en
Feedback

Don't get caught by a cheater! Telemetrio finds and tags such channels 👉 If you want to see the tag, subscribe

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
1 968
Subscribers
No data24 hours
-27 days
-1630 days
Posts Archive
Рәсәй студенттары көнө уңайынан Өфөлә йәштәр фестивале үтте Көрәш Һарайы майҙанында ойошторолған сарала 1700 студент ҡатнашты. Фестивалдә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны, йәштәр менән аралашты. Майҙанда профориентацияға арналған һөнәри күргәҙмә лә эшләне. Һәләтле йәштәр республика предприятиелары белгестәре менән аралашып, ойошма эшмәкәрлеге менән танышты, үҙҙәренә тап килгән вакансияларҙы ҡараны.

Өфө ғалимдары ялған балды асыҡлау юлын уйлап тапҡан Башҡорт балы тип алдап булмаясаҡ. Өфө ғалимдары ялған балды асыҡлау юлын уйлап тапҡан. Улар башҡорт тоҡомло бал ҡорто йыйған балдың днк-һын асыҡлаған. Был уникаль алым фальцификация менән көрәшеү мөмкинлеге бирә. Ғалимдар бөгөн «Фән сәғәте» форматында үткән күсмә кәңәшмәлә был өлкәләге һуңғы асыштары менән таныштырҙы.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты «Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» милли премияһында еңеү яуланы Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропорты «Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» милли премияһында еңеү яуланы. Ул «Йылына 2-6 миллион пассажир ағымы булған иң яҡшы аэропорт» номинацияһында уңыш ҡаҙанды. Коллективтың юғары тармаҡ наградаһына лайыҡ булыуы менән Радий Хәбиров ҡотланы.

Парламент ултырышында дини татыулыҡ мәсьәләһе ҡаралды Дини мөнәсәбәттәр, грант, медицина ярҙамы буйынса мөрәжәғәттәр. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың граждандар институты, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты ултырышының көн тәртибенә ошо һәм башҡа мәсьәләләр сығарылды.

Радий Хәбиров Баймаҡ районынан МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән дә осрашты. Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙең ата-әсәләре, ҡатындары, балаларының оло ҡайғыһын уртаҡлашып, уларға генерал Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы.

Радий Хабиров «Рәсәйҙә эш» модулле күп функциялы кадрҙар үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты Башҡортостан башлығы Радий Хабиров Сибайҙа асылған «Рәсәйҙә эш» модулле күп функциялы кадрҙар үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. «Демография» милли проекты буйынса төҙөлгән объект былтыр декабрҙә файҙаланыуға тапшырылғайны. Бында урындағы халыҡҡа эш табыу, өҫтәмә һөнәри белем алыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, эшкә урынлашыу, резюме тултырыу буйынса консультациялар бирелә.

Башҡортостан мәктәптәрендә ашатыу сифаты тикшерелде Был мәсьәлә Республика хөкүмәтендә ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаро
Башҡортостан мәктәптәрендә ашатыу сифаты тикшерелде Был мәсьәлә Республика хөкүмәтендә ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, 13 ғинуарҙан башлап мәктәп һәм балалар баҡсаларына 37 рейд ойошторолған. Ризыҡ лабораторияла тикшерелгән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда етешһеҙлектәр кәмегән. - Учреждениеларҙа ашатыу сифатын күҙәтеү дауам итә. Шулай уҡ белем биреү ойошмалары ашнаҡсылары араһында һөнәри конкурс ойошторола, тип белдерелде ултырышта.

Рәсәйҙә электр самокатында йөрөгән полиция патруле барлыҡҡа килде Проект һынау үтә. Әле шәхси мобиль саралар Сочи урамдарын т
Рәсәйҙә электр самокатында йөрөгән полиция патруле барлыҡҡа килде Проект һынау үтә. Әле шәхси мобиль саралар Сочи урамдарын тикшергән ваҡытта файҙаланыла. Яҡын арала был тәжрибәне башҡа ҡалаларға ла таратыу ҡарала. Һынау уңышлы үткән осраҡта, электр самокаттары хоҡуҡ һаҡсылары өсөн киң ҡулланылған транспорт буласаҡ.

Башҡортостанда 450 меңгә яҡын ғаиләгә Әсәлек капиталы тапшырылған Социаль фондтан хәбәр итеүҙәренсә, был программа илдә 2007-
Башҡортостанда 450 меңгә яҡын ғаиләгә Әсәлек капиталы тапшырылған Социаль фондтан хәбәр итеүҙәренсә, был программа илдә 2007-се йылдан ғәмәлгә ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә республика ғаиләләренә 160 миллиард һумлыҡ сертификат бирелгән. Әсәлек капиталы программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды. Беренсе бала өсөн сертификат 676 мең һумға етте. Икенсе балаға тағы 217 мең һум өҫтәлә.

Өфөләге "Еңеү" кинотеатрында реконструкция дауам итә Черниковкала урынлашҡан бинаның нигеҙе нығытылған, ҡыйыҡта эштәр башҡары
Өфөләге "Еңеү" кинотеатрында реконструкция дауам итә Черниковкала урынлашҡан бинаның нигеҙе нығытылған, ҡыйыҡта эштәр башҡарылған. Был турала Калинин район хакимиәтенән хәбәр итәләр. Капиталь ремонт өсөн ҡала бюджетынан 235 миллион һум бүленгән. "Еңеү" кинотеатры 2000-се йылдан коммерция ойошмаһы ҡарамағында була. 17-се йылдың йәйендә ваҡытлыса ябылды. 2022 йылда бина Өфө йәш тамашасы театрына тапшырылды.

Башҡортостан «Беренселәр хәрәкәте»нең грант еңеүселәре күплеге буйынса илдә алдынғы төбәктәрҙең береһе Былтыр төбәктән 32 башланғыс конкурс еңеүсеһе тип табылған. «Беренселәр хәрәкәте»нән йәлеп ителгән грант күләме 124 миллион һумдан ашҡан. Был аҡсаларға тотош республикала алтмышҡа яҡын проект тормошҡа ашырыла. Бөгөн үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр тәбрикләнде.

Башҡортостан туңдырмаһы экспортҡа сыға Башҡорт һөтөнән етештерелгән татлы ризыҡ Вьетнам, Евразия иҡтисади союзы илдәренә, шулай уҡ Әзербайжан һәм Үзбәкстанға оҙатыла. Әле Ҡытай һәм Тайланд баҙарына сығыу мәсьәләһе хәл ителә. Етештереү ҡеүәтен арттырыуға «Башҡорт туңдырмаһы» компанияһы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында төҙөлгән инвестиция проекты ярҙам итә. Уға ярашлы, предприятие базаһы тулыһынса яңыра, был туңдырманы етештереүҙе 20 процентҡа арттырырға мөмкинлек биргән.

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша күпеҙә реконструкция дауам итә Ҡала өсөн мөһим юл объектында күләмле төҙөлөш 50 процентҡа әҙер. Әле участкала 150 эшсе эшләй, тиҫтәләгән берәмек техника йәлеп ителгән. Реконструкция килешеү графигы буйынса алып барыла. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар көтөп алған Ағиҙел күпере быйыл август аҙағында асыласаҡ тип күҙаллана.

Радий Хәбиров Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәкте асыу тантанаһында ҡатнашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәкте асыу тантанаһында ҡатнашты. Биләмәлә медицина ярҙамы сифаты ла яҡшырған, яңы модулле участка дауаханаһы сафҡа индерелгән. Эш сәфәре барышында Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы биләмәһендә күренекле дәүләт эшмәкәре, сирек быуатҡа яҡын БАССР-ҙың Министрҙар Советын етәкләгән Зәкәриә Аҡназаровҡа бюст та асылды.

Башҡортостанда студент отрядтарын үҫтереү буйынса оператив штаб ойошторола Ул республика предприятиеларында вакансиялар булды
Башҡортостанда студент отрядтарын үҫтереү буйынса оператив штаб ойошторола Ул республика предприятиеларында вакансиялар булдырыу менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә тейеш. Беҙҙә 120-нән ашыу студент отряды эшләй. Былтыр 4 меңгә яҡын кеше хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән. Әйткәндәй, иртәгә Өфөлә студенттар фестивале үтә. Унда Башҡортостан һәм Рәсәй вуздарында белем алған ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡатнаша. Шулай уҡ ойошма һәм компания етәкселәре саҡырылған.

Ҡыштың йылы тороуына бәйле, республика йылға-күлдәренә рейдтар ваҡытынан алда башланыуы ихтимал Ҡыштың йылы тороуына бәйле, республика йылға-күлдәренә рейдтар ваҡытынан алда башланыуы ихтимал. Иҫкәртеүсе саралар бөгөн Кушнаренко районының Сәрмәсән йылғаһында үтте. Эште урындағы хакимиәт ҡарамағындағы ҡотҡарыу хеҙмәте вәкиле алып барҙы. Ул күптән түгел махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп, тыуған яғына эшкә ҡайтҡан.

Бүздәк районы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яҡташтарына даими ярҙам күрһәтә Бөтәбеҙгә бер еңеү. Бүздәк районы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яҡташтарына даими ярҙам күрһәтә. Гуманитар ылау әҙерләүгә барлыҡ учреждениелар, эшҡыуарҙар, ябай халыҡ ҡушылған.

Башҡортостанда йәшәүселәр менән Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары осраша «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы социаль мәсьәләләр буйынса ҡабул итеү аҙналығы башланды. Башҡортостанда йәшәүселәр менән Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары осраша. Аҙна дауамында ҡабул итеүгә килгән кешеләргә төбәктең социаль фонды һәм федераль мотлаҡ медицина страховкаһы фонды, Рәсәй юристар ассоциацияһы кеүек ведомстволар һәм республиканың Кеше һәм Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәренә һорауҙар менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге тыуҙырыла.

Өфө заводы динамик подзарядкалы яңы «Электробус» линейкаһы сығарырға йыйына Халыҡта улар «гармошка» тип йөрөтөлә. Был электробустарҙа тәпәш иҙән майҙаны ҙурайтылыуы аҙ мобилле граждандарға уңайлы. Навигация һәм климат-контроль системалары, видеокүҙәтеү, медиакомплекс - яңы троллейбустың яҡшы яҡтары күп. Улар бер зарядка менән 20 километр араны үтә ала. Модель Минск автомобиль заводы менән берлектә эшләнгән.

Быйыл Башҡортостанда 94 йәмәғәт биләмәһе яңыртыла Был турала Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Ҡала мөхите сәғәте» форматындағы кәңәшмәлә билдәләнде.Реновация «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты буйынса үтә һәм уға миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Өфөлә Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйылған Ленин исемендәге парк, Стәрлетамаҡта Киров исемендәге парк, Салауатта Космонавтар бульвары, шулай уҡ төбәктең башҡа мөйөштәрендәге йәмәғәт биләмәләре яңыртыла.