклем иртәрәк уҡыһаң, шул тиклем яҡшыраҡ (сауаплыраҡ).
Намаҙҙарҙы гел ваҡытының аҙағында уҡырға ғәҙәт итеү иһә – монафиҡлыҡ сифаты, Аллаһ бынан һаҡлаһын.
➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖
4) Һорау: Тәсбих тартҡандағы доғаларҙы яҙығыҙ әле.
Яуап: Әгәр намаҙҙан һуң ҡылынған тәсбих тураһында һораһағыҙ, улар:
– "Сүбхәәнә-Ллаһ" (33 тапҡыр),
– "Әлхәмдү ли-Лләһ" (33 тапҡыр),
– "Аллааһү әкбәр" (33 тапҡыр).
Мәғәнәләре: "Аллаһ (бөтә кәмселектәрҙән) пак", "бөтә маҡтауҙар Аллаһҡа", "Аллаһ иң бөйөгө".
➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖
5) Һорау: Хәйерле көн. Мин – яңы намаҙға өйрәнеп килеүсе генә әле. Намаҙҙың рәтен бик белеп бөтмәйем, намаҙҙы китапҡа ҡарап уҡыйым, ҡайһы саҡта яңылышам. Намаҙҙағы хаталарҙы төҙәтер (юйыр) өсөн, "нәфел намаҙҙары" уҡырға кәрәк, тиелгән. Ул "нәфел" тигән намаҙҙар нисек һәм ҡасан уҡыла?
Яуап: Хәйерле көн.
"Нәфел намаҙы" тип ирекле өҫтәмә намаҙҙарҙы әйтәләр. Улар ике рәкәғәт итеп уҡыла, һәм тәртиптәре – иртәнге ике рәкәғәтлек намаҙҙың тәртибе кеүек, бер нәмәһе менән дә айырылмай. Тик, ниәт иткәндә: "Нәфел намаҙы уҡырға ниәт итәм", – тип ниәт итер кәрәк (эстән).
Нәфел намаҙҙарының ваҡыты иркен, тәүлектең ҡайһы ваҡытында булһа ла уҡырға ярай. Ләкин ошо өс тыйылған ваҡыт арауығынан башҡа: 1) иртәнге фарыз намаҙынан һуң – ҡояш ҡалҡҡансыға тиклем; 2) зәүәл (зенит) ваҡытында; 3) икенденең фарыз намаҙынан һуң, ҡасан ҡояш байығансы.
Нәфел намаҙҙарҙың һаны сикләнмәгән, икешәр-икешәр рәкәғәт итеп рәттән бер нисә нәфел намаҙын уҡырға мөмкин.
Ҡайһы ваҡыт "нәфел намаҙҙары" тип сөннәт намаҙҙарын да әйтәләр. Сөннәт намаҙҙарының дәрәжәһе башҡа – ябай нәфел намаҙҙарына ҡарағанда күпкә юғарыраҡ. Һәр фарыз намаҙҙың эргәһендә (алдынан йә артынан) тәғәйен рәкәғәтлек сөннәт намаҙҙары була, тәүҙә шуларға иғтибар итергә саҡырыр инек.
Һеҙҙең намаҙға баҫыуығыҙға ихлас күңелдән ныҡ шатбыҙ. Намаҙ уҡыу – Ожмахҡа индерә торған изге эш. Аллаһ Тәғәлә һеҙҙе ошо юлдан айырмаһын!
#һорауяуап #намаҙ #зикер
© t.me/dinigilem | 745 |
| 11 | ✍ Аҙан мөғжизәһе
Аҙан – Ер йөҙөндә һис ҡасан тынмай яңғыраған саҡырыу. Бер илдәге аҙан тауыштары туҡтап та өлгөрмәй, инде икенселәре аҙан ҡысҡыра башлайҙар. Иртәнге аҙан Ерҙе урап сығып өлгөрмәй, инде тәүге илдәрҙә өйлә аҙаны башланған була. Һәм шулай – ауылдарҙан-ауылдарға, төбәктән-төбәккә, ҡитғанан-ҡитғаға күсеп, изге ауаз кешелекте тәүлек әйләнәһенә бер Раббыға табынырға, намаҙ уҡырға саҡырыуын дауам итә. Хатта һеҙ бына ошоно уҡыған саҡта ла ҡайҙалыр аҙан әйтелә. Һәр ваҡыт. Иҫ киткес бит, эйеме?
#быларҡыҙыҡлы
© t.me/dinigilem | 609 |
| 12 | ✍️ Аҡида һәм логика
🎙 Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм. Теге егет логика тураһында яҙа. "Уйлан, логикаңа таян. Беҙ бит бәләкәй бала түгел, "күҙ йомоп" алданып ултырырға... Кешелә логика булырға тейеш. Ә ваһһабиҙарҙа логика юҡ", – тигән. Логика тураһында аңлатып ебәр әле. Интернетта төрлөсә яҙалар, яҡшылап аңлап етмәнем.
📎 Аллаһтың ҡыҙғаныуын һәм Уның башҡа сифаттарын дөрөҫ аңлау
#һорауяуап #аҡида #мәнһәж
© t.me/dinigilem | 536 |
| 13 | 💝 Бетеү тағыу хөкөмө
❓ ҺОРАУ: Кешенең ҡулына йәки муйынына тағылған һәм бәлә-ҡазанан аралау өсөн тәғәйенләнгән бетеүҙәрҙең хөкөмө ниндәй? Ә әгәр улар Ҡөрьәндән булһа, уларҙың хөкөмө нисек?
❗️ ЯУАП: Шик юҡ, талап ителгәне – ул бөтә ваҡыттарҙа ла кешенең шәриғәттә килгән сараларҙы ҡулланыуы. Мәҫәлән, Сөннәттә килгәнсә, "Көрси" аятын, "Ҡүл һүә-Ллаһү әхәд", "Фәләҡ" менән "Нәс" сүрәләрен һәм башҡаһын уҡыһын.
Әммә уларҙы яҙып, бетеү итеп тағып йөрөтөүгә килгәндә, бында ғалимдар араһында ихтилаф (фекер төрлөлөгө) бар. Берәүҙәре уны рөхсәт иткән һәм Аллаһ Тәғәләнең:
📖 "Беҙ Ҡөрьәндән мөьминдәр өсөн шифа һәм рәхимлек булған нәмәләр төшөрәбеҙ" (Ҡөрьән, 17:82), –
тигән аятының дөйөм мәғәнәһенә таянған. "Аллаһ Ҡөрьәндә шифа бар икәнлеген әйткән, әммә уны ҡулланыу йәһәтенән сикләмәгән. Шуға күрә, әгәр Ҡөрьән нисектер шифа өсөн ҡулланыла икән, бында насарлыҡ юҡ", – тигән улар.
Икенсе яҡ ғалимдар иһә быны тыйған һәм: "Бетеү тағырға рөхсәт ителмәй, хатта ул Ҡөрьәндән булһа ла, сөнки бетеүҙәр тураһында килгән тыйыу – дөйөм тыйыу", – тигәндәр. Һәм, һис шикһеҙ, уларҙы ҡалдырыу (таҡмау) – һаҡлыҡ йәһәтенән (гонаһҡа төшөп китмәү яғынан) яҡшыраҡ. Был – әгәр ул бетеүҙәрҙең ысынлап та Ҡөрьәндән йә иһә рөхсәтле доғаларҙан торғанлығы (икенсе нәмә түгеллеге) билдәле булһа.
Өҫтәүенә, әгәр бетеү Ҡөрьәндән булһа, уға ҡарата ҡәҙерһеҙлек күрһәтелергә мөмкин. Сөнки, уны кескәй балаларға таҡһалар, балалар нәжестән тейешле рәүештә һаҡлана алмай. Ҙурҙар таҡһа, улар ҙа уның менән бәҙрәфкә йә башҡа бысраҡ урындарға инергә мөмкин. Шуға күрә, шик юҡ, ундай бетеүҙәрҙе таҡмау (балаларға ла, ололарға ла) яҡшыраҡ.
Әммә улар хараммы, әллә рөхсәт ителгәндәрме – бының буйынса ғалимдар араһында ихтилаф (фекер айырмалығы) бар: берәүҙәре уларҙы рөхсәт итһә, икенселәре рөхсәт итмәй.
Ә инде эсендә нимә икәнлеге билдәһеҙ булған бетеүҙәргә килгәндә, уларҙы тағыу тулыһынса рөхсәт ителмәгән. Әгәр унда шаҡмаҡтар, өсмөйөштәр, түңәрәктәр, йондоҙҙар һәм башҡаһы төшөрөлгәне билдәле икән – бигерәк тә. Ундайҙарҙы тағыу мотлаҡ рәүештә ярамай (харам). Сөнки улар – тылсым, сихыр бетеүҙәре. Уларҙың эсендә, әгәр асып ҡараһаҡ, ен-шайтан исемдәре һәм улар менән бәйләнешкә индерә торған махсус тамғалар сыймаҡланған. Шуға ундай бетеүҙәрҙе тағырға һис ярамай.
Шулай уҡ, һәр осраған кешене ҡарый, өшкөрөүсе, ауырыуҙарҙан йәки бүтән бәлә-зарарҙан дауалаусы, йә булмаһа бетеү яҙып биреүсе тип ышанып ҡабул итергә ашыҡмағыҙ. Сөнки беҙ уларҙың артында нимә йәшеренгәнен белмәйбеҙ.
🎙 Мөхәммәт әл-Ғүҫәймин шәйех
Сығанаҡ
#фәтүә #бетеү #өшкөрөү
© t.me/dinigilem | 547 |
| 14 | ✍ Ҡатын-ҡыҙҙар мәжлесе
Һорау: Ҡөрьән ашы мәжлестәрендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙҙәре генә Ҡөрьән уҡып, үҙҙәре генә доға ҡылыуы модаға кереп китте. Элек уҡымышлы муллалар, ҡатындарҙың Ҡөрьән уҡыуы дөрөҫ түгел, уның сауабын мәрхүмдәргә бағышлап булмай, тип әйтәләр ине. Мулла булмағанда абыстай уҡыһа, ул үҙенең уң яғына алты йәше тулмаған ир бала ултыртһын, тип өйрәтәләр ине.
Яуап: 1) Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре генә Ҡөрьән мәжлесенә йә ниндәй ҙә булһа бүтән ашҡа йыйыла ала. Бының бер гонаһы ла юҡ.
2) Ҡатын-ҡыҙҙарға сит ирҙәр алдында Ҡөрьән уҡырға ярамай (элекке муллалар, моғайын, шул турала әйткәндер). Әммә үҙҙәре генә ҡалһалар, бер сит ир-егет тә уларҙы ишетмәһә, Ҡөрьәнде тауыш менән уҡый алалар.
3) Ҡатын-ҡыҙҙар мәжлесендә мотлаҡ берәй ир бала (сабый) ултырырға тейеш, тигән талап юҡ диндә.
Бәлки, алты йәшкә тиклемге ир бала алдында ҡатын-ҡыҙ Ҡөрьән уҡый ала, тип әйтергә теләгәндәрҙер (был дөрөҫ, сөнки бәләкәй малайҙарға ҡатын-ҡыҙ тауышынан фетнә янамай, ҡурҡыныс түгел).
Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
#һорауяуап #ҡатынҡыҙ #мәжлес
© "Башҡорттарға – дин!" | 566 |
| 15 | 🕋 Аллаһтың беҙгә өндәшеүе
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең бер ҡудси хәҙисендә Аллаһ Тәғәләнең беҙгә әйткән шундай һүҙҙәрен еткерә:
🌟 "Эй Әҙәм балаһы! Миңә доға ҡылып, Миңә өмөт бағлап тораһың икән, нимәләр генә эшләһәң дә, Мин һине ғәфү итермен, был Миңә бер ни түгел. Эй Әҙәм балаһы! Гонаһтарың һауалағы болоттарға барып етеп тә, ләкин Минән ярлыҡау һорайһың икән, Мин һине ғәфү итермен, был Миңә бер ни түгел. Эй Әҙәм балаһы! Миңә Ер эсен тултырырлыҡ хаталар менән килеп тә, ләкин ширек гонаһын ҡылмаған хәлдә Мине осратҡанһың икән, Мин дә һине шул ҡәҙәрле (Ер эсен тултырырлыҡ) ярлыҡау менән ҡаршы аласаҡмын!"
يا ابنَ آدمَ إنك ما دعَوتَني و رجَوتَني غفَرتُ لك على ما كان فيك و لا أُبالي، يا ابنَ آدمَ لو بلغَتْ ذنوبُك عَنانَ السماءِ ثمَّ استغفرتَني غفَرتُ لك و لا أُبالي، يا ابنَ آدمَ إنك لو أتيتَني بقُرابِ الأرضِ خطايا ثمَّ لقِيتَني لا تُشرِكُ بي شيئًا لأتيتُك بقُرابِها مغفِرةً
📚 әт-Тирмиҙи, "Сүнән" (3540), Әхмәт, "Мүснәд" (13493), сахих хәҙис (ҡара: әл-Әлбәни, "Сахих әт-Тирмиҙи", 3540).
📎 Ни бары тәүге аҙым эшлә
#хәҙис #тәзкиә #Аллаһ
© t.me/dinigilem | 467 |
| 16 | ✍ "Күрем осоронда ҡатын-ҡыҙ бысраҡ һанала һәм шуға күрә аш-һыу тирәһенән ситләтелә", – тигән юлдарҙы аңлатырға кәрәктер, тием. Бындай ҡараш (күреме килгән ҡатын-ҡыҙҙы тамаҡ бешереүгә яҡынайтмау) – суфыйҙарҙан алынған дин, Исламда ундай нәмә бөтөнләй юҡ.
Суфыйҙарҙың ышаныуҙарынса, күрем осоронда ҡатын-ҡыҙ "бысраҡ энергия" бүлеп сығара, һәм шул "бысрағы" тамаҡ аша ирҙәрҙең йөрәген дә (уҡы: иманын) бысратырға мөмкин, йәнәһе. Был турала уларҙың китаптарында яҙылған, үҙем дә суфыйҙарҙан шәхсән ишеткәнем булды.
Әммә элекке башҡорттарҙа бындай ышаныуҙарҙың ни тиклем таралған булыуы миңә шәхсән әлегә билдәһеҙ. Бәлки, бәғзе ауылдарҙа ғына (мәҫәлән, суфыйсылыҡ көслө булған урындарҙа) шулай эшләгәндәрҙер, йә иһә бөтә халыҡ шуға ышанғандыр – был да бик мөмкин.
Ләкин Аллаһ беҙгә ундай дин ебәрмәгән, Пәйғәмбәребеҙ ҙә ﷺ ундай нәмәләргә беҙҙе саҡырмаған. Киреһенсә, күреме килгән ҡатын-ҡыҙҙы аш-һыу тирәһенә яҡынайтмау – ул йәһүдиҙәрҙең сөннәте, ә Аллаһ Тәғәлә иһә уларҙың сөннәтен кире ҡаҡҡан, юҡҡа сығарған (ҡара, мәҫәлән: Ибн Кәҫир, "Тәфсир", 2:222).
Күреме килгән ҡатын-ҡыҙ, эйе, намаҙ уҡымай, ураҙа тотмай, мәсеткә инмәй, Ҡөрьән уҡымай һәм яҡынлыҡ ҡылмай. Әммә бөтә ҡалған яҡтан ул шул уҡ таҙа мөслимә булып ҡала. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең күреме килгән ҡатындары менән бергә бер һауыттан ашаған, эскән, улар менән бергә йоҡлаған (енси яҡынлыҡһыҙ), яратышҡан һәм башҡаһы. Ер йөҙөндәге иң-иң тәҡүәле, кешелек тарихындағы иң-иң изге кеше үҙе шулай эшләгәс, унан да "тәҡүәлерәк" булып маташыу һәм шул һылтау менән күремле ҡатындарҙы тамаҡ тирәһенән ситләтеү – күрәләтә аҙашыу һәм ялған юл ул, шайтан хәйләһенә алданмағыҙ. Ундай аҙашыуҙар төҙәтелергә тейеш.
Ә динде дөрөҫ аңлау – тик Аллаһтан.
#ҡатынҡыҙ #күрем #суфыйсылыҡ
© t.me/dinigilem | 551 |
| 17 | 📝 "У башкир не только запрещается бить жену, но не дозволяется даже грубо обходиться с нею. Если башкир грубо обходится со своей женой, то она может просить развода, обратиться за помощью к своим родным или к мулле. Она не подвергается никаким грубым насилиям со стороны семейных. С другой стороны, и жена должна угождать мужу, ухаживать за ним, не грубить и т.д.
Всё хозяйство лежит на жене, и муж мало вмешивается в это дело. Небольсин говорит, что в продолжение целого лета у женщины только и работы, что ухаживать за кобылами и коровами, смотреть за приготовлением кумыса, бить масло да готовить курут. В летнее страдное время работы, конечно, прибавляется. Зимой женщины занимаются шитьём, валяньем шерсти для сукна, иногда – вышиванием и т.д. По наблюдениям Небольсина, во время менструации труд женщин облегчается. Во время этого периода она считается безусловно нечистой, а потому устраняется от приготовления пищи, для чего муж, если у него нет второй жены, приглашает кого-нибудь из близких лиц.
Положение башкирской женщины в семье, пожалуй, лучше положения русской. Семейная жизнь башкиров протекает тихо и мирно, без особых ссор и тем более драк со стороны мужа. Причину этому нужно видеть в отсутствии пьянства среди башкир.
Измена жены – случай чрезвычайно редкий, а если это случится, то дело всегда кончается разводом. Башкирские женщины отличаются вообще строгим целомудрием.
Такое тихое и мирное течение семейной жизни идёт, однако, только до тех пор, пока у башкира одна жена. Но раз он берёт вторую жену, картина меняется: между жёнами начинается взаимная вражда, ссоры, которые, впрочем, большей частью происходят в отсутствие мужа. При нём же жёны ни одним словом, ни взглядом не обнаружат своих отношений. Равноправными в хозяйстве они никогда не могут быть. По словам Назарова, муж сам назначает одну из них главной (в редких случаях таковой бывает старшая из жён). Наиболее любимой он вручает ключи от ящиков, она распоряжается всеми и ей должны подчиняться все младшие в семье.
Пожилые женщины пользуются у башкир уважением не только в семье, но и в обществе, им оказывается всякий почёт. Дети, хотя они и взрослые, относятся к матери с уважением. Со старыми женщинами часто совещаются в семье, и голос их имеет иногда даже решающее значение".
📚 Д.П. Никольский, "Башкиры", 1899.
📎 "Далее, к положительным качествам башкир нужно отнести их доброту..."
#әҙәбиәт #ғаилә #ҡатынҡыҙ
© t.me/dinigilem | 500 |
| 18 | ✍️ Аҡсаға бәйле ҡайһы бер һорауҙар (1)
1) Һорау: Йәшәргә урыны юҡ кеше кредит алып, шул аҡсаға өй йә фатир һатып алһа, йә ипотекаға торлаҡ алһа, был да гонаһ буламы?
Яуап: Кредит йә ипотека буйынса түләй алырлыҡ кешенең, тимәк, ҡуртымға (урыҫса – арендаға) түләргә лә аҡсаһы бар. Һәм ул шулай ҡуртымға фатир йә өй алып, ҡуртым өсөн түләп йәшәргә тейеш тә. Әммә кредитҡа йә ипотекаға торлаҡ алырға ҡәтғи рәүештә ярамай (харам).
Йә махсус мосолман ойошмаларынан торлаҡты бүлеп түләүгә һатып алһын.
➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖
2) Һорау: Пенсия кәртендә йыйылып ятҡан аҡсаға банк процент өҫтәп түләй, уны бүләк итеп ҡабул итергәме икән? Уны беҙ ҡуллана алабыҙмы? Шуның шартын белмәйем.
Яуап: Беренсенән, аҡсаны банкыға процент өҫтәлмәҫлек итеп һалырға мөмкин тиклем саралар күрегеҙ (ҡайһы бер банкыларҙа "хәләл" иҫәп асыу ҡаралырға мөмкин, шул турала ла һорашығыҙ). Бәлки, банкыларҙан башҡа ла аҡса һаҡлау урындары барҙыр.
Әммә, әгәр бер нисек тә (бер нисек тә!) процент йыйылыуҙан ҡотолоп булмай икән, ул өҫтәлгән проценттарҙы ҡайҙа булһа ла күсерегеҙ (берәй ярҙам кәрәк булған ергә, мәҫәлән). Әммә үҙегеҙ өсөн дә, туғандарығыҙ йә яҡындарығыҙ өсөн дә тотонмағыҙ. Ул өҫтәлгән проценттар – харам милек (мәҫәлән, араҡы һатыуҙан килгән аҡса кеүек). Йәғни, тотоноуға ла, зәкәт-саҙаҡа итеп биреүгә лә, мәсеттәр төҙөү һәм башҡаһы өсөн дә яраҡһыҙ.
Ә тәүфиҡ һәм һиҙәйәт – Аллаһтан.
➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖
3) Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм. Мин йөрөп уҡыйым, миңә "Алға" кәртен ҡуланнырға яраймы? Кәртте 100 һумға һатып алаһың да, махсус ҡушымта аша шул кәрт эсенә үҙеңә күпме кәрәк, шунса аҡса һалып, автобуста йөрөгәндә, 41 һум урынына шул кәрт менән 34 һум түләйһең.
Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ.
Әгәр бөтәһе лә тап һеҙ әйткәнсә икән – ҡулланырға ярай, ин шәә Аллаһ.
➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖
4) Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ. Бер кредит алыу нисә зинаға (уйнашҡа) тиң?
Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!
Пәйғәмбәр ﷺ әйткән сахих хәҙистән белеүебеҙсә, рибә (процент) юлы аша алынған бер дирһәм (йәғни, беҙҙеңсә әйтһәк, бер тин) ул утыҙ алты фәхишә ҡатын менән зина ҡылыуға тиң, Аллаһ һаҡлаһын. Ә хәҙерге 10-20 мең һумлыҡ кредиттарҙың нисә зинаға тиң булыуын бер Аллаһ Үҙе генә белә. Иннә лиЛләһи үә иннә иләйһи раджиғүн.
➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖
5) Һорау: Һаумыһығыҙ, дәүләттән үҙ эшеңде асыр өсөн финанс ярҙамы алырға яраймы икән?
Яуап: Эйе, дәүләттән үҙ эшеңде асыр өсөн аҡсалата ярҙам алырға ярай. Тик ул ярҙам, беренсенән, рибә (проценттар) менән бәйле булырға тейеш түгел. Йәғни, әгәр кире ҡайтарырға тура килә ҡалһа, һеҙ уны арттырып ҡайтарырға тейеш түгелһегеҙ (килешеүҙә ундай шарт бөтөнләй булмаһын, тикшерегеҙ).
Икенсенән, уны юллар өсөн ниндәйҙер мутлыҡ, ришүәт, документтарҙы үҙгәртеп яҙыу кеүек эштәр эшләнергә тейеш түгел. Йәғни, бөтә нәмә таҙа, ғәҙел, дөрөҫ ысул менән башҡарылһын. Аҡса алыр өсөн Аллаһ алдында гонаһтарға төшмәгеҙ.
Ризыҡ та, бәрәкәт тә – тик Аллаһтан.
📎 Кредит кәрте тураһында
📎 Хөкүмәттән балалар өсөн аҡса алыу
📎 Кемдәрҙең доғаһы ҡабул булмай?
#һорауяуап #көнкүреш #рибә
© t.me/dinigilem | 505 |
| 19 | 🔚 Ҡөрьән яҙылған бетеүҙәр яраймы?
Бетеүҙәр ике төрлө була: Ҡөрьән-Кәрим аяттарынан торғандары һәм башҡа нәмәләрҙән торғандары.
Ҡайһы бер сәләфтәрҙән балаларҙың муйындарына йәки ҡулдарына Ҡөрьән аяттарынан бетеү тағырға рөхсәт итеүҙәре риүәйәт ителә. Мәҫәлән, Ғата, Мөхәммәт әл-Бәҡир, Әхмәт ибн Хәнбәл һәм башҡа имамдарҙан шундай риүәйәттәр бар. Шулай уҡ, Ислам шәйехе Ибн Тәймиә, Ибн әл-Ҡаййим, Ибн Хәжәр әл-Ғәсҡаләни кеүек ғалимдар ҙа, әгәр бетеү Ҡөрьән-Кәримдән икән, бында насарлыҡ юҡ, тигәндәр. Бигерәк тә – әгәр ул балаларға тағылған булһа.
Быға дәлил Ғәбдүллаһ ибн Ғәмр, мөьминдәрҙең әсәһе Ғәйшә бинт Әби Бәкр кеүек сәхәбәләрҙән килгән (Аллаһ уларҙан риза булһын). Мәҫәлән, Ғәбдүллаһ ибн Ғәмр сәхәбә үҙенең доға уҡый белмәгән балаларына доғаны бетеү итеп тағыр булған. Шуға күрә сәләфтәрҙең ҡайһы берҙәре Ҡөрьән аяттарынан һәм доғаларынан торған бетеүҙәрҙе рөхсәтле эш тип тапҡан да.
Икенсе фекер иһә – ундай бетеүҙәрҙең тыйылған булыуы. Был Ғәбдүллаһ ибн Мәсғүт сәхәбәнән (Аллаһ унан риза булһын) риүәйәт ителгән билдәле фекер. Ибн Мәсғүттең уҡыусылары: әл-Әсүәд, Ғәлҡамә, Мәсруҡ, Ибраһим ән-Нәхағи һәм башҡалар – улар ҙа ошо фекерҙе тотҡан һәм бөтә төр бетеүҙәрҙе – Ҡөрьәндән булһалар ҙа, Ҡөрьәндән булмаһалар ҙа – тулыһынса тыйған.
Сөнки: "Өшкөрөү, бетеүҙәр һәм һөйҙөргөс һалыуҙар – ширек", "Кем үҙенә бетеү таҡҡан, шуның Аллаһ эшен бөтөрмәһен", – тигән кеүек хәҙистәрҙә дөйөм тыйыу килә, тип дәлилләй улар. Һәм был тыйыу эсенә Ҡөрьән-Кәрим аяттарынан булған бетеүҙәрҙе лә, ҡалған бетеүҙәрҙе лә индерәләр.
Шулай уҡ, был тыйыу – насарлыҡҡа илткән юлдарҙы ябыу өсөн, тип аңлата улар. Сөнки: "Был Ҡөрьән аяттарынан торған бетеү", – тип күптәр әйтергә мөмкин, әммә һәр кем дә дөрөҫөн әйтмәй. Һәм ҡайһы бер бетеүҙәрҙе асып ҡараған саҡта, унда, ысынында, аңлашылмаған һүҙҙәр, теләһә ниндәй өсмөйөштәр, сихыр уҡтары, урындары буташтырылған хәрефтәр һәм башҡа һәм башҡа күп нәмәләр табыла. Һис кенә лә Ҡөрьән түгел. Әммә ҡайһы берҙәрендә, эйе, ысынлап та Ҡөрьән булырға ла мөмкин. Ләкин, Ҡөрьәндән булған бетеүҙәрҙе тағырға рөхсәт биреү – ул бүтән төр (йәғни, харам) бетеүҙәрҙе лә тағып йөрөй башлау өсөн ишек асыу, тиҙәр. Был – икенсенән (икенсе дәлил).
Өсөнсөнән, был тыйыу – Ҡөрьәнгә хөрмәтһеҙлек күрһәтелмәһен өсөн, тиҙәр. Бигерәк тә, балалар тарафынан. Сөнки кемдер (мәҫәлән, шул уҡ бала) ул бетеү менән бәҙрәфкә инергә йәки уны төшөрөп ебәрергә, шунан уға аяғы менән баҫырға һәм башҡа шуның кеүек эштәр эшләргә мөмкин. Ә был Ҡөрьәнде түбәнһетеү буласаҡ (Аллаһ һаҡлаһын). Ҡөрьәнде иһә бөйөкләү һәм ҡәҙерләп кенә йөрөтөү тейешле. Ләкин балалар быны аңламай һәм уға (муйынындағы Ҡөрьәнгә) тейешенсә хөрмәт күрһәтмәй.
Дүртенсенән, ҡайһы бер кешеләр, бетеү үҙе файҙа килтерә һәм үҙе зыянды кире ҡаға, тип уйлай башларға мөмкин, тиҙәр. Һәм шул сәбәпле уларҙың йөрәктәре бетеүгә бәйләнә (ә Аллаһҡа түгел).
Ошо дәлилдәргә таянып, икенсе яҡ тыйыу тарафын һайлаған да. Дәғүәт имамдары ла ошо тарафта. Мәҫәлән, Мөхәммәт ибн Ғәбдел-Ваһһап шәйех, Мөхәммәт ибн әл-Ғүҫәймин шәйехебеҙ (Аллаһ Тәғәлә уларға рәхимле булһын) һәм башҡалар тыйыуҙы һайлағандар. Сөнки шулай тәүхид һаҡлаулыраҡ.
🎙 Усман әл-Хамис шәйех
Сығанаҡ
#ҡөрьән #бетеү #тәүхид
© t.me/dinigilem | 411 |
| 20 | 🪢 Бәләнән һаҡланыу йә уны бөтөрөү өсөн йөҙөк йә беләҙек тағыу, еп бәйләү һәм башҡа шундай эштәр – ширек
📖 "Үҙегеҙҙең Аллаһтан тыш доға ҡылған нәмәләрегеҙ тураһында уйланаһығыҙмы һеҙ? Әгәр Аллаһ миңә зарар теләһә, улар был зарарҙан ҡотҡара аласаҡтармы? Ә Аллаһ миңә рәхимлек теләһә, улар Уның рәхимлеген тотҡарларға мөмкинме?!" – тип әйт. "Миңә Аллаһ етә! Тәүәккәлләүселәр фәҡәт Уға тәүәккәлләй!" – тип әйт", – тигән Аллаһ Тәғәлә (Ҡөрьән, 39:38).
➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖
🌟 Ғимран ибн Хүсайн (Аллаһ унан риза булһын) риүәйәт итеүенсә, бер мәл Пәйғәмбәр ﷺ ҡулына еҙ беләҙек таҡҡан бер ирҙе күреп ҡала һәм унан:
– Ҡайғы һиңә! Был нимә? – тип һорай.
– Ҡулымда көсһөҙлөк булмаһын өсөн, – тип яуаплай ир. Пәйғәмбәр ﷺ иһә:
– Ысынында, ул һиңә көсһөҙлөктән башҡа бер ни өҫтәмәй! Сисеп ташла үҙеңдән, шуны таҡҡан көйө үлһәң, бер ваҡытта ла уңышҡа ирешмәҫ инең! – ти.
📚 Әхмәт, "Мүснәд" (20000), әт-Табәрани, "әл-Мүғджәм әл-Кәбир" (391), Ибн Мәджәһ, "Сүнән" (3531), әл-Хәким, "Мүстәдрак" (7692), хәсән хәҙис (ҡара: әл-Бүсыри, "Мисбәх әз-Зүджәджәһ", 4/77).
➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖
Ғүҡбә ибн Ғәмир исемле сәхәбә иһә (Аллаһ унан риза булһын) Пәйғәмбәрҙең ﷺ киләһе хәҙисен тапшыра (мәрфүғ):
🌟 "Кем үҙенә бетеү таҡҡан, шуның Аллаһ эшен бөтөрмәһен (йәғни, тамам итмәһен), кем үҙенә ҡабырсаҡ таҡҡан, шуға Аллаһ тыныслыҡ бирмәһен!"
📚 Әхмәт, "Мүснәд" (17404), Әбү Йәғлә, "Мүснәд" (1759), әт-Табәрани, "Мүснәд әш-Шәмиййин" (234), хәсән хәҙис (ҡара: әл-Әрнәүт, "Тәхридж әл-Мүснәд", 17404).
➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖
Икенсе риүәйәт буйынса:
🌟 "Кем бетеү таҡҡан, шул инде ширек ҡылған", – тигән Пәйғәмбәр ﷺ.
📚 Әхмәт, "Мүснәд" (17422), әл-Хәким, "Мүстәдрак" (7513), сахих хәҙис (ҡара: әл-Әлбәни, "Сахих әл-Джәмиғ", 6394).
➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖
◾️ Шулай уҡ, Ибн Әби Хәтим үҙенең тәфсир китабында риүәйәт иткәненсә (12040), Хүҙәйфә исемле сәхәбә (Аллаһ унан риза булһын) биҙгәк сиренә ҡаршы ҡулына еп бәйләгән бер ирҙе күреп ҡала ла, шунда уҡ уның ул ебен өҙә тартып, уға Аллаһ Тәғәләнең:
📖 "Уларҙың күбеһе Аллаһҡа иман килтергәндә Уға тиңдәш тота (ширек ҡыла)!" – тигән һүҙҙәрен уҡып ишеттерә (Ҡөрьән, 12:106).
Дауамы бар ♻️
📚 Мөхәммәт ибн Ғәбдел-Ваһһап әт-Тәмими, "Китәб әт-Тәүхид"
📎 Доғамы, бетеүме?
#аҡида #тәүхид_китабы #ширк
© t.me/dinigilem | 500 |
