uk
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Відкрити в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Показати більше
1 979
Підписники
-124 години
-57 днів
-1530 днів
Архів дописів
Башҡортостан аграрийҙары майлы культуралар буйынса рекорд ҡуя Быйыл рапс, етен, соя һәм көнбағышты бер миллион тонна йыйып алырға иҫәп тотола. Шул уҡ ваҡытта май һығыу заводтары былтырғы уңышты эшкәртеп бөтмәгән. Ләкин был хәл предприятие мул уңышты ҡабул итеүгә әҙер түгел тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, завод әле ярты ҡеүәтенә эшләй. Уның ҡарауы, май сифатына хилафлыҡ килтерелмәй.

Радий Хәбиров Рәсәйҙең иң абруйлы төбәк башлыҡтарының береһе тип танылды Башҡортостан башлығы «Үтә көслө йоғонтоһо» булғандар төркөмөнә индерелгән. Исемлектә 20 субъект етәксеһе бар. Тикшереүҙе уҙған сентябрь йомғаҡтары буйынса Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар федераль агентлығы үткәргән.

Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы рәсми эш сәфәре менән Тажикстанда Халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә яңы офоҡтар һәм бизнес өсөн мөмкинлектәр. Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы рәсми эш сәфәре менән Тажикстанда. Программала бер нисә эшлекле осрашыу, шулай уҡ сәнәғәт һәм социаль объекттарға барыу планлаштырылған.

Өфөлә дирижёр Рөстәм Сөләймәнов иҫтәлегенә хәтер кисәһе үтте Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин исемендәге залында Рөстәм Сөләймәнов иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе-академик музыка концерты ойошоролдо. Рөстәм Сөләймәнов һуңғы йылдарҙа Санкт-Петербургта эшләй. Төркиә симфоник оркестрҙары менән хеҙмәттәшлек итә. Хәтер кисәһендә республика сәнғәт әһелдәренән тыш, Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермь һәм Ҡазан вәкилдәре ҡатнашты.

Өфөлә робот ярҙамында тубыҡ быуынын алмаштырыу операцияһы үткәрелде Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында тубыҡ быуынын эндопротез менән алмаштырыу буйынса операция робот ярҙамында башҡарыла. Бөгөн клиникала ҡатмарлы операцияны робот менән бергә университеттың травмотология һәм ортопедия кафедраһы мөдире Булат Минасов яһаны.

Иглин районының Балтика ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды Башҡортостанда тағы ла бер яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул Иглин районының Балтика ауылында сафҡа инде. Яңы бина һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһы буйынса төҙөлгән, кәрәкле заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша бер юлы һигеҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты эшмәкәрлегенә старт бирҙе Модулле объекттар»Оҙайлы һәм әүҙем тормош«милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын яңыртыуға, ауыл медицинаһын үҫтереүгә иғтибар юғары. Бер нисә йыл элек кенә төбәктә ФАП-тарҙың 30 проценттан ашыуы авария хәлендә ине. Әле уларҙы заманса модуль конструкциялар алмаштыра. Был йәһәттән республика ил кимәлендә алдынғы урынды биләй.

Рәсәй президенты Владимир Путин тыуған көнөн билдәләй Бөгөн дәүләт башлығына 73 йәш. Шәхси байрамын ул юғары вазифала 22-се тапҡыр ҡаршылай. Башҡортостан исеменән президентты Радий Хәбиров ҡотланы. «Дәүләт башлығына республикабыҙға иғтибары өсөн рәхмәт белдерәм. Башҡортостан һәр ваҡыт уның ярҙамын тоя. Уның ярҙамында беҙ ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырабыҙ, халҡыбыҙ өсөн мөһим объекттар төҙөйбеҙ. Ышаныслы алға барабыҙ. Шундай көслө лидер етәкселегендә эшләү бәхете тейеүенә ғорурланам. Республика һәр ваҡыт Рәсәйҙең ышаныслы таянысы булды, һәм беҙ һәр ваҡыт шулай булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, тиелә Башҡортостан башлығы ҡотлауында.

Өфөлә ветеринарҙар хайуандарға яһалма быуындар ҡуя Ветеринария өлкәһендә ортопедия менән хирургияны берләштереп. Ике йыл эсендә Башҡортостанда 15 -тән ашыу пациент терәк-хәрәкәт органдарында ҡатмарлы операция үткәргән, улар яңынан сафҡа баҫҡан.Элегерәк бындай медицина ярҙамы Мәскәүҙә генә яһалһа, 2023 йылдан Өфөлә Айрат Ҡотломәтов клиникаһында ла уңышлы операциялар үткәрелә.

Башҡорт донъяһын Европала танытҡан Ирек Байышев Өфөгә килде Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында башҡорт халыҡ мәҙәниәте, сәнғәте һәм тарихын пропагандалауға тос өлөш индергән шәхестәр менән ижади осрашыуҙар үтә. «Йола» ижади берекмәһе тарафынан тормошҡа ашырылған «Асыҡ тирмә» проекты ҡатнашыусылары был юлы тарихи реконструктор, сит илдә башҡорт мөхитен пропагандалаусы Ирек Байышев менән фекер алышты.

Тәтешлелә тактик медицина буйынса семинар үтте «Башҡортостан геройы» программаһы сиктәрендә, Тәтешле районында тактик медицина буйынса семинар үтте. Төбәктең ауыл биләмәһе башлыҡтары, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре санитар оборонаға әҙерлек буйынса саралар комплексын үҙләштерҙе. Семинар барышында медицина ярҙамы күрһәтеүҙең практик аспекттары ҡаралды.

Йәштәр ҡаҙаныштары өсөн республика премияһына ғаризалар ҡабул ителә Йәштәр ҡаҙаныштары өсөн республика премияһы. Йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге иң яҡшы тәжрибәләр конкурсы йыл һайын 16 номинация буйынса үткәрелә. Быйыл унда Башҡортостанда теркәлгән һәм йәшәгән Рәсәй граждандары, коммерция булмаған һәм партнерлыҡ ойошмалары вәкилдәре, төбәктә йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыусылар ҡатнаша ала.

Радий Хәбиров металдарҙың үтә һығылмалылығы институтын 40 йыллыҡ менән ҡотланы Радий Хәбиров ғалимдарҙы Рәсәй фәндәр академияһы металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты ойошторолоуҙың 40 йыллығы менән ҡотланы. Әлеге ваҡытта ул Рәсәйҙә материалдарҙы өйрәнеү, металдарҙы һәм иретмәләрҙе эшкәртеү технологиялары өлкәһендәге алдынғы ғилми учреждениеларҙың береһе булып тора.

Республика көнөнә Өфөлә буласаҡ өҫтәл теннисы үҙәгенә нигеҙ ташы һалына Шулай уҡ аркалы күпер аша транспорт хәрәкәте ебәрелә. Оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын үҫтереү мәсьәләһе лә ҡаралды, баҡсасылар ширҡәттәренә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы саралары барланды.

Башҡортостан спортсылары 44 тонналыҡ «Тополь-М» техникаһын һөйрәп рекорд ҡуйҙы Донъя рекорды. Стәрлетамаҡта башҡорт батырҙары «Тополь-М» хәрби техникаһын 8 метр арауыҡҡа һөйрәне. Тамашаны ҡарарға килгән халыҡ алдында Денис Ваһапов, Айҙар Байсурин, Рәил Бикмаев һәм Руслан Садиҡов көс күрһәтте.

Эльмира Саматова «Домашний» телеканалында төшкән сериалда төп роль башҡара Башҡортостандың халыҡ артисы Эльмира Саматова «Домашний» телеканалы өсөн төшөрөлгән рус сериалында төп ролдәрҙең береһен уйнай. «Любовь по принуждению» тип исемләнгән сериал киң тамашасыға сентябрь аҙағында күрһәтелде. Режиссерҙар башҡорт актрисаһына тәҡдим менән үҙҙәре сыҡҡан. Билдәле яҡташыбыҙ сериалда үгәй әсә булып уйнай, Режиссерҙар образға тура килгән геройҙы ике ай дауамында эҙләгән. Һөҙөмтәлә социаль селтәрҙә тап Эльмира Саматоваға туҡталалар.

Хәйбулла районында уҡытыусылар һөнәри байрамдарын билдәләне Рәсәй уҡытыусылары һөнәри байрамын билдәләне. Хәйбулла районында тантаналы сара Бүребай мәктәбендә ойошторолдо. Унда төбәктең белем усаҡтарында йәш быуынға белем биргән һәм был өлкәлә күп йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткән ветерандар йыйылды.

Ҡалтасы районы уҡытыусыһына шифаханаға юллама тапшырылды Һөнәри байрам алдынан-ҡыуаныслы ваҡиға. Ҡалтасы районы Күтәрем ауылы мәктәбе уҡытыусыһына шифаханала һаулығын нығытыу өсөн сертификат тапшырылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы шифахана-курорт дауалауы менән тәьмин итеү инициативаһы менән сығыш яһағайны.

Өфө пенсионерҙары изге урындар буйлап сәфәргә сыҡты Өфө пенсионерҙары «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы ярҙамында республиканың изге урындары буйлап бер көнлөк турнеға сыҡты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 2020 йылдан тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә был мөмкинлек менән миллиондан ашыу кеше файҙалана.

Башҡортосткандан махсус хәрби операция биләмәһенә 163-сө гуманитар ылау оҙатылды Колоннала 11 берәмек техника. Яҡташ хәрбиҙәребеҙгә адреслы ярҙам дәүләт органдары, предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары һәм битараф булмаған граждандар тарафынан тупланған. Йөк составына 23 автомобиль, ағас материалдары, күсмә мунсалар, маскировка селтәрҙәре, дрон кеүек фронт өсөн кәрәкле әйберҙәр тейәлгән. Әйткәндәй, республикала гуманитар посылкаларҙы әҙерләүҙә, уларҙы машиналарға тейәүҙә ярҙам күрһәтеүселәр тырышлығы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай.