БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
1 973
订阅者
无数据24 小时
-87 天
-1930 天
帖子存档
1 973
Башҡортостанда тағы ла бер кеше чача эсеп реанимацияға эләккән
Метанолдан яһалған хәмер менән ағыуланған ир 21-се дауаханаға оҙатылған. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, пациенттың хәле ауыр тип баһалана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Адлер баҙарында һатып алынған чача эсеп Өфөлә йәш ҡатындың ғүмере өҙөлдө. Тикшереүгә ярашлы, хәмерҙең составында метил спирты табылған.
1 973
Башҡортостанда пилотһыҙ аппарат операторҙары сафы тулылана
Башҡортостанда ҡораллы көстәр сафтарында һәм пилотһыҙ осоу аппараты операторҙары булып хеҙмәт итергә теләүселәр менән контракт төҙөлә.
Махсус подразделение сафтарын «Черемушки» шифаханаһы базаһында урынлашҡан «Защитник» үҙәгендә тулыландырырға мөмкин. Үҙәктә 24 сәғәт эсендә документтарҙы тапшырып, пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү күнекмәләрен үҙләштергәндән һуң, хеҙмәт урынына барып етергә мөмкин. Көн һайын бында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тиҫтәләгән кеше, шулай уҡ сит ил вәкилдәре килә.
1 973
Өфөлә хәрби хәрәкәттәр ветерандарына танытмалар тапшырылды
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Өфө бүлексәһендә хәрби хәрәкәттәр ветерандарына танытмалар тапшырылды. Улар араһында «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусылар ҙа бар. Сара батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн дәүләт наградаларына лайыҡ булғандарҙы берләштерә.
1 973
Радий Хәбиров социаль селтәрҙә баҡсасылыҡ ширҡәттәренә юлдар төҙөү барышы менән таныштырҙы
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, был мәсьәлә баҡсасыларҙы оҙаҡ йылдар дауамында борсоп килде. Быйыл ремонтларға планлаштырылған 24 юлдың 8-е әҙер ҙә инде-улар Бәләбәй, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко райондарында, шулай уҡ Сибайҙа һәм Өфөлә урынлашҡан. Был юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 8 ярым километр,улар 5 меңләгән участка иҫәпләнгән 23 баҡсасылыҡ ширҡәтенә илтә.
1 973
Өфөнөң Чернышевский урамында подвалдағы һыу менән көрәш дауам итә
Өфөнөң тарихи үҙәгендәге күп ҡатлы йортта йәшәүселәр бинаның подвалын һыу баҫыу эҙемтәләре менән көрәшә. Баш ҡаланың Чернышевский урамындағы 105-се йорт подвалына ҡойма ямғырҙан һуң һыу эсендә ҡала. Унан аҙна-ун көн элек кенә бында торбаларҙы яңыртыу буйынса ремонт эштәре башланған булған. Һөҙөмтәлә эшселәр асыҡ асыҡ ҡалдырған траншея буйлап аҫҡа һыу аҡҡан. Торлаҡ хужалары күп ҡатлы йорт нигеҙе йыуылып төшмәһен, тип хәүефләнә.
1 973
Ғафури районында Еҙем йылғаһы ярын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса акция үтте
Таҙа Еҙем. Ғафури районында Еҙем йылғаһы ярын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса акция үтте. Өс көнгә иҫәпләнгән экологик сарала 15 кеше ҡатнашҡан. Уларҙың иң өлкәненә 77 йәш булһа, кесеһе ни бары 2 йәштә. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары «Күлтамаҡ» турбазаһынан алып Толпар ауылына тиклемге яр буйы һәм туристик туҡталҡаларҙа йыйылды.
1 973
Өфөлә белем биреү системаһын камиллаштырыу һөйләшелде
Өфөлә вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә муниципаль белем биреү системаларын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте. Муниципаль район хакимиәттәре башлыҡтары, уларҙың урынбаҫарҙары һәм мәғариф бүлеге етәкселәре тармаҡ үҫешенең төп йүнәлештәрен тикшерҙе.
1 973
Ауырғазы районындағы янған автобустың сәбәптәре асыҡлана
Ауырғазы районындағы Р-240 федераль әһәмиәттәге трассаның 78-се километрында «Газель Некст» пассажир автобусы янып китә. Утты Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һүндерә. Был мәлдә автобус эсендә водитель һәм 5 пассажир була. Зыян күреүселәр һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Пассажирҙарҙы ташыу өсөн резерв автобус йәлеп ителә. Әлеге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.
1 973
Сибайҙа Көнсығыш шоссе ремонтлана
Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Озерцов белдереүенсә, 2026 йылда капиталь ремонт ҡаралған. - Көнсығыш шоссеға ремонт кәрәк. Йөк машиналарына ҡаланың үҙәк урамдарынан үтергә тура килә. Был мәсьәлә "Транспорт сәғәте"ндә ҡаралды. Киләһе йылда проблемалы юл тулыһынса төҙөкләндерелә, - тине ул.
1 973
Башҡортостанда заманса иҫкәртеү системаһы таратыла
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ярҙамында һуңғы 8 йыл эсендә 1300-гә яҡын кешенең ғүмере ҡотҡарылған.
1 973
Башҡортостанда Йомағужа һыуһаҡлағысы ремонтлана
Бында капиталь ремонт дауам итә. Плотинаны төҙөкләндереү өсөн 360 тонна таш килтерелгән, тип хәбәритәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Ремонт өсөн 432 миллион һум ҡаралған, уның ҙур өлөшөн федераль ҡаҙна бүлгән. Эштәр өс йылда тамамланырға тейеш.
1 973
Башҡортостануҡыусылары каникулын Белоруссияла уҙғара
Беҙҙең республиканан балалар
делегацияһы юлға сыҡты. Төркөмгә 20 һәләтле һәм әүҙем бала алынған. Уҡыусылар Минскавтомобиль заводы ҡарамағындағы балалар лагерында 14 көн була. Программала
Белоруссияның иҫтәлекле урындарында булыу, Минск заводына экскурсия ҡаралған.Башҡортостандың балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина белдереүенсә,
был сәфәр беҙҙең халыҡтар араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытырға, хеҙмәттәшлек өсөняңы мөмкинлектәр асырға ярҙам итә. Быға тиклем Минскиҙан уҡыусылар
Башҡортостанға ял итергә килде.
1 973
Башҡортостануҡыусылары каникулын Белоруссияла уҙғара Беҙҙең республиканан балалар
делегацияһы юлға сыҡты. Төркөмгә 20 һәләтле һәм әүҙем бала алынған. Уҡыусылар Минскавтомобиль заводы ҡарамағындағы балалар лагерында 14 көн була. Программала
Белоруссияның иҫтәлекле урындарында булыу, Минск заводына экскурсия ҡаралған.Башҡортостандың балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина белдереүенсә,
был сәфәр беҙҙең халыҡтар араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытырға, хеҙмәттәшлек өсөняңы мөмкинлектәр асырға ярҙам итә. Быға тиклем Минскиҙан уҡыусылар
Башҡортостанға ял итергә килде.
1 973
Башҡортостан халҡына экологик тәрбиә биреү планы раҫланды
Республика хөкүмәтендә ошо тема ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, йыл һайын Башҡортостанда 1 миллион тонна ҡалдыҡ йыйыла. 18 сүп айырыу комплексы бар, 90 меңгә яҡын контейнер урынлаштырылған. Бындай инфраструктура менән бер рәттән халыҡтың экологик тәрбиәһе мөһим роль уйнай, - тине ул. Ошо өлкәлә ҡабул ителгән план 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән.
1 973
Өфөлә дауахана һәм мәктәп биләмәләрендә реклама урынлаштырыу тыйылды
Шулай уҡ дини һәм тарихи объекттар янында бындай ҡоролмалар булмаҫҡа тейеш. Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев 2014 йылда ҡабул ителгән документҡа төҙәтмәләр индерҙе. Өфөнөң урам рекламаһы идаралығы мәғлүмәттәр буйынса әле ҡалала реклама ҡоролмалары урынлаштырыу буйынса 2 меңдән ашыу рөхсәт ғәмәлдә.
1 973
Башҡортостан менән Санкт-Петербург араһында әҙәби күпер
Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре «Шиғриәт көнө» һәм «Яҙыусы көнө» әҙәби альманахтарының Санкт-Петербург сығарылышында донъя күрҙе. Рус әҙәби үҙәгендә нәшер ителгән баҫмаларҙың исем туйы ошо көндәрҙә төньяҡ баш ҡаланың «Китап һәм графика» үҙәгендә ойошторолдо.
1 973
Ишембай районында Торатау итәгендә Роберт Юлдашевтың «Ел моңо» фестивале уҙғарылды
Ишембай районында Торатау итәгендә Роберт Юлдашевтың «Ел моңо» фестивале уҙғарылды. Билдәле сәхнә оҫталары һәм йәш музыканттар ҡатнашлығындағы күләмле музыка һәм бейеү фестивалендә Алтайҙан, Силәбе өлкәһенән һәм Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан тылсымлы ҡурай моңон һөйөүселәр ҡатнашты.
1 973
Талҡаҫ күле буйында экологик өмә үтте
Талҡаҫ буйы таҙарҙы! Ирәндектең йөҙөк ҡашы булған Талҡаҫ күле буйында экологик өмә үтте. Унда республика район-ҡалаларынан 100-ҙән ашыу экоактивистар ҡатнашты. Яр ситенән, һыу эсенән күпләп сығарылған суп-сар 700-гә яҡын тоҡҡа тултырылды.
1 973
Тәтешле районында уртаҡ көс менән алғы һыҙыҡтағы яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам туплана
Барыһы ла еңеү өсөн. Тәтешле районында уртаҡ көс менән алғы һыҙыҡтағы яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам туплана. Район етәкселеге ир-егеттәр менән техника, төҙөлөш материалдары йыя, ә гүзәл заттар ҡаптарға тәмле аштар, быҡтырылған ит, улән сәйҙәре туплай. Тәтешленән ватан һаҡсыларына 30-ҙан ашыу гуманитар ылау оҙатылған. Сираттағыһы август аҙағында ебәрелә.
1 973
Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пунктарын яңыртыу дауам итә
2030 йылға уртаса ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә еткереү планлаштырыла. Был «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектынының төп маҡсаттарының береһе. Федераль программаға ярашлы, Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пунктарын яңыртыу дауам итә. Яңы социаль объект Архангел районының Зәйет ауылында ла сафҡа ингән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
