en
Feedback

Don't get caught by a cheater! Telemetrio finds and tags such channels 👉 If you want to see the tag, subscribe 👈

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
1 973
Subscribers
No data24 hours
-87 days
-1930 days
Posts Archive
Башҡортостанда тағы ла бер кеше чача эсеп реанимацияға эләккән Метанолдан яһалған хәмер менән ағыуланған ир 21-се дауаханаға оҙатылған. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, пациенттың хәле ауыр тип баһалана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Адлер баҙарында һатып алынған чача эсеп Өфөлә йәш ҡатындың ғүмере өҙөлдө. Тикшереүгә ярашлы, хәмерҙең составында метил спирты табылған.

Башҡортостанда пилотһыҙ аппарат операторҙары сафы тулылана Башҡортостанда ҡораллы көстәр сафтарында һәм пилотһыҙ осоу аппараты операторҙары булып хеҙмәт итергә теләүселәр менән контракт төҙөлә. Махсус подразделение сафтарын «Черемушки» шифаханаһы базаһында урынлашҡан «Защитник» үҙәгендә тулыландырырға мөмкин. Үҙәктә 24 сәғәт эсендә документтарҙы тапшырып, пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү күнекмәләрен үҙләштергәндән һуң, хеҙмәт урынына барып етергә мөмкин. Көн һайын бында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тиҫтәләгән кеше, шулай уҡ сит ил вәкилдәре килә.

Өфөлә хәрби хәрәкәттәр ветерандарына танытмалар тапшырылды «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Өфө бүлексәһендә хәрби хәрәкәттәр ветерандарына танытмалар тапшырылды. Улар араһында «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусылар ҙа бар. Сара батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн дәүләт наградаларына лайыҡ булғандарҙы берләштерә.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙә баҡсасылыҡ ширҡәттәренә юлдар төҙөү барышы менән таныштырҙы Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, был мәсьәлә баҡсасыларҙы оҙаҡ йылдар дауамында борсоп килде. Быйыл ремонтларға планлаштырылған 24 юлдың 8-е әҙер ҙә инде-улар Бәләбәй, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко райондарында, шулай уҡ Сибайҙа һәм Өфөлә урынлашҡан. Был юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 8 ярым километр,улар 5 меңләгән участка иҫәпләнгән 23 баҡсасылыҡ ширҡәтенә илтә.

Өфөнөң Чернышевский урамында подвалдағы һыу менән көрәш дауам итә Өфөнөң тарихи үҙәгендәге күп ҡатлы йортта йәшәүселәр бинаның подвалын һыу баҫыу эҙемтәләре менән көрәшә. Баш ҡаланың Чернышевский урамындағы 105-се йорт подвалына ҡойма ямғырҙан һуң һыу эсендә ҡала. Унан аҙна-ун көн элек кенә бында торбаларҙы яңыртыу буйынса ремонт эштәре башланған булған. Һөҙөмтәлә эшселәр асыҡ асыҡ ҡалдырған траншея буйлап аҫҡа һыу аҡҡан. Торлаҡ хужалары күп ҡатлы йорт нигеҙе йыуылып төшмәһен, тип хәүефләнә.

Ғафури районында Еҙем йылғаһы ярын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса акция үтте Таҙа Еҙем. Ғафури районында Еҙем йылғаһы ярын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса акция үтте. Өс көнгә иҫәпләнгән экологик сарала 15 кеше ҡатнашҡан. Уларҙың иң өлкәненә 77 йәш булһа, кесеһе ни бары 2 йәштә. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары «Күлтамаҡ» турбазаһынан алып Толпар ауылына тиклемге яр буйы һәм туристик туҡталҡаларҙа йыйылды.

Өфөлә белем биреү системаһын камиллаштырыу һөйләшелде Өфөлә вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә муниципаль белем биреү системаларын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте. Муниципаль район хакимиәттәре башлыҡтары, уларҙың урынбаҫарҙары һәм мәғариф бүлеге етәкселәре тармаҡ үҫешенең төп йүнәлештәрен тикшерҙе.

Ауырғазы районындағы янған автобустың сәбәптәре асыҡлана Ауырғазы районындағы Р-240 федераль әһәмиәттәге трассаның 78-се километрында «Газель Некст» пассажир автобусы янып китә. Утты Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һүндерә. Был мәлдә автобус эсендә водитель һәм 5 пассажир була. Зыян күреүселәр һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Пассажирҙарҙы ташыу өсөн резерв автобус йәлеп ителә. Әлеге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.

Сибайҙа Көнсығыш шоссе ремонтлана Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Озерцов белдереүенсә, 2026 йылда капиталь ремонт ҡаралған. -
Сибайҙа Көнсығыш шоссе ремонтлана Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Озерцов белдереүенсә, 2026 йылда капиталь ремонт ҡаралған. - Көнсығыш шоссеға ремонт кәрәк. Йөк машиналарына ҡаланың үҙәк урамдарынан үтергә тура килә. Был мәсьәлә "Транспорт сәғәте"ндә ҡаралды. Киләһе йылда проблемалы юл тулыһынса төҙөкләндерелә, - тине ул.

Башҡортостанда заманса иҫкәртеү системаһы таратыла Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ярҙамында һуңғы 8 йыл эсендә 1300-гә яҡын кешенең ғүмере ҡотҡарылған.

Башҡортостанда Йомағужа һыуһаҡлағысы ремонтлана Бында капиталь ремонт дауам итә. Плотинаны төҙөкләндереү өсөн 360 тонна таш к
Башҡортостанда Йомағужа һыуһаҡлағысы ремонтлана Бында капиталь ремонт дауам итә. Плотинаны төҙөкләндереү өсөн 360 тонна таш килтерелгән, тип хәбәритәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Ремонт өсөн 432 миллион һум ҡаралған, уның ҙур өлөшөн федераль ҡаҙна бүлгән. Эштәр өс йылда тамамланырға тейеш.

Башҡортостануҡыусылары каникулын Белоруссияла уҙғара Беҙҙең республиканан балалар делегацияһы юлға сыҡты. Төркөмгә 20 һәләтле
Башҡортостануҡыусылары каникулын Белоруссияла уҙғара Беҙҙең республиканан балалар делегацияһы юлға сыҡты. Төркөмгә 20 һәләтле һәм әүҙем бала алынған. Уҡыусылар Минскавтомобиль заводы ҡарамағындағы балалар лагерында 14 көн була. Программала Белоруссияның иҫтәлекле урындарында булыу, Минск заводына экскурсия ҡаралған.Башҡортостандың балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина белдереүенсә, был сәфәр беҙҙең халыҡтар араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытырға, хеҙмәттәшлек өсөняңы мөмкинлектәр асырға ярҙам итә. Быға тиклем Минскиҙан уҡыусылар Башҡортостанға ял итергә килде.

Башҡортостануҡыусылары каникулын Белоруссияла уҙғара Беҙҙең республиканан балалар делегацияһы юлға сыҡты. Төркөмгә 20 һәләтле һәм әүҙем бала алынған. Уҡыусылар Минскавтомобиль заводы ҡарамағындағы балалар лагерында 14 көн була. Программала Белоруссияның иҫтәлекле урындарында булыу, Минск заводына экскурсия ҡаралған.Башҡортостандың балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина белдереүенсә, был сәфәр беҙҙең халыҡтар араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытырға, хеҙмәттәшлек өсөняңы мөмкинлектәр асырға ярҙам итә. Быға тиклем Минскиҙан уҡыусылар Башҡортостанға ял итергә килде.

Башҡортостан халҡына экологик тәрбиә биреү планы раҫланды Республика хөкүмәтендә ошо тема ҡаралды. Премьер-министр Андрей Наз
Башҡортостан халҡына экологик тәрбиә биреү планы раҫланды Республика хөкүмәтендә ошо тема ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, йыл һайын Башҡортостанда 1 миллион тонна ҡалдыҡ йыйыла. 18 сүп айырыу комплексы бар, 90 меңгә яҡын контейнер урынлаштырылған. Бындай инфраструктура менән бер рәттән халыҡтың экологик тәрбиәһе мөһим роль уйнай, - тине ул. Ошо өлкәлә ҡабул ителгән план 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән.

Өфөлә дауахана һәм мәктәп биләмәләрендә реклама урынлаштырыу тыйылды Шулай уҡ дини һәм тарихи объекттар янында бындай ҡоролма
Өфөлә дауахана һәм мәктәп биләмәләрендә реклама урынлаштырыу тыйылды Шулай уҡ дини һәм тарихи объекттар янында бындай ҡоролмалар булмаҫҡа тейеш. Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев 2014 йылда ҡабул ителгән документҡа төҙәтмәләр индерҙе. Өфөнөң урам рекламаһы идаралығы мәғлүмәттәр буйынса әле ҡалала реклама ҡоролмалары урынлаштырыу буйынса 2 меңдән ашыу рөхсәт ғәмәлдә.

Башҡортостан менән Санкт-Петербург араһында әҙәби күпер Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре «Шиғриәт көнө» һәм «Яҙыусы көнө» әҙәби альманахтарының Санкт-Петербург сығарылышында донъя күрҙе. Рус әҙәби үҙәгендә нәшер ителгән баҫмаларҙың исем туйы ошо көндәрҙә төньяҡ баш ҡаланың «Китап һәм графика» үҙәгендә ойошторолдо.

Ишембай районында Торатау итәгендә Роберт Юлдашевтың «Ел моңо» фестивале уҙғарылды Ишембай районында Торатау итәгендә Роберт Юлдашевтың «Ел моңо» фестивале уҙғарылды. Билдәле сәхнә оҫталары һәм йәш музыканттар ҡатнашлығындағы күләмле музыка һәм бейеү фестивалендә Алтайҙан, Силәбе өлкәһенән һәм Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан тылсымлы ҡурай моңон һөйөүселәр ҡатнашты.

Талҡаҫ күле буйында экологик өмә үтте Талҡаҫ буйы таҙарҙы! Ирәндектең йөҙөк ҡашы булған Талҡаҫ күле буйында экологик өмә үтте. Унда республика район-ҡалаларынан 100-ҙән ашыу экоактивистар ҡатнашты. Яр ситенән, һыу эсенән күпләп сығарылған суп-сар 700-гә яҡын тоҡҡа тултырылды.

Тәтешле районында уртаҡ көс менән алғы һыҙыҡтағы яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам туплана Барыһы ла еңеү өсөн. Тәтешле районында уртаҡ көс менән алғы һыҙыҡтағы яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам туплана. Район етәкселеге ир-егеттәр менән техника, төҙөлөш материалдары йыя, ә гүзәл заттар ҡаптарға тәмле аштар, быҡтырылған ит, улән сәйҙәре туплай. Тәтешленән ватан һаҡсыларына 30-ҙан ашыу гуманитар ылау оҙатылған. Сираттағыһы август аҙағында ебәрелә.

Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пунктарын яңыртыу дауам итә 2030 йылға уртаса ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә еткереү планлаштырыла. Был «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектынының төп маҡсаттарының береһе. Федераль программаға ярашлы, Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пунктарын яңыртыу дауам итә. Яңы социаль объект Архангел районының Зәйет ауылында ла сафҡа ингән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.