БСТ | Яңылыҡтар
Open in Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Show more2 025
Subscribers
-124 hours
-37 days
-430 days
Posts Archive
2 025
Өфөлә ветеринарҙар хайуандарға яһалма быуындар ҡуя
Ветеринария өлкәһендә ортопедия менән хирургияны берләштереп. Ике йыл эсендә Башҡортостанда 15 -тән ашыу пациент терәк-хәрәкәт органдарында ҡатмарлы операция үткәргән, улар яңынан сафҡа баҫҡан.Элегерәк бындай медицина ярҙамы Мәскәүҙә генә яһалһа, 2023 йылдан Өфөлә Айрат Ҡотломәтов клиникаһында ла уңышлы операциялар үткәрелә.
2 025
Башҡорт донъяһын Европала танытҡан Ирек Байышев Өфөгә килде
Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында башҡорт халыҡ мәҙәниәте, сәнғәте һәм тарихын пропагандалауға тос өлөш индергән шәхестәр менән ижади осрашыуҙар үтә. «Йола» ижади берекмәһе тарафынан тормошҡа ашырылған «Асыҡ тирмә» проекты ҡатнашыусылары был юлы тарихи реконструктор, сит илдә башҡорт мөхитен пропагандалаусы Ирек Байышев менән фекер алышты.
2 025
Тәтешлелә тактик медицина буйынса семинар үтте
«Башҡортостан геройы» программаһы сиктәрендә, Тәтешле районында тактик медицина буйынса семинар үтте. Төбәктең ауыл биләмәһе башлыҡтары, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре санитар оборонаға әҙерлек буйынса саралар комплексын үҙләштерҙе. Семинар барышында медицина ярҙамы күрһәтеүҙең практик аспекттары ҡаралды.
2 025
Йәштәр ҡаҙаныштары өсөн республика премияһына ғаризалар ҡабул ителә
Йәштәр ҡаҙаныштары өсөн республика премияһы. Йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге иң яҡшы тәжрибәләр конкурсы йыл һайын 16 номинация буйынса үткәрелә. Быйыл унда Башҡортостанда теркәлгән һәм йәшәгән Рәсәй граждандары, коммерция булмаған һәм партнерлыҡ ойошмалары вәкилдәре, төбәктә йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыусылар ҡатнаша ала.
2 025
Радий Хәбиров металдарҙың үтә һығылмалылығы институтын 40 йыллыҡ менән ҡотланы
Радий Хәбиров ғалимдарҙы Рәсәй фәндәр академияһы металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты ойошторолоуҙың 40 йыллығы менән ҡотланы. Әлеге ваҡытта ул Рәсәйҙә материалдарҙы өйрәнеү, металдарҙы һәм иретмәләрҙе эшкәртеү технологиялары өлкәһендәге алдынғы ғилми учреждениеларҙың береһе булып тора.
2 025
Республика көнөнә Өфөлә буласаҡ өҫтәл теннисы үҙәгенә нигеҙ ташы һалына
Шулай уҡ аркалы күпер аша транспорт хәрәкәте ебәрелә. Оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын үҫтереү мәсьәләһе лә ҡаралды, баҡсасылар ширҡәттәренә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы саралары барланды.
2 025
Башҡортостан спортсылары 44 тонналыҡ «Тополь-М» техникаһын һөйрәп рекорд ҡуйҙы
Донъя рекорды. Стәрлетамаҡта башҡорт батырҙары «Тополь-М» хәрби техникаһын 8 метр арауыҡҡа һөйрәне. Тамашаны ҡарарға килгән халыҡ алдында Денис Ваһапов, Айҙар Байсурин, Рәил Бикмаев һәм Руслан Садиҡов көс күрһәтте.
2 025
Эльмира Саматова «Домашний» телеканалында төшкән сериалда төп роль башҡара
Башҡортостандың халыҡ артисы Эльмира Саматова «Домашний» телеканалы өсөн төшөрөлгән рус сериалында төп ролдәрҙең береһен уйнай.
«Любовь по принуждению» тип исемләнгән сериал киң тамашасыға сентябрь аҙағында күрһәтелде. Режиссерҙар башҡорт актрисаһына тәҡдим менән үҙҙәре сыҡҡан. Билдәле яҡташыбыҙ сериалда үгәй әсә булып уйнай, Режиссерҙар образға тура килгән геройҙы ике ай дауамында эҙләгән. Һөҙөмтәлә социаль селтәрҙә тап Эльмира Саматоваға туҡталалар.
2 025
Хәйбулла районында уҡытыусылар һөнәри байрамдарын билдәләне
Рәсәй уҡытыусылары һөнәри байрамын билдәләне. Хәйбулла районында тантаналы сара Бүребай мәктәбендә ойошторолдо. Унда төбәктең белем усаҡтарында йәш быуынға белем биргән һәм был өлкәлә күп йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткән ветерандар йыйылды.
2 025
Ҡалтасы районы уҡытыусыһына шифаханаға юллама тапшырылды
Һөнәри байрам алдынан-ҡыуаныслы ваҡиға. Ҡалтасы районы Күтәрем ауылы мәктәбе уҡытыусыһына шифаханала һаулығын нығытыу өсөн сертификат тапшырылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы шифахана-курорт дауалауы менән тәьмин итеү инициативаһы менән сығыш яһағайны.
2 025
Өфө пенсионерҙары изге урындар буйлап сәфәргә сыҡты
Өфө пенсионерҙары «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы ярҙамында республиканың изге урындары буйлап бер көнлөк турнеға сыҡты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 2020 йылдан тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә был мөмкинлек менән миллиондан ашыу кеше файҙалана.
2 025
Башҡортосткандан махсус хәрби операция биләмәһенә 163-сө гуманитар ылау оҙатылды
Колоннала 11 берәмек техника. Яҡташ хәрбиҙәребеҙгә адреслы ярҙам дәүләт органдары, предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары һәм битараф булмаған граждандар тарафынан тупланған. Йөк составына 23 автомобиль, ағас материалдары, күсмә мунсалар, маскировка селтәрҙәре, дрон кеүек фронт өсөн кәрәкле әйберҙәр тейәлгән. Әйткәндәй, республикала гуманитар посылкаларҙы әҙерләүҙә, уларҙы машиналарға тейәүҙә ярҙам күрһәтеүселәр тырышлығы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай.
2 025
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәленең төп өлөштәре һүтелә башланы
Күләмле һәм шул уҡ ваҡытта яуаплы эш. Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәленең төп өлөштәре һүтелә башланы. Скульптураны тергеҙеү сараһы ике йылға иҫәпләнгән. Реставрация барышында республикабыҙ символы булған монументтың тарихи йөҙөн һаҡлап ҡалыу бурысы ҡуйылған. Бер үк ваҡытта майҙан биләмәһен төҙөкләндереү бурысы тора.
2 025
Өфөлә Вәсил Ханнановтың һирәк эштәренән күргәҙмә асылды
Сәнғәт белгестәре Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Вәсил Ханнановты шулай баһалай. Вәсил Мирғәзиән улының тыуған көнөндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының «Эрмитаж» күргәҙмә залында бығаса тамашасы күрмәгән һирәк эштәре күргәҙмәгә ҡуйылды.
2 025
Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылында Миңһылыу Усманова менән осрашыу үтте
Профессор, тел белгесе, ғалимә. Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылында Миңһылыу Усманова менән осрашыу үтте. Кисә Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙының 75 йәшлек юбилейына арналды.
2 025
«Изге эштәрҙең дүрт миҙгеле» төбәк проектының икенсе миҙгелендә ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә
Проекттың маҡсаты-төрлө район-ҡалаларҙа йәшәүсе 12-18 йәшлек үҫмерҙәрҙе үҙ башланғыстарын тормошҡа ашырыу аша ирекмәнлек эшенә йәлеп итеү. Хәүефһеҙ бала саҡ, мәҙәниәт һәм төҙөкләндереү-өс йүнәлеш һайлап алынған. Проектта остаз-уҡытыусылар, вожатыйҙар, директор кәңәшселәре етәкселегендә 5-10 кешенән торған командалар ҡатнаша.
2 025
Ишембайҙа кадеттар Ватанға тоғролоҡҡа ант бирҙе
Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре хәрби ант бирҙе. Ишембай ҡалаһында урынлашҡан уҡыу йортонда уҙған тантанаға курсанттарҙың ата-әсәләре, яҡындары, көс структуралары, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре, хәрбиҙәр саҡырылғайны.
2 025
Өфөлә следж-хоккей менән шөғөлләнеүселәргә сана һәм экипировка тапшырылды
Комплектты «Булат» клубының дүрт хоккейсыһы алды. Ветеран яугирҙарҙы спорт йыһаздары менән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды тәьмин итте. Быға тиклем экипировка һораған 8 яугирҙан ғариза килгән булған. Төбәк филиалының эксперт советы һәр мөрәжәғәтте спортсының физик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уға яраҡлы форма һайлай. Был бер ҙә осраҡлы түгел, сөнки следж-хоккей махсус хәрби операциянан яраланып ҡайттыусылар өсөн реабилитация йүнәлештәренең береһе булып тора.
2 025
Октябрьский ҡалаһының «Бетеү» ирекмәндәр төркөмө махсус хәрби операцияға өс меңенсе селтәр оҙатҡан
Лилиә менән Константин Вельбойҙар 2022 йылдың көҙөндә мәҙрәсәлә хәрбиҙәргә һәм госпиталдәргә гуманитар ярҙам ойоштора башлай. Йыйылған әйберҙәрҙе Константин Анатольевич махсус хәрби операция биләмәһенә үҙе алып барып тапшыра, ирекмән өс йыл эсендә хәрбиҙәр янына 15 тапҡыр барып ҡайта. Ил яҙмышына битараф булмаған кешеләр тарафынан маскировка селтәрҙәре, дрондан йәшенеү костюмдары, окоп шәмдәре, юрғандар, беләҙектәр, кейем-һалым тегеү буйынса производство яйға һалынған.
2 025
Республиканан махсус хәрби операция биләмәһенә иҫәп буйынса 162-се гуманитар ылау оҙатылды
Башҡорт батальондары транспорт сараларынан тыш, дрондар һәм эсәр һыу менән тәьмин ителәсәк. Хәрбиҙәргә адреслы ярҙам республика дәүләт органдары, предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары һәм ирекмәндәр тырышлығы менән ойошторолған. Колонна составында 6 йөк автомобиле. Хәрбиҙәргә аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән 3 юғары үтемле техника оҙатылды.
Available now! Telegram Research 2025 — the year's key insights 
