en
Feedback
ХИКӘЙӘЛӘР. "Ағиҙел" журналы

ХИКӘЙӘЛӘР. "Ағиҙел" журналы

Open in Telegram
454
Subscribers
No data24 hours
-47 days
-1030 days

Data loading in progress...

Similar Channels
No data
Any problems? Please refresh the page or contact our support manager.
Tags Cloud
No data
Any problems? Please refresh the page or contact our support manager.
Incoming and Outgoing Mentions
---
---
---
---
---
---
Attracting Subscribers
January '25
January '250
in 0 channels
December '24
+4
in 0 channels
Get PRO
November '24
+140
in 0 channels
Get PRO
October '24
+6
in 0 channels
Get PRO
September '24
+9
in 0 channels
Get PRO
August '24
+3
in 0 channels
Get PRO
July '24
+4
in 0 channels
Get PRO
June '24
+4
in 0 channels
Get PRO
May '24
+9
in 0 channels
Get PRO
April '24
+11
in 0 channels
Get PRO
March '24
+6
in 0 channels
Get PRO
February '240
in 0 channels
Get PRO
January '24
+14
in 0 channels
Get PRO
December '23
+10
in 0 channels
Get PRO
November '23
+29
in 1 channels
Get PRO
October '23
+327
in 9 channels
Date
Subscriber Growth
Mentions
Channels
04 January0
03 January0
02 January0
01 January0
Channel Posts
Repost from N/a
Хуш киләһең, һаумы, Яңы йыл! 🎄🎄🎄 "Беҙҙең донъя" тапшырыуы ҡунағы, "Ағиҙел" журналы хеҙмәткәре Луиза Кирәеванан шиғри күстәнәс. Әлфинә Ишбулатова яҙып алды✍️.

2
🏠САТНАҒАН СТЕНА (хикәйә) 🖋 Нияз МӘҺӘҘИЕВ – Шулай, Камил. Ҡасандыр һинең тыуған йортоң хәҙер юридик рәүештә... – Был һүҙҙе ә
🏠САТНАҒАН СТЕНА (хикәйә) 🖋 Нияз МӘҺӘҘИЕВ – Шулай, Камил. Ҡасандыр һинең тыуған йортоң хәҙер юридик рәүештә... – Был һүҙҙе әйткәс, Марат Зиннәтович үҙе лә уңайһыҙланып ҡуйҙы... – Юридик рәүештә бүтән кешенеке. – Марат Зиннәтович! Мин бит нигеҙҙе генә нығытам да ҡайтып китәм... Электән уйланып йөрөй инем был турала. Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. – Аңлайым, ҡустым. Тыуған йорт... Хәйер, аңламайым. Үҙегеҙ үк тыуған ауылығыҙҙы ташлап ҡалаға китәһегеҙ ҙә һуңынан һағынып шиғыр, йыр яҙаһығыҙ, ҡайтып нигеҙ нығытаһығыҙ... Уҡырға: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-12-17/satna-an-stena-hik-y-4058413?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=160399505
0
3
АЛАҠАЙ ҠАЙТТЫ (хикәйә) 🖋 Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ ...Алып барыусылар туйға килгәндәргә ашап-эсеп ултырыу ғына түгел, тын алырға ла
АЛАҠАЙ ҠАЙТТЫ (хикәйә) 🖋 Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ ...Алып барыусылар туйға килгәндәргә ашап-эсеп ултырыу ғына түгел, тын алырға ла ирек бирмәне. Мәжлес дилбегәһен улар тулыһынса үҙ ҡулына эләктереп алғайны. Йышылып бөткәйнеләр. Яңы ғына ҡоҙалашҡан кейәү менән килендең ата-әсәләре, башҡа туғандары үҙ-ара бөтөнләй аралаша, һөйләшә алманы. Уҙаҡлашыуҙары танышыуҙан ары китмәне. Танһыҡтары ҡанманы. Урта йәштәрҙәге ирле-ҡатынлы – ҡунаҡтар – алып барыусыларға: “Туй беҙҙеке, артыҡ шашмағыҙ. Беҙгә йола талаптарын да үтәргә мөмкинлек бирегеҙ, күпме ҡысҡырырға була?” – тип дәғүәһен дә белдерҙе. Музыка тынып ҡалды. Микрофондар һүндерелде. Мәжлесте уңайһыҙ пауза биләне... Уҡырға: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-12-16/ala-ay-aytty-hik-y-4054878
0
4
АЯТ ТА БУЛДЫ, ОЯТ ТА БУЛДЫ (юмористик хикәйә) 🖋️Әлнисә АЛДЫРХАНОВА Әхирәте йыл да иренә, туғандарына бағышлап аят үткәрә. Бы
АЯТ ТА БУЛДЫ, ОЯТ ТА БУЛДЫ (юмористик хикәйә) 🖋️Әлнисә АЛДЫРХАНОВА Әхирәте йыл да иренә, туғандарына бағышлап аят үткәрә. Быйыл иһә иҫкәртеү яһап саҡырҙы. – Хәҙер муллалар күп бит, тотаһың да шул беререһенә әйтәһең, икенселәрен дә тыңлап ҡарайыҡ, тигәйнең әхирәт, бына һинең үтенесеңде үтәнем, яңы мулла килә. Вәзимәнең ваҡыты тарыраҡ булһа ла, әхирәтенә бармай булдыра алманы. Дауамы: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-12-09/ayat-ta-buldy-oyat-ta-buldy-yumoristik-hik-y-4044776
0
5
ИКӘҮҘӘН-ИКӘҮ ГЕНӘ 🖋️ Айһылыу ВӘХИТОВА Сәриә китабын түш тапҡырына ҡуйып түшәмгә ҡарап ята бирҙе. Күҙ алдында ниндәйҙер ят ур
ИКӘҮҘӘН-ИКӘҮ ГЕНӘ 🖋️ Айһылыу ВӘХИТОВА Сәриә китабын түш тапҡырына ҡуйып түшәмгә ҡарап ята бирҙе. Күҙ алдында ниндәйҙер ят урыҫ ауылы... Ҡояшҡа янып ҡарайған, ҡаҡ һөйәккә генә ҡалған ҡатын ялан-аяҡ урам буйлап атлап бара. Үҙе һәр бер өй алдында туҡтап баш эйә – берәйһе ҡатҡан икмәк киҫәге ырғытмаҫмы икән? Яурыны аша муҡсаға оҡшаған һоро нәмәһе аҫылған, ҡулында – оҙон таяғы. Арттараҡ малайы килә, уныһы ла буш тоҡсай тотҡан булған. Ул тыумыштан зәғиф, күркһеҙ нишана ине. Ҙур, ялпаҡ баш түбәһенең тиреһе һирәк ҡыҙғылт йөн менән ҡапланған, йәйелгән танауының тишектәре ыржайып тора, сәтләүек төҫөндәге күҙҙәре ут һымаҡ яна. Ә шулай ҙа... йылмайған сағында ниндәйҙер һөйкөмлөгө бар ине был баланың... Дауамы: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2022-11-29/ik-n-ik-gen-hik-y-ay-ylyu-v-hitova-3050465
0
6
😇УНАН ҺУҢ...(хикәйә) 🖋 Рәсүл БАЙГИЛДИН Хөснулланың йәне яңы асылына һаман күнегә алмай. Уны мәйеткә булған сәйерһенеү, уға
😇УНАН ҺУҢ...(хикәйә) 🖋 Рәсүл БАЙГИЛДИН Хөснулланың йәне яңы асылына һаман күнегә алмай. Уны мәйеткә булған сәйерһенеү, уға ҡурҡып ҡарау албырғатты. Үлһә лә, ул – Хөснулла ла баһа! Яҡын барырға, ҡағылырға сирҡаналар, ымлап күрһәтәләр, исемен атамайҙар. Хәҙер ул бөтөнләй юҡмы ни? Кисә генә һөйөшкән ҡатыны уға ҡарарға ла ҡыймай. Ҡайһылай аяныс был тормош һәм уның аҙағы! Уҡырға: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-12-04/unan-u-hik-y-4037785?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=160399505
0
7
🐴ХЫЯЛ (хикәйә) 🖋 Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ...Икенсе көн һуң ғына тороп ҡайтырға йыйына башлағайнылар, телефон шылтыраны. – Сәлим
🐴ХЫЯЛ (хикәйә) 🖋 Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ...Икенсе көн һуң ғына тороп ҡайтырға йыйына башлағайнылар, телефон шылтыраны. – Сәлимгәрәев тыңлай. – Рамаҙан Нуриманович, бында һеҙгә килгәндәр. – Кем килгән? Консьерж егет трубканан айырылып килеүсегә шул уҡ һорауҙы ҡабатланы ла, яуап алғас уны бында оҙатты: – Кисә һеҙгә йүгән биргән кеше. Ат артынан барайыҡ, ти. Шул ваҡыт докторҙың иҫенә төштө: кисә бит уға ат бүләк иттеләр. Ат! Уның бала саҡ хыялын... Уҡырға: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-11-25/hyyal-hik-y-4023412?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=160399505
0
8
⛰️МӘМЕРЙӘ (хикәйә) 🖋️ Салауат ӘБҮЗӘР Ҡыштыр-ҡыштыр килгән тауышҡа һиҫкәнеп уянды Ғәлимә ҡарсыҡ. –Аһ, аһ, ни ҡыланыуың был?–
⛰️МӘМЕРЙӘ (хикәйә) 🖋️ Салауат ӘБҮЗӘР Ҡыштыр-ҡыштыр килгән тауышҡа һиҫкәнеп уянды Ғәлимә ҡарсыҡ. –Аһ, аһ, ни ҡыланыуың был?– тип ғәжәпләнде ул мылтыҡ менән булып ултырған бабайын күргәс. Тегенеһе өндәшмәне, ҡаш аҫтынан ғына әбейенә ҡараш һирпеп алды ла эше менән була бирҙе. – Һиңә әйтәмсе, Аллабирҙе, ни ҡыланыуың был? – Ғәлимә ҡарсыҡ урынынан ҡалҡынды. Аллабирҙе ҡарт, бер талай мылтығына текләп ултырғандан һуң, әйтеп ҡуйҙы... Уҡырға: https://agideljurn.ru/articles/common_material/2022-01-25/m-mery-2667485
0
9
ҺӨЙӨНСӨ! ЖУРНАЛДЫҢ НОЯБРЬ ҺАНЫН ҠАРШЫ АЛЫҒЫҘ, ҠӘҘЕРЛЕ ДУҪТАРЫБЫҘ! Билдәле әҙип Наил Ғәйетбайҙың “Сит планета ҡыҙы” исемле маж
ҺӨЙӨНСӨ! ЖУРНАЛДЫҢ НОЯБРЬ ҺАНЫН ҠАРШЫ АЛЫҒЫҘ, ҠӘҘЕРЛЕ ДУҪТАРЫБЫҘ! Билдәле әҙип Наил Ғәйетбайҙың “Сит планета ҡыҙы” исемле мажаралы-фантастик романын яҙыуға кем сәбәпсе булған? Ә журналдың ошо һанында донъя күргән, үрҙә әйтелгән романдың дауамы булған “Ҡара ҡумта-7” повесын ижад итеүгә кем этәргән? Әмилә менән Батыр ун йылдан һуң осраша ла ул, әммә... Нимә була һуң улар менән? Тулыһынса: https://agideljurn.ru/news/godpoleznihdel/2024-11-19/a-i-el-zhurnalyny-11-se-anyna-k-te-4015581
0
10
ҺӨЙӨНСӨ! ЖУРНАЛДЫҢ НОЯБРЬ ҺАНЫН ҠАРШЫ АЛЫҒЫҘ, ҠӘҘЕРЛЕ ДУҪТАРЫБЫҘ! Билдәле әҙип Наил Ғәйетбайҙың “Сит планета ҡыҙы” исемле мажаралы-фантастик романын яҙыуға кем сәбәпсе булған? Ә журналдың ошо һанында донъя күргән, үрҙә әйтелгән романдың дауамы булған “Ҡара ҡумта-7” повесын ижад итеүгә кем этәргән? Әмилә менән Батыр ун йылдан һуң осраша ла ул, әммә... Нимә була һуң улар менән? Тулыһынса: https://agideljurn.ru/news/godpoleznihdel/2024-11-19…
0
11
https://vk.com/wall-160399505_63809
0
12
☕️СЫНАЯҠТАҒЫ ДОНЪЯ (повесть) 🖋️ Айгөл ЙӘМИЛЕВА — Беләһеңме, – Марс миңә ҡараш ташланы, – оло ҡалала яңғыҙ булыуҙан да ҡурҡын
☕️СЫНАЯҠТАҒЫ ДОНЪЯ (повесть) 🖋️ Айгөл ЙӘМИЛЕВА  — Беләһеңме, – Марс миңә ҡараш ташланы, – оло ҡалала яңғыҙ булыуҙан да ҡурҡыныс яңғыҙлыҡ юҡтыр. Ауылда әле ярай. Тәбиғәттең һәр өлөшө, һәр тере йәне һинең менән һөйләшә төҫлө. Ә бында бары тик таш диуарҙар ғына, һиңә нимә кәрәк, тигәндәй өҫтән генә тәкәббер ҡараш ата. Иртән күҙеңде асаһың, йөрәк итеңде ниндәйҙер йәнлек тырнап ала. Ә тәҙрә артында йә ҡар, йә ямғыр. Йә икеһе бер юлы. Кисәгенән ҡалған ҡарабойҙай бутҡаһын йылытып ашап, ашыҡ-бошоҡ сәй эсәһең дә эшкә йүгерәһең. Трамвайға инәһең, ә унда һинекенән дә һоро, һөмһөҙ йөҙҙәр. Кемдер хатта түҙмәй күҙҙәрен йомған. Эштә лә шулай. Һәр кем үҙ станогы, өҫтәле, проекторы өҫтөнә эйелгән, кемдер һаман балкондан сығышып етмәй, тәмәке артынан тәмәке төтәтә. Буйҙаҡтар күп беҙҙең коллективта. Моңһоу буйҙаҡтар. Ҡайһы берҙәре инде утыҙға етеп килә. Йөҙгә ҡалышмайҙар, юғары белемле, аҡыллы инженерҙар. Ә бәхеттәре юҡ. Маҡсаттары ла юҡ. Мөхәббәтле кешене әллә ҡайҙан танып була бит ул. Уларҙың тормошонда мәғәнә бар. Ә беҙҙең тормошобоҙҙа оло ҡала, яңғыҙлыҡ, һәм тәмәке генә. Ҡотолор әмәл юҡ бер нисек тә. Уҡырға: https://agideljurn.ru/articles/godpoleznihdel/2024-11-19/synaya-ta-y-don-ya-povest-4015428?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=160399505
0
13
🍏АНТОНОВКА ЕҪЕ (повесть) 🖋️ Гүзәл СИТДИҠОВА Үзбәк әкә урыҫ телен вата-емерә директорҙың һүҙҙәрен ҡабатланы ла ике бөртөк ке
🍏АНТОНОВКА ЕҪЕ (повесть) 🖋️ Гүзәл СИТДИҠОВА  Үзбәк әкә урыҫ телен вата-емерә директорҙың һүҙҙәрен ҡабатланы ла ике бөртөк кенә антоновка алмаһын йоҡа ғына итеп ҡырҡып ваҡ-ваҡ киҫәктәрҙе ҡыҙҙарға таратып бирҙе, үлтереп Ташкент тарафтарын маҡтарға тотондо: ул йылы, ул урам буйлап теҙелеп киткән алмағастары, ҡарбуз, ҡауындары – үрелеп алырға ғына йыбанма. Йәйе ҡыҫҡа ғына таулы Белореттың һалҡын ҡышынан биҙрәгән ҡылҡа ғына кейемле үҫмер ҡыҙҙарҙы ымһындырыу ни инде! Етмәһә, бынауындай тәмле алмаларын бер туя ашауың ни тора! Антоновканың бит үҙенән бигерәк еҫе тәмле. Уҡырға: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-11-18/antonovka-e-e-povest-4013932?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=160399505
0
14
👩🏻АЙБИКӘ (повесть) 🖋 Һәҙиә ДӘҮЛӘТШИНА "Тор, тор инде, Айбикә килен, тор. Был ни бөтмәҫ йоҡо. Йылдай төндә лә йоҡо туймаҫ и
👩🏻АЙБИКӘ (повесть) 🖋 Һәҙиә ДӘҮЛӘТШИНА "Тор, тор инде, Айбикә килен, тор. Был ни бөтмәҫ йоҡо. Йылдай төндә лә йоҡо туймаҫ икән. Ҡыҙыл эңерҙән ятып йоҡлайһың, ҡояш ауалағансы йоҡо туймаҫ булырмы. Ана һыйырҙарың ызылдашып торалар, һауа һалып ал!" - тигән тауышҡа Айбикә, күҙен асып, һикереп торҙо. Уның янында, ҡулына ҡомған тотоп, Ғәйшә тора ине. Ул, Айбикә тороп аяғына итеген кейгәнсе, туҡтамай әрләне лә, тышҡа сығып китеп, тағы үҙенең түшәгенә инеп ятып, тәмле йоҡоға китте... Уҡырға: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-11-15/aybik-povest-4010223?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=160399505
0
15
❤️ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТЕП ӨЛГӨРМӘНЕМ (хикәйә) 🖋 Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА ...Фәрхинурҙың ҡапыл ирендәре тартышып, ҡулдары һерелдәп китт
❤️ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТЕП ӨЛГӨРМӘНЕМ (хикәйә) 🖋 Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА ...Фәрхинурҙың ҡапыл ирендәре тартышып, ҡулдары һерелдәп китте. Быны абайлаған ҡунаҡ, артабан сурытып тороуҙы урынһыҙға һанап, ҡырт киҫте: – Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, инәй, беҙ һеҙгә ирегеҙ хаҡында хәбәр алып килдек. – Хат һалғанмы? – Бындай һорауҙы һис кенә лә көтмәгән ҡунаҡтар ҡаушап бер-береһенә ҡарашып алды. Өмөттән балҡып киткән был ҡарашты ни йәнең менән һүндермәк кәрәк? Тик ниндәй һүҙҙәр бар был донъяла әжәл әселәрен шифаларлыҡ? – Юҡ шул, инәй, – тине Өфө егете. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙҙең ирегеҙ... Хикәйәне уҡырға: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-11-13/yaratam-tip-ytep-lg-rm-nem-hik-y-4006734?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=160399505
0
16
💔ЯҘЫЛМАҒАН ХИКӘЙӘ 🖋️ Әмир ӘМИНЕВ Хәйер, тыуған йортҡа ҡайтһам, атай иҫтән сыҡҡан минуттар юҡ та инде ул. Нимәгә тотонма – б
💔ЯҘЫЛМАҒАН ХИКӘЙӘ 🖋️ Әмир ӘМИНЕВ Хәйер, тыуған йортҡа ҡайтһам, атай иҫтән сыҡҡан минуттар юҡ та инде ул. Нимәгә тотонма – барыһына ла уның ҡулы тейгән, уның ҡарашы һарылған. Атай үҙе лә бына-бына ҡайтып керер, минең менән күрешер ҙә улым менән ҡыҙымды алмаш-тилмәш ҡосағына алыр төҫлө... Уҡырға: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-11-12/ya-ylma-an-hik-y-4004678?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=160399505
0
17
📿АҪЫЛ ТАШЛЫ МУЙЫНСАҠ (хикәйә) 🖋️ Таңсулпан ҒАРИПОВА Медицина академияһының бишенсе курсында икеһе бер төркөмдә уҡый Гөлфиә
📿АҪЫЛ ТАШЛЫ МУЙЫНСАҠ (хикәйә) 🖋️ Таңсулпан ҒАРИПОВА Медицина академияһының бишенсе курсында икеһе бер төркөмдә уҡый Гөлфиә һәм Иршат. Гөлфиә һәм Иршат. Ябай дуҫлыҡтың мөхәббәткә әйләнгәненә ни заман... Нәфисә, ҡыҙының һөйләүе буйынса, Иршатты нәҡ бына шундай итеп күҙ алдына килтерә ине лә: буйсан, ҡаҡса, ҡыр танаулы, үткер ҡарашлы, еңел һөйәкле. Ҡыҫҡаһы, кино актеры. Балаң – бауыр итең һайлаған икән, артистай матур булмаһа ла яратыр инең, әлбиттә. Ә был – ҡыҙҙар бәғерен өҙҙөрөрлөк егет. Гөлфиә лә сибәр. Кәүҙә – ҡойоп ҡуйғандай. “Ҡыҙың, Нәфисә, артистка булыр, ахыры. Күҙ теймәһен, бигерәк һылыу!” – тиер ине әхирәттәре. Уҡырға: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-11-11/a-yl-tashly-muyynsa-hik-y-4003939?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=160399505
0
18
😁ӘКӘМӘТ (хикәйә) 🖋 Факил МЫРҘАҠАЕВ ...Ҡулына көрәк алғансы тупһала тәмәке көйрәтә-көйрәтә байтаҡ уйланып ултырҙы Латиф. Бис
😁ӘКӘМӘТ (хикәйә) 🖋 Факил МЫРҘАҠАЕВ ...Ҡулына көрәк алғансы тупһала тәмәке көйрәтә-көйрәтә байтаҡ уйланып ултырҙы Латиф. Бисә алдында нисек аҡланырға? Ни генә уйлап сығарһаң да, барыбер ышанмаясаҡ. Дөрөҫөн һөйләп бирергә лә, ҡотолорға ла ҡуйырғалыр, бәлки? Ай-һай, бының булыуы мөмкин түгел. Кем-кем, уның бисәһе быны онотмаясаҡ. Ғүмергә. Бисәһенең һүҙҙәре менән әйткәндә, тамағын тыя алманы шул. Бисәһе үҙе ғәйепле! Юллыҡ аҡса бирҙе, һыраға таптырғас, ҡуҡыш күрһәтте. Ана, ҡаты итеп сәй эс, ебәрер, тип ауыҙын йырҙы, етмәһә... Уҡырға: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-11-08/k-m-t-hik-y-4000977?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=160399505
0
19
👵Ике өләсәйем бар ине... Уларҙың мине бөтөнләй әрләмәгәнен, бар нәмәне лә рөхсәт иткәнен ярата торғайным. Теге өләсәй инде й
👵Ике өләсәйем бар ине... Уларҙың мине бөтөнләй әрләмәгәнен, бар нәмәне лә рөхсәт иткәнен ярата торғайным. Теге өләсәй инде йыш ҡына ҡаршы төшә, берәй ергә барам тиһәм сығармай, ҡай саҡ тауыш та күтәрә... Ул мине яратмайҙыр, тип уйлай инем. Хәҙер килеп тап шул өләсәйемдең мине яҡын күреүен һәм хәстәрләүен аңланым. Уҡырға: https://agideljurn.ru/articles/common_material/2024-11-06/ike-l-s-yem-bar-ine-3998158?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=160399505
0
20
🤔Бөкрөлөкмө, дөрөҫлөкмө? ...Бөтә пәрейҙәр, кеше тауышы ишетеп, бейеүҙәренән туҡтап ҡалғандар. Егет янына туй атаһы – ҡарт пә
🤔Бөкрөлөкмө, дөрөҫлөкмө? ...Бөтә пәрейҙәр, кеше тауышы ишетеп, бейеүҙәренән туҡтап ҡалғандар. Егет янына туй атаһы – ҡарт пәрей килгән. “Һин, әҙәми зат, - тигән ҡарт пәрей, - бында ни эшләп йөрөйһөң? – тигән. – Йәнә лә ни өсөн беҙгә ҡушылып шаршамбы тип ҡысҡырҙың, бөгөн бит йома көн”, - тигән. “Меңләгән пәрей шаршамбы тип ҡысҡырғанда, бер үҙем йома тип әйтергә баҙманым”, - тигән егет... Уҡырға: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-11-05/b-kr-l-km-d-r-l-km-3996805
0