en
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
1 982
Subscribers
-124 hours
-27 days
-1530 days
Posts Archive
Башҡортостан граждандарҙы һәм хәрбиҙәрҙе яҡлау комитеты 35 йыллығын билдәләне Байрам сиктәрендә илһөйәрлек темаһына арналған концерт ойошторолдо. Өс тиҫтә йылдан ашыу комитет ағзалары хәрби конфликт биләмәләрендә: Грузияла, Тажикстанда, Төньяҡ Кавказда, Көньяҡ Осетияла, Афғанстанда хәрби бурыстарын үтәгән яугир-яҡташтарға әүҙем ярҙам итә.

Әбйәлил районы Әбйәлил ауылында йәшәүселәр МХО-ла ҡатнашыусыларға ебәреү өсөн кәбеҫтә тоҙланы Әбйәлил районы Әбйәлил ауылында йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәреү өсөн кәбеҫтә тоҙланы. Был изге эштә урындағы дауахана коллективы, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы студенттары һәм йәмәғәт алдынғылары әүҙемлек күрһәтте. Һөҙөмтәлә, дөйөм тырышлыҡ менән 80 банка файҙалы һәм витаминлы аҙыҡ әҙерләнгән.

Республика төбәктәрендә урындағы башланғыстар программаһында ҡатнашыу өсөн йыйылыштар үтә Шаран районының Мичуринск ауыл биләмәһендә йәшәүселәр ҙә халыҡтың тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән программала йыл һайын ҡатнаша. Быйыл уның ярҙамында Рождественка ауылының Тыныслыҡ һәм Дуҫлыҡ урамдарына ҡырсынташ түшәү күҙаллана.

Башҡортостан халҡына яңы йылға тиклем Пушкин картаһын алмаштырырға кәңәш ителә Унда яңы оператор - ВТБ банкы. Ғаризаларҙы 28
Башҡортостан халҡына яңы йылға тиклем Пушкин картаһын алмаштырырға кәңәш ителә Унда яңы оператор - ВТБ банкы. Ғаризаларҙы 28 декабргә тиклем тапшырырға була. Дәүләт хеҙмәттәре порталы, йә "ПочтаБанк" ҡушымтаһы аша, шулай уҡ "Почта Банк" һәм ВТБ бүлексәләренә барып мөрәжәғәт ҡалдырырға мөмкин. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, ғәмәлдәге карталар 31 декабрҙән ҡулланыуҙан сығарыла. "Пушкин картаһы" 14 йәштән 22 йәшкә тиклемгеләргә бирелә. Уның иҫәбендә йыл һайын 5 мең һум була. Был аҡсаны музей, театр, кинотеатр һәм концерттар өсөн тотонорға мөмкин.

Радий Хәбиров креатив иҡтисад буйынса стратегик сессияла яңынан үҫеш векторын билдәләне Бөгөн Радий Хәбиров «Башҡортостандың креатив иҡтисады: трендтар, ҡиммәттәр, инструменттар, үҫеш» стратегик сессияһында ҡатнашты. Сара Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында ойошторолдо. Фекер алышыуға «Креатив иҡтисад» автономиялы коммерция булмаған ойошма етәксеһе Марина Монгуш менән Рәсәй президентының йәмәғәт проекттары буйынса идаралығы референты Владимир Костеев саҡырылды.

Сит илдән килтерелгән автомобилдәргә утилләштереү йыйымы артты Рәсәй Хөкүмәте ҡарары 1 декабрҙән үҙ көсөнә инде. Документҡа ярашлы, төп яңылыҡтарҙың береһе-граждандарҙың шәхси ҡулланыу өсөн индерелгән һәм 160 ат көсөнән ҡеүәтлерәк двигателе булған машиналарға льготалы утилләштереү йыйымы бөтөрөлдө. Реформа тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән әңгәмәлә.

Өфөлә үткән Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында республика инвестициялар йәлеп итеүгә өлгәште Өфөлә үткән Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында республика күп миллиардлы инвестициялар йәлеп итеүгә өлгәште. Иҡтисад форумы майҙансыҡтарында 2 мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашты, Рәсәй төбәктәренән тыш, сит илдәрҙән дә делегациялар килгәйне. Эшлекле бәйләнештәр булдырыу, яңы партнерҙар табыуға, берҙәм проекттар тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән саранан киләһе материал.

Радий Хәбиров ил Хөкүмәте делегацияһы составында эш сәфәре менән Үзбәкстанда булды Бизнес өсөн яңы мөмкинлектәр. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ил Хөкүмәте делегацияһы составында эш сәфәре менән Үзбәкстанда булды. Төбәк етәксеһе Ташкентта Рәсәй һәм Үзбәкстан араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Хөкүмәт-ара комиссия ултырышында ҡатнашып, Үзбәкстан Президенты менән осрашты. Эшлекле һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе булараҡ сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһы төҙөлдө. Документ сәнәғәт кооперацияһы һәм инвестиция сәйәсәте, агросәнәғәт комплексы, сауҙа, туризм, мәғариф, мәҙәниәт, спорт өлкәләрендә һәм башҡа йүнәлештәр буйынса үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтеүҙе күҙ уңында тота.

«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы үҙенең юбилей йылын юғары күтәренкелектә тамамланы Бер төркөм радио хеҙмәткәрҙәре Дәүләт-Йыйылышы-Ҡоролтай, Башҡортостан Хөкүмәте, төрлө министрлыҡ-ведомстволарҙың Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдары менән бүләкләнде. «Юлдаш»тар 25 йыллыҡта ла «Беҙ бергә» девизына тоғро ҡалып яратҡан тыңлаусыһы менән бергә билдәләне.

Өфөлә Ейәнсура районы яҡташтар ойошмаһының осрашыуы уҙғарылды Дебет шәл менән дан тотоусылар. Өфөнөң «Химиктар» мәҙәниәт һарайында Ейәнсура районы яҡташтар ойошмаһының осрашыуы уҙғарылды. Сара Өфөлә йәшәгән яҡташтарҙы һәм муниципалитеттан сыҡҡан кешеләрҙе берләштерҙе.

Донъя халыҡтары һөйөүен яулаған «Әй Йола» төркөмө тәүге гастролен Өфөлә тамамланы Бөйөк «Урал батыр» эпосына арналған музыкаль альбом Рәсәйҙең 22 ҡалаһында яңғыраны. Һәр осрашыу аншлаг менән үткән. Өфө тамашасыһы ла ижади коллективтың сығышын түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Әйткәндәй, баш ҡалалағы концерт алдынан «Әй Йола»ның йәнә бер композицияһы донъя күрҙе.

Стәрлетамаҡта «Ҡаҙ 2.0» фествиале гөрләне Ике көн дауам иткән сара йәмәғәт туҡланыу өлкәһендә эшләүсе эшҡыуарҙарҙы, ҡул оҫталарын, ижади коллективтарҙы берләштерҙе. Ҡаланың символы-ҡаҙға бағышланған байрамдан репортаж.

Шишмә районыың «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында «Әҙер бул!» фестивале үтте Ярышта республика район-ҡалаларынан йыйылған мәктәп уҡыусылары патриотик йүнәлештәге проекттары менән сығыш яһаны. Сараға 250-нән ашыу уҡыусы йәлеп ителде. Иң яҡшы проект миҫалы киләһе йылға бөтә муниципалитеттарҙа тормошҡа ашырыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Рәсәйҙә көҙгө саҡырылыш кампанияһы дауам итә Был осорҙа Башҡортостандан 3 мең ярым егет һалдат итеге кейәсәк. Улар сафында Баймаҡ һәм Йылайыр райондарынан 10 егет тә бар. Ватан һағы оҙатыу тантанаһынан киләһе репортаж.

Иглин районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының әсәләренә муниципаль миҙалдар тапшырыла Бөгөнгә бындай наградаға дүрт тиҫтәнән ашыу гүзәл зат вәкиле лайыҡ булған. Урындағы хакимиәт башлығы Гүзәл Насирова «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының әсәһе» миҙалын Рәхилә Низамоваға ла тапшырҙы. Уның улы әлеге ваҡытты илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлай. Заман геройҙарын тәрбиәләнгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбрикләү тантаналары райондың башҡа ауылдарында ла үтте.

Бөрйән районы Ҡотан ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды Яңы ФАП «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты ярҙамында сафҡа инде. Хәҙер 250-гә яҡын урындағы халыҡ уңайлы һәм заманса шарттарҙа беренсел медицина ярҙамы аласаҡ. Был быйыл төбәктә эшләй башлаған өсөнсө медицина учреждениеһы, декабрь аҙағына тиклем тағы ла ике ФАП асыу планлаштырыла.

«Алға» айырым иҡтисади зонаһы милли рейтингта өс лидер иҫәбенә инде Рейтинг һөҙөмтәләрен Рәсәй кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зона ассоциацияһы ярҙамында Дәүләт Думаһының иҡтисади сәйәсәт буйынса комитеты һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы Юғары советы бюроһы комиссияһы эксперт советының берлектәге ултырышында иғлан иттеләр.

Башҡортостан Ҡытайҙың Шаньдун провинцияһы менән хеҙмәттәшлек итә Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов респуб
Башҡортостан Ҡытайҙың Шаньдун провинцияһы менән хеҙмәттәшлек итә Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республиканың агросәнәғәт комплексы мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Уның әйтеүенсә, Башҡортостан Ҡытайға етен, киптерелгән һөт, көнбағыш һәм рапс майы һата. Беҙҙә сифатлы продукция етештерелә. Тауар шулай уҡ Һиндостан, Пакистан, Афғанстан, Африка дәүләттәренә оҙатыла. Төрлө йүнәлештәрҙә хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ, - тине Илшат Фәзрахманов. Шаньдун вәкилдәре билдәләүенсә, провинцияла 100 миллионндан ашыу кеше йәшәй. Шуға ауыл хужалығы продукцияһына ихтыяж ҙур. Эшкәртеү өсөн мөмкинлектәр бар, күпләп сеймал кәрәк. Башҡортостан менән был өлкәлә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре ҙур.

Башҡортостандан халыҡ театры Ҡазанда Гран-при яуланы "Иҙел-йорт" тигән төбәк-ара фестиваль уҙғарылды. Төп призға Зөфәр Солтан
Башҡортостандан халыҡ театры Ҡазанда Гран-при яуланы "Иҙел-йорт" тигән төбәк-ара фестиваль уҙғарылды. Төп призға Зөфәр Солтанов исемендәге халыҡ театры лайыҡ булды. Был турала Дүртөйлө район хакимиәте башлығы Риф Йосопов хәбәр итә. Ҡазан тамашасыһына Назар Нәжми пьесаһы буйынса "Гармунсы егет" тигән спектакль тәҡдим ителгән. Фестивалдә илдең төрлө төбәктәренән халыҡ театрҙары ҡатнашҡан.

Өфөлә 14 йәшлек үҫмерҙәргә паспорттар тантаналы рәүештә тапшырылды Өфөлә «Беҙ-Рәсәй граждандары» федераль программаһы сиктәрендә 14 йәше тулған үҫмерҙәргә төп рәсми документ-паспорт тапшырылды. Малай-ҡыҙҙарҙың барыһы ла «Беренселәр хәрәкәте» Дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе ағзалары. Тантаналы сара Халыҡ-ара ирекмәндәр көнөнә бәйле ойошторолдо.