en
Feedback

Don't get caught by a cheater! Telemetrio finds and tags such channels 👉 If you want to see the tag, subscribe

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
1 956
Subscribers
No data24 hours
-57 days
-1230 days
Posts Archive
Республикала Радий Хәбиров етәкселегендә милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышы үтте Республикала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышы үтте. Сарала дини конфессия лидерҙары, йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни берләшмә етәкселәре татыулыҡты һәм тыныслыҡты һаҡлау өсөн эшлекле тәҡдимдәр индерҙе, йыл йомғаҡтарын барланы. Совет ултырышында милли сәйәсәт алдында көнүҙәк һынауҙар, йәмғиәт өсөн хәүеф тыуҙырған ойошмалар эшмәкәрлегенә ҡаршы көрәш мәсьәләләре күтәрелде
17 Dec 2025, 17:17

Радий Хәбиров «Саҡырыу» республика ҡышҡы йәш армеецтар уйындарында ҡатнашыусылар менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Саҡырыу» республика ҡышҡы йәш армеецтар уйындарында ҡатнашыусылар менән осрашты. Ярышта төрлө район-ҡалаларҙан барлығы 36 команда, һәр ҡайһыһында алтышар кеше ҡатнашты. Өс көн дауамында улар төрлө һынауҙар үтеп, физик әҙерлеген, медицина буйынса белемен күрһәтте. Сара аҙағында төбәк башлығы менән осрашып, һорау биреү мөмкинлеге лә булды.
17 Dec 2025, 14:43

Әбйәлилдәр урындағы башланғыстар проекттары конкурсында еңеү яуларға ниәтләй Амангилде ауыл биләмәһендә йәшәүселәр урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Киләһе йыл улар район инфраструктураһын яҡшыртыу маҡсатында тағы ла урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыу өсөн ғариза биргән. Амангилделәр проекттары еңеп яулап, ауыл урамдарында электр уттары ҡабыныуына ышаныс белдерә.
17 Dec 2025, 07:48

Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Роман Некрасов килде Агросәнәғәт комплексы предприятиелары, профилле уҡыу йорттары һәм ветеринария хеҙмәте эшмәкәрлеге һәм киләсәге. Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Роман Некрасов килде.
17 Dec 2025, 07:42

Башҡортостан башлығы «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияһын яулаусы журналистарҙы тәбрикләне Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһе яңылыҡтарын, яугирҙар тормошон алғы һыҙыҡҡа барып яҡтыртҡан журналистарҙың хеҙмәтен баһалап, ҡыйыулыҡ һәм объектив мәғлүмәт өсөн оло рәхмәтен еткерҙе.
17 Dec 2025, 07:28

Яңы йылдан балалар баҡсаһы өсөн түләү суммаһы үҙгәрә Ҡарарға Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған. Документҡа я
Яңы йылдан балалар баҡсаһы өсөн түләү суммаһы үҙгәрә Ҡарарға Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған. Документҡа ярашлы, балалар баҡсаһы өсөн иң күп түләү Өфө һәм Нефтекамала көнөнә 192 һум була. Иң түбән хаҡтар Әбйәлил районында һәм Ағиҙел ҡалаһында, 142 һәм 144 һумдан билдәләнә.
17 Dec 2025, 05:40

Бөрө районы Шишмә ауылында ғәжәйеп хәл теркәлгән Тауыҡ ғәрәпсә яҙылған йомортҡа һалған. Яҙыу Аллаһ һүҙенә оҡшаған. 60 йәшлек Рида Алдинова кеҫә телефонына төшөрөп, беҙҙең редакцияға ебәргән. Хужабикә үҙе лә дини кеше, 5 намаҙын ҡалдырмай. Бындай хәл Башҡортотсанда тәүге тапҡыр ғына күҙәтелмәй.
16 Dec 2025, 14:11

Башҡортостан студенты Вадим Харисов Рәсәй Президенты премияһына лайыҡ булды Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты, химия буйынса халыҡ-ара олимпиадалар еңеүсеһе Вадим Харисов һәм уның остаздары Рәсәй Президенты премияһына лайыҡ булды. Һәләтле яҡташыбыҙ Республика инженер лицей-интернаты уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров менән Башҡортостанда олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы рәйесе Тимур Мәннәнов етәкселегендә күләмле ярыштарға әҙерләнә.
16 Dec 2025, 14:04

Башҡортостанда пациенттар һәм табиптар диалогы нығытыла Пациенттар менән медицина хеҙмәткәрҙәре бер-береһен ишетәсәк. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән Республика пациенттар союзы үҙ-ара эшмәкәрлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуясаҡ. Был хаҡта Дамира Сабирйәнова исемендәге премияны тапшырыу тантанаһында хәбәр ителде.
16 Dec 2025, 13:51

Республика сауҙа үҙәктәрендә 28 декабргә тиклем мобиль һалым офистары эшләй Хеҙмәткәрҙәр уларға мөрәжәғәт итеүселәргә һалым бурыстарын асыҡларға һәм федераль һалым хеҙмәтенең электрон сервистары аша түләргә ярҙам итәсәк, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирәсәк. Һалым түләүселәргә үҙҙәре менән шәхес таныҡлыҡтарын килтереү мотлаҡ.
16 Dec 2025, 13:41

Башҡортостанда 2030 йылға тиклем 930 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк 2019 йылдан алып Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проекты буйынса 806 йәмәғәт биләмәһе яңыртылған. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән «Йәмәғәт киңлектәре сәғәте»ндә район-ҡалаларҙы төҙөкләндереү мәсьәләләре ҡаралды.
16 Dec 2025, 13:21

Радий Хәбиров Данияр Абдрахмановтың яңы вазифаға тәғәйенләнеүен иғлан итте Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары вазифаһына Данияр Абдрахманов тәғәйенләнде. Был турала Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә иғлан итте. Данияр Абдрахманов Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры булды, философия фәндәре кандидаты, доцент. Шулай уҡ 2023 йылдың 13 декабрендә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе итеп һайланды.
16 Dec 2025, 13:11

Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәһендә йыл һөҙөмтәләрен атаны Республика Волга буйы федераль округында Ватанды һаҡлаусылар тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү буйынса беренсе урында. Башҡортостан заманса етештереү майҙансыҡтарын булдырыу өлкәһендә алдынғы позицияла. Фән һәм технологиялар үҫеше рейтингында беҙ етенсе. Декабрь уртаһында Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә йыл уңыштары һәм бурыстар билдәләнде.
16 Dec 2025, 12:49

Радий Хәбиров Ташкент өлкәһе хакимы менән хеҙмәттәшлек проекттарын тикшерҙе Бөгөн Радий Хәбиров менән Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев видеоэлемтә аша ике яҡлы хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, декабрь башында Үзбәкстан менән Башҡортостан төбәктәре араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһына ҡул ҡуйылғайны.
16 Dec 2025, 12:30

Башҡортостанда 100 йәшлек Ғәфиәтулла Хәбибуллинды тәбрикләнеләр Ул-Дүртөйлө районында берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ғәфиәтулла Ғиниәтулла улына «Дүртөйлө районының почетлы гражданы» исеме бирелде. Ғәфиәтулла Хәбибуллин 17 йәшенән үк Ватан һағына баҫа.
16 Dec 2025, 07:45

Өфөлә йәштәр пластик ҡапҡастарҙы эшкәртеүгә йәлеп ителә Ҡалдыҡтарға ҡаршы көрәш. Өфө дәүләт нефть техник университетының ДоброЦентр командаһы пластик ҡапҡастарҙы эшкәртеү буйынса проектты тормошҡа ашыра. Проектты ойоштороусылар уҡыусылар һәм студенттарҙы интерактив һәм оҫталыҡ дәрестәрендә экологияға һаҡсыл ҡарашҡа өндәй. Йәштәр пластик шешәләр ҡапҡастарын эшкәртеү өсөн махсус пункттарға тапшырырға өйрәнә һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә.
16 Dec 2025, 07:33

Бөрө районында 200-ҙән ашыу һарыҡ боҙ аҫтына киткән Ғәҙәттән тыш көндө ваҡ мал ныҡлап туңып өлгөрмәгән күлгә төшә. Ҡапыл боҙ ярылып йорт хайуандары һыуға бата. Уларҙың барыһы ла бер хужаға ҡарай. Кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ. Экологик һәләкәткә юл ҡуймаү өсөн бөгөн һәләк булған хайуандарҙы һыуҙан сығарыу планлаштырылған.
16 Dec 2025, 07:28

Бөрйән районы Мәһәҙей ауылында бүреләр этте ашаған Социаль селтәрҙәргә һалынған видеояҙмала урман эргәһендә торған йорт янында бүреләрҙең эҙҙәре асыҡ күренә. Хужа әйтеүенсә, йыртҡыстар бер нисәү булған, уларҙың аттарға ла һөжүм итеүе ихтимал. Иртән малдарға бесән һалып йөрөгәндә ғаилә башлығы ҡурҡыныс табышҡа юлыға.
16 Dec 2025, 07:25

Әбйәлил халҡы махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты Яңы йылға берҙәм көс менән. Әбйәлил халҡы махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты. Был дүрт йөк машинаһынан һәм шунса еңел автомобилдән торған иң ҙур ылау. Район хакимиәте башлығы Айрат Әминев үҙенең сығышында урындағы халыҡтың берҙәмлеген, фронттағы ауылдаштарына ярҙам итеү теләге ҙур билдәләне.
16 Dec 2025, 07:18

М-12 «Көнсығыш» трассаһының Дүртөйлө-Әшит участкаһы беренсе ҡышты тулы әҙерлек менән ҡаршы алған «Автодор» компанияһы белгестәре һалҡын осорҙа транспорт хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса миҙгелле эштәр башҡарған. Башҡортостанда һәм Пермь крайында 27 мең тоннанан ашыу боҙлауыҡҡа ҡаршы материал тупланған, шулай уҡ 60 берәмек самаһы техника әҙерлек һыҙығына ҡуйылған.
16 Dec 2025, 07:11