es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
2 019
Suscriptores
Sin datos24 horas
-37 días
-1030 días
Archivo de publicaciones
Өфөләге "Еңеү" кинотеатрында реконструкция дауам итә Черниковкала урынлашҡан бинаның нигеҙе нығытылған, ҡыйыҡта эштәр башҡары
Өфөләге "Еңеү" кинотеатрында реконструкция дауам итә Черниковкала урынлашҡан бинаның нигеҙе нығытылған, ҡыйыҡта эштәр башҡарылған. Был турала Калинин район хакимиәтенән хәбәр итәләр. Капиталь ремонт өсөн ҡала бюджетынан 235 миллион һум бүленгән. "Еңеү" кинотеатры 2000-се йылдан коммерция ойошмаһы ҡарамағында була. 17-се йылдың йәйендә ваҡытлыса ябылды. 2022 йылда бина Өфө йәш тамашасы театрына тапшырылды.

Башҡортостан «Беренселәр хәрәкәте»нең грант еңеүселәре күплеге буйынса илдә алдынғы төбәктәрҙең береһе Былтыр төбәктән 32 башланғыс конкурс еңеүсеһе тип табылған. «Беренселәр хәрәкәте»нән йәлеп ителгән грант күләме 124 миллион һумдан ашҡан. Был аҡсаларға тотош республикала алтмышҡа яҡын проект тормошҡа ашырыла. Бөгөн үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр тәбрикләнде.

Башҡортостан туңдырмаһы экспортҡа сыға Башҡорт һөтөнән етештерелгән татлы ризыҡ Вьетнам, Евразия иҡтисади союзы илдәренә, шулай уҡ Әзербайжан һәм Үзбәкстанға оҙатыла. Әле Ҡытай һәм Тайланд баҙарына сығыу мәсьәләһе хәл ителә. Етештереү ҡеүәтен арттырыуға «Башҡорт туңдырмаһы» компанияһы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында төҙөлгән инвестиция проекты ярҙам итә. Уға ярашлы, предприятие базаһы тулыһынса яңыра, был туңдырманы етештереүҙе 20 процентҡа арттырырға мөмкинлек биргән.

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша күпеҙә реконструкция дауам итә Ҡала өсөн мөһим юл объектында күләмле төҙөлөш 50 процентҡа әҙер. Әле участкала 150 эшсе эшләй, тиҫтәләгән берәмек техника йәлеп ителгән. Реконструкция килешеү графигы буйынса алып барыла. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар көтөп алған Ағиҙел күпере быйыл август аҙағында асыласаҡ тип күҙаллана.

Радий Хәбиров Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәкте асыу тантанаһында ҡатнашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәкте асыу тантанаһында ҡатнашты. Биләмәлә медицина ярҙамы сифаты ла яҡшырған, яңы модулле участка дауаханаһы сафҡа индерелгән. Эш сәфәре барышында Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы биләмәһендә күренекле дәүләт эшмәкәре, сирек быуатҡа яҡын БАССР-ҙың Министрҙар Советын етәкләгән Зәкәриә Аҡназаровҡа бюст та асылды.

Башҡортостанда студент отрядтарын үҫтереү буйынса оператив штаб ойошторола Ул республика предприятиеларында вакансиялар булды
Башҡортостанда студент отрядтарын үҫтереү буйынса оператив штаб ойошторола Ул республика предприятиеларында вакансиялар булдырыу менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә тейеш. Беҙҙә 120-нән ашыу студент отряды эшләй. Былтыр 4 меңгә яҡын кеше хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән. Әйткәндәй, иртәгә Өфөлә студенттар фестивале үтә. Унда Башҡортостан һәм Рәсәй вуздарында белем алған ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡатнаша. Шулай уҡ ойошма һәм компания етәкселәре саҡырылған.

Ҡыштың йылы тороуына бәйле, республика йылға-күлдәренә рейдтар ваҡытынан алда башланыуы ихтимал Ҡыштың йылы тороуына бәйле, республика йылға-күлдәренә рейдтар ваҡытынан алда башланыуы ихтимал. Иҫкәртеүсе саралар бөгөн Кушнаренко районының Сәрмәсән йылғаһында үтте. Эште урындағы хакимиәт ҡарамағындағы ҡотҡарыу хеҙмәте вәкиле алып барҙы. Ул күптән түгел махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп, тыуған яғына эшкә ҡайтҡан.

Бүздәк районы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яҡташтарына даими ярҙам күрһәтә Бөтәбеҙгә бер еңеү. Бүздәк районы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яҡташтарына даими ярҙам күрһәтә. Гуманитар ылау әҙерләүгә барлыҡ учреждениелар, эшҡыуарҙар, ябай халыҡ ҡушылған.

Башҡортостанда йәшәүселәр менән Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары осраша «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы социаль мәсьәләләр буйынса ҡабул итеү аҙналығы башланды. Башҡортостанда йәшәүселәр менән Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары осраша. Аҙна дауамында ҡабул итеүгә килгән кешеләргә төбәктең социаль фонды һәм федераль мотлаҡ медицина страховкаһы фонды, Рәсәй юристар ассоциацияһы кеүек ведомстволар һәм республиканың Кеше һәм Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәренә һорауҙар менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге тыуҙырыла.

Өфө заводы динамик подзарядкалы яңы «Электробус» линейкаһы сығарырға йыйына Халыҡта улар «гармошка» тип йөрөтөлә. Был электробустарҙа тәпәш иҙән майҙаны ҙурайтылыуы аҙ мобилле граждандарға уңайлы. Навигация һәм климат-контроль системалары, видеокүҙәтеү, медиакомплекс - яңы троллейбустың яҡшы яҡтары күп. Улар бер зарядка менән 20 километр араны үтә ала. Модель Минск автомобиль заводы менән берлектә эшләнгән.

Быйыл Башҡортостанда 94 йәмәғәт биләмәһе яңыртыла Был турала Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Ҡала мөхите сәғәте» форматындағы кәңәшмәлә билдәләнде.Реновация «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты буйынса үтә һәм уға миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Өфөлә Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйылған Ленин исемендәге парк, Стәрлетамаҡта Киров исемендәге парк, Салауатта Космонавтар бульвары, шулай уҡ төбәктең башҡа мөйөштәрендәге йәмәғәт биләмәләре яңыртыла.

Сабыйҙарға ҡушылған үҙенсәлекле исемдәрҙе атанылар ЗАГС реестры 1 ғинуарҙан 2 февралгә тиклемге мәғлүмәттәрҙе иғлан итте. Ҡыҙ
Сабыйҙарға ҡушылған үҙенсәлекле исемдәрҙе атанылар ЗАГС реестры 1 ғинуарҙан 2 февралгә тиклемге мәғлүмәттәрҙе иғлан итте. Ҡыҙҙарға һирәк исемдәр араһында Роксалана, Сәлимә, Амилина, Богдана һәм Дияна. Малайҙарға Рауил, Абрам, Суан Ву һәм тигән үҙенсәлекле исемдәр ҡушылған. Иң популяр исемдәр Әминә, Йәсминә, Эмилия, Ева, Амилия, Эмир, Мирон, Әмир һәм Михаил булған.

Көнбайышта - "Евровидение", беҙҙә - "Интервидение" Президент Владимир Путин быйыл халыҡ-ара музыка конкурсын уҙғарыу тураһынд
Көнбайышта - "Евровидение", беҙҙә - "Интервидение" Президент Владимир Путин быйыл халыҡ-ара музыка конкурсын уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. "Интервидение" Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә үткәрелә. Илдәр араһында мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтереү маҡсаты ҡуйылған. Конкурсты ойоштороу комитеты булдырыла, сараны уҙғарыу ваҡыты аныҡланмаған.

Башҡортостан бокс федерацияһы илдә иң яҡшыһы тип танылды Юғары награда Бөтә Рәсәй боксерҙар форумында тапшырылды. Әле республ
Башҡортостан бокс федерацияһы илдә иң яҡшыһы тип танылды Юғары награда Бөтә Рәсәй боксерҙар форумында тапшырылды. Әле республикала 4 меңдән ашыу кеше бокс менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнә. 500 спортсы Рәсәйҙең спорт мастерына кандидат, 23-ө спорт мастеры, икәүһе халыҡ-ара класлы спорт мастеры исеменә лайыҡ булды, тип белдерәләр Спорт министрлығынан.

Быйыл Башҡортостан хужалыҡтары ҡара сиңерткәнән зыян күреүе ихтимал Илдең 20 төбәгенә хәүеф янай. Айырыуса Ҡаҙағстан менән си
Быйыл Башҡортостан хужалыҡтары ҡара сиңерткәнән зыян күреүе ихтимал Илдең 20 төбәгенә хәүеф янай. Айырыуса Ҡаҙағстан менән сиктәш субъекттарҙа хәл киҫкен буласаҡ. Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән ошо турала белдерәләр. Ҡыш йылы тороуға бәйле, бөжәктәрҙең артыуы фаразлана. Ҡара сиңерткә менән көрәшеү маҡсатында төбәктәрҙә махсус отрядтар ойоштороу ҡарала.

Февралдә оҙайлы ялдар булмаясаҡ 23 февраль йәкшәмбегә тура килә. Өҫтәмә ял 8 майға күсерелә. 24 февраль – тулы хеҙмәт көнө. Р
Февралдә оҙайлы ялдар булмаясаҡ 23 февраль йәкшәмбегә тура килә. Өҫтәмә ял 8 майға күсерелә. 24 февраль – тулы хеҙмәт көнө. Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар көнө рәсми ял тип иғлан ителгән. Ҡанун буйынса, байрам эш көнөнә тура килһә, ул ял тип иғлан ителә. Шәмбе йәки йәкшәмбе булһа, ял дүшәмбе йәки йомаға күсерелә. Ҡыштың һуңғы айында байрамда оҙайлы ял итеү ҡаралмаған. Ил халҡын 8 майҙан 11-енә тиклем каникул көтә.

Өфө ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарына бронялы УАЗ автомобиле тапшырҙы «Башҡортостан» полкы хәрбиҙәре һорауын баш ҡаланың Октябрь районындағы төҙөлөш компанияһы үтәгән. Район хакимиәте яугирҙарға генератор һәм бензобысҡыс та алған. Машинаны отпуск ялына ҡайтҡан яугирҙар яҡын арала махсус хәрби операция биләмәһенә алып китәсәк. Һалдаттар Даян Мурзин исемендәге ирекле батальоны составында Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә хеҙмәт итә. Әйткәндәй, УАЗ автомобиле дрондарға ҡаршы тимер менән йыһазландырылған.

Башҡортостан журналистары һәм блогерҙары өсөн Рәсәйҙең иң көнбайыш төбәгенә матбуғат туры ойошторолдо Өфөнән Калинградҡа. Башҡортостан журналистары һәм блогерҙары өсөн Рәсәйҙең иң көнбайыш төбәгенә матбуғат туры ойошторолдо. Үҙенсәлекле сәйәхәттә ҡатнашыусылар Калининград өлкәһе мәҙәниәтен, тарихын өйрәнде, төрлө ҡалаларында булып иҫтәлекле урындар менән танышты.

Башҡортостанда «Алға» махсус иҡтисади зонаһы ойошторолоуға 5 йыл Ишембай районында эшләгән «За спорт» кейем тегеү фабрикаһы «Алға « сиктәрендә еңел сәнәғәт предприятиеларының уңышлы миҫалы. Сифатлы кейем тегеү цехтарында производствоның бөтә этаптары ойошторолған , районда 300 кешегә яңы эш урыны булдырылған

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» республика кадрҙар программаһы старт алыуын иғлан итте Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» республика кадрҙар программаһы старт алыуын иғлан итте. Идара итеү системаһына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм демобилизацияға эләгеүселәр иҫәбенән белгестәр әҙерләнә башлай. Шулай уҡ фән өлкәһен үҫтереү ҙә - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Төбәк етәксеһе Указы менән «Йылдың йәш ғалимы» тип исемләнгән яңы премия булдырылды. Ултырышта күтәрелгән мөһим яңылыҡтар һәм көнүҙәк мәсьәләләр тураһында репортаж.