cookie

Sizning foydalanuvchi tajribangizni yaxshilash uchun cookie-lardan foydalanamiz. Barchasini qabul qiling», bosing, cookie-lardan foydalanilishiga rozilik bildirishingiz talab qilinadi.

avatar

Дини ғилем

Беҙҙең төп йүнәлештәр: аҡида (иман нигеҙҙәре), фиҡһ (ғибәҙәттәр һәм хоҡуҡтар), тәзкиә (йөрәктәрҙе сафлау). Уларҙан тыш: тарих, сәйәсәт һәм ижтимағи һорауҙар буйынса шәхси фекерҙәр. Айгиз. Теләк, тәнҡит һәм һорауҙарҙы ошонда яҙырға: @dinigilem_bot

Ko'proq ko'rsatish
Reklama postlari
1 070
Obunachilar
+124 soatlar
+187 kunlar
+3030 kunlar

Ma'lumot yuklanmoqda...

Obunachilar o'sish tezligi

Ma'lumot yuklanmoqda...

🌒 Ғәшүрә ураҙаһы Иртәгә, иртәнән һуң һәм иртәнән һуңдан һуң – Ғәшүрә ураҙаһы көндәре (сөннәт ураҙа, йәғни ирекле, ихтыяри ғибәҙәт). • 15 майай, дүшәмбе – 9 мөхәррәм; • 16 майай, шишәмбе – 10 мөхәррәм; • 17 майай, шаршамбы – 11 мөхәррәм. ✳️ "Ғәшүрә көнө ураҙаһы үҙенән алдағы йылдың (бәләкәй) гонаһтарын юйыр, тип Аллаһтан өмөт итәм", – тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.
صيام يوم عاشوراءَ أحتَسبُ على الله أنْ يُكفِّر السَّنةَ التي قَبلَه
📚 Ибн Хиббән (3632), Мөслим (1162), Әбү Дауыт (2425), Әхмәт (22650). ✅ Иң яҡшыһы – ошо өс көндә лә ураҙа тотоу. Унан ҡала яҡшырағы – 9 һәм 10 мөхәррәм көндәрен ураҙала үткәреү, унан ҡала яҡшырағы – 10 һәм 11 мөхәррәмдә ураҙа тотоу, унан ҡала – иң кәмендә – 10 мөхәррәмдә ураҙа тотоу, тип аңлатҡан дин ғалимдары. Хәнәфи мәҙһәбендә 10 мөхәррәмде (Ғәшүрә көнөн) үҙен генә айырып, бер көндә генә ураҙа тотоу хуп күрелмәй (мәкруһ). Мотлаҡ эргәһенә йә 9 мөхәррәмде, йә 11 мөхәррәмде ҡушырға тырышыр кәрәк. Сөнки Пәйғәмбәр ﷺ: ✳️ "(Ғәшүрәнең) туғыҙында ла, унында ла ураҙа тотоғоҙ – йәһүдиҙәрҙән айырылығыҙ", – тигән.
صوموا التاسع و العاشر خالفوا اليهود
📚 әт-Тахәүи, "Шәрх Мәғәнил-Әҫәр" (2/78), Ибн Рәжәп, "Ләтаиф әл-Мәғәриф" (108-се бит), сахих хәҙис. Йомартлыҡ һәм мәрхәмәт эйәһе, ғәфү итергә яратыусы бөйөк Раббыбыҙ беҙҙең тотҡан ураҙаларҙы ҡабул ҡылһын һәм беҙ белгән һәм белмәгән бөтә гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итһен! Әмин. #ураҙа #ғәшүрә #сауаптар © t.me/dinigilem
Hammasini ko'rsatish...
👍 5 2
Ҡаза ураҙа өсөн ирҙән рөхсәт һорау Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм. Ғәфү итегеҙ, шундай һорауым бар: Рамаҙан айында тотолмай ҡалған ураҙа көндәрен тотоп ҡуйырға теләйем, бының өсөн иремдең рөхсәте кәрәкме? Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһ. Әгәр киләһе Рамаҙанға тиклем ваҡыт иркен булһа, ҡаза ураҙалар өсөн дә ирегеҙҙән рөхсәт алығыҙ (әгәр ул янығыҙҙа, йәғни өйҙә булһа). Әгәр киләһе Рамаҙанға тиклем ваҡыт аҙ ғына ҡалһа (мәҫәлән, шәғбән айы килеп етһә), ирегеҙҙән рөхсәт һорау кәрәкмәй, ҡаза ураҙаларҙы яңы Рамаҙан етмәҫ борон ҡайтарып өлгөрөргә тырышыр кәрәк. Ирегеҙ ҙә был ваҡытта һеҙҙең хәлегеҙҙе аңларға, һеҙҙең Аллаһ алдындағы фарыз бурыстарығыҙға ихтирам менән ҡарарға һәм ҡамасауламаҫҡа тейеш. Ураҙағыҙҙы өҙөргә уйлаһа ла, был осраҡта уны тыңларға ярамай. Әгәр ирегеҙ өйҙә (янығыҙҙа) булмаһа, ураҙалар тотоу өсөн унан рөхсәт һорау талап ителмәй (ҡаза ураҙалар өсөн дә, нәфел ураҙалар өсөн дә). Әммә ҡаза ураҙаларҙы ҡайтарыуҙы ныҡ һуңға ҡалдырмау, мөмкин ҡәҙәр иртәрәк тотоп бөтөп ҡуйыу яҡшыраҡ, ин шәә Аллаһ. Ирегеҙгә ошо турала әйтегеҙ, һеҙ рөхсәт һораған саҡта һеҙгә рөхсәт бирергә тырышһын. Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә. #һорауяуап #ураҙа #ир_ҡатын © t.me/dinigilem
Hammasini ko'rsatish...
👍 11🤝 1
Photo unavailableShow in Telegram
👍 11 4
⛔️ Балаңды үлтермә 💠 "Ярлылыҡтан ҡурҡып, балаларығыҙҙы үлтермәгеҙ. Уларға ла, һеҙгә лә ризыҡты бит Беҙ бирәбеҙ! Уларҙы үлтереү – оло гонаһ", – тигән Аллаһ Тәғәлә (Ҡөрьән, 17:31). ✳️ Ибн Мәсғүт сәхәбә (Аллаһ унан риза булһын) шулай тип хәбәр иткән: "Мин Аллаһ рәсүленән ﷺ: – Ниндәй гонаһ Аллаһ ҡашында иң ҙуры? – тип һораным. – Һине барлыҡҡа килтереүсе Аллаһҡа тиңдәштәр тотоу, – тине ул ﷺ. – Шунан һуң ниндәйе? – тинем мин. – Һинең менән бергә ашар, тип ҡурҡып, балаңды үлтереү, – тине ул ﷺ. – Ә шунан һуң ниндәйе? – тинем мин. – Күршеңдең ҡатыны менән уйнаш итеү, – тине ул ﷺ. Һәм Аллаһ рәсүленең ﷺ был һүҙҙәрен дөрөҫләп, ошондай аят төштө: "Улар (әр-Рахмандың ҡолдары) Аллаһтан башҡа икенсе илаһтарға доға ҡылмай, Аллаһ тыйған йәндәрҙе хаҡһыҙға ҡыймай һәм уйнаш менән булышмай" (Ҡөрьән, 25:68).
سألتُ رسول الله ﷺ: أيُّ الذنب عند الله أكبر؟ قال: أنْ تَجعَل لله نِدًّا و هو خَلَقك. قلتُ: ثمَّ أيٌّ؟ قال: ثمَّ أنْ تَقتُل ولَدَك خَشْيَةَ أنْ يَطعَم معك. قلتُ: ثمَّ أيٌّ؟ قال: أنْ تُزانيَ بحَليلَة جارك. قال: و نَزلتْ هذه الآيةُ تَصديقا لقَول رسول الله ﷺ: ﴿وَٱلَّذِينَ لَا يَدْعُونَ مَعَ ٱللهِ إِلَـٰهًا ءَاخَرَ وَلَا يَقْتُلُونَ ٱلنَّفْسَ ٱلَّتِى حَرَّمَ ٱللهُ إِلَّا بِٱلْحَقِّ وَلَا يَزْنُونَ﴾
📚 әл-Бохари, "Сахих" (4761), Мөслим, "Сахих" (86), Әбү Дауыт, "Сүнән" (2310). #хәҙис #гонаһтар #балалар © t.me/dinigilem
Hammasini ko'rsatish...
👍 10💔 1
🔥 Үлгән хайуандарҙы яндырырға яраймы? (хәнәфиҙәрҙең фәтүәһе)ҺОРАУ: Әгәр ҡомаҡ, бесәй, эт, тауыҡ кеүек берәй хайуан йә ҡош-ҡорт үлеп, беҙҙең уны күмергә мөмкинселегебеҙ булмаһа, яндырырға яраймы? ❗️ ЯУАП: Мәрхәмәтле, Рәхимле Аллаһ исеме менән! Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ! Үлгән хайуан йә ҡош-ҡортто күмергә кәрәк. Үле кәүҙәнән ҡотолоуҙың дөрөҫ юлы ошо. Әгәр ҙә бер нисек тә күмергә мөмкинселек булмаған һәм берҙән-бер сара – яндырыу булған бик һирәк ихтималлы осраҡҡа тарый ҡалһағыҙ, үле кәүҙә сереп, тирә-яҡ мөхиткә зарар килтермәһен өсөн, яндырырға рөхсәт ителә. Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә. Үәссәләм. 📝 Сөһәйл Тәрмәхөмәт мөфтөй #фәтүә #көнкүреш #хайуандар © t.me/dinigilem
Hammasini ko'rsatish...
Дини ғилем

Беҙҙең төп йүнәлештәр: аҡида (иман нигеҙҙәре), фиҡһ (ғибәҙәттәр һәм хоҡуҡтар), тәзкиә (йөрәктәрҙе сафлау). Уларҙан тыш: тарих, сәйәсәт һәм ижтимағи һорауҙар буйынса шәхси фекерҙәр. Айгиз. Теләк, тәнҡит һәм һорауҙарҙы ошонда яҙырға: @dinigilem_bot

👍 6 4
Йома намаҙын ҡалдырыу ҡурҡынысы Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ. Йома көнөндә мәсеткә йома намаҙына барыу ир-егеттәргә – фарыз, ә ҡатын-ҡыҙҙарға – вәджиб, белеүемсә. Хәҙис буйынса, Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ: "Өс тапҡыр (рәттән) етди сәбәпһеҙ йома намаҙын ҡалдырһағыҙ, бер гонаһ яҙыла", – тигән. Ә етди сәбәптәр – ул мосафир булыу, сирләү, бәләкәй баланы бер кемгә лә ҡалдырып тора алмау һәм башҡаһы. Шунан сығып һорау: әгәр ир-егеттең эшендә эше күп булһа, уға мәсеттәге йома намаҙына бармай торорға мөмкинме? Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ! 1) Ир-егеттәргә йома намаҙына барыу – фарыз. Ҡатын-ҡыҙҙарға иһә был фарыз да, вәджиб тә түгел. Улар өйҙә ғәҙәттәге өйлә намаҙын уҡый. Әммә, әгәр теләһә, ҡатын-ҡыҙ йома намаҙына бара ала (был осраҡта өйлә намаҙын уҡып тормай). Тик мәсеткә барған сағында иркен кейемдәр менән бөркәнергә, йөҙөн ир-егеттәрҙән йәшереп тоторға (мәҫәлән, улар булған ерҙә – башын йә аҫҡа эйеп, йә ситкә бороп, йә яулығының мөйөшө менән ҡаплап), ир-егеттәр араһында ҡатышып йөрөмәҫкә тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмәғәт намаҙҙарында ҡатнашыу шарттары ентекләберәк ошонда: t.me/dinigilem/513 2) Ир-егеттең бер генә йома намаҙын етди сәбәпһеҙ ҡалдырыуы ла – ҙур гонаһ. Бының өсөн Аллаһ Тәғәлә алдында ихлас үкенергә һәм тәүбә килтерелергә тейешле. Йома намаҙына бармаҫҡа сәбәп була алған етди нәмәләр – ул ҡаты сир, ҡурҡыныс һауа торошо, тыштағы берәй залим кешеләрҙән ҡурҡыу һәм башҡаһы. Имен ерҙә йәшәүсе һау-сәләмәт ир-егет, эшем күп, тип, йома намаҙын ҡалдыра алмай. Бер ниндәй осраҡта ла. Йома намаҙы мәлендә эш эшләү тураһында ошонда бер ни тиклем аңлатып киткәйнек: t.me/dinigilem/739 Унда шундай юлдар ҙа бар: "Йома намаҙы өйлә намаҙының ваҡытына тура килә (төшкө намаҙ). Ир-егеттәр алдан быны хәстәрләп (эштә алдан уҡ етәкселәр менән килешеп ҡуйып, мәҫәлән), һәр йома ошо мәлдә мәсеттә булырға тейеш. Бер ниндәй эш тә, бер ниндәй етәксе тыйыуы ла йома намаҙына бармау гонаһын аҡлай алмай". 3) Һеҙ килтергән хәҙис икенселәйерәк: "Кем өс тапҡыр (рәттән) етди сәбәпһеҙ йома намаҙын ҡалдыра, Аллаһ шуның йөрәген ябасаҡ". Хәҙис Әхмәт, Әбү Дауыт, әт-Тирмиҙи һәм башҡа хәҙис имамдарының китаптарында килтерелә һәм ул – сахих. Был хәҙискә оҡшаш бүтән хәҙистәрҙә: "Кем өс тапҡыр (рәттән) йома намаҙын ҡалдыра, шул (Аллаһ ҡашында) монафиҡ булып яҙыласаҡ", "Кем өс тапҡыр рәттән йома намаҙын ҡалдыра, шул Исламдан йөҙ сөйөргән", – тиелә һәм башҡаһы (сахих хәҙистәр). Хәҙистәге, "Аллаһ уның йөрәген ябасаҡ", тигән һүҙҙәрҙе, "хаҡиҡәт менән  ялғанды айыра алмай башлаясаҡ", "йөрәгенә ике йөҙлөлөк сире кереп ултырасаҡ", "иман тәмен тойоуҙан мәхрүм буласаҡ", "харам һәм фәхеш эштәргә тыныс ҡарай башлаясаҡ", "Аллаһ уны тулыһынса бер ниндәй ярҙамһыҙ ҡалдырасаҡ", тип аңлаталар. Һәр кем үҙе өсөн ошо бәләләрҙән ҡурҡһын ине. Иман тәмен тоя алмаусы үле ҡара йөрәк менән һәм Аллаһ ярҙамынан тамам мәхрүм булып тороп ҡалыу ҡурҡынысыраҡмы, әллә шул бер сәғәт ваҡытҡа (аҙнаһына бер тапҡыр) ниндәйҙер эште саҡ ҡына ситкәрәк ҡуйып тороумы?.. Ә тәүфиҡ – бер Аллаһтан. #һорауяуап #йома #гонаһтар © "Башҡорттарға – дин!"
Hammasini ko'rsatish...
👍 16 1 1
Photo unavailableShow in Telegram
💯 22 13 9👍 4
Әсәйгә хат ...Тормош шулай, эйе, тормош ауыр, Әммә Аллаһ бирмәй артыҡ йөк. Башҡа төшкән һәр бер ыҙа-михнәт Кеше өсөн, тимәк, йөкләрлек. Тормош – һынау, һәр көнөбөҙ – һынау, Һыналалар байҙар, ярлылар. Ни булһа ла һынмай ҡалғандары Аҙаҡ килеп бәхет табалар. Һин дә, әсәй, көймә, хәбәр килһә: Имеш, улың эш ҡылған тағы. Улыңдың бит йәшәү мәғәнәһен, Яңы юлдар эҙләгән сағы. Көймә, әсәй, мин абынған һайын, Уңмаҫ булды улың, тиһәләр. Күр һин: улары ла, хаҡ юл тапһам, Минең арттан тауға үрмәләр. Еңеү бит ул еңел генә килмәй, Ә бер башҡа ҡыйын унлата. Фәҡәт һин, улым, тип йән атҡанға, Йөрәгемдә һаман ут ята. Минән инде, көтмә, түрә сыҡмаҫ, Минең булмыш, ах(ы)ры – тик ирек. Күрмәҫһең дә, әсәй, ятҡанымды Муллыҡтан һәм дандан иҫереп. Күрмәҫһең дә минең мүкләнгәнде – Йәшәү тәмен күрәм юлдарҙа, Һәр тарафта мине эшем көтә, Йәшәү хәтәр бары эш барҙа. Тик бел, әсәй: мин һаман да бала, Мин һаман да шул уҡ баламын, Тауҙар артылһам да, уйҙарымда Һинең ҡосағыңда ҡаламын. Көймә, әсәй, зинһар, кисер инде, Үҙ һүҙле мин, шулай булмышлы. Киҫәтһәң дә, бәлки, тыңламаҫмын, Татып белгем килгәс тормошто. Тормош шулай ауыр, тиһәләр ҙә, Ауырлығын Аллаһ самалар. Һәр бәләнән сығыу юлы була, Юҡтай күренһә лә саралар, Һәр нәмәлә, әсәй, сама бар... 📝 Айгиз Сафа #шиғыр © t.me/dinigilem
Hammasini ko'rsatish...
23❤‍🔥 10 4👍 3🤝 3🔥 2
Аллаһтан байлыҡ һорау Һорау: Доғаларҙа Хоҙайҙан аҡса, матди байлыҡ һорарға буламы? Яуап: Эйе, әлбиттә. Нимә харам түгел, шул нәмәләрҙең бөтәһен дә һорарға ярай. Киреһенсә, байлыҡты иң беренсе Аллаһтан һорап, аҙаҡ үҙегеҙгә сәбәптәр күрергә кәрәк. Ә Аллаһтан һорамайынса, үҙ көсөгөҙгә генә ышанып эшләргә түгел. Әммә намаҙ ваҡытында матди байлыҡ, аҡса һорау хуп күрелмәй. Намаҙҙарҙан тыш доғаларҙа һорағыҙ. Аллаһ – Иң-иң байы, Иң-иң йомарты. Донъялағы бөтә кешеләр һәм бөтә ендәр Унан үҙҙәренең бөтә теләгән нәмәләрен һорап, Ул бөтәһенә лә нимә теләгәндәрен бирһә лә, был Уның байлығынан саҡ ҡына ла бер нәмәне лә кәметмәйәсәк. "Диңгеҙгә энәне тигеҙеп алғандан һуң шул энәгә йәбешеп сыҡҡан тамсы кеүек кенә булыр был", – тиелгән хәҙистәрҙә. Диңгеҙ һыуын сағыштырығыҙ ҙа, энә осондағы тамсыны ҡарағыҙ. Кешеләр һәм ендәр һораған бөтә нәмәне биреү ҙә Аллаһтың байлығына шулай ғына тәьҫир итер. Йәғни – бер нисек тә тәьҫир итмәҫ. Шулай уҡ, Аллаһ кешеләрҙең Унан һорағандарын ярата. Кемдер: "Аллаһтан һорап тормайым, уңайһыҙ, күп һораным былай ҙа", – тип уйлаһа, киреһенсә, Аллаһ быны яратмай. Сөнки Аллаһтың сикһеҙ байлыҡ эйәһе, сикһеҙ йомартлыҡ эйәһе икәнлеген танымау кеүек буласаҡ был. Тәкәбберләнеп Аллаһтан һорамаусы иһә ҙур гонаһ ҡыла һәм язаға лайыҡ. #һорауяуап #доға #әҙәптәр © "Башҡорттарға – дин!"
Hammasini ko'rsatish...
👍 15 4
💕 Ҡатын менән үбешкәндән тәһәрәт боҙоламы? (хәнәфиҙәрҙең фәтүәһе)ҺОРАУ: Әгәр мин дә, ҡатыным да тәһәрәтле хәлдә булып, бер-беребеҙҙе үпһәк йә үбешһәк, беҙҙең тәһәрәттәр боҙоламы? Яңыртырға кәрәкме? ❗️ ЯУАП: Мәрхәмәтле, Рәхимле Аллаһ исеме менән! Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ! Хәнәфи мәҙһәбенә ярашлы, ирҙең һәм ҡатындың бер-береһен үбеүе уларҙың тәһәрәтен юҡҡа сығармай. Әгәр шәһүәтләнеү арҡаһында енси ағзаларҙан нәжес бүленеп сыҡмаһа, әлбиттә. Әгәр ирҙән мәҙи (шәһүәт шыйыҡсаһы) бүленеп сыҡһа, тәһәрәте боҙола, әгәр мәни (аталыҡ орлоғо) атылһа – ғөсөл фарыз. Ҡатын-ҡыҙҙың иһә шәһүәт шыйыҡсаһы ҡәҙи тип атала, уның бүленеүе лә тәһәрәтте боҙа. 📚 Ҡара: "әл-Фәтәүә әл-Һиндиә". Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә. Үәссәләм. 📝 Фәтүә биреүсе: Сөһәйл Тәрмәхөмәт мөфтөй. Фәтүәне тикшереүсе һәм хуплаусы: Ибраһим Десәи мөфтөй. #фәтүә #тәһәрәт #ир_ҡатын © t.me/dinigilem
Hammasini ko'rsatish...
👍 9🤝 2 1
Boshqa reja tanlang

Joriy rejangiz faqat 5 ta kanal uchun analitika imkoniyatini beradi. Ko'proq olish uchun, iltimos, boshqa reja tanlang.