fa
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
2 026
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-27 روز
-430 روز
آرشیو پست ها
Өфөлә Марат Зәйнуллиндың 90 йыллығына арналған халыҡ-ара конференция үтте Өфө фән һәм технологиялар университетында күренекле ғалим Марат Зәйнуллиндың 90 йыллығына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Марат Вәли улы башҡорт теленең грамматик төҙөлөшө, башҡорт тел ғилемен үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Уҡыусылар өсөн иң тәмле ризыҡтар Стәрлетамаҡтың 29-сы мәктәбендә бешерелә Белем усағы Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән конкурста «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» исемен яуланы. Еңеүселәр менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.

Балтас районында Танып йылғаһы аша күпер ноябрь аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыла Әле объектта һуңғы әҙерлек эштәре бара. Алдағы көндәрҙә эшселәр асфальт һала башлаясаҡ. Бер нисә көндән яңы күперҙә ҙур трафик менән транспорт хәрәкәте асыла. Был көндө төбәктең 9 ауылында йәшәүселәр ҙур түҙемһеҙлек менән көтә.

11 ноябрҙә киске сәғәт етелә Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнеш үтә Республика етәксеһе халыҡ һорауҙарына төбәк радио-телеканалдарында һәм социаль селтәрҙәрҙә яуап бирәсәк. Тура бәйләнешкә һорауҙарҙы һәр кем үҙе өсөн уңайлы ысул менән ебәрә ала. Радий Хәбиров менән Тура бәйленеш граждандарҙың көндәлек мәсьәләләрен, мөрәжәғәттәрен хәл итеү өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡ булып тора. Мөрәжәғәттәрҙең төп өлөшө бер нисә аҙна йәки ай эсендә хәл ителә.

Радий Хәбиров «Рәсәй-спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумында ҡатнашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй-спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумында ҡатнашты. Күләмле сара былтыр Өфөлә үткәйне, быйыл эстафетаны Һамар ҡалаһы ҡабул итте. Майҙансыҡтарҙың береһендә Радий Хәбиров Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенконы физкультура һәм спортты үҫтереү өлкәһендә төбәк сәйәсәтенең төп йүнәлештәре, шулай уҡ төҙөлгән ҙур спорт объекттары менән таныштырҙы.

«Нур» театрында Мөнир Ҡунафиндың «Һине көтәләр» спектакле премьераһы күрһәтелде Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театрында Мөнир Ҡунафин пьесаһы буйынса «Һине көтәләр» спектакле премьера алдынан тамашасы хөкөмөнә сығарылды. Сәхнә әҫәре реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән һәм махсус хәрби операция темаһына, Ватан һаҡсыларына арнала. «Һине көтәләр»-ысын мәғәнәһендә хисле тарих.

Өфөнөң иң ҡыйыу кешеләре ҡараңғыла археология залдары буйлап интерактив экскурсияға барҙы Баш ҡала «Сәнғәт төнө» Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһына ҡушылды. Быйылғы сара «Халыҡтың көсө-мәҙәниәттең берҙәмлегендә» девизы аҫтында үтте. Башҡортостан милли музейы үҙ ҡунаҡтарын боронғо тарихҡа сумдырҙы, кинолекторийҙа һуғыш йылдары атмосфераһын тергеҙҙе, интерактив программа ойошторҙо. Кисә дауамында музей фойеһында Башҡортостан халыҡтары бейеүҙәре менән таныштырҙы. Шулай уҡ традицион һөнәрҙәр буйынса бер нисә оҫталыҡ дәресе үтте.

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә «55+» ял үҙәге өлкәндәрҙе әүҙем тормошҡа йәлеп итә Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге «55+» ял үҙәгенә йөрөүсе өлкәндәр тап шулай тип иҫбатлай. 2018 йылда асылған үҙәккә 300-ләгән пенсионер йөрөй. Улар өсөн 16 түңәрәк һәм студия эшләй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем йәшәү рәүешен үҙ иткәндәр өсөн бында йыр, бейеү, туризм, әҙәбиәт йүнәлештәре буйынса төрлө ижади түңәрәктәр алып барыла.

Башҡортостанда пациенттарҙы аяҡҡа баҫтырыу буйынса алдынғы клиника эшләп килә Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы 1-се этап медицина реабилитацияһы буйынса илдең иң алдынғы 3 дауаханаһы исемлегенә инә. Бүлек пациенттарҙы реабилитациялау, ҡатмарлы операцияларҙан һуң аяҡҡа баҫтырыу буйынса махсуслаша. Юғары технологиялы ҡоролмалар, үҙ һөнәренең оҫталары һәм психологик ярҙам, йәғни комлекслы алым үҙ һөҙөмтәләрен бирә.

Башҡортостан майлы культуралар буйынса яңы рекорд ҡуйҙы Техник культуралар күләмен арттырыу һәм яңы баҙарҙарға сығыу. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, тармаҡтың яҡын киләсәккә бурыстары ошолар. Быйыл республикала майлы культуралар миллион тонна самаһы урылып, йәнә рекорд ҡуйылды.

Өфөлә газификация мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо Тыңларға һәм ярҙам итергә. Өфөлә газификация мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо. Сараны уҙғарыу башланғысы менән Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сығыш яһаған. Рәсәй парламентеры халыҡтан килгән һорауҙарҙы муниципаль һәм дәүләт власы органдары, профилле ведомстволар һәм партнер ойошмалар вәкилдәре менән бергә тыңланы.

Өфөлә «Студенттар осрашыуы» фестивале үтте Ул республиканың медицина колледждары уҡыусыларын берләштерҙе. Иң яҡшы ижади коллектив исеменә 200-ҙән ашыу ҡыҙ һәм егет көрәште. Әлеге сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды. Сәхнәлә үҙенең вокал талантын махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Андрей Рыженьков та күрһәтте.

Владимир Путин 2026 йылды Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан итеү тәҡдимен хупланы Президент был турала Кремлдә милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышында хәбәр итте. Был ҡарар илебеҙҙә йәшәгән 190-дан ашыу халыҡ һәм этник төркөмдәр араһында берҙәмлек һәм үҙ-ара ихтирамдың мөһимлегенә иғтибарҙы йүнәлтә.

Баш ҡалаға «Тарих һаҡсылары» 3-сө Бөтә Рәсәй слетында ҡатнашыусылар йыйылды Дәүләт йылъяҙмаһы ышаныслы ҡулдарҙа. Баш ҡалаға «Тарих һаҡсылары» 3-сө Бөтә Рәсәй слетында ҡатнашыусылар йыйылды. «Беренселәр хәрәкәте» менән «Юнармия» берлектә ойошторған сараға тотош илдән ярты меңдән ашыу үҫмер килгән. Хәҡиҡәт менән киләсәкте һаҡлаусыларҙы Радий Хәбиров та сәләмләне. Һеҙҙең ыңғай энергиянан киләсәккә ышаныс тағы ла арта, тине Башҡортостан башлығы йәштәр менән осрашыуҙа.

Благовещенда балалар поликлиникаһы асыла Район хакимиәте башлығы Анна Карабанова белдереүенсә, эштәр теүәлләнеп килә. “Объект
Благовещенда балалар поликлиникаһы асыла Район хакимиәте башлығы Анна Карабанова белдереүенсә, эштәр теүәлләнеп килә. “Объект социаль әһәмиәтле. Шуға даими контролдә тотола. Төҙөлөштө ваҡытында тамамлау мөһим. Мебель һәм ҡорамалдар әҙер. Эске биҙәкләү эштәре бөткәс тә, улар урынлаштырыла башлай. Йыл аҙағына тиклем лицензия һәм документтар алынырға тейеш. Киләһе йыл башында медицина хеҙмәткәрҙәре яңы бинала бәләкәй пациенттарҙы ҡабул итергә ниәтләй”, тип яҙған телеграм каналында Анна Карабанова. Былтыр Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, Благовещендан тыш Асҡар, Учалы һәм Яңауылда балалар поликлиникаһы төҙөлә башланы. Асҡын, Кушнаренко һәм Баҡалыла шулай уҡ медицина учрежденилары һалына.

“Халыҡ участковыйы” конкурсының финалы башланды Унда Нефтекаманан полиция майоры Айрат Ямалов ҡатнаша. Ул ярыштың төбәк этабы
“Халыҡ участковыйы” конкурсының финалы башланды Унда Нефтекаманан полиция майоры Айрат Ямалов ҡатнаша. Ул ярыштың төбәк этабында еңеү яуланы. Яҡташыбыҙ өсөн “Комсомольская правда” сайтында 10 ноябргә тиклем тауыш бирергә була. Конкурс еңеүсеһенә күсмә бронза статуэтка тапшырыла. Шулай уҡ төп приз – “Патриот” УАЗ автомобиле бүләк ителә. Тантаналы сара 20 ноябрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығында үтә.

Башҡортостан фильмы “Радонеж” кинофестивалендә күрһәтелә “Бер роль яҙмышы” тигән документаль таҫма Мәжит Ғафури исемендәге Ба
Башҡортостан фильмы “Радонеж” кинофестивалендә күрһәтелә “Бер роль яҙмышы” тигән документаль таҫма Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында төшөрөлгән. Ул “Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем” спектаклен әҙерләү барышын һүрәтләй. Актриса Илгизә Ғилманова ҡатмарлы ролде башҡарыуы, шулай уҡ республиканың “Именлек” геронтология үҙәгендә ирекмән булып эшләүе тураһында һөйләй. “Бер роль яҙмышы” фильмы 12 ноябрҙә Мәскәүҙең “Сатурн” кинотеатрында тәҡдим ителә.

Республикала ауыл хужалығы өсөн кадрҙар әҙерләүгә 1 миллиард йүнәлтелә Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры ИлшатФәзрахманов о
Республикала ауыл хужалығы өсөн кадрҙар әҙерләүгә 1 миллиард йүнәлтелә Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры ИлшатФәзрахманов ошо турала белдерҙе. Аҡса“Агросәнәғәт комплексына кадрҙар” федераль проектының аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүпрограммаһына ярашлы бүленә. 2030 йылға тиклем предприятиеларҙы 95 процентҡахеҙмәткәрҙәр менән тәьмин итеү маҡсаты ҡуйыла. “ауыл хужалығы тармағынакадрҙарҙы мәктәптән әҙерләү мөһим. Райондарҙа агрокластар булдырыла. БыйылБүздәк һәм Нуриман арйондарында ике синыф асылды. Аграр вузды яңыртыу бурысытора. Йыл һайын 1 миллиард һум алһаҡ, белем биреү системаһын тулыһынсаяңыртыуға өлгәшәбеҙ. Унда заманса кадрҙар әҙерләнәсәк”, - тине Илшат Фәзрахманов.

Өфөлә «Мин АГРО-ла» ауыл хужалығы комплексының һөнәрҙәр ҡалаһы асылды Бөгөн Өфөлә «Мин АГРО-ла» ауыл хужалығы комплексының һөнәрҙәр ҡалаһы асылды. Күләмле проект илдең 13 төбәгендә тормошҡа ашырыла. Башҡорт дәүләт аграр университетында ойошторолған майҙансыҡ менән беренсе көнөндә 700-гә яҡын бала танышҡан.

Өфөнөң Перинаталь үҙәге иң яҡшыһы тип танылды Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының Перинаталь үҙәге-иң яҡшыһы. Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында ойошторолған конкурста төрлө күрһәткестәр ҡаралған. Шул иҫәптән, үҙәктең заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылыуы тикшерелгән. Дауахананың Перинаталь үҙәге башҡа бала табыу йорттары араһында өлкән пациенттар өсөн реанимация бүлеге булған берҙән-бер учреждение.