uk
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Відкрити в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Показати більше
2 023
Підписники
Немає даних24 години
-47 днів
-730 день
Архів дописів
Башҡортостанда заманса иҫкәртеү системаһы таратыла Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ярҙамында һуңғы 8 йыл эсендә 1300-гә яҡын кешенең ғүмере ҡотҡарылған.

Башҡортостанда Йомағужа һыуһаҡлағысы ремонтлана Бында капиталь ремонт дауам итә. Плотинаны төҙөкләндереү өсөн 360 тонна таш к
Башҡортостанда Йомағужа һыуһаҡлағысы ремонтлана Бында капиталь ремонт дауам итә. Плотинаны төҙөкләндереү өсөн 360 тонна таш килтерелгән, тип хәбәритәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Ремонт өсөн 432 миллион һум ҡаралған, уның ҙур өлөшөн федераль ҡаҙна бүлгән. Эштәр өс йылда тамамланырға тейеш.

Башҡортостануҡыусылары каникулын Белоруссияла уҙғара Беҙҙең республиканан балалар делегацияһы юлға сыҡты. Төркөмгә 20 һәләтле
Башҡортостануҡыусылары каникулын Белоруссияла уҙғара Беҙҙең республиканан балалар делегацияһы юлға сыҡты. Төркөмгә 20 һәләтле һәм әүҙем бала алынған. Уҡыусылар Минскавтомобиль заводы ҡарамағындағы балалар лагерында 14 көн була. Программала Белоруссияның иҫтәлекле урындарында булыу, Минск заводына экскурсия ҡаралған.Башҡортостандың балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина белдереүенсә, был сәфәр беҙҙең халыҡтар араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытырға, хеҙмәттәшлек өсөняңы мөмкинлектәр асырға ярҙам итә. Быға тиклем Минскиҙан уҡыусылар Башҡортостанға ял итергә килде.

Башҡортостануҡыусылары каникулын Белоруссияла уҙғара Беҙҙең республиканан балалар делегацияһы юлға сыҡты. Төркөмгә 20 һәләтле һәм әүҙем бала алынған. Уҡыусылар Минскавтомобиль заводы ҡарамағындағы балалар лагерында 14 көн була. Программала Белоруссияның иҫтәлекле урындарында булыу, Минск заводына экскурсия ҡаралған.Башҡортостандың балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина белдереүенсә, был сәфәр беҙҙең халыҡтар араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытырға, хеҙмәттәшлек өсөняңы мөмкинлектәр асырға ярҙам итә. Быға тиклем Минскиҙан уҡыусылар Башҡортостанға ял итергә килде.

Башҡортостан халҡына экологик тәрбиә биреү планы раҫланды Республика хөкүмәтендә ошо тема ҡаралды. Премьер-министр Андрей Наз
Башҡортостан халҡына экологик тәрбиә биреү планы раҫланды Республика хөкүмәтендә ошо тема ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, йыл һайын Башҡортостанда 1 миллион тонна ҡалдыҡ йыйыла. 18 сүп айырыу комплексы бар, 90 меңгә яҡын контейнер урынлаштырылған. Бындай инфраструктура менән бер рәттән халыҡтың экологик тәрбиәһе мөһим роль уйнай, - тине ул. Ошо өлкәлә ҡабул ителгән план 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән.

Өфөлә дауахана һәм мәктәп биләмәләрендә реклама урынлаштырыу тыйылды Шулай уҡ дини һәм тарихи объекттар янында бындай ҡоролма
Өфөлә дауахана һәм мәктәп биләмәләрендә реклама урынлаштырыу тыйылды Шулай уҡ дини һәм тарихи объекттар янында бындай ҡоролмалар булмаҫҡа тейеш. Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев 2014 йылда ҡабул ителгән документҡа төҙәтмәләр индерҙе. Өфөнөң урам рекламаһы идаралығы мәғлүмәттәр буйынса әле ҡалала реклама ҡоролмалары урынлаштырыу буйынса 2 меңдән ашыу рөхсәт ғәмәлдә.

Башҡортостан менән Санкт-Петербург араһында әҙәби күпер Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре «Шиғриәт көнө» һәм «Яҙыусы көнө» әҙәби альманахтарының Санкт-Петербург сығарылышында донъя күрҙе. Рус әҙәби үҙәгендә нәшер ителгән баҫмаларҙың исем туйы ошо көндәрҙә төньяҡ баш ҡаланың «Китап һәм графика» үҙәгендә ойошторолдо.

Ишембай районында Торатау итәгендә Роберт Юлдашевтың «Ел моңо» фестивале уҙғарылды Ишембай районында Торатау итәгендә Роберт Юлдашевтың «Ел моңо» фестивале уҙғарылды. Билдәле сәхнә оҫталары һәм йәш музыканттар ҡатнашлығындағы күләмле музыка һәм бейеү фестивалендә Алтайҙан, Силәбе өлкәһенән һәм Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан тылсымлы ҡурай моңон һөйөүселәр ҡатнашты.

Талҡаҫ күле буйында экологик өмә үтте Талҡаҫ буйы таҙарҙы! Ирәндектең йөҙөк ҡашы булған Талҡаҫ күле буйында экологик өмә үтте. Унда республика район-ҡалаларынан 100-ҙән ашыу экоактивистар ҡатнашты. Яр ситенән, һыу эсенән күпләп сығарылған суп-сар 700-гә яҡын тоҡҡа тултырылды.

Тәтешле районында уртаҡ көс менән алғы һыҙыҡтағы яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам туплана Барыһы ла еңеү өсөн. Тәтешле районында уртаҡ көс менән алғы һыҙыҡтағы яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам туплана. Район етәкселеге ир-егеттәр менән техника, төҙөлөш материалдары йыя, ә гүзәл заттар ҡаптарға тәмле аштар, быҡтырылған ит, улән сәйҙәре туплай. Тәтешленән ватан һаҡсыларына 30-ҙан ашыу гуманитар ылау оҙатылған. Сираттағыһы август аҙағында ебәрелә.

Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пунктарын яңыртыу дауам итә 2030 йылға уртаса ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә еткереү планлаштырыла. Был «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектынының төп маҡсаттарының береһе. Федераль программаға ярашлы, Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пунктарын яңыртыу дауам итә. Яңы социаль объект Архангел районының Зәйет ауылында ла сафҡа ингән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостанда урман янғындары менән көрәшергә «Лесохранитель» системаһы ярҙам итә Ут сығыуҙы ситтән тороп автомат рәүештә асыҡлаусы камералар 2021 йылда урынлаштырыла башланы. Быйыл тағы ла ун видеокүҙәтеү ҡоролмаһы өҫтәлде, тип яҙа социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров.

Башҡортостанда «Алға» картаһы менән электричкала иҫәпләшеүселәр һаны арта Иглин йүнәлешендә карта менән билет хаҡы 35 һум. Йыл башынан алып авгусҡа тиклем 354 пассажир «Алға» менән иҫәпләшкән. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда һандар 38 процентҡа күберәк. Карта менән юл йөрөү отошло килеп сыға.

Өфө халҡы һағыҙаҡтар күплегенә зарлана Ҡаланың берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә һағыҙаҡ ояһын табып шылтыратыу осраҡтары йышайған. Август башында баш ҡаланың ике балалар баҡсаһынан бөжәктәр һөжүм итеүе тураһында хәбәр иткәндәр. Ҡотҡарыусылар махсус ҡорамалдар ярҙамында һағыҙаҡ ояларын юҡ иткән.

Башҡортостанда бурһыҡҡа һунар йәрәбәһе электрон форматта үткәрелә башланы Яңы законға ярашлы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында һунарсыларҙың ғаризалары буйынса рөхсәт документтары ебәрелде. Электрон рөхсәт ҡағыҙы «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша теркәлә. Дөйөм күрһәткестәр буйынса республиканың 23 районында бурһыҡҡа һунар итергә теләүселәрҙән документтар ҡабул ителгән.

Өфөләге «Һалдат даны. Әсәләр хәтере» музейҙын һыу баҫыу дауам итә Һыу баҫыу сәбәпле, бүлмәләрҙә стена күгәрә, иҙән ҡуба. Өфөнөң Комсомол урамы 23 кәсер 1 адресы буйынса урынлашҡан «Һалдат даны. Әсәләр хәтере» музейын өс йыл даумында һыу баҫа. Санитар талаптарға яуап бирмәгән шарттарҙа хеҙмәткәрҙәр һәм ирекмәндәр тулы ҡеүәтенә эшләй алмай. Хәрби-патриотик йүнәлештә эшләүсе белгестәрҙең эщ шарттарын БЮТ ижади төркөмө лә барып күрҙе.

МХО яугирҙарына хәрби бәрелештәр ветераны статусы бирелеү менән түләүҙәр автомат рәүештә күсерелә Махсус хәрби операция яугирҙарына хәрби бәрелештәр ветераны статусы бирелеү менән түләүҙәр автомат рәүештә күсерелә. Рәсәй социаль фонды тейешле мәғлүмәттәрҙе федераль дәүләт органдарынан аласаҡ, ғариза яҙыу кәрәкмәй. Айлыҡ түләүҙәр 1 февралдән артып 4 582 һум тәшкил итә. Был аҡсалар күрһәтелгән социаль хеҙмәттәрҙең эквиваленты. Түләүҙәр урынына хеҙмәттәр алырға теләүселәр 1 октябргә тиклем ғариза яҙырға тейеш.

Республика ауыл хужалыҡтары быйыл шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуға ваҡытынан алда төшә Был турала Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәхрахманова беҙҙең телеканалға биргән интервьюһында белдерҙе. Былтыр татлы тамыр уңышы юғары булһа ла, уның ваҡытында эшкәртелмәүе һөҙөмтәһендә сифат кимәле түбәнәйгән. Ошоно иҫәпкә алып, быйыл шәкәр сөгөлдөрө майҙаны 42 мең гектарға тиклем кәметелгән. Республикалағы ике шәкәр заводын да тулыһынса сеймал менән тулыландырыу өсөн миллион ярым тонна самаһы уңыш етә, тип билдәләне ведомство етәксеһе.

Башҡортостан предприятиелары Үзбәкстанға химия сәнәғәте тауарҙарын оҙата Был турала Ташкент делегацияһы менән осрашыу барышын
Башҡортостан предприятиелары Үзбәкстанға химия сәнәғәте тауарҙарын оҙата Был турала Ташкент делегацияһы менән осрашыу барышында белдерелде. Рәсми ҡунаҡтар эш сәфәре менән Өфөгә килде. Вице-премьер-Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, - уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса ике республика араһында сауҙа 16,8 процентҡа артҡан. Быйыл Ташкентта Стәрлетамаҡ һәм Фирғәнә өлкәһенең Коканд ҡалалары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Шулай уҡ үткән аҙнала алдағы йылдарҙа хеҙмәттәшлек буйынса документҡа ҡул ҡуйылды.

Башҡортостан баҫыуҙарында ураҡ кампанияһы дауам итә Бөгөнгө көнгә республика аграрийҙары 860 мең тонна бойҙай һуғып йыйған. 280 тонна бойҙай экспортҡа оҙатылған. Республикала үҫтерелгән уңыш Ленинград, Һамар, Ырымбур, Тамбов өлкәләренә, Краснодар һәм Пермь крайҙарына, Татарстан һәм Удмурт республикаларына оҙатылған.