en
Feedback

Don't get caught by a cheater! Telemetrio finds and tags such channels 👉 If you want to see the tag, subscribe 👈

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
1 973
Subscribers
No data24 hours
-67 days
-1830 days
Posts Archive
«Башҡортостан» полкы яугирҙарының техника паркы мотоцикл һәм квадроциклдар менән тулыланды «Башҡортостан» полкы яугирҙарының техника паркы мотоцикл һәм квадроциклдар менән тулыланды. Техниканы уларға Сибай, Баймаҡ ҡалаһы ирекмәндәре алып барып тапшырҙы. Гуманитар ылауға шулай уҡ радиоэлектрон көрәш саралары, аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары ла тупланған.

156-сы гуманитар конвой махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды 156-сы гуманитар конвой махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Башҡортостандың хәрби бурыстарын үтәгән 24 хәрби берәмек өсөн адреслы ярҙам 10 фураға йыйылған. Уның составына 23 автомобиль, 7 мотоцикл, төҙөлөш материалдары, 2000 квадрат метрҙан ашыу маскировкалау селтәре, 700 «Өфө» FPV-дроны, шулай уҡ 15 тонна эсәр һыу, аҙыҡ-түлек, дарыу кәрәк-яраҡтары, туғандарынан адреслы посылкалар ебәрелде. Ярҙам ойоштороуҙа Республиканың 8 муниципаль берәмегенең дәүләт органдары, ойошмалары, йәмәғәт берекмәләре, шулай уҡ вайымһыҙ булмаған граждандары ҡатнашты.

Республиканың иң яҡшы һауынсыһы Саҡмағош районының «Герой» хужалығында эшләй Республиканың иң яҡшы һауынсыһы Саҡмағош районының «Герой» хужалығында эшләй. Гөлназ Хисмәтуллина был исемде Дүртөйлө районында уҙған һауын машинаһы операторҙарының 46-сы республика конкурсында 27 кеше араһында еңеү яулап иҫбатланы. Һауынсылар ярышында 26 райондан үҙ эшенең оҫталары ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла район кимәлендә уҙғарылған конкурс еңеүселәре. Былтыр республиканың иң яҡшы һауынсыһы исемен Дүртөйлө районы вәкиле алғанлыҡтан, быйылғы ярыштарҙы тап улар ҡабул итә. Конкурстың беренсе этабында операторҙар һөнәр буйынса белемдәрен күрһәтте. Икенсе этапта иһә санитар-гигиена нормаларын үтәү һәм һауын машинаһын һүтеп йыйыу буйынса етеҙҙәр асыҡланды.

Илеш районында заманса малсылыҡ комплекстары төҙөлә Илеш районында заманса малсылыҡ комплекстары төҙөлә. «Урожай» тоҡомсолоҡ заводында 1 мең 200 һауын һыйырына иҫәпләнгән роботлаштырылған ферма һәм Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында 3 яңы комплекс төҙөлә. Был объекттар республика инвестиция проекттары, хужалыҡтар мал һатып алыуға тотонолған сығымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтара ала. Төбәктәге аграр тармаҡтың үҫешен сағылдырған күләмле төҙөлөштәр хаҡында беҙҙең киләһе репортаж.

Өфө үҙәгенә тротуарҙарҙы төҙөкләндереүҙең сираттағы этабы август уртаһында тамамлана Өфө үҙәгенә тротуарҙарҙы төҙөкләндереүҙең сираттағы этабы август уртаһында тамамлана. Эш графиктан алда бара. Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев яңырыу кисергән Цюрупа, Чернышевский һәм Мостай Кәрим урамдары манән танышты. Бында гранит плитка һалына. Шулай уҡ был участкаларҙа комплекслы төҙөкләндереү ҡаралған.

«Әлифба» йәнһүрәтенең икенсе миҙгеле донъя күрә Беҙҙең «Әлифба» йәнһүрәтенең икенсе миҙгеле донъя күрә. Был «Муха» студияһы ойошторған анимациялы белем биреү һәм күңел асыу сериалы. Уның маҡсаты - сабыйҙарға башҡорт телен үҙләштереүҙә ярҙам итеү. Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, әгәр беренсе миҙгел балаларҙы хәрефтәр менән таныштырһа, икенсеһе һандар һәм ваҡыт тураһында һөйләйәсәк.

Михаил Мишустин Таулы Алтайҙа Башҡортостан төҙөүселәренең эшен юғары баһаланы Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Таулы Алтайҙа Башҡортостан төҙөүселәренең эшен юғары баһаланы. Ике ай ярым эсендә яҡташтарыбыҙ төбәк дауаханаһы өсөн модулле ҡабул итеү бүлексәһе төҙөй. Заманса учреждение ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү һәм дауалауҙың тулы циклын үҙ эсенә ала. Ул төп дауахана комплексы менән йылытылған үткәүел ярҙамында берләштерелгән. Был проект Башҡортостан менән Таулы Алтай араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе, йәғни ул дөйөм маҡсатҡа өлгәшеү өсөн көстәрҙе һәм ресурстарҙы берләштерергә мөмкинлек биргән.

Һөжүмсе Александр Суворов «Салауат Юлаев» клубына күсте Белоруссия хоккейсыһы менән килешеү бер йылға иҫәпләнгән. Уҙған миҙгел башында форвард «Сочи» өсөн ике уйын уҙғара, чемпионаттың ҡалған өлөшөндә «СКА-Нева» составында сығыш яһап, 30 мәрәй йыйыуға өлгәшә. Александр Суворов уйын карьераһын 2020 йылда башлай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда юлаевсылар составында тағы ла бер Беларусь вәкиле Иван Дроздов уйнанғайны. Былтыр йәй алмашыу һөҙөмтәһендә ул ЦСКА-ға күсте.

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле хәүефһеҙлеген тикшерҙеләр Республика Хөкүмәт йортонда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм булдырмау, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде. Комиссия ултырышы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов рәйеслегендә үтте. Көн тәртибендә һыу инеү миҙгелен бәлә-ҡазаһыҙ үткәреү, янғын-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһын ғәмәлгә ашырыу һорауҙары ҡаралды.

Иглин ирекмәндәре яугирға маскировка селтәре тапшырҙы Яраланыу сәбәпле отпускыла булған «Буба» ҡушаматлы яугир Иглинда район етәксеһе һәм «Бөтәһе лә Еңеү өсөн»ирекмәндәр штабы ағзалары менән осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Урал аръяғы яугирҙарға сираттағы гуманитар ярҙам оҙата Башҡортостандың Урал аръяғы халҡы махсус хәрби операция биләмәһендә булған яугирҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Сираттағы гуманитар ылау эшҡыуарҙар, шулай уҡ Баймаҡ, Сибай ҡалаларында һәм башҡа муниципалитеттарҙа йәшәүселәрҙең ҡатнашлығы менән йыйылды. Ярҙам яугирҙарҙың заявкалары буйынса ойошторолдо. Ирекмәндәр бер һорауҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмаған.

Медицина йыһаздары һәм табиптарҙың әҙерлеге – йәш ғүмерҙәр өсөн көрәш нигеҙе Башҡортостанда сабыйҙар үлеме күрһәткесе кәмей. Быға медицина мөмкинлектәрен һөҙөмтәле файҙаланыу, шул иҫәптән табип ярҙамы күрһәтеүҙе һанлаштырыу һәм республикала ҡабул ителгән башҡа саралар комплексы ярҙам итә. Әле табиптар йөклөлөк ваҡытында осраған иң ҡатмарлы патологияларҙы еңеп сыға, етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләй. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Башҡортостан аграрийҙары ураҡ алды семинарында осрашты Ялан батырҙары Өфө районына «Баҫыу көнө»нә йыйылды. Урып-йыйыу эштәренә старт биргән республика семинары быйыл Башҡорт дәүләт аграр университетының уҡыу-ғилми үҙәге ҡарамағындағы тәжрибә баҫыуында үтә. Күләмле форумда ауыл хужалығын үҫтереү буйынса фәнни асыштар, заманса техника, яңы сорттар, минераль ашламалар менән танышырға мөмкин. Ер хужаларын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Республика етәксеһе аграрийҙарға уңыштар теләне, хеҙмәт алдынғыларын бүләкләне.

Рәсәй банкының директорҙар советы ҡарары менән төп ставка 18 процентҡа тиклем кәметелде Бөгөн Рәсәй банкының директорҙар советы ҡарары менән төп ставка 18 процентҡа тиклем кәметелде. Аналитиктар фаразлағанса, ул бер юлы 2 процент пунктына түбәнәйҙе. Үҙәк банк инфляцияның әкренәйеүе, ихтыяждың һүрелеүе һәм хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлектең кәмеүе фонында ошондай ҡарар ҡабул итте.

Өс йәшкә тиклемге балалар өсөн һөт продукттары: ярҙамды мең ярымдан ашыу ғаилә ала Йыл башынан «Һөт кухняһы» продукцияһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы өс йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай таратыла. Әлеге ваҡытта бындай мөмкинлек менән мең ярымға яҡын кеше файҙалана. Учалы районында мәҫәлән, бөгөн һөт продукциялары менән 11 ғаилә тәьмин ителә.

Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу эштәре Өфөнөң махсуслаштырылған цехында башҡарыла Был турала телеграм-каналда Мәҙәни мираҫ объ
Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу эштәре Өфөнөң махсуслаштырылған цехында башҡарыла Был турала телеграм-каналда Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе Салауат Ҡолбахтин хәбәр итә. “Иғтибар иткән булһағыҙ, социаль селтәрҙә, төрлө майҙансыҡтарҙа Сосланбәк Тавасиевтың иҫке фотолары баҫылып сыҡты, унда күренеүенсә, һәйкәл цех шарттарында ҡойолған, уны йыйыу эштәре лә цехта башҡарылған, һуңынан Өфөгә килтерелгән”, – тип яҙған Салауат Ҡолбахтин. 30 июндән Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙан ике йылға ябылды. Ошо ваҡыт арауығында Салауат Юлаев һәйкәле реставрациялана.

«Башҡортостан» милли паркында айыуҙар видеотоҙаҡҡа эләккән Кадрҙа балаларын эйәрткән айыуҙың урманда йөрөүен күрергә мөмкин. Бәләкәй тайыштабандар ағасҡа ышҡылған арала, инәләре тирә-яҡты күҙәтеп тора. Милли парк белгестәре аңлатыуынса, бер йәшкә тиклем айыу балаһы тик инәһе менән генә йөрөй. Ул балаларын аҙыҡ табырға өйрәтә, йыртҡыстарҙан, шул иҫәптән ата айыуҙарҙан һаҡлай.

Хәйбулла районында Металлургтар көнө билдәләнде Хәйбулла районында Металлургтар көнө билдәләнде. Аҡъяр ауылы паркында ветерандар һәм тармаҡ хеҙмәткәрҙәре, уларҙың ғаилә ағзалары, урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар йыйылды. Байрамды ойоштороусылар төрлө конкурс программалары, ғаилә спорт ярыштары әҙерләгән. Күрше майҙансыҡта иң йәш ҡунаҡтар өсөн дә күңелле байрам ойошторолдо.

Өфөлә хәрби уҡыу үҙәгендә белем алған ҡыҙҙар хәрби ант бирҙе Хәрби кейем, ҡулда ҡорал, ә сәстәргә аҡ бант үрелгән. Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡыу үҙәгендә белем алған биш ҡыҙ бөгөн ант бирҙе. Бер төркөмдә белем алған егеттәр әлеге ваҡытта хәрби йыйын үткән урында ант бирһә, ҡыҙҙар өсөн был тантана юғары уҡыу йорто алдындағы майҙанда үтте.

Өфөнөң Мәжит Ғафури урамында өлөшләтә юл ябыла Бөгөн төнгө сәғәт 12-нән 27 июль көндөҙгө 2-гә тиклем Свердлов һәм Коммунистик урамдары араһындағы участкала транспорт хәрәкәте сикләнә. Әлеге ваҡытта баш ҡала үҙәгендә трамвайҙар йөрөмәй. Ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар йылылыҡ магистрален реконструкциялау менән бәйле. Шулай уҡ был ваҡытҡа 234-се һәм 432-се автобустарҙың хәрәкәт схемаһы үҙгәрә.