ar
Feedback

لا تقع ضحية للمخادعين! تيليمتريو يكتشف ويُميّز هذه القنوات 👉 إذا كنت تريد رؤية العلامة، اشترك

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
1 953
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-47 أيام
-1230 أيام
أرشيف المشاركات
Ейәнсура районы 95 йыллығын яңы проекттар һәм фольклор байрам менән ҡаршыланы Ейәнсура районы ойошторолоуға 95 йыл. Юбилей уңайынан төбәктә бер нисә объект сафҡа инде. Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт-гимназия интернаты янында ГТО нормаларын тапшырыу, «Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүселәре Кинйәбулатта балалар өсөн ял майҙансыҡтары асылды. ЗАГС эргәһендә «Ғашиҡтар йөрәге» объекты барлыҡҡа килде. Тарихи дата айҡанлы районда байрам саралары-«Йырлы бишегем-Ейәнсура» фольклор байрамы үтте. Район мәҙәниәт йортонда хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде, фойела бай йөкмәткеле күргәҙмә әҙерләнгәйне. Тулыраҡ киләһе репортажда.
11 أكتوبر 2025, 13:41

Радий Хәбиров «Көслөләр һайлауы» Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Берҙәм Рәсәй партияһының «Көслөләр һайлауы» федераль проектының Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашты. Көрәш спортын үҫтереү, илһөйәр йәштәр тәрбиәләү һәм илдең кадрҙар резервын булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған проект өс федерацияны-дзюдо, самбо һәм спорт көрәшен берләштерә.
11 أكتوبر 2025, 13:26

Өфөлә Шайморатов класстары уҡыусылары тоғролоҡҡа ант бирҙе Тыуған еребеҙҙең тоғро улы һәм ҡыҙы булырға, төплө белем алырға, илебеҙгә намыҫлы хеҙмәт итергә ант итәм! Шайморатов класында уҡыусылар тантаналы шарттарҙа тоғролоҡҡа ант бирҙе. Баш ҡаланың Совет майҙанына республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан алты йөҙгә яҡын бала йыйылды. Радий Хәбиров буласаҡ Ватан һаҡсыларын шайморатовсыларға бағышланы. Республика көнөнә арналған тантаналы саранан репортаж.
11 أكتوبر 2025, 13:11

Радий Хәбиров Өфөнөң транспорт инфраструктураһы идаралығына яңы троллейбус асҡыстарын тапшырҙы Рәсәй-Белоруссия сәнәғәт кооперацияһы һөҙөмтәһе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң транспорт инфраструктураһы идаралығына яңы троллейбус асҡыстарын тапшырҙы. Экологик яҡтан иң таҙа машиналар ҡала электр транспортын үҫтереү программаһы буйынса һатып алынған. «Горожанин» троллейбусының төп үҙенсәлектәренең береһе-өҫтәмә аккумулятор ярҙамында 30 километрға тиклем автономлы хәрәкәт итеү мөмкинлеге.
11 أكتوبر 2025, 12:59

Өфөлә тарихи йөҙөн һаҡлаған Ағиҙел күпере асылды Тарихи йөҙөн һаҡлаған яңыртылған күпер. Республика көнөндә өс йыл дауамында алып барылған ремонт эштәренән һуң, транспорт хәрәкәте ебәрелде. Объектты белгестәр элекке стиленә ҡарап төҙөкләндерергә тырышҡан. Уны асыу тантанаһында республика башлығы ла ҡатнашты.
11 أكتوبر 2025, 12:33

Радий Хәбиров Башҡоростан халҡын Республика көнө менән ҡотланы - Беҙҙең Башҡортостан - ул күп милләтле тарих, үҙенсәлекле мәҙ
Радий Хәбиров Башҡоростан халҡын Республика көнө менән ҡотланы - Беҙҙең Башҡортостан - ул күп милләтле тарих, үҙенсәлекле мәҙәниәт, уникаль тәбиғәт. Көслө сәнәғәт һәм ауыл хужалығы. Фән һәм инновациялар. Алға ынтылыш. Әммә төп байлығыбыҙ - ул бында йәшәүсе кешеләр. Ҡаһарман геройҙар, хеҙмәтсәндәр, һәләтле артистар, шағирҙар, рәссамдар, спортсылар, ғалимдар. Республиканың бөтә халҡының - уңыштар, сәләмәтлек, имеменлек һәм ҡаҙаныштар теләйем, - тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
11 أكتوبر 2025, 02:00

Аҙна аҙағына көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы фаразлана Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, шәмбе һәм йәкшәмбе урыны менән ямғыр һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. 13 октябрҙә иртәле-кисле юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, таулы, көнсығыш райондарҙа ваҡытлыса ҡар ятыуы мөмкин.
10 أكتوبر 2025, 14:46

Башҡортостандың хеҙмәт алдынғылары баш ҡала сәхнәһендә бүләкләнде Уңышты йыйып бөткәс тә баш ҡалаға лайыҡлы бүләк артынан. Ҡырҡ йыл буйы механизатор булып эшләгән Станислав Ғөбәев бер төркөм хеҙмәт алдынғылары менән бер рәттән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡулынан награда алды. Тотош ғүмеремде тиерлек ауылда, трактор рулендә уҙғарғас баш ҡалаға килеп Республика көнөнә арналған тантаналарҙа ҡатнашыу ҙур һынау булды, ти Станислав. Үҙенең көндәлек эшендә хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәткән, үҙ һөнәрендә, төбәк үҫешендә локомотив булған шәхестәрҙе тәбрикләү тантанаһынан репортаж.
10 أكتوبر 2025, 14:32

Радий Хәбиров Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Григорий Гуров менән осрашты Яҡтар йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Башҡортостан был өлкәлә интенсив һәм һөҙөмтәле эш алып бара. Республика йәштәр һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урынды биләй, тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе шулай уҡ тәрбиә һәм мәғрифәтселек эшен ойоштороу кәрәклегенә иғтибар итте.
10 أكتوبر 2025, 14:16

Өфөлә тәүге профессиональ падел-турнирға старт бирелде Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсолтанов республикала падел-спорт буйынса беренсе профессиональ турнирға старт бирҙе. Өфөлә яңы спорт төрө менән шөғөлләнеү өсөн клуб асылды. Шулай уҡ Өфөлә төҙөләсәк Өҫтәл теннисы үҙәгенә нигеҙ ташы һалынды.
10 أكتوبر 2025, 13:59

Башҡортостанда спорт майҙансыҡтары асыуға старт бирелде Башҡортостан спорттың күп төрҙәре буйынса илдең терәк төбәге иҫәпләнә. Республика 199 миҙал яулаған 76 Олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия уйындары чемпионы һәм призеры менән ғорурлана. Был турала Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында белдерҙе. Төбәк етәксеһе шулай уҡ видеобәйләнеш аша район-ҡалаларҙа 13 спорт майҙансығын асыуға старт бирҙе.
10 أكتوبر 2025, 13:46

Башҡортостанда Республика көнө тантаналы рәүештә билдәләнде 11 октябрҙә Башҡортостандың төп дәүләт байрамы-Республика көнө билдәләнә. Төбәк башлығы Радий Хәбиров тарихи датаға арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашып, республикала йәшәүселәрҙе байрам менән тәбрикләне. Сәхнәлә хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары тәбрикләнде.
10 أكتوبر 2025, 13:34

Федоровка районының Бала Сытырман урта дөйөм белем биреү мәктәбе 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне Сағыу гөлләмәләр, уҡытыусыға сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре. Федоровка районының Бала Сытырман урта дөйөм белем биреү мәктәбе 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Тантаналы сара белем усағын төрлө йылдарҙа тамамлаусылар һәм педагогтарҙы осраштырҙы.
10 أكتوبر 2025, 07:16

Өфөлә бер юлы ике ижади коллектив тамашасыға яңы йырҙарын тәҡдим итте Республика көнө уңайынан «Хазина» этно-проекты менән «Тауыштар» вокал проекты композицияларының исем туйы үтте.
10 أكتوبر 2025, 07:06

Республика көнө алдынан яҙыусылар менән журналистар осрашты «Берҙәмлектә-көс» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеү яңыртылған Башҡортостан яҙыусылар союзы бинаһында үтте. Осрашыуҙа яҙыусылар, республиканың төп баҫмаларының баш мөхәррирҙәре, журналистар сығыш яһаны.
10 أكتوبر 2025, 06:56

Махсус хәрби операция биләмәһе яугирҙары ҡурайҙы ташламай Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы уларға рухи көс бирә, яу ҡырында ла илһамландыра. Сихри моң-ул тыуған ергә, ата-бабалар тарихына тоташтырыусы бер сылбыр. Ҡулына ҡорал алған һалдаттар араһында ла ҡурайсылар бар. Шуларҙың береһе «Сәләх» ҡушаматлы яугир. Ул, ара-тирә тынлыҡ урынлашҡан мәлдәрҙә, ҡурайҙа уйнап, иптәштәренең күңелен күтәрә, тыуған яҡҡа һағышты баҫа. Ҡурай моңо яугирҙарға көс һәм дәрт өҫтәй, рухын нығыта.
10 أكتوبر 2025, 06:46

Өфөлә ҡурайға арналған тәүге ҙур күргәҙмә эшен башланы Башҡортостандың Милли музейында «Ҡурай-башҡорт халҡының йәне» тип исемләнгән беренсе күләмле күргәҙмә асылды. 8 тематик зонаға бүленгән экспонаттар араһында сәхнә костюмдары, һирәк осраған китаптар, нота баҫмаларын һәм архив фотоһүрәттәрҙе күрергә мөмкин.
10 أكتوبر 2025, 06:36

Өфө студенттары үҙҙәре етештергән хуш еҫле шәмдәрҙе һатыуға сығарған Тотош ил буйынса таралған продукция ассортиментында интерьер өсөн диффузорҙар, автопарфюм да бар. Үҙмәшғүл булараҡ теркәлгән йәштәр хаҡында репортаж.
10 أكتوبر 2025, 06:24

Өфөлә «Үҫеш биләмәһе. Движ командаһы» проекты остаздары һәм лидерҙары осрашты Быйыл «Үҫеш биләмәһе» үҙенең биш йыллығын билдәләй. Быға тиклем форум форматында үткән проект тулы ҡеүәттә 2021 йылда эшләй башлай. Әлеге ваҡытта «Үҫеш биләмәһе» республика буйлап 32 резиденцияны берләштерә. Уларҙың һәр береһендә йәштәр остаздары менән берлектә проекттар яҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша.
10 أكتوبر 2025, 06:11

Республика көнөндә 80-нән ашыу хеҙмәт алдынғыһына дәүләт наградалары тапшырылды Республика көнө уңайынан тырыш хеҙмәте менән дан ҡаҙанған, Башҡортостандың үҫешенә үҙ өлөшөн индергән төрлө тармаҡ белгестәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Табиптар, ауыл хужалығы белгестәре, төҙөүселәр һәм уҡытыусылар, дәүләт эшмәкәрҙәре-барлығы һикһәндән ашыу кешенең хеҙмәте лайыҡлы баһаланды.
10 أكتوبر 2025, 05:55