fa
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 982
مشترکین
-124 ساعت
-27 روز
-1530 روز
آرشیو پست ها
Белоретта барлыҡ йорттарға ла йылы бирелә башланы Идарасы компаниялар крандарҙы асып, системанан һауаны сығарҙы. Кире осраҡта батареяларға йылы бармай. Йылытыу системаһы ғәҙәти режимға сыҡҡас, эҫе һыу менән тәьмин итеү ҙә тергеҙеләсәк. Фатирҙарҙа йылытыуға бәйле бөтә һорауҙар буйынса, идарасы компанияға йәки туранан-тура 3-17-34 телефоны буйынса «Белорет йылылыҡ селтәрҙәре»нең дежур хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Хәл даими контролдә тотола, тип хәбәр итә урындағы хакимиәт.

Башҡортостандың өс районында модулле ауыл мәҙәниәт йорттары файҙаланыуға тапшырылды Улар Республика башлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса совет ултырышы сиктәрендә видеоэлемтә аша Ишембай районының Яңы Һәйет, Мәсетленең Яңы Мөслим һәм Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылдарында асылды. Шулай уҡ сара барышында ауылға эшкә ҡайтҡан дүрт йәш белгескә берәр миллион һумлыҡ сертификаттар тапшырылды.

Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһы үтте Сара сиктәрендә киләһе йылға бурыстар билдәләнде, ойошманың сәйәси советы президиумы менән контроль комиссия составы яңыртылды. Башҡортостан башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров үҙ сығышында партия эшен юғары баһалап, тормошҡа ашырылған күләмле проекттар һәм махсус хәрби операцияға күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров Өфөлә яңы асылған балалар баҡсаһы эшмәкәрлеге менән танышты «Башҡортостан сәскәләре» биләмәһендә урынлашҡан учреждение 180 балаға иҫәпләнгән. Заманса объектта барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Яңы мебель менән йыһазландырылған учреждение китаптар, уйынсыҡтар һәм балаларҙың үҫеше өсөн уҡыу материалдары менән дә тәьмин ителгән.

Бөгөн Республика Башлығы Өфөлә 52-се балалар баҡсаһының икенсе корпусында булды Ул Башҡортостан Сәскәләре микрорайонында урын
Бөгөн Республика Башлығы Өфөлә 52-се балалар баҡсаһының икенсе корпусында булды Ул Башҡортостан Сәскәләре микрорайонында урынлашҡан, быйыл ноябрь аҙағында файҙаланыуға тапшырылды. Корпус 180 балаға иҫәпләнгән. Республика Башлығы физкультура һәм музыка залдары, йоҡо бүлмәһен, медиицина кабинетын, ашхананы ҡараны. Һәр береһе заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Радий Хәбиров тәрбиәселәргә республика гранттар программаһында әүҙем ҡатнашырға тәҡдим итте. Киләһе йылда 75 грант бирелә, һәр береһенең суммаһы 575 мең һум. Республика Башлығы тәрбиәселәр һәм балаларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы.

Олимпик парк Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр өсөн спартакиаданы ҡабул итергә әҙерләнә Өфөләге Олимпик парк Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр өсөн беренсе спартакиаданы ҡабул итергә әҙерләнә. 14 декабрҙә Өфөгә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенең 10 республикаһынан сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикле мең ярым спортсының килеүе көтөлә. Ярышсылар тау саңғыһы, сноуборд, керлинг һәм шахмат буйынса көстәрен һынаясаҡ

Өфөлә Ленин паркын реконструкциялау 55 процентҡа әҙер Ял урынын төҙөкләндереү “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” милли проекты сиктәрендә үтә. Эшселәр яҡтыртыу таяуҙарын, гранит баҫҡыстарҙы яңыртҡан, фонтан һәм бордюр таштарын һүткән. Ҡар һәм һыуыҡтар - төҙөүселәргә ҡамасауламай, эш дауам итә. Масштаблы реконструкция тарихи өлөшөн һаҡлап, паркты тулыһынса тиерлек яңыртыуҙы күҙ уңында тота.

Иң яҡшы декан - Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыта Эдуард Хәсәнов - Рәсәй профессорҙар йыйылышының дөйөм милли премияһының “Техник фәндәр” номинацияһында иң яҡшыһы тип билдәләнгән. Ул Башҡорт дәүләт аграр университетының Механика һәм һанлы инжиниринг факультетын етәкләй. Бында механика, агротехника, һанлы инжиниринг, һаҡсыл етештереү һәм экология буйынса киң белемле белгестәр әҙрләнә.

Белоретта йылылыҡ биреү Башҡортостан етәкселеге контролендә Уҙған төндә ҙур коммуналь авария һөҙөмтәһендә төбәктә 70-тән ашыу күп фатирлы йорт, шулай уҡ ике биҫтәләге социаль объекттар йылыһыҙ һәм эҫе һыуһыҙ ҡалды. Бөгөн ғәҙәттән тыш хәл урынына Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов килде. Урында оператив штаб булдырыған. Идара итеүсе компания сәғәт һайын фатирҙарҙағы температура режимын күҙәтеп тора. Прокуратура осраҡ буйынса тикшереү ойошторған.

Башҡортостан Санкт-Петербургта уҡыған студенттарға әүҙем ярҙам күрһәтә Республиканың Рәсәй президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге хеҙмәткәрҙәре төньяҡ баш ҡалала белем алыусы яҡташтарыбыҙ менән осрашты. Унда студенттар төбәк тормошонда ҡатнашырға мөмкинлек биргән төп проекттар менән танышты. Бөгөн Санкт-Петербургта Башҡортостандан бөтәһе 3 меңгә яҡын студент уҡый, улар өсөн 11 йәштәр клубы уңышлы эшләй. Республиканың тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илшат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, йәштәр башланғыстары өсөн 2 миллион һумға тиклем гранттар ҡаралған һәм Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса уның күләме киләһе йылда арттырыласаҡ.

Рәсәйҙә заманса кампустар селтәрен төҙөү тулы ҡеүәттә бара Был илдең яңы тарихында юғары белем һәм фән инфраструктураһын модернизациялауҙың иң күләмлеһе. Бөгөнгә 29 кампус объекты файҙаланыуға тапшырылған да инде. Шуларҙың береһе Өфөләге Геном үҙәге. Был турала вице-премьер Дмитрий Чернышенко Рәсәй Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

Ҡариҙел районында Ватан геройҙары көнө Геройҙар скверында билдәләнде Сарала райондың хеҙмәт коллективтары, шайморатов кластары уҡыусылары, студенттар ҡатнашты. Хәтер сараһына махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк булған яҡташтары Роман Сәйетгәрәев, Эдуард Нәсибуллин һәм Эльбрус Рахманғоловтарҙың ғаиләләре лә саҡырылды. Яугирҙарҙың барыһы ла үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.

Росреестр идаралығы коллективы махсус хәрби операция яугирҙарына 13 автомобиль тапшырҙы Рәсәй геройҙары көнөндә Росреестр идаралығы коллективы махсус хәрби операция яугирҙарына 13 автомобиль тапшырҙы. Техника тәғәйен урынға Халыҡ фронты ярҙамында барып етәсәк. Росреестр идаралығы хеҙмәткәрҙәре гуманитар ярҙам туплауға етди ҡараған - махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ автомобилдәрҙең һәр ҡайһыһы юлға сығыр алдынан техник тикшереү үткән. Һәр машинаға шулай уҡ хәрбиҙәр өсөн йылы кейемдәр ҙә һалынған.

Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған Артур Әминев хөрмәтенә Герой партаһы асылды Фармацевт һөнәрен - ҡоралға. Өфө медицина колледжында бөгөн махсус хәрби операцияла һәләк булған Артур Әминев хөрмәтенә Герой партаһы асылды. Колледжда Ватан геройҙары көнөнә арналған тантаналы сара үтте.

Өфөлә Шайморатов класында уҡыусыларҙың балы ойошторолдо 200-ҙән ашыу уҡыусы шайморатовсылар балында вальс бейене. Сара Өфөлә икенсе тапҡыр ойошторолдо. Радий Хәбиров уҡыу алдынғыларына почет билдәләре тапшырҙы. Бал бер юлы өс ваҡиғаға - Ватан геройҙары, Рәсәй Конституцияһы һәм Башҡорт теле көнөнә арналды. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Радий Хәбиров: Беҙ көн дә махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙарҙың иҫәбен алып барабыҙ Беҙ көн дә махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙарҙың иҫәбен алып барабыҙ. Әле Башҡортостанға 3170 яугир әйләнеп ҡайтты. Улар күберәк ҡайтҡан һайын башҡараһы эштәр, мәсьәләләр ҙә артасаҡ ҡына, тине Радий Хәбиров. Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ултырышында. Республика етәксеһе әйтеүенсә, беҙ яугирҙарҙы ҡаршы алыу өсөн медицина һәм социаль инфраструктураны әҙерләргә тейешбеҙ. Һәм йәмәғәт ойошмалары был эштә төп ярҙамсы булыуы мотлаҡ.

Радий Хәбиров республика журналистар союзының 24-cе съезында ҡатнашты Медиа тармаҡ үҫешенә лайыҡлы баһа. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика журналистар союзының 24-cе съезында ҡатнашып, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә юғары һөнәри оҫталыҡ, әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм социаль яуаплылығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Теле-радио каналдар, муниципаль телестудиялар, алты телдә баҫтырылған гәзит-журналдар - бөгөн дәүләт компанияларында ғына ике мең ярымдан ашыу кеше эшләй. Төбәк етәксеһе хәрби хәбәрселәрҙең фиҙәҡәр хеҙмәтенә айырым иғтибар йүнәлтте. Эшлекле һәм тантаналы саранан киләһе материал.

Баймаҡта бокс мәктәбе ойошторолоуға 45 йыл тулды Ошо уңайҙан «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында төбәк-ара турнир үтте. Ярыш төбәктә был спортҡа нигеҙ һалыусы Константин Сентюринға арналды. Тулыраҡ киләһе видеояҙмала.

Рәсәйҙең иң көслө атлеттары Өфөгә йыйылды Улар данлыҡлы спортсы Эльбрус Ниғмәтуллин ойошторған «Еңеү кубогы» халыҡ-ара турнирында ҡатнашты. Мәртәбәле сара асыҡ һауала үтте. «Нива» автомобилен күтәреү беренсе эстафетаның һуңғы һынауы. Әммә был ауырлыҡты күтәрергә барыһының дә хәленән килмәй. Сөнки быға тиклем уларға күп тир түгергә тура килә.

Милли музейҙа «Урал батыр» образдары һаҡланған яңы экспозиция күрһәтелде Башҡортостандың Милли музейында рәссам Ирина Окружнованың «Легенданың тыуыуы» тип исемләнгән шәхси күргәҙмәһе асылды. Экспозиция бөйөк башҡорт эпик ҡомартҡыһы-«Урал батыр»ға арналған. Ижадсы сағыу буяуҙар аша эпоста телгә алынған һәр образды реалистик деталдәрҙә һүрәтләргә тырышҡан. Бер циклға ҡоролған эштәр тамашасыны фәлсәфәүи уйҙарға һала. Экспозицияны асыу тантанаһында «ИшембайФильм» балалар һәм үҫмерҙәр студияһының анимация картинаһы тәҡдим ителде.