es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
1 980
Suscriptores
Sin datos24 horas
-27 días
-1330 días
Archivo de publicaciones
«Һәнәк» журналының 100 йыллығына арналған китап-антологияның исем туйы үтте Көлә-көлә «Һәнәк» килә. Республика сатира һәм юмор журналының 100 йыллығы уңайынан донъя күргән китап-антология шулай тип атала. Баҫманың исем туйы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында үтте.

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптары пациенттың бауырын үҫтергән Колоректаль яман шеш диагнозы менән дауаланған 66 йәшлек пациентҡа уникаль операция яһалған. Тикшереү ваҡытында уның бауырының уң өлөшөндә метастазалар табыла. Хирургтарҙың тәжрибәле командаһы бауырҙы ике өлөшкә бүлә һәм зарарланған яғын алып ташлай. Унан һуң ағзаның һау өлөшө кәрәкле ҙурлыҡта үҫкән. Пациент химия терапияһы ала.

Иглин районының Ҡаҙаяҡ ауылында Эҫем урамына асфальт түшәлгән Ауыл халҡы оҙаҡ йылдар машиналар үткәндән һуң туҙанға зарланған. Дөйөм йыйылышта улар Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насироваға проблеманы хәл итеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Юлды ремонтлауға өҫтәмә аҡса Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республика бюджетынан бүленгән.

Республикала йәш депутаттарҙы уҡытыу программаһы дауам итә «Берҙәм Рәсәй» партияһы проекты сиктәрендә 35 йәшкә тиклемге парламентарийҙар сәйәси тармаҡ нескәлегенә төшөнә. Дәрес барышында депутаттарҙың остаздары булып юғары партия мәктәбе филиалы спикерҙары сығыш яһай. Улар йәштәргә кешеләрҙең тормошон яҡшыртыусы аныҡ эштәр башҡарыу мөһимлеген аңлата, йәмғиәт менән власть тығыҙ бәйләнешт булдырыу юлдары менән таныштыра.

Башҡортостанда ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре дәүләт наградалары менән билдәләнде Тырыш хеҙмәткә баһа. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.

Ил мәктәптәрендә ҡыңғырау сыңын патриотик йырҙар алмаштыра Ноябрҙә “Ҡыңғырау урынына көйҙәр” тигән Бөтә Рәсәй проекты тормошҡ
Ил мәктәптәрендә ҡыңғырау сыңын патриотик йырҙар алмаштыра Ноябрҙә “Ҡыңғырау урынына көйҙәр” тигән Бөтә Рәсәй проекты тормошҡа ашырыла. Ул Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнала. Белем усаҡтарында дуҫлыҡ, Тыуған илгә һөйөү темаһына бағышланған йырҙарҙан өҙөктәр яңғырай.

Өсөнсө балалар фольклориадаһы логотибына конкурс иғлан ителде Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан ошо турала белдерәләр. Был сара киләһе йылда Өфөлә уҙғарыла. Ил төбәктәренән йыр, бейеү һәм уйын ҡоралдары коллективтары килә. Логотип әҙерләү конкурсында профессиональ дизайнерҙар, вуз һәм колледж студенттары, мәҙәниәт учреждениеһы белгестәре, шулай уҡ ижади коллективтар ҡатнаша ала. Заявкалар 25 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурс положениеһы менән Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында танышырға була. Бәйгелә еңгән логотип Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡулланыуға тәҡдим ителә.

Өфөлә режиссер Роман Пожидаевтың «Батырҙар ташы» фильмының исем туйы үтте Кино сәнғәтендә үҙенсәлекле премьера. Өфөнөң «Родина» кинотеатрында режиссер Роман Пожидаевтың «Батырҙар ташы» фильмының исем туйы үтте. Көйефте күтәрә, йөрәккә ҡағыла, уйландыра, күңелдә яҡты эҙ ҡалдыра. Роман Пожидаевтың «Батырҙар ташы» фильмы тап шундай.

Өфөлә «Байыҡ» республика телевизион башҡорт бейеү конкурсының Гала-концерты үтте «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә «Байыҡ» республика телевизион башҡорт бейеү конкурсының Гала-концерты үтте. 2025 йылда телепроекттың һайлап алыу турында Башҡортостандан, Татарстандан, Мәскәүҙән, Сорғот, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән меңдән ашыу бейеүсе ҡатнашҡан.

Өфөлә Марат Зәйнуллиндың 90 йыллығына арналған халыҡ-ара конференция үтте Өфө фән һәм технологиялар университетында күренекле ғалим Марат Зәйнуллиндың 90 йыллығына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Марат Вәли улы башҡорт теленең грамматик төҙөлөшө, башҡорт тел ғилемен үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Уҡыусылар өсөн иң тәмле ризыҡтар Стәрлетамаҡтың 29-сы мәктәбендә бешерелә Белем усағы Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән конкурста «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» исемен яуланы. Еңеүселәр менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.

Балтас районында Танып йылғаһы аша күпер ноябрь аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыла Әле объектта һуңғы әҙерлек эштәре бара. Алдағы көндәрҙә эшселәр асфальт һала башлаясаҡ. Бер нисә көндән яңы күперҙә ҙур трафик менән транспорт хәрәкәте асыла. Был көндө төбәктең 9 ауылында йәшәүселәр ҙур түҙемһеҙлек менән көтә.

11 ноябрҙә киске сәғәт етелә Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнеш үтә Республика етәксеһе халыҡ һорауҙарына төбәк радио-телеканалдарында һәм социаль селтәрҙәрҙә яуап бирәсәк. Тура бәйләнешкә һорауҙарҙы һәр кем үҙе өсөн уңайлы ысул менән ебәрә ала. Радий Хәбиров менән Тура бәйленеш граждандарҙың көндәлек мәсьәләләрен, мөрәжәғәттәрен хәл итеү өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡ булып тора. Мөрәжәғәттәрҙең төп өлөшө бер нисә аҙна йәки ай эсендә хәл ителә.

Радий Хәбиров «Рәсәй-спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумында ҡатнашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй-спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумында ҡатнашты. Күләмле сара былтыр Өфөлә үткәйне, быйыл эстафетаны Һамар ҡалаһы ҡабул итте. Майҙансыҡтарҙың береһендә Радий Хәбиров Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенконы физкультура һәм спортты үҫтереү өлкәһендә төбәк сәйәсәтенең төп йүнәлештәре, шулай уҡ төҙөлгән ҙур спорт объекттары менән таныштырҙы.

«Нур» театрында Мөнир Ҡунафиндың «Һине көтәләр» спектакле премьераһы күрһәтелде Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театрында Мөнир Ҡунафин пьесаһы буйынса «Һине көтәләр» спектакле премьера алдынан тамашасы хөкөмөнә сығарылды. Сәхнә әҫәре реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән һәм махсус хәрби операция темаһына, Ватан һаҡсыларына арнала. «Һине көтәләр»-ысын мәғәнәһендә хисле тарих.

Өфөнөң иң ҡыйыу кешеләре ҡараңғыла археология залдары буйлап интерактив экскурсияға барҙы Баш ҡала «Сәнғәт төнө» Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһына ҡушылды. Быйылғы сара «Халыҡтың көсө-мәҙәниәттең берҙәмлегендә» девизы аҫтында үтте. Башҡортостан милли музейы үҙ ҡунаҡтарын боронғо тарихҡа сумдырҙы, кинолекторийҙа һуғыш йылдары атмосфераһын тергеҙҙе, интерактив программа ойошторҙо. Кисә дауамында музей фойеһында Башҡортостан халыҡтары бейеүҙәре менән таныштырҙы. Шулай уҡ традицион һөнәрҙәр буйынса бер нисә оҫталыҡ дәресе үтте.

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә «55+» ял үҙәге өлкәндәрҙе әүҙем тормошҡа йәлеп итә Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге «55+» ял үҙәгенә йөрөүсе өлкәндәр тап шулай тип иҫбатлай. 2018 йылда асылған үҙәккә 300-ләгән пенсионер йөрөй. Улар өсөн 16 түңәрәк һәм студия эшләй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем йәшәү рәүешен үҙ иткәндәр өсөн бында йыр, бейеү, туризм, әҙәбиәт йүнәлештәре буйынса төрлө ижади түңәрәктәр алып барыла.

Башҡортостанда пациенттарҙы аяҡҡа баҫтырыу буйынса алдынғы клиника эшләп килә Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы 1-се этап медицина реабилитацияһы буйынса илдең иң алдынғы 3 дауаханаһы исемлегенә инә. Бүлек пациенттарҙы реабилитациялау, ҡатмарлы операцияларҙан һуң аяҡҡа баҫтырыу буйынса махсуслаша. Юғары технологиялы ҡоролмалар, үҙ һөнәренең оҫталары һәм психологик ярҙам, йәғни комлекслы алым үҙ һөҙөмтәләрен бирә.

Башҡортостан майлы культуралар буйынса яңы рекорд ҡуйҙы Техник культуралар күләмен арттырыу һәм яңы баҙарҙарға сығыу. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, тармаҡтың яҡын киләсәккә бурыстары ошолар. Быйыл республикала майлы культуралар миллион тонна самаһы урылып, йәнә рекорд ҡуйылды.

Өфөлә газификация мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо Тыңларға һәм ярҙам итергә. Өфөлә газификация мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо. Сараны уҙғарыу башланғысы менән Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сығыш яһаған. Рәсәй парламентеры халыҡтан килгән һорауҙарҙы муниципаль һәм дәүләт власы органдары, профилле ведомстволар һәм партнер ойошмалар вәкилдәре менән бергә тыңланы.