БСТ | Яңылыҡтар
Open in Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Show more1 968
Subscribers
No data24 hours
-27 days
-1630 days
Posts Archive
1 968
Сабыйҙарға ҡушылған үҙенсәлекле исемдәрҙе атанылар
ЗАГС реестры 1 ғинуарҙан 2 февралгә тиклемге мәғлүмәттәрҙе иғлан итте. Ҡыҙҙарға һирәк исемдәр араһында Роксалана, Сәлимә, Амилина, Богдана һәм Дияна. Малайҙарға Рауил, Абрам, Суан Ву һәм тигән үҙенсәлекле исемдәр ҡушылған. Иң популяр исемдәр Әминә, Йәсминә, Эмилия, Ева, Амилия, Эмир, Мирон, Әмир һәм Михаил булған.
1 968
Көнбайышта - "Евровидение", беҙҙә - "Интервидение"
Президент Владимир Путин быйыл халыҡ-ара музыка конкурсын уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. "Интервидение" Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә үткәрелә. Илдәр араһында мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтереү маҡсаты ҡуйылған. Конкурсты ойоштороу комитеты булдырыла, сараны уҙғарыу ваҡыты аныҡланмаған.
1 968
Башҡортостан бокс федерацияһы илдә иң яҡшыһы тип танылды
Юғары награда Бөтә Рәсәй боксерҙар форумында тапшырылды. Әле республикала 4 меңдән ашыу кеше бокс менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнә. 500 спортсы Рәсәйҙең спорт мастерына кандидат, 23-ө спорт мастеры, икәүһе халыҡ-ара класлы спорт мастеры исеменә лайыҡ булды, тип белдерәләр Спорт министрлығынан.
1 968
Быйыл Башҡортостан хужалыҡтары ҡара сиңерткәнән зыян күреүе ихтимал
Илдең 20 төбәгенә хәүеф янай. Айырыуса Ҡаҙағстан менән сиктәш субъекттарҙа хәл киҫкен буласаҡ. Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән ошо турала белдерәләр. Ҡыш йылы тороуға бәйле, бөжәктәрҙең артыуы фаразлана. Ҡара сиңерткә менән көрәшеү маҡсатында төбәктәрҙә махсус отрядтар ойоштороу ҡарала.
1 968
Февралдә оҙайлы ялдар булмаясаҡ
23 февраль йәкшәмбегә тура килә. Өҫтәмә ял 8 майға күсерелә. 24 февраль – тулы хеҙмәт көнө. Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар көнө рәсми ял тип иғлан ителгән. Ҡанун буйынса, байрам эш көнөнә тура килһә, ул ял тип иғлан ителә. Шәмбе йәки йәкшәмбе булһа, ял дүшәмбе йәки йомаға күсерелә. Ҡыштың һуңғы айында байрамда оҙайлы ял итеү ҡаралмаған. Ил халҡын 8 майҙан 11-енә тиклем каникул көтә.
1 968
Өфө ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарына бронялы УАЗ автомобиле тапшырҙы
«Башҡортостан» полкы хәрбиҙәре һорауын баш ҡаланың Октябрь районындағы төҙөлөш компанияһы үтәгән. Район хакимиәте яугирҙарға генератор һәм бензобысҡыс та алған. Машинаны отпуск ялына ҡайтҡан яугирҙар яҡын арала махсус хәрби операция биләмәһенә алып китәсәк. Һалдаттар Даян Мурзин исемендәге ирекле батальоны составында Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә хеҙмәт итә. Әйткәндәй, УАЗ автомобиле дрондарға ҡаршы тимер менән йыһазландырылған.
1 968
Башҡортостан журналистары һәм блогерҙары өсөн Рәсәйҙең иң көнбайыш төбәгенә матбуғат туры ойошторолдо
Өфөнән Калинградҡа. Башҡортостан журналистары һәм блогерҙары өсөн Рәсәйҙең иң көнбайыш төбәгенә матбуғат туры ойошторолдо. Үҙенсәлекле сәйәхәттә ҡатнашыусылар Калининград өлкәһе мәҙәниәтен, тарихын өйрәнде, төрлө ҡалаларында булып иҫтәлекле урындар менән танышты.
1 968
Башҡортостанда «Алға» махсус иҡтисади зонаһы ойошторолоуға 5 йыл
Ишембай районында эшләгән «За спорт» кейем тегеү фабрикаһы «Алға « сиктәрендә еңел сәнәғәт предприятиеларының уңышлы миҫалы. Сифатлы кейем тегеү цехтарында производствоның бөтә этаптары ойошторолған , районда 300 кешегә яңы эш урыны булдырылған
1 968
Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» республика кадрҙар программаһы старт алыуын иғлан итте
Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» республика кадрҙар программаһы старт алыуын иғлан итте. Идара итеү системаһына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм демобилизацияға эләгеүселәр иҫәбенән белгестәр әҙерләнә башлай. Шулай уҡ фән өлкәһен үҫтереү ҙә - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Төбәк етәксеһе Указы менән «Йылдың йәш ғалимы» тип исемләнгән яңы премия булдырылды. Ултырышта күтәрелгән мөһим яңылыҡтар һәм көнүҙәк мәсьәләләр тураһында репортаж.
1 968
Герой-әсәләр өсөн айлыҡ түләү 72 мең һумға етеүе мөмкин
Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы федераль закон проекты әҙерләгән. Ошондай уҡ сумманы Хеҙмәт Геройҙары өсөн билдәләү тәҡдим ителә. Түләү йыл һайын 1 февралдән индексациялана. Айлыҡ аҡсаны социаль хеҙмәттәргә льгота менән алмаштырырға мөмкин.
1 968
Бүздәк районында Ғабдулла Ғиләжевтың 95 йыллығына арналған хәтер кисәһе үтте
Күренекле режиссер, актер, педагог Ғабдулла Ғиләжевтың тыуыуына 95 йыл. Тарихи дата айҡанлы бөйөк шәхестең уҡыусылары Ғабдулла Ғабдрахман улының тыуған төйәгендә-Бүздәк районы Ҡаңны -Төркәй ауылында хәтер кисәһе үткәрҙе. Сәхнә оҫталары остаздары тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, уның спектаклдәренән өҙөктәр күрһәтте.
1 968
Махсус хәрби операция ветераны мөхәббәтен тапты
Махсус хәрби операциянан һуң мөхәббәтен осратҡан. Хәрби бәрелештәр ветераны, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк бүлексәһе социаль координаторы Олег Мифтахетдинов Өфө ҡыҙы Альбина менән законлы никахҡа инде. Баш ҡаланың Киров районы ЗАГС-ында үткән тантанала йәштәрҙең туғандары, дуҫтары һәм коллегалары йыйылды.
1 968
Махсус хәрби операция биләмәһенә Асҡын районынан сираттағы гуманитар ылау барып етте
Төбәк эшҡыуарҙары, ирекмәндәр һәм дөйөм халыҡ көсө менән тупланған ярҙамды район хакимиәте етәкселеге оҙатып барған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 968
Ҡурсаулыҡ биләмәләрендә даими рейдтар уҙғарыу тураһында закон ҡабул ителде
Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, һаҡланған биләмәләр ҙур, уларҙы контролдә тотоу өсөн бер нисә көн йөрөргә кәрәк. Быға тиклем оҙайлы рейдтар уҙғарырға яраманы. Закон ҡабул ителгәс, инспекторҙар теләгән ваҡытта рейдҡа сыға, документтарҙы, транспорты тикшерә ала, - ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе.
1 968
Быйыл Башҡортостанда 17 кеше аҙашҡан
Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр. Уҙған йылдың тәүге айында ла шул сама кешегә ярҙам кәрәк булған. Ҡотҡарыусылар урман-ҡырға сығыр алдынан яҡындарға маршрутты әйтергә, телефонға тулы заряд йыйырға кәңәш итә. Юлды таба алмаған, аҙашҡан осраҡтарҙы 112 һандарына шылтыратырға мөмкин.
1 968
Премьера документального фильма «Я вернусь» на БСТ!
Реставрация памятника Салавату Юлаеву - не прихоть, а необходимость.
Авторы фильма, опираясь на факты, провели свое исследование, чтобы развеять мифы о будущей реставрации и ответить на вопросы жителей республики.
Приятного просмотра!
https://vk.com/video-27097047_456287421?access_key=821c2d03a8971db8ce
1 968
Премьера документального фильма «Я вернусь» на БСТ!
Реставрация памятника Салавату Юлаеву - не прихоть, а необходимость.
Авторы фильма, опираясь на факты, провели свое исследование, чтобы развеять мифы о будущей реставрации и ответить на вопросы жителей республики.
Приятного просмотра!
https://vk.com/video-27097047_456287421?access_key=a177aaeb355cfad939
1 968
Шаран районында яңы ФАП асылды
Ул Ҡыр-Теләүле һәм эргәләге ауылдар халҡын хеҙмәтләндерә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, учреждение милли проект буйынса төҙөлгән. Иҫке фельдшер-акушер пункты 1992 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан. Яңы ФАП заманса йыһазландырылған. Өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн уңайлыҡтар булдырылған.
1 968
Өфө һәм Ырымбур араһында "Орлан"дарҙы "Финист" алмаштырасаҡ
Был маршрут менән кеше күп йөрөй. Пассажирҙар һаны арта барыуын иҫәпкә алып 2025 йылың июлендә "Орлан" рельс автобусы урынына "Финист" электр поезын ебәреү планлаштырыла. Ул 1 мең 263 пассажирға иҫәпләнгән. Поезда инвалидтар өсөн дә уңайлыҡтар ҡаралған, тип хәбәр итә "Башинформ".
1 968
Башҡортостанға Еңеү паровозы килә
Ретро-состав ике ҡалала, Өфө һәм Стәрлетамаҡта була. Уны 29 апрелдә көтәләр. Быйыл поезда еңеү техникаһы менән платформалар һаны арттырыла. Ҡоралдың яңы өлгөләрен күрергә була. Вокзалдарҙа концерт, күргәҙмәләр ҡаралған, ялан кухняһы ойошторола. Быйыл Рәсәйҙә Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнә.
