БСТ | Яңылыҡтар
Open in Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Show more2 026
Subscribers
No data24 hours
-27 days
-430 days
Posts Archive
2 026
Өфөлә Марат Зәйнуллиндың 90 йыллығына арналған халыҡ-ара конференция үтте
Өфө фән һәм технологиялар университетында күренекле ғалим Марат Зәйнуллиндың 90 йыллығына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Марат Вәли улы башҡорт теленең грамматик төҙөлөшө, башҡорт тел ғилемен үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
2 026
Уҡыусылар өсөн иң тәмле ризыҡтар Стәрлетамаҡтың 29-сы мәктәбендә бешерелә
Белем усағы Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән конкурста «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» исемен яуланы. Еңеүселәр менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.
2 026
Балтас районында Танып йылғаһы аша күпер ноябрь аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыла
Әле объектта һуңғы әҙерлек эштәре бара. Алдағы көндәрҙә эшселәр асфальт һала башлаясаҡ. Бер нисә көндән яңы күперҙә ҙур трафик менән транспорт хәрәкәте асыла. Был көндө төбәктең 9 ауылында йәшәүселәр ҙур түҙемһеҙлек менән көтә.
2 026
11 ноябрҙә киске сәғәт етелә Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнеш үтә
Республика етәксеһе халыҡ һорауҙарына төбәк радио-телеканалдарында һәм социаль селтәрҙәрҙә яуап бирәсәк. Тура бәйләнешкә һорауҙарҙы һәр кем үҙе өсөн уңайлы ысул менән ебәрә ала. Радий Хәбиров менән Тура бәйленеш граждандарҙың көндәлек мәсьәләләрен, мөрәжәғәттәрен хәл итеү өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡ булып тора. Мөрәжәғәттәрҙең төп өлөшө бер нисә аҙна йәки ай эсендә хәл ителә.
2 026
Радий Хәбиров «Рәсәй-спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумында ҡатнашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй-спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумында ҡатнашты. Күләмле сара былтыр Өфөлә үткәйне, быйыл эстафетаны Һамар ҡалаһы ҡабул итте. Майҙансыҡтарҙың береһендә Радий Хәбиров Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенконы физкультура һәм спортты үҫтереү өлкәһендә төбәк сәйәсәтенең төп йүнәлештәре, шулай уҡ төҙөлгән ҙур спорт объекттары менән таныштырҙы.
2 026
«Нур» театрында Мөнир Ҡунафиндың «Һине көтәләр» спектакле премьераһы күрһәтелде
Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театрында Мөнир Ҡунафин пьесаһы буйынса «Һине көтәләр» спектакле премьера алдынан тамашасы хөкөмөнә сығарылды. Сәхнә әҫәре реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән һәм махсус хәрби операция темаһына, Ватан һаҡсыларына арнала. «Һине көтәләр»-ысын мәғәнәһендә хисле тарих.
2 026
Өфөнөң иң ҡыйыу кешеләре ҡараңғыла археология залдары буйлап интерактив экскурсияға барҙы
Баш ҡала «Сәнғәт төнө» Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһына ҡушылды. Быйылғы сара «Халыҡтың көсө-мәҙәниәттең берҙәмлегендә» девизы аҫтында үтте. Башҡортостан милли музейы үҙ ҡунаҡтарын боронғо тарихҡа сумдырҙы, кинолекторийҙа һуғыш йылдары атмосфераһын тергеҙҙе, интерактив программа ойошторҙо. Кисә дауамында музей фойеһында Башҡортостан халыҡтары бейеүҙәре менән таныштырҙы. Шулай уҡ традицион һөнәрҙәр буйынса бер нисә оҫталыҡ дәресе үтте.
2 026
Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә «55+» ял үҙәге өлкәндәрҙе әүҙем тормошҡа йәлеп итә
Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге «55+» ял үҙәгенә йөрөүсе өлкәндәр тап шулай тип иҫбатлай. 2018 йылда асылған үҙәккә 300-ләгән пенсионер йөрөй. Улар өсөн 16 түңәрәк һәм студия эшләй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем йәшәү рәүешен үҙ иткәндәр өсөн бында йыр, бейеү, туризм, әҙәбиәт йүнәлештәре буйынса төрлө ижади түңәрәктәр алып барыла.
2 026
Башҡортостанда пациенттарҙы аяҡҡа баҫтырыу буйынса алдынғы клиника эшләп килә
Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы 1-се этап медицина реабилитацияһы буйынса илдең иң алдынғы 3 дауаханаһы исемлегенә инә. Бүлек пациенттарҙы реабилитациялау, ҡатмарлы операцияларҙан һуң аяҡҡа баҫтырыу буйынса махсуслаша. Юғары технологиялы ҡоролмалар, үҙ һөнәренең оҫталары һәм психологик ярҙам, йәғни комлекслы алым үҙ һөҙөмтәләрен бирә.
2 026
Башҡортостан майлы культуралар буйынса яңы рекорд ҡуйҙы
Техник культуралар күләмен арттырыу һәм яңы баҙарҙарға сығыу. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, тармаҡтың яҡын киләсәккә бурыстары ошолар. Быйыл республикала майлы культуралар миллион тонна самаһы урылып, йәнә рекорд ҡуйылды.
2 026
Өфөлә газификация мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо
Тыңларға һәм ярҙам итергә. Өфөлә газификация мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо.
Сараны уҙғарыу башланғысы менән Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сығыш яһаған. Рәсәй парламентеры халыҡтан килгән һорауҙарҙы муниципаль һәм дәүләт власы органдары, профилле ведомстволар һәм партнер ойошмалар вәкилдәре менән бергә тыңланы.
2 026
Өфөлә «Студенттар осрашыуы» фестивале үтте
Ул республиканың медицина колледждары уҡыусыларын берләштерҙе. Иң яҡшы ижади коллектив исеменә 200-ҙән ашыу ҡыҙ һәм егет көрәште. Әлеге сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды. Сәхнәлә үҙенең вокал талантын махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Андрей Рыженьков та күрһәтте.
2 026
Владимир Путин 2026 йылды Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан итеү тәҡдимен хупланы
Президент был турала Кремлдә милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышында хәбәр итте. Был ҡарар илебеҙҙә йәшәгән 190-дан ашыу халыҡ һәм этник төркөмдәр араһында берҙәмлек һәм үҙ-ара ихтирамдың мөһимлегенә иғтибарҙы йүнәлтә.
2 026
Баш ҡалаға «Тарих һаҡсылары» 3-сө Бөтә Рәсәй слетында ҡатнашыусылар йыйылды
Дәүләт йылъяҙмаһы ышаныслы ҡулдарҙа. Баш ҡалаға «Тарих һаҡсылары» 3-сө Бөтә Рәсәй слетында ҡатнашыусылар йыйылды. «Беренселәр хәрәкәте» менән «Юнармия» берлектә ойошторған сараға тотош илдән ярты меңдән ашыу үҫмер килгән. Хәҡиҡәт менән киләсәкте һаҡлаусыларҙы Радий Хәбиров та сәләмләне. Һеҙҙең ыңғай энергиянан киләсәккә ышаныс тағы ла арта, тине Башҡортостан башлығы йәштәр менән осрашыуҙа.
2 026
Благовещенда балалар поликлиникаһы асыла
Район хакимиәте башлығы Анна Карабанова белдереүенсә, эштәр теүәлләнеп килә. “Объект социаль әһәмиәтле. Шуға даими контролдә тотола. Төҙөлөштө ваҡытында тамамлау мөһим. Мебель һәм ҡорамалдар әҙер. Эске биҙәкләү эштәре бөткәс тә, улар урынлаштырыла башлай. Йыл аҙағына тиклем лицензия һәм документтар алынырға тейеш. Киләһе йыл башында медицина хеҙмәткәрҙәре яңы бинала бәләкәй пациенттарҙы ҡабул итергә ниәтләй”, тип яҙған телеграм каналында Анна Карабанова. Былтыр Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, Благовещендан тыш Асҡар, Учалы һәм Яңауылда балалар поликлиникаһы төҙөлә башланы. Асҡын, Кушнаренко һәм Баҡалыла шулай уҡ медицина учрежденилары һалына.
2 026
“Халыҡ участковыйы” конкурсының финалы башланды
Унда Нефтекаманан полиция майоры Айрат Ямалов ҡатнаша. Ул ярыштың төбәк этабында еңеү яуланы. Яҡташыбыҙ өсөн “Комсомольская правда” сайтында 10 ноябргә тиклем тауыш бирергә була. Конкурс еңеүсеһенә күсмә бронза статуэтка тапшырыла. Шулай уҡ төп приз – “Патриот” УАЗ автомобиле бүләк ителә. Тантаналы сара 20 ноябрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығында үтә.
2 026
Башҡортостан фильмы “Радонеж” кинофестивалендә күрһәтелә
“Бер роль яҙмышы” тигән документаль таҫма Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында төшөрөлгән. Ул “Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем” спектаклен әҙерләү барышын һүрәтләй. Актриса Илгизә Ғилманова ҡатмарлы ролде башҡарыуы, шулай уҡ республиканың “Именлек” геронтология үҙәгендә ирекмән булып эшләүе тураһында һөйләй. “Бер роль яҙмышы” фильмы 12 ноябрҙә Мәскәүҙең “Сатурн” кинотеатрында тәҡдим ителә.
2 026
Республикала ауыл хужалығы өсөн кадрҙар әҙерләүгә 1 миллиард йүнәлтелә
Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры ИлшатФәзрахманов ошо турала белдерҙе. Аҡса“Агросәнәғәт комплексына кадрҙар” федераль проектының аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүпрограммаһына ярашлы бүленә. 2030 йылға тиклем предприятиеларҙы 95 процентҡахеҙмәткәрҙәр менән тәьмин итеү маҡсаты ҡуйыла. “ауыл хужалығы тармағынакадрҙарҙы мәктәптән әҙерләү мөһим. Райондарҙа агрокластар булдырыла. БыйылБүздәк һәм Нуриман арйондарында ике синыф асылды. Аграр вузды яңыртыу бурысытора. Йыл һайын 1 миллиард һум алһаҡ, белем биреү системаһын тулыһынсаяңыртыуға өлгәшәбеҙ. Унда заманса кадрҙар әҙерләнәсәк”, - тине Илшат Фәзрахманов.
2 026
Өфөлә «Мин АГРО-ла» ауыл хужалығы комплексының һөнәрҙәр ҡалаһы асылды
Бөгөн Өфөлә «Мин АГРО-ла» ауыл хужалығы комплексының һөнәрҙәр ҡалаһы асылды. Күләмле проект илдең 13 төбәгендә тормошҡа ашырыла. Башҡорт дәүләт аграр университетында ойошторолған майҙансыҡ менән беренсе көнөндә 700-гә яҡын бала танышҡан.
2 026
Өфөнөң Перинаталь үҙәге иң яҡшыһы тип танылды
Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының Перинаталь үҙәге-иң яҡшыһы. Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында ойошторолған конкурста төрлө күрһәткестәр ҡаралған. Шул иҫәптән, үҙәктең заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылыуы тикшерелгән. Дауахананың Перинаталь үҙәге башҡа бала табыу йорттары араһында өлкән пациенттар өсөн реанимация бүлеге булған берҙән-бер учреждение.
Available now! Telegram Research 2025 — the year's key insights 
